«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУРҠМАЙ ТОТОН ИКЕНСЕ БЕЙЕКЛЕКТЕ ЯУЛАУҒА!
+  - 


Үҙемде виртуаль донъяның фанаты тип иҫәпләмәһәм дә, бер яҡтан, уға бик тә рәхмәтлемен: ваҡытында яңылыҡтар менән танышыу, белешмә рәүешендә файҙаланыу һәм башҡа бихисап мөмкинлектәр өсөн генә түгел. Көтмәгәндә-уйламағанда, шағирыбыҙ һүҙҙәрен үҙгәртеберәк әйткәндә, шундай кешеләр осрай: улар менән танышыу, артабан аралашыу күңелде байыта, сәм өҫтәй, зауыҡты байыта - ғөмүмән, тормошҡа бөтөнләй икенсе күҙлектән - тормоштоң камиллығын, матурлығын һәм ана шул фонда әҙәм ғүмеренең Юғары көс тарафынан тик бер генә тапҡыр бирелгән һәм ...ваҡытлыса ғына булған илаһи Бүләк икәнен аңлауға алып килә. Һәм ана шул ваҡытлыса бирелгән ғүмереңдә асылыңды, уй-ниәттәреңде, барлыҡ ғәмәлдәреңде ошо тормош камиллығы менән яраштырырға, тәртипкә һалырға, унан яҡшылыҡтарҙы ғына алып ҡалырға, тормошоңдо ошо нигеҙҙә үкенмәҫлек итеп ҡорорға ынтылыш тыуа. Хатта бының өсөн һуң булһа ла үҙ булмышыңды һынап өлгөрөп ҡалғы килә. Замандаштарына ғүмер, ваҡыт, ниәт, ғәмәл тәртиптәренең күпселек өлөшө үҙ ҡулыңда булыуын төшөндөрөргә, ниәттәрен атҡарырға сәбәп итеүсе, ярҙамлашыусы яҡты йөҙлө, яҡшы һүҙле, наҙлы әсәй ҙә, һөйөклө ҡатын да, спортсы ла, тауҙар артылыусы ла булған үҙебеҙҙең сая башҡорт һылыуы - блогер Гөлфиә МӨХӘМӘТДИНОВА менән танышыу ана шундай уйҙарға һалды.

Бөгөнгө донъябыҙ күҙ алдында үҙгәрә, мәғлүмәт технологияларының юғары тиҙлектә үҫеш алыуы менән бәйле яңы һөнәрҙәр барлыҡа килә. Һеҙҙең, Гүзәл һылыу, мәктәптә уҡытыусы булып эшләп йөрөгән ерҙән икеләнеп тә тормаҫтан тормошоғоҙҙо үҙгәртеп, икенсе өлкәлә эш башлап ебәреүегеҙгә нимә сәбәпсе булды?

- Ысынлап та, ҡасан, нисек, ҡайҙа башланып китте һуң тормошомдағы был үҙгәрештәр? Ғәҙәттә, бәпәй тапҡандан һуң һәр ҡатын-ҡыҙ йомороланып китә. Мин дә өсөнсө баламдан һуң кәүҙәмдә артыҡ ауырлыҡ һиҙә башланым. Был хаҡта миңә әсәйем дә, ирем дә әйтә килде, тик мин ҡул ғына һелтәй торғайным. Шулай ҙа нимә сәбәпсе булды миңә тәүге аҙымымды яһарға? Кисекмәҫтән ябығырға ҡарар итеүемә "аҡыллы" үлсәү приборына баҫыуым һәм уның миңә... 44 йәш биреү ваҡиғаһымы? Әллә ауылда һарыҡтарҙы ҡайыра алмай тырһылдап торғанымда 60 йәшлек әсәмдең минән шәберәк йүгереүен күреүме? Әллә иремә: "Мин булдыра алам, мин иҫбат итәсәкмен!" - тип намыҫланыуыммы? Ә иң мөһиме, ябығырға теләгән һәр кешенең теләге, эске көйләнеше булырға тейеш! Шулай итеп, "Ябығам!" тип башланып китте минең үткән йылғы йәйем. Үҙемде ҡулға алдым, интернет селтәрҙәренән төрлө мәғлүмәттәр менән таныштым һәм йыбанмай ғына көн дә ниәтемде атҡара башланым.
Нимә ул дөрөҫ туҡланыу? Беҙ организмыбыҙға кәрәк булмаған аҙыҡ менән үҙебеҙҙе һоғондорабыҙ ғына. Тыңҡыслап тултырабыҙ! Ә кешегә сәләмәт булыу өсөн күп тә кәрәкмәй бит. Был, әлбиттә, минең хәҙерге уйҙарым. Ә ябыға башлағанда үҙемдең рациондың "сүп-сарын" күҙ алдына килтерергә өйрәнергә тура килде. Организмға бөтөнләй кәрәкмәгән, файҙаһынан бигерәк зыяны күберәк аҙыҡ-түлекте һоғалайым икән мин дә. Мин ана шул ҡый-һайҙан баш тарттым да инде. Һыу эсеүҙе юлға һалдым. Һәм көн дә күнекмәләр эшләп, скандинавса атлай, велосипедта йөрөй торғас, йәй аҙағына ауырлығым кәмей башлағанын тойҙом. Ябығыу барышында әле үлсәнеү ҡайғыһы булманы, үлсәнмәнем. Август айында, бәй, көн дә кейгән кейемдәрем һәлберәй башланы. Тимәк, мин ябығам! Был мине дәртләндереп ебәрҙе, артабан камиллашыу юлдары эҙләнем, тик белгес кәңәштәре кәрәк булыуын тоя инем. Шуға ла үҙаллы эшләгән күнекмәләрҙән ялҡып, онлайн йогаға аҡса түләп, 4 ай шөғөлләндем. Декабрҙә үҙ-үҙемде камиллаштырыу курсы буйынса вебинар, курстар, тренингтар үтә башланым. Бөтәһе 12 мең аҡса түккәнмен, уның ҡарауы, мин уны бишләтә "кире ҡайтарҙым", тип уйлайым...



Былар бөтәһе лә һеҙҙең былтырғы тарих, ә яңы йылға ниндәй уй-теләктәр менән аяҡ баҫҡайнығыҙ?

- "Һаумы, Яңы йыл!" тип, йөҙ маҡсат яҙып ҡаршыланым мин уны! Әйтеүе генә анһат, ысынында иһә, өйҙә ултырып, пособие көтөп, тиндәрҙән һумдар һанап, маҡсат тип уйланыуҙар башҡа ла инеп сыҡмай ине әле. Был йәһәттән миңә Наҙгөл ҡыҙым ярҙам итте. "Әсәй, һин нимә тураһында хыялланаһың? Әле нимә эшләгең килә?"- тип һорау бирә миңә был бала бер көн. Минең яуап: "Әллә, ҡыҙым, белмәйем..." "Нисек улай? Дельфин да күргең килмәйме ни хатта?" Ошо диалогтан һуң оҙаҡ уйланып йөрөй торғас, йөҙ маҡсат барлыҡҡа килде һәм улар исемлеккә теҙеп яҙып та ҡуйылды.
Маҡсаттарымдың береһе ГТО тапшырыу ине. Хәҙер шуны алтын миҙалға тапшырыр өсөн тырышып күнекмәләр башланым. Шул ваҡыт башҡа бер уй килде: ә нишләп ҡыҙҙарҙы йыйып, бергәләп күнекмә үткәрмәҫкә? Матурлыҡ марафоны тип, бәйләнештәге башҡорт төркөмдәренә тәҡдимдәремде яҙып сыҡтым. Ун ҡатын-ҡыҙ, был үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы, алдамаҫ, тип, миңә ышанып аҡса күсерҙе һәм мин, бисмилла итеп, онлайн күнекмәләрҙе башлап та ебәрҙем. Ватсапта төркөм төҙөп, дөрөҫ туҡланыу серҙәрен аңлатыуҙан башланып китте был марафондар!
Марафон үткәрәм, үҙем шул уҡ ваҡытта ГТО нормаларын тапшырып та йөрөйөм. Карантин, үҙҡурсаланыу тип өйгә бикләнгәс тә, мин был сикләүҙәрҙе һиҙмәнем. Минең блогҡа яҙылыусы ҡыҙҙарҙы дәртләндереп, күнекмәләр, тура эфирҙар үткәрәм, эргәләге урманға балаларҙы сығарып йөрөтөп киләм, ә үҙем бәйҙән ысҡынған кеүек йүгерәм. Минең өсөн карантин ваҡытында иң ҡыйыны йүгермәй өйҙә ултырыу булды. Түҙмәнем, сыҡтым, ә тышта яҙғы һауа, һабантурғайҙар йырлаша, их! Бәйҙән ысҡынған эттәй йүгерәм! Шулай итеп, ГТО-ны алтын миҙалға тапшырҙым һәм бер маҡсатымды үтәнем.

Эйе, үҙегеҙ әйтмешләй, былтыр вирустан хафаланып, күптәр өйҙәренә бикләнде. Тик, күренеүенсә, был һеҙҙе әллә ни өркөтмәгән - тәбиғәткә сәйәхәт иткән фотоларығыҙ ҙа был хаҡта асыҡ һөйләй...

- Белорет тәбиғәтен үҙегеҙ ҙә беләһегеҙ: һуштан яҙҙырырлыҡ бит тыуған төйәгем. Ауылда тыуып үҫһәм дә, тормошҡа сыҡҡас, Белорет ҡалаһында йәшәй башланыҡ. Ҡалабыҙға терәлеп тиерлек торған бейек, хозур тауҙар бар, Малиновка тип йөрөтәләр бында уны. Шул тауға ҡарап, һәр саҡ, их, шуның түбәһенә менеп, тирә-яҡҡа бер күҙ һалғанда, тип хыяллана торғас, 20 йыл ваҡыт үтеп тә киткән. Барам, күрәм тип маҡсат ҡуйҙым. Барҙым, иҫемде йыя алмайынса торҙом. Мин тәбиғәт балаһы! Шуны аңланым. Мин тауҙар яратам! Тауға бер артылған кешенең тауҙар менән "ауырыуы" мәңгелеккә ҡала тигәндәре иҫемдә. Миңә лә йоҡто ул. Ҡыраҡа, ауылым эргәһендәге Торһай тауы (өс йәшлек улым - Байегетемде йөкмәп мендерҙем), Беренсе Малиновка һәм башҡаларға менеү тантанаһын яҙып ҡына аңлатырлыҡ та түгелдер. Тәбиғәт ҡосағында сир ҡурҡынысы юҡ, сөнки унда ят кешеләр менән түгел, яҡындарың, ғаиләң менән булаһың бит.



Физик күнекмәләрҙән ҡайһыһы бигерәк тә һөҙөмтәле булды?

- Йога! Нисек килеп инде тормошома - үҙем дә һиҙмәй ҡалдым. Бик оҡшай! Үҙеңдең организм, тән һәм йән мөмкинлектәрен асыу эске энергияны тағы ла үҫтерә, дөрләтеп ебәргәндәй итә, үҙеңде хөрмәт итә башлайһың. Мин үҙемде ишетә һәм тыңлай башланым. Эске тауыш нимә ти? Үҙеңде яратырға өйрән, ти ул. Марафонда ҡатнашҡан ҡыҙҙарҙы ла шуға өйрәтәм. Ҡыш саңғы ярыштарынан һуң мунса төшөп, мәкегә лә сумдым. Парашюттан ғына һикерергә ҡалды.

Белеүемсә, һеҙ күп балалы әсә, собханалла. Онлайн дәрестәр, күнекмәләр биреү күп ваҡытты алалыр бит, ғаилә хәлдәрегеҙ нисек?

- Эйе, мин кейәүҙәмен, өс балабыҙ, өс тағаныбыҙ: Батырхан, Наҙгөл, Байегетебеҙ бар. Тормош иптәшем Наил менән бына инде 17 йыл бергә йәшәйбеҙ, үҙ көсөбөҙ менән йорт һалып сыҡтыҡ. Йәй булһа, баҡса үҫтерәбеҙ, ҡош-ҡорт аҫрайбыҙ. Миңә һыйыр ғына етмәй, тип көләм былай ҙа. Ваҡыт үтә лә китә бит. Һағынып яҙҙы көтәбеҙ, яҙ артынан йәйҙең еләк мәле, бесән мәшәҡәттәре менән үтеп киткәнен һиҙмәйбеҙ ҙә. Көҙҙөң һағышлы, рашҡылы көндәренән ялҡып, ҡышты һағынып алабыҙ. Ә ошо мәлдә донъя, балалар тип, беҙ, ҡатын-ҡыҙ, үҙебеҙҙе онотабыҙ. Мин кем? Мин әсәй, тибеҙ. Ә бит балалар үҫеп, ҡош балалары кеүек осоп, таралып бөтә. Шул ваҡытта бына нимә эшләргә? Бергә ҡартайышырға торғанда, ҡартыҡайынан да тороп ҡалған япа-яңғыҙ бик күп апайҙарҙы беләм. Мин бер кемгә лә кәрәкмәйем булып сығамы, тип һорау бирә улар. Бер шөғөлөм дә юҡ, мин кем һуң хәҙер, тигән ауыр уйҙар биләй өлкән йәштәге ҡатындар күңелен. Минеңсә, ниндәй генә хәлдә лә һәр ҡатын-ҡыҙ үҙе хаҡында онотмаҫҡа тейеш. Беренсе урында - мин ҡатын-ҡыҙ тиеп, үҙенең яратҡан шөғөлө (хобби) менән күңелен күреп, үҙен ҡарап-тәрбиәләп, тормош иптәшен ниндәй йәштә лә йәлеп итерек үҙлекле ҡатын, балаларға өлгөлө әсәй булырға тейеш. Шул ваҡытта балалар ҙа "Әсәй" тип, ир ҙә "Һөйөклөм" тип өҙөлөп торасаҡ. Үҙем шул юлдан үттем һәм әхирәттәремә лә шул хаҡта һөйләйем.

Был йәһәттән һеҙҙең бөгөнгө эш тәртибегеҙ ниҙәрҙән ғибәрәт?

- Минең эшем хәҙер блогер булараҡ телефонда. Эйе, социаль төркөмдәрҙә ябыҡ аккаунтта башҡортса күнекмәләр, тура эфирҙар үткәрәм. Марафонда ҡатнашҡан ҡыҙҙар төркөмөндә дөрөҫ туҡланыу, һыу эсеү тураһындағы кәңәштәрем менән уртаҡлашып, мотивация бирәм. Әле мин кандид сирҙәренә ҡаршы марафондар үткәрәм. Кешенең эсендә әллә күпме паразит, токсин, кандид бактериялары тупланған. Уларҙан арыныу өсөн үләндәр һәм махсус препараттар ҡулланыу тураһында кәңәштәр еткерәм. Шулай уҡ көн дә иртән бергәләп күнекмәләр эшләйбеҙ.

Гөлфиә һылыу, был белемдәргә эйә булыр өсөн махсус уҡынығыҙмы, әллә курстар үттегеҙме?

- Был һорауҙы миңә йыш бирәләр. Һинең медицина белемең бармы, тип һорайҙар. Юҡ, мин бит төп һөнәрем буйынса уҡытыусы! Эйе, мин уҡытыусы инем, тормошомдо ҡырҡа үҙгәртергә ҡарар ҡылдым, ә сәбәбе ниҙән башланыуы хаҡында бынан алда әйткәйнем инде: мин ни бары ябығырға ғына теләгәйнем, ләкин сәләмәт тормош рәүеше, үҙеңдең донъяға ҡарашыңды үҙгәртеү, эске камиллашыу баҫҡыстары мине һаман юғарыраҡ кимәлгә әйҙәне лә әйҙәне... Үҙемә башҡа төрлөрәк маҡсаттар ҡуйғас, тәүҙә "Диетология-нутрицология" мәктәбендә, артабан башҡа курстарҙа онлайн уҡый башланым. Шулай итеп, мин үҙ юлымды таптым, тип уйлайым, сөнки блогер булыу минең бөтөн булмышымды биләп алды. Минең кешеләргә әйтер һүҙем бар икәнен тойҙом. Ошо арала төп эш урынымдан китеүем тураһында ғариза яҙып, ҡыуанып ҡайттым. Арттағы бер ишек ябылды, ә алдымда бишәүһе асылды! Яңы мөмкинлектәр, яңы офоҡ! Ул офоҡто мин социаль селтәрҙәрҙә, шәхси блогымда күрәм.

Сер булмаһа, быйылғы йылға ниәттәрегеҙҙе аса алыр инегеҙме?

- Бер ниндәй сер ҙә юҡ, сөнки мин милләттәштәрем, замандаштарым өсөн тырышам. Заман менән бергә атлап, социаль селтәрҙәрҙә үҙемдең барлығымды белдереүем миңә бары тик яңы тормош, яңы үрҙәр асты, яңы дуҫтар менән танышыу шатлығы, йөкмәткеле аралашыуҙар бүләк итте. Мин башҡорт ҡыҙы һәм блогымды башҡорт телендә алып барам. Минең бар уйҙарым, булмышым, ижадым - шул блогымда. Юғары һүҙ, пафос тип ҡабул итмәгеҙ, шуны әйтергә теләйем: минең миссия - үҙебеҙҙең башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарына ярҙам итеү, башҡорт блогерҙарын үҫтереү.

Гәзит уҡыусыларға ниндәй кәңәш-тәҡдимдәрегеҙҙе еткерер инегеҙ?

- Ошоға тиклем "Киске Өфө" гәзитен йыл һайын алдырып, бик яратып уҡыным. Әле, бая әйтеп китеүемсә, яңы урында төҙөгән йортобоҙҙа йәшәп ятабыҙ, шуның менән бәйле беҙҙең тарафтарға почта ташыуҙа ҡыйынлыҡтар килеп сыҡты, ләкин был ваҡытлыса булыр, тип уйлайым һәм яратып уҡыған гәзитем менән араны өҙмәҫкә иҫәп. Гәзит уҡыусыларға нимә әйтер инем? Тормош матур! Һәр көндө шул матурлыҡты ҡойма ямғырҙа ла, әсе буранда ла, эҫе көндә лә күрә беләйек. Әлеге йәшегеҙгә тағы ун йыл өҫтәп, үҙегеҙҙе күҙ алдына килтерегеҙ. Һеҙ үҙегеҙгә оҡшайһығыҙмы? Ул ваҡытта бер ус дарыу төймәләрен сәғәткә ҡарап эсеп ултырмаҫһығыҙмы? Ҡан баҫымы йонсотмаҫмы? Тубыҡтар һыҙламаҫмы? Ана шулар булмаһын өсөн бөгөндән үҙегеҙҙе ҡулға алығыҙ! "Ҡый-һай" , файҙаһы аҙ булған аҙыҡтарҙан баш тартығыҙ, спорт менән дуҫлашығыҙ. Шул ваҡытта ун йылдан һуң да үҙегеҙҙе йәш, көслө тойорһоғоҙ, тормош матур тип ҡыуанып йәшәрһегеҙ. Быйыл бар донъяны йонсотҡан сир сигенер барыбер, һәр хәлдә, уға бирешмәҫ өсөн күңел күтәренкелеге, ыңғай көйләнеш юлдаш булһын, ә иң мөһиме - күңелебеҙ бейеклектәренә артылырға тырышып, маҡсат ҡуйып йәшәйек - шул саҡ бер ниндәй һынауҙарға ла бирешмәбеҙ. Бирһен Хоҙай!

Фәүзиә МӨХӘМӘТШИНА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 403

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru