«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КЕМДӘР ГЕНӘ ҒАШИҠ, АЙ, БУЛМАҒАН...
+  - 


Бөгөн ифрат популяр булған һөнәрҙәрҙең береһе - парикмахер һәм визажист, йәғни бөҙрәханала сәстараш һәм һөрмә тартыусы эше. Замананың әүрәткес заңына ҡаршы барып булмай, сөнки был һөнәрҙәр кешеләрҙең төҫ-башын һәм тормошон биҙәп-төрләндереп кенә ҡалмай, ә күптәрҙең күңелен үҫтерә һәм зауҡын ҡытыҡлай.

...Парикмахер сәнғәте, декоратив косметика, тырнаҡ моделе һәм дизайны буйынса XXIII Рәсәй чемпионатының финалы бара. Бөтә Рәсәй кимәлендәге бәйгегә тәүләп эләккән башҡорт ҡыҙы Элеонора Ғәлләмова алдынғы ун оҫта иҫәбенә инһәм дә ярар ине, тип еңеүселәр исемлеген иғлан итеүсенең тауышына ҡолаҡ һала. "Подиум макияжы" тигән номинация буйынса чемпиондар саҡырыла башлай. Өсөнсө урында Курск ҡалаһы визажисы, икенсе урында Ырымбур оҫтаһы. "Булманы, ахыры, еңеүсе даны эләкмәне", тип уйлап торһа, кинәт үҙенең исеме яңғырап китә. Беренсе урында - Өфө ҡалаһынан Элеонора Ғәлләмова!
"Ҡайсаҡ кеше үҙенең мөмкинлектәрен үҙе лә белеп бөтмәй, тигәндәре ысын һүҙ, шундай ҙур бәйгелә майҙан тоторға насип булғас, еңеү шатлығын да алып ҡайтырға кәрәк тә инде", тип яҡындарыма һөйөнсөләнем, - ти Элеонора. - Минең атайым менән әсәйем Ейәнсура районының Иҙәш ауылынан, ә мин үҙем Иркутск өлкәһенең Усть-Кут ҡалаһында тыуғанмын, йәғни мине Ҡот тамағы тигән йылғаның "һыуынан тотоп алғандар". Аҙаҡ ғаиләбеҙ менән Ырымбур өлкәһенә Новотроицк ҡалаһына күсендек. Бәләкәстән үк "парикмахер булам" тинем дә йөрөнөм, мәктәптә уҡығанда ла хыялымды йәшермәнем, бөтә әхирәттәрем дә белде. Әсәйем менән апайым минең теләкте хупланы, ә атайым бигүк оҡшатманы, юғары белем алырһың, "йүнлерәк" профессия һайларһың, тине. Туғыҙынсы синыфты тамамлағас, ул мине урта мәктәптә унынсы класты уҡырға үҙе етәкләп алып барҙы, әммә ике аҙнанан мин ныҡымышланып парикмахерҙар мәктәбенә күсеп ултырҙым. Байтаҡ уҡығас ҡына атайыма әйтергә тура килде, яйлап ҡына күнде инде, ҡалайтһын..."
Элеонораның бәхетенә, остазы бик тәжрибәле була, шул арҡала ҡыҙ ун ете йәшендә Новотроицк ҡалаһының иң престижлы салондарының береһендә парикмахер-сәстараш булып эшләй башлай. Матурлыҡ индустрияһында юлын дауам итеү маҡсаты менән 2013 йылда Өфө ҡалаһына күсеп килә. "Өфөлә миңә яңы офоҡтар асылды, - тип һөйләй Элеонора. - 2014 йылда сәстараш сәнғәтенең "Алтын тараҡ" Өфө чемпионатында ҡатнаштым һәм "Прогрессив мода" номинацияһында беренсе урынды яуланым. 2017 йылда Ырымбурҙа үткән Рәсәй чемпионатында бер юлы өс номинацияла еңеп сыҡтым - өс беренсе урынды алдым: "Подиум макияжы", "Йәш кәләш макияжы" һәм "Авангард прическа" буйынса иң уңышлы эштәр авторы булдым. Хәҙер инде артҡа юл юҡ, алда тик Мәскәү! Чемпионаттың Мәскәү этабында талапсан жюри-баһамандар алдында макияж-бит биҙәлеше генә түгел, уның аша тотош образды асып күрһәтергә тейеш инек - бит биҙәлешенә ярашлы күлдәк, аксессуарҙар һәм прическа ла уйлап табырға кәрәк ине. Етмәһә, йәнә бер ҡатмарлы шарт: был образ билдәле ваҡыт арауығында "тыуырға" тейеш. Мәҫәлән, подиум макияжын тулыһынса күрһәтеү өсөн ҡырҡ биш минут ваҡыт бирелә. Чемпионат алдынан аҙна буйы ғәләмәт тығыҙ минуттарҙы һанай-һанай, көсөргәнешле тренировка-әҙерлек осоро барҙы..."
Һәм уңыш йылмая тырыш башҡорт ҡыҙына: 2017 йылда ул "Подиум макияжы" буйынса Рәсәйҙең абсолют чемпионы исемен яулай, беренсе урынды ала, шул уҡ бәйгелә "Кәләш макияжы" эше менән икенсе урынға сыға. Артабан яңы ярыш-конкурстар теҙмәһе башланып китә. 2018 йылда Элеонора Ғәлләмова Германияға Дюссельлорф ҡалаһына Европа чемпионатына бара. Бында ул дүртенсе урынға күтәрелә һәм Европаның биш иң оҫта визажисы топ-рәтенә баҫа.
"2019 йылда минең өсөн айырыуса әһәмиәтле ваҡиғалар булды, - тип дауам итә Элеонора, - мине Өфөләге күп профилле һөнәри колледжға эшкә саҡырҙылар - Визаж һәм Стилистика компетенцияһын-йүнәлешен ныҡлап үҫтерергә кәрәк ине. Ни бары ике генә йыл барған Визаж һәм Стилистика компетенцияһы бөгөн айырыуса ҡатмарлы, сетерекле һәм бәхәсле профессиональ хеҙмәт йүнәлеше тип һанала. Ни өсөн тигәндә, матурлыҡ индустрияһы бер урында ғына тормай, көнө-аҙнаһы менән үҙгәрә, яңынан-яңыға төрләнә. Бик күп көс һалып һәм ныҡышмалыҡ менән эшләгәнгә күрә генә беҙҙең колледжда Визаж һәм Стилистика компетенцияһы тамам нығынып китте. Беҙҙең өйрәтеү базаһына нигеҙләнеп, бөгөн унда квалификация арттырыу курстары эшләй, демонстрациялы-күргәҙмәле имтихандар үтә, төрлө чемпионаттарға әҙерлек тренировкалары ойошторола. Миҫал өсөн, парикмахер сәнғәте һәм декоратив косметика буйынса Рәсәй чемпионатына әҙерлек этабы, Рәсәй регионында WorldSkills чемпионаты, Рәсәйҙең милли WorldSkills чемпионатында ҡатнашырлыҡ оҫталар әҙерләү..."
Шулай итеп, оҫта визажист һәм үҙе артынан күп йәштәрҙе әйҙәрлек остаз булып киткән Элеонора Ғәлләмова ижади тормошоноң яңы үрҙәренә менә. Уны Өфө күп профилле һөнәри колледж директоры Сынтимер Баязитов тәүге көндән үк бик яҡшы теләктәр менән хуплап-дәртләндереп ҡаршы ала. "Аллаһы Тәғәләнең фатихаһы, етәкселәрҙең, коллегаларҙың ярҙамы менән мин 2020 йылда Халыҡ-ара мастер дәрәжәһен алыуға өлгәштем һәм донъяның ун топ-визажистары рәтенә баҫтым. Һәм мин был кимәлдә генә туҡтап ҡалмам, Аллаһ бойорһа, Донъя чемпионатында ҡатнашып, тәүге өс урындың береһен яуларға иҫәбем бар".
Бына шундай талантлы һәм сая, ынтыматлы ҡыҙҙарыбыҙ эшләй матурлыҡ индустрияһы сафында. Уларҙың уңыштары - беҙҙең шатлыҡ, ғорурлыҡ булып, Башҡортостандың, тыуған халҡының бәрәкәтен арттырһын.

Сәрүәр СУРИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 455

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru