«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ИРӘКТЕ - ЯУГИР БАШҠОРТ ЙӨРӘКЛЕ
+  - 


Ирәкте ырыуы башҡорттарының хәҙерге вариҫтары Башҡортостандың Тәтешле һәм Балтас райондарында йәшәй, шулай уҡ Татарстан Республикаһының Мөслим районында ла ирәкте башҡорттары нигеҙләгән ауылдар бар.

Тарихи күҙлектән ҡарағанда, ә быны байтаҡ ҡына этнографик һәм башҡа документаль сығанаҡтар нигеҙендә раҫлап була, ирәктеләр боронғо табын ырыуының, атап әйткәндә, ҡара-табындарҙың айырымланып көн иткән бер тармағы булып тора. Ирәкте шәжәрәләрендә уларҙың ата-бабаларының ҡара-табын башҡорттарынан булыуы хаҡында мәғлүмәт бар. Бында табын башҡорттарының төп бабаһы итеп иҫкә алынған тарихи шәхес Уйшин Майҡы (Байку) бей ырыуға нигеҙ һалыусы шәхес сифатында теркәлгән.
Ирәктеләрҙең яҙма мираҫында (шәжәрәләрендә) һәм башҡа тарихи документтарҙа уларҙың ата-бабаларының заманында Ҡаҙан хандарына яугирлыҡ хеҙмәтенә ялланып, Тарихи Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш тарафтарында, Ыҡ һәм башҡа вағыраҡ йылға буйҙарында ер алып, шунда төпләнеүҙәре хаҡында байтаҡ мәғлүмәттәр бар. Ошо тарихи версия күренекле этнолог Р.Ғ. Кузеев хеҙмәттәрендә лә урын алған. Ирәкте атамаһы әүәл этноним булмаған - ул хандарға хеҙмәт итеүсе хәрби башҡорттарға ҡарата ҡулланыла. Был үҙенсәлекле сословиела төрлө башҡорт ырыуҙары - табын, тамъян, бөрйән һәм башҡа этник берләшмәләр вәкилдәре була, әммә ҡара-табындар күпселекте тәшкил итә. Был фаразды ғалим Р.Ғ. Кузеев та раҫлай. Уныңса, хан хеҙмәтендә йөрөгән башҡорттар ирәкте тигән яңы атама ала, мәғәнәһе буйынса "ҡала һаҡсыһы" тигәнде аңлатып, ваҡыттар үтеү менән ошо атама этнонимға әйләнеп киткән. Был хаҡта Р.Ғ. Кузеев ошолай яҙа: "Ирәкте ырыуы башҡорттары XV быуат аҙаҡтарында, йәиһә XVI быуат баштарында Ҡаҙан ханлығы сиктәренә күсеп килеп, хан хеҙмәтенә ялланған көнсығыш (ҡара-табын) һәм көнбайыш табындарҙың вариҫтары булып тора". Ғалим ошо заманға ҡараған тарихи сығанаҡтарға, ирәкте (ҡара-табын) шәжәрәһенә, шулай уҡ XIX быуаттың икенсе яртыһында - XX быуат башында йәшәгән һәм ижад иткән, сығыштары яғынан ирәкте башҡорттарынан булған күренекле ғалим-мәғрифәтселәр Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой һәм уның улы Ғарифулла Кейеков әҫәрҙәренә таяна.
Күренекле башҡорт шағиры, яҙыусы, суфый шәйехе Ғәли Соҡорой (Мөхәммәд-`Али бен `Абд Аллах бен Шәриф бен Кийик әл Чукури әл Гари (1826 - 1889) - байтаҡ ҡына поэтик һәм дини әҫәрҙәр авторы, үҙ нәҫеленең шиғри шәжәрәһен яҙа, ҡара-табын ырыуы тарихын да ҡағыҙға күсерә. Уның егерменсе быуын бабаһы Майҡы бей Сыңғыҙ хан идараһы даирәһендә күренекле вәзирҙәрҙән була. Ғәли Соҡорой, риүәйәттәргә ярашлы, өс айырым башҡорт нәҫеленә нигеҙ һалыусы Ҡара Табын, Байҡы һәм Балыҡсы бейҙәрҙе тарихи шәхес булған Майҡы бей уландары итеп күрһәтһә, уның улы Ғарифулла Кейеков 1913 йылда "Шура" журналында баҫылып сыҡҡан "Иҫке шәжәрәнән" тигән мәҡәләһендә Ҡара Табын ҡушаматлы Ҡарағәзиздең Балыҡсы тигән тәүге улының Танып, Уннар, Йәлдәк һәм Йәнсәйет исемле улдары булыуы хаҡында бәйән итә. Ә Таныптан Ҡайпан һәм Янапай исемле улдар тыуа.
Балыҡсы һәм Ирәкте олоҫтары ла шул уҡ Ҡара-Табын олоҫо башҡорттарынан айырылып сыҡҡан этник төркөм-кландарҙың административ-территориаль берәмеге булып тора. Был халыҡ ижады өлгөләрендә айырым-асыҡ сағылыш тапҡан:

"Ҡара Танып та ер вирде,
Ҡара Табын - атам дирде,
Ирәктәне ағам дирде,
Былар - бер зат бары, сарпай".

Ғәли Соҡоройҙоң шиғри шәжәрәһендә лә ошоға бәйле юлдар бар: "Асыл бабам Тубыл, Иртыш кәнарында ирмеш…" Тарихи сығанаҡтарҙан билдәле булыуынса, төркиҙәрҙең уйшын (усунь) этник берләшмәһе (Майҡы - Байку бей ҙә ошо ҡәүем юлбашсыларының береһе булараҡ билдәле тарихи шәхес) ерҙәре Иртыш йылғаһының үрге ағымына тиклем барып етә. Биш төркөмдән хасил булған Майҡы бей олоҫо яугирҙары монголдарҙың Урта Азиялағы һәм Көнсығыш Европалағы походтарында ҡатнаша.
Күренекле башҡорт мәғрифәтсеһе, яҙыусы Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев үҙенең әҫәрҙәренең береһендә табын башҡорттарының ата-бабаларынан булған Майҡы бей яугирҙарының Көньяҡ Уралға табан миграцияһын аныҡ тасуирлап үтә: Майҡы бей Ҡырым һәм Кубань тарафтарын ҡалдырып, Кубань һәм Волга һыуҙарын кисеп сығып, Яйыҡ йылғаһы тамағына килеп сыға. Шунан Яйыҡ йылғаһы буйлап төньяҡҡа, уның үрҙәрендәге ерҙәргә күтәрелеп, Тобол һәм Иртыш йылғалары үҙәндәрен биләп, ҙур хан булып китә. Бындай мәғлүмәттәргә нигеҙләнеп, монгол ғәскәрҙәренең Көнсығыш Европалағы походтары тамамланғас, табын башҡорттары ата-бабаларының Уралға, бындағы оло Башҡорт иленә ҡайтыу юлын асыҡлап була. Ошо дәүер ваҡиғалары сағылдырылған бер шәжәрәлә былай тип әйтелә: "Сыңғыҙ хан заманында Майҡы бей, Урал тауҙарының Мейәдәк тигән ерендә йәшәп, Мейәс йылғаһы үҙәнендә күсеп йөрөй". Тимәк, ирәктеләрҙең ата-бабалары булған табындар (ҡара-табындар) XIII - XIV быуаттарҙан бирле Көньяҡ Уралда башҡорт исеме менән билдәле булған иң ҡеүәтле халыҡ составына ҡушылып йәшәй башлай. XV быуаттың икенсе яртыһында ҡара-табын башҡорттарының бер өлөшө, Ибәк (Ибраһим) хан ҡыҫымынан ҡотолоу маҡсатында, элек биләгән ерҙәрен ташлап китергә мәжбүр була. Улар, Урал һырттары аша сығып, Кесе Табын олоҫон барлыҡҡа килтерә. Уларҙың бөгөнгө вариҫтары Архангел, Ҡырмыҫҡалы һәм Ғафури райондарында йәшәй.
Әммә Себер ханлығының Шибан олоҫонда сәйәси низағтар дауам итә, был ваҡиғалар Урал аръяғында көн иткән ҡара-табындарҙың тағы ла бер ҙур төркөмөнөң күсеп китеүенә сәбәп була. Әммә улар, кесе-табын башҡорттарынан айырмалы, икенсе юлдан китә. Ғәли Соҡорой "Тазкират ли-ль-ихван ва-ль-ахбаб" исемле әҫәрендә үҙҙәренең Әхмәтшәйех тигән бабаларының Мейәстәге йорттарынан Чусовой йылғаһы үҙәне аша Кама (Сулман) йылғаһы буйындағы ерҙәргә барып етеүе хаҡында бәйән итә. Әхмәтшәйех бабаның яңы ерҙә тыуған ейәненә Сулман бей, тип исем ҡушалар. Улар тәүҙә Ғәйнә башҡорттары биләмәләренән төньяҡтараҡ, буласаҡ Уса һәм Оханск ҡәлғәләре ерҙәрендә көн итә. Шәжәрәлә раҫланыуынса, "Ғәйнә-баба Сулман бейгә Барҙа йылғаһы үҙәнендә төпләнергә рөхсәт итә", ә был территория ғәйнә башҡорттарының аҫаба биләмәләренә ҡарай.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 373

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru