«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЛЫМ, ҺИҢӘ ӘЙТӘМ, ЙӘКИ ГҮЗӘЛДӘРЕБЕҘҘЕ ҠЫЙЫРҺЫТМАЙЫҠ!
+  - 


Гәзитебеҙ биттәрендә ғаилә темаһына арналған мәҡәләләр, ир-егеттең дә, ҡатын-ҡыҙҙың да ғаиләләге урыны, бурысы хаҡындағы һәр төрлө, бәғзе ваҡыт бәхәскә этәрерҙәй фекерҙәр баҫылыуы "Киске Өфө"бөҙҙө тағы ла уҡымлыраҡ итә, тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың хәле тураһындағы мәҡәләләр, әлбиттә, күберәк баҫыла. Гүзәлдәребеҙҙең психологияһы беҙҙекенә - ирҙәрҙекенә ҡарағанда күпкә ҡатмарлыраҡ, шуға күрә бихисап һорауҙар тыуып ҡына торалыр инде.

Берәүҙәр башҡорт ҡыҙҙарының ҡырыҫыраҡ сифаттары хаҡында һөйләшергә ярата, икенселәр уларҙың ҡурсалауға мохтажлығы тураһында һүҙ йөрөтә. Шундай мәсьәләләрҙе күтәргәндә гүзәлдәребеҙҙең хәлен ир-егеттәр менән мөнәсәбәттәре аша сағылдырыу тәбиғиҙер, сөнки ғаилә тормошо тап ана шул ике енес вәкиленең дөйөм эше бит инде. "Беҙ һәр саҡ яҡлауға мохтаж", тигән һымағыраҡ лозунг менән башлыса ҡатын-ҡыҙ үҙе сығыш яһай. Шуғамылыр, беҙгә, ир-ат халҡына, "сыбыҡ" йышыраҡ эләгә. Үҙем әлеге "көслө зат" вәкиле булараҡ, йыш ҡына "үҙебеҙҙекеләр"ҙе яҡлашып, ир-аттың бәғзе ваҡыт ҡатын-ҡыҙҙар тулыһынса аңлап етмәҫтәй үҙенсәлектәре хаҡында сығыш яһағылағаным да бар. Әммә быны нәфис заттарыбыҙға ҡаршы сығыу тип һанау дөрөҫ булмаҫ, сөнки "көслө"нө "көсһөҙ зат"ҡа ҡаршы ҡуйыу - ирлек билдәһе түгел…
Бүтәндәр хаҡында һүҙ йөрөткәндә, уларҙы һәр саҡ үҙеңдең берәй яҡының менән сағыштырыу ҡулайлыраҡтыр. Сөнки оҙаҡ йылдар бергә йәшәгән кешеңде һинән башҡа бер кем дә яҡшы белмәй, ә һин үҙең уның эсен-тышын тигәндәй ятлап алып бөткән булып сығаһың. Хатта уның инде был донъяла булмауына ҡарамаҫтан, берәй хәл-ваҡиға ваҡытында "Ошо мәлдә минең атайым (йә әсәйем) шулай тип әйтер ине", тип фекерләп тә алаһың. Ана шундай йылы хистәр ҡалдырған яҡын кешең булыуы - үҙе бер ҙур бәхеттер. Һуңғы осор, хатта дәүләтебеҙ кимәлендә, ғаилә ағзаларын ҡыйырһытыуҙарға ҡаршы йүнәлтелгән теманы йыш күтәрәләр. Ошондай мәсьәлә ҡуҙғатылыуына мин дә ифрат шатмын. Хәйер, бындай темаға битараф ҡалыусы кеше һирәктер ҙә. Ә бит ғаиләлә рәнйетелеүсе зат - ир-ат түгел! Уларҙың барыһы ла ҡатындар йә иһә балалар. Ғаиләһен ҡыйырһытыусы көслө заттарыбыҙ өсөн оялам да хатта.
Ошо мөһим темаға әңгәмәләшкәндә башта үҙемдең ғәзиздәремде миҫал итеп килтермәк булдым. Минең атайымдың әсәйемә бер ҡасан да "тырнаҡ осо менән дә" тейгәне булманы. Беҙгә - ғаиләләге дүрт малайға ҡарата, әлбиттә, талапсан булды ул. Малай халҡына бер аҙ "аҡыл сыбығы" кәрәк булғандыр инде. Әсәйемә генә түгел, ғаиләлә яңғыҙ ғына ҡыҙ бала - берҙән-бер Ғәлиә апайыбыҙға ла ҡаты ҡығылманы. Дин юлында булған атайыбыҙ эскелеккә лә ҡырҡа кире ҡарашта ине. Ғаилә булғас, һәр саҡ ал-да гөл бумауы - тәбиғи. Берәй аңлашылмаусанлыҡ килеп сыҡҡан хәлдә һирәк-һаяҡ ҡыҙып та ала, әммә шунда уҡ кинәт кенә тышҡа сығып китә торғайны. Бәхеткә, ауыл ерендә бер ҡасан да эш бөтмәй. Атайым тышта үҙенә берәй шөғөл таба һалып ала ла, бар асыуын сығарып бөтә. Бер-ике сәғәт туҡтауһыҙ утын ярып, йә иһә ихатала ҡойма-маҙар йүнәтеп йөрөй, унан бите буйлап аҡҡан тирен һыпыра-һыпыра, нәҡ тә болот араһынан сыҡҡан ҡояштай йылмайып, хәбәрҙәрен һөйләй-һөйләй, ҡабаттан өйгә килеп инер ине: "Ҡана, самауырыңды ҡуй әле, сәй эсеп алайыҡ. Һыуһаттырҙы, килеп тороп…". "Тере" күмерле самауыры һәр саҡ әҙер булған әсәйем: "Аһ, аһ, шулай булмай ни! Анауынса утын ярыуға… Үҙем саҡырып индерәйем, тип тора инем әле", - тигән һымаҡ һүҙҙәрен теҙә-теҙә, йүгерә-атлай соланға сығып китә. Итек ҡунысы менән бер-икене елпетеп алған йылтыр самауыр "йырлай" ҙа башлай. Беҙҙең дә күңелебеҙ күтәрелеп китә. Баллап-ҡаймаҡлап, тигәндәй, ҡыҙыҡ хәбәрҙәр һөйләшә-һөйләшә рәхәтләнеп сәй эсеп алабыҙ. Атай менән әсәй араһында урын алған иң бәләкәс Йәлил ҡустымдың икмәгенә май яғып, атайым уның ҡулына тоттора. Ҡалғандарыбыҙ урындыҡҡа йәйелгән ашъяулыҡ тирәләп ултырып алып, барыбыҙ ҙа "бисмилләһ" әйтеп, тәмләп-тәмләп сәй эсергә керешәбеҙ…
Атайым менән әсәйем бер ваҡытта ла бер-береһенә исемдәре менән өндәшмәне. Башҡа кешегә икенсеһе хаҡында ниҙер әйткәндә лә "балаларҙың әсәһе" йә "атаһы" тиер инеләр. Халҡыбыҙ лөғәтендәге бына шундай атамалар ҙа бер-береңә хөрмәт хистәре уятыуға булышлыҡ итәлер, тип уйлайым. Шулай уҡ атайымдың да, әсәйемдең дә беҙгә - балаларға йә күрше-күләнгә, хатта үҙҙәренең яҡын туғандарына ла бер-береһен ошаҡлашып ултырғанын ишеткәнем булманы, киреһенсә, һәр саҡ тик яҡшы хәбәрҙәр генә һөйләргә тырышалар ине. Уларҙың баҡыйлыҡҡа күскәненә әллә күпме йылдар үтеп китте. Әсәйем мәрхүмәнең һәр саҡ намаҙҙан һуң: "Йә, Раббым, балаларымдың барыһының да ҡушаҡтары менән ҡуша ҡартайыуын насип ит",- тип доға ҡылғаны хәтеремдә. Ата-әсәнең балалары өсөн ихлас ялбарыуын Аллаһ Тәғәлә ҡабул итә, тигән сахих хәҙис бар. Ғаиләбеҙҙәге иң оло ағайым һикһәнгә етеп килә, ә бәләкәс ҡустыма инде алтмыш йәш тулды. Бишебеҙ ҙә йәштән алған хәләл ефеттәребеҙ менән бергә ҡартайып киләбеҙ, ейән-ейәнсәрҙәребеҙ үҫә, әлхәмдүлиллаһ. Маҡтанырға иҫәбем юҡ, әммә, ғаиләлә дүрт малай булып, ҡатындарыбыҙҙы - кемдеңдер ғәзиз балаларын бер ҡасан да ҡыйырһытҡаныбыҙ булманы, тип тыныс күңел менән әйтерлек хәлдәмен, Аллаға шөкөр. Беҙҙең яҡтағы бәғзе бер ҡатын-ҡыҙҙар теле менән әйтмешләй, "бисә туҡмап" ғүмер итмәйбеҙ. "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәләләр авторҙарына һәм башҡа сәйәсмәндәрҙең, депутаттарҙың ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы ҡурсалаусы фекерҙәренә ҡушылып, мин дә "Гүзәлдәребеҙҙе ҡыйырһытмағыҙ!" тип оран һалыр инем.
Ни өсөн халыҡта беҙҙе - ир-атты "көслө" тип атағандар? Бында рухи көс тә, әлбиттә, күҙ уңында тотолалыр. Әммә бөгөнгө темала тап физик көс хаҡында һүҙ бара бит, бына нимә! Урыҫта "Сила есть - ума не надо", тигән әйтем йөрөй. Аллаһ Тәғәлә ҡатын-ҡыҙҙы, башҡаларҙы йәберләр өсөн көслө итеп яралтмаған бит ир затын, бәлки, киреһенсә, хәләл ефетен, балаларын, ата-әсәһен, ә кәрәк саҡта йортон-илен һаҡлар өсөндөр. Борон ата-бабаларыбыҙ ир-атты батыр тип атауҙы хуп күргән. Ата-әсәләре лә улдарының көслө, батыр булып үҫеүен теләгән.
Ә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙы иһә "көсһөҙ зат" тип йөрөтәбеҙ. Үҙҙәрен шулай тип атағанға улар хатта үпкәләмәй, киреһенсә, бының менән килешеп кенә тора. Тимәк, улар, көсһөҙ булараҡ, беҙҙән - ир-аттан яҡшы мөнәсәбәт, яҡлашыу өмөт итә. Бәғзе бер кинофильмдарҙан ҡарап, "Физик яҡтан көслө ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ҙа бар бит, улар үҙҙәрен буйтым яҡларлыҡ хәлдә", тип, берәүҙәр, бәлки, минең менән бәхәсләшергә лә әҙерҙер. Әммә, минең ныҡлы инаныуымса, ниндәй генә бәләкәс кәүҙәле, ҡураныс ир һәм ниндәй генә олпат ҡатын-ҡыҙҙы алып ҡараһаҡ та, ир - ир булып ҡала инде ул. Ҡасандыр ир эскелеге арҡаһында әленән-әле ана шундайыраҡ ығы-зығы сығып торған ғаиләнең әлеге "көсһөҙ" яртыһына шаяртып ҡына: "Һинең бит уны бер ҡуллап ҡына күтәрә алырлыҡ көсөң бар. Пиджак һымаҡ еңел генә бит ирең. Нисек ул һине ҡыйырһыта ала ул? Өҫтөңә менеп килһә, "ҡағып ҡына" төшөрөп ебәрә алмайһыңмы ни шуны?" - тип һорағайным. "Кәтмәкәй генә булһа ла - көслө бит ул. Ыңғайына булмай ғына ҡара…" тигән яуап алдым. Бына шундай физик көс бирелгән бит инде беҙгә - ирҙәргә.
"Гүзәл", "көсһөҙ", "нәфис" тип атаған һылыуҙарыбыҙҙы шулай уҡ наҙлы, матур гөл-сәскәләр менән дә сағыштырабыҙ. Ысынлап та, үҫеп ултырған сәскәнең тажына яңылыш ҡына ҡатыраҡ тейһәң дә ситенән ҡарайып, һулый башлауына иғтибар иткәнегеҙ барҙыр. "Сәскәләребеҙ" менән иплерәк, һаҡсыл мөғәмәләлә булайыҡ, тимәксемен. Шул ысынбарлыҡты таный белеү ҙә кәрәктер: сәскә булғас, уның һабығында рауза гөлөнөкө һымаҡ сәнскеһе лә булыуы - тәбиғи. Әммә, бер аҙ ғына ҡулды сәнсте тип, бар гөлгә асыуҙы төшөрөп, уны ҡәҙерһеҙләп ташлау һис кенә лә ярамай, егеттәр. Ҡасандыр, хәләл ефет булып килергә ризалығын биргәндә, ҡатындарыбыҙ беҙгә - көслө затҡа үҙҙәрен тулыһынса ышанып тапшырған, тип һанау кәрәк. Һәммәбеҙ ҙә кәләштәребеҙҙе яратыр, ҡәҙерләр өсөн алғанбыҙ. Ҡасандыр, күктәге айҙы, йондоҙҙарҙы алып бирергә вәғәҙәләп тә, уларҙы әгәр ерҙәге ябай ғына һөйөүебеҙҙән мәхрүм итәбеҙ, ул ғына ла түгел, хатта ҡыйырһытырға ла тотонабыҙ икән, бынан һуң кем беҙҙе хөрмәтләр?..
Егеттәребеҙҙең күпселеге, әлхәмдүлиллаһ, үҙен ысын ирҙәрсә тота. Әммә бер "сирле" һыйыр бөтә көтөүҙе буяй, тигәндәй, үкенескә, арала һирәк-һаяҡ шундайҙар ҙа килеп сыға шул. "Көсһөҙ" затҡа ҡул күтәрергә баҙнат итеүсе күптәрҙең дә бит ғаиләһендә яратҡан ҡыҙҙары үҫеп килә. Шул ғәзизәкәйҙәренең ҡасандыр ниндәйҙер берәй яуыз ир-ат затынан иҙелеп, туҡмалып йәшәүен, моғайын, улар үҙҙәре лә теләмәҫ ине…
Улым, һиңә әйтәм, киленем, һин тыңла, ти халыҡ мәҡәле. Берегеҙҙең типһә тимер өҙөрҙәй, айыуҙай ғәйрәтле, ә икенсегеҙҙең дәрте ташып, "тыу бейәләй ҡыя һикереп, уйнаҡлап ҡына" (халыҡса әйтеүем өсөн ғәфү итегеҙ) йөрөр мәлегеҙҙе - алтын йәшлегегеҙҙе талашып үткәрмәгеҙ, бер-берегеҙҙе наҙлап, һөйөп ҡалығыҙ. Ҡартлыҡ тигән нәмә тиҙ генә баҫа ла китә бит ул. Унда инде ихтыяжығыҙ ҙа башҡараҡ була. Башлыса, бала-сағаларығыҙ, ейән-ейәнсәрҙәрегеҙ хаҡында сөкөрҙәшеп һөйләшә-һөйләшә сәй эсеп, шунан ғына ҡәнәғәтлек табып ултырыр мәлдәр ҙә оҙаҡ көттөрмәй килеп етә. "…Йәшлегемә атлап түгел, йүгереп ҡайтыр инем", тип һары һағыштарға батһаң да, кемдер әйтмешләй, "поезд үтеп киткән" була… Үкенестән булмаһын, уландар, ҡыҙҙар. Бына шул.
Йыш ҡына нәфис затыбыҙҙың ҡулдарына көрәк тотоп ер ҡаҙғанын, ҡар көрәгәнен, бесән тейәгән һымаҡ ауыр эшкә егелеүен дә күргеләйем. Гүзәлдәребеҙҙе тура мәғәнәһендә ҡыйырһытыуҙарҙы ғына түгел, хатта бына ошондай күренеште лә һис бер өнәп еткермәйем. Был эштәрҙе фәҡәт ир-егет атҡарырға, Аллаһ Тәғәлә тарафынан бирелгән физик көсөн ул тик ана шуның һымаҡ файҙалы эшкә генә сарыф итергә тейештер, тигән инаныуҙамын. Үҫеп килгән малайҙарыбыҙҙы ла шундай рухта тәрбиәләү кәрәктер. Илебеҙҙә ҡатын-ҡыҙҙың ир-ат менән тиң хоҡуҡлы булыуын "улар ҙа ирҙәр менән бергә егелеп йөрөргә тейеш", тип аңлаһаҡ - ололарҙан-оло хата булыр, хөрмәтле яҡташтар.
Шәриғәт ҡанундарына ярашлы ир кеше, әлбиттә, ғаилә башлығы, йорт хужаһы ла, әммә был үҙеңдең хәләл ефетеңә ҡарата артыҡ ҡаты булырға кәрәк, тигәнде аңлатмай. Талапсанлыҡ - тупаҫлыҡтың синонимы түгел. Үкенескә, динебеҙ ҡанундарын ҡатын-ҡыҙға ҡарата ғәҙелһеҙ итеп күрһәтергә тырышҡандар ҙа бар. Был - динде белмәүҙән килә. Бәйғәмбәребеҙ саллаллаһу ғәләйһи үәс-сәләм иң беренсе әсәй кешене хөрмәтләргә (атайҙан да тәүҙәрәк), ҡатыныңа ҡарата ла иң яҡшы, ғәҙел мөнәсәбәттә булырға ҡушҡан. Аллаһ илсеһенән хәләл ефетеңә асыуланғанда үҙеңде нисек тотоу хаҡында һорашҡастары, Бәйғәмбәр сғс: "Асыуыңды тышҡа сығарма!" - тип әйткән. "Әгәр ҙә бәхәстә ҡатын хаҡ түгел икән?.." тигән киләһе һорауға: "Асыуыңды тышҡа сығарма!" - тип тағы ҡабатлаған… Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың ваҡ-төйәк мәсьәләлә бигүк дөрөҫ булмаған яҡтарына ҡапылғара иғтибар итеп, әллә ни ваҡланып тормаһаҡ, үҙебеҙҙән ирлек бәҫебеҙ төшмәҫ, ин шәә Аллаһ. Гүзәлдәребеҙ ағинәйҙәр нәсихәтен тыңларға тейеш булған һымаҡ, бәғзе ир-егеттәребеҙ ҙә аҡһаҡал һүҙенә ҡолаҡ һалыр, тигән ышаныстамын.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 584

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru