«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
МЫЖЫМАЙБЫҘ, ЙЫБАНМАЙБЫҘ, ҮСЕКМӘЙБЕҘ ҺӘМ АЛҒА, ТИК АЛҒА!
+  - 


Яңыраҡ редакциябыҙға Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙа ҡатнашҡандан һуң Баймаҡ районы Түбәнге Яйыҡбай ауылы вәкилдәре гөрләшеп килеп инде. Ҡунаҡтар менән аралашып, уларҙың дәртенә, ихласлығына, тыуған төйәктәре тураһында шундай оло һөйөү менән телгә алыуҙарына һоҡланып ултырып ҡалдыҡ. Уларҙың тап ошо фиҙаҡәрлеге быйылғы "Айыҡ ауыл" конкурсында ҡатнашыуға этәргес булған да инде. Ветеран-педагог, ауыл мәсетенең имам-хатибы Рәмил Хәсәнов, ағинәйҙәр Фирҙәүес Хәсәнова, Рәйлә Йәһүҙина һәм ауылдың йәмәғәт әүҙемсеһе Рәмзиә Бәхтиева ошо конкурс сиктәрендә үткәргән саралар тураһында беҙгә бәйән итте.

Рәмзиә Бәхтиева: "Айыҡ ауыл" конкурсының төбәк этабына әҙерлек, ошо әһәмиәтле конкурста ҡатнашырға теләүселәрҙе районда теркәү башланғас, Түбәнге Яйыҡбайҙың старостаһы Рәил Хәсәнов был мәсьәләне сходта күтәреп сыға. Уның һүҙен күтәрмәләүселәр ҙә, икеләнеп ҡалыусылар ҙа табыла. Әммә ауылыбыҙҙың Фирҙәүес Хәсәнова етәкселегендәге әүҙем ағинәйҙәре был идеяны хуплап тауыш биргәс, ир-егеттәр ҙә ҡушылып, ыңғай ҡарар ҡабул ителә. Беҙ ҙә апайым Рәүилә Хәсәнова менән атай нигеҙе урынлашҡан ауылдың киләсәгенә битараф ҡала алманыҡ, бында ойошторолған тәүге сараға - Апай шишмәһендә өмәгә йыйындыҡ та килдек. Шулай итеп ҡушылып киттек был хәрәкәткә. Әйткәндәй, өмә барышында ауылыбыҙ эргәһендәге Апай шишмәһенең үҙәнен таҙартып, инешенә будка ултыртып, тирә-яғын кәртәләп, шул ҡоролмаларҙы буяп-ялтыратып ҡуйҙыҡ. Бына шулай тын ғына, һәүетемсә генә йәшәп ятҡан ауыл халҡы былтырғы йылдың авгусынан тынғыһыҙ, дәрт-дарманы ташып торған, ойошҡан бер командаға әүерелде лә китте.
Фирҙәүес Хәсәнова: Ауылыбыҙ бәләкәй, рәсми ҡағыҙҙар буйынса 34 йорт ҡына һанала. Халыҡ һаны ла күп түгел. Бына шуға ла үҙ көсөбөҙ менән был конкурсты йырып сыға алырбыҙмы икән, тип икеләнеберәк тә ҡуйғайныҡ. Әммә Баймаҡ районы кимәлендә ғариза биргән 89 ауылдың 34-е ҡатнашып, беҙ еңеп сыҡҡас, артҡа сигенеү юҡ, тип эшкә тотондоҡ. Айыҡлыҡ йәмғиәте булдырҙыҡ һәм сәләмәт, айыҡ тормошто пропагандалау маҡсатындағы эшмәкәрлеккә нигеҙ һалдыҡ. Ағинәйҙәрҙең эшен йәнләндереп ебәрҙек, Ир-егеттәр советы булдырҙыҡ һәм унда ике тиҫтәгә яҡын уҙаман ағза булып теркәлде.
Рәмил Хәсәнов: Түбәнге Яйыҡбай ауылы ХХI быуат өсөн бик үҙенсәлекле тораҡ пункт ул. Бай тарихлы ла, үҙенең борондан килгән йолаларын, көнкүреш ғәҙәттәрен, үҙенсәлеген дә тулыһынса һаҡлап ҡалған. Ауылға Бөрйән улысы Үрге Урал өйәҙе башҡорттары нигеҙ һалған. Ауылдың атамаһы йорт старшинаһы Яйыҡбай Мырҙашев исеме менән 1876 йылдан билдәле. Үткән быуат башында ауылыбыҙҙа ике манаралы мәсет төҙөлә, ул үҙе бер үҙенсәлекле тарихи ҡомартҡы, республикала иң боронғо иман йорттарының береһе. Ә бөгөнгө көнкүрешкә килгәндә инде, Түбәнге Яйыҡбай ысын мәғәнәһендә эко-ауыл. Унда һаман да өйҙәрҙе утын яғып йылыталар, мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушер пункты, клуб, магазин кеүек социаль әһәмиәтле объекттар юҡ, урамыбыҙға ут та үтмәгән әле. "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашып, еңеүгә ынтылыуыбыҙҙың да сәбәптәре бына шунда: ауыл халҡының көнкүрешен яҡшыртыуға, уңайлы шарттар булдырыуға мөмкинлектәр тыуҙырыу. Ә былай, шөкөр, самогон эшләп һатыусылар менән көрәшәһе түгел, улары ла юҡ беҙҙә.



Ауыл бәләкәйме-ҙурмы, әммә халыҡты битарафлыҡтан арындырыу, күнегелгән йәшәйешен бөтөнләй үҙгәртеп, ҡуҙғытып ебәреүе еңел түгел. Үҙегеҙҙең тәжрибәгеҙ менән бүлешегеҙ әле.

Рәмзиә Бәхтиева:
Ғәҙәттә, бәләкәй ауылдар тыныс ҡына йәшәп ятыуҙы хуп күрә. Шуға ла был "Айыҡ ауыл" республика конкурсында ҡатнашыу һымаҡ сарала уңыш яулау өсөн әүҙемлек, ойоштороусыларҙың тынғыһыҙлығы кәрәк. Һин ул эште йөрәгең аша үткәреп, финанс сығымдарына ҡарамай, бөтә ваҡытыңды шуға бүлеп эшләгәндә генә һөҙөмтәгә өлгәшергә мөмкин. Беҙ баштан уҡ еңеүгә ынтылып шулай эшләнек. Башҡаларға эшебеҙҙең һөҙөмтәле буласағына ышаныс уята алдыҡ, һәм ярҙам ҡулы һуҙыусылар ҙа табылды. Былтыр "Айыҡ ауыл" республика конкурсында икенсе урын яулаусы Баймаҡ районы Йылым ауылынан Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙы Ишмурзина беҙгә куратор итеп тәғәйенләнгәйне, ул йүгереп йөрөп эшләй, эште алып бара. Гөлйемеш Хөрмәт ҡыҙына бик тә рәхмәтлебеҙ. Ауылдың старостаһы Рәил Хәсәнов, Ирмәк Ураҙбаев, Сәғит Йәһүҙин, Алтынғужа Кәримов, Айрат Баязитов, Хисмәтулла Суфиянов, Айрат Бибиниязов, Фирүзә Хажина, Рәйлә Йәһүҙина, Мәрфуға Уразбаева, Сафия Суфиянова һәм башҡа ауылдаштар бигерәк әүҙемдәр, береһен атап, береһен онотоп ҡалдырырға ла ҡурҡам. "Айыҡ ауыл"да ҡатнашырға теләк белдергәс тә ауылдаштар үҙҙәренә шундай ҡағиҙәләр билдәләне һәм шуға буйһона: мыжымайбыҙ, йыбанмайбыҙ, һөйләнмәйбеҙ, үсекмәйбеҙ һәм алға, тик алға!
Рәйлә Йәһүҙина: "Айыҡ ауыл"дың ойоштороу комитетын булдырғас та төҙөгән план буйынса алып барҙыҡ эште. Тәү сиратта район һәм республика кимәлендәге бөтә сараларға, акция-конкурстарға әүҙем ҡушылдыҡ, шунан уларҙы үҙебеҙҙә лә ойошторҙоҡ. Ауыл урамында шашка буйынса ярыш үткәрҙек. Унда балалар ҙа, ололар ҙа дәррәү ҡатнашты, уйнай белмәгәндәрен уйнарға өйрәттек, иҫтәлекле бүләктәр, дипломдар тапшырҙыҡ. Шунан "Таҙа Һаҡмар" акцияһына ҡушылып, Һаҡмар үҙәне буйлап утыҙ биш кеше саңғыларҙа ҡышҡы спартакиада эстафетаһын Бикеш ауылына алып барып тапшырҙыҡ. "Ғаилә ҡышҡы уйындары" үткәрҙек, унда олоһо-кесеһе тюбингтарҙа шыуҙы.
Фирҙәүес Хәсәнова: Ғинуарҙың 23-өндә "Ҙур хоккей" ярышы үткәрҙек. Был сараны барыһы ла оҡшатты: ситтән килгәндәр ҙә, килә алмай социаль селтәрҙәр аша ҡараған яҡташтар ҙа һоҡланыуын белдерҙе. Хоккейҙа 3 команда көс һынашты, уларҙың һәр береһенә айырылып торған төҫтә еләндәр, ҡамсат бүректәр кейҙерҙек. Күл өҫтөндәге боҙға башта олораҡ ир-ат милли кейемдәрҙә килеп сыҡты, шунан йәштәрҙе әйҙүкләп сығарҙылар, егерме өс тапҡыр республика, алты тапҡыр Рәсәй чемпионы, спорт мастеры Фәнил Әминев комментатор булды - бер һүҙ менән әйткәндә, йығылып китерлек булды. Әбйәлилдәрҙең хоккей командаһы беҙгә оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Ике тирмә ҡорҙоҡ һәм береһендә күргәҙмә ойошторһаҡ, икенсеһендә ауылдың уңған хужабикәләре аш-һыу әҙерләне, ете еҙ самауыр борлап ҡайнап ултырҙы. Был сараға ситтән ҡунаҡтар күп килде һәм саңғыла йөрөү, бура һуғыу, уҡ атыу, тройкала, һыбай йөрөү һәм башҡа традицион уйындар менән бик күңелле үтте. 31 ғинуарҙа "Сәләмәтлеккә 2021 аҙым" тип, ҡатын-ҡыҙҙар Апай тауының башына мендек һәм тау башында теләк теләп төштөк. 3 февралдә "Ҡатын-ҡыҙҙың бәхет биләмәһе" проектын ойошторҙоҡ, уның сиктәрендә райондан 20-гә яҡын төрлө белгестәр килде, улар араһында врачтар, юрист, психолог, парикмахер, косметолог, китапхана хеҙмәткәрҙәре булды. Мин талҡан эшләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәттем.
Рәмзиә Бәхтиева: 13 февралдә "Ир һүҙе - ил һүҙе" тигән йыйын ойошторҙоҡ, унда үҙебеҙҙең Баймаҡ, күрше Әбйәлил, Йылайыр, Хәйбулла райондары башҡорттары ҡоролтайҙары рәйестәрен, "Айыҡ ауыл" конкурстарында еңгән ауылдарҙың ир-егеттәр ҡорҙары рәйестәрен саҡырҙыҡ. Ә 14-е көндө традицион яндан уҡ атыу конкурсы уҙғарҙыҡ, был күркәм бер спорт байрамына әйләнде. Ошо көндәрҙә "Ете ҡыҙ" матурлыҡ һәм саялыҡ байрамы ла ойошторҙоҡ.



Аҙнаһына бер нисә сара уҙғарып, арып та киткән осраҡтарҙа яңынан эшкә тотонорға нимә көс-дәрт бирә?

Рәмзиә Бәхтиева:
Дөйөм мәнфәғәт өсөн ауылдың ололары ла арымай-талмай тырыша, ул юҡ, был юҡ тип тә тормайҙар. Бер башлаған эште аҙағына еткерергә кәрәк бит, сәм йөрөтә беҙҙе. Беҙҙә сәмле халыҡ йәшәй, "Беҙ булдырабыҙ!" тибеҙ. Унан ҡала, ойошторған сараларҙың халыҡ күңеленә ятыуы, эшебеҙҙе баһалай белеүҙәре лә күңелгә дәрт өҫтәй. Беҙ район этабында ғына 89 сара үткәрҙек. Шуларҙың береһе - "Иман нуры" конкурсы булды, һөҙөмтәһе иҫ киткес: быға тиклем мәсет тупһаһын ашаҡланып үтергә баҙнат итә алмай йөрөгән ауылдаштарҙы ылыҡтырҙыҡ, балалар Ҡөрьән аяттарын, сүрәләрҙе ятланы. Был да бит бер тәрбиә мәктәбе.
Ғөмүмән, ауылда ошо ойоштороу эштәре менән йөрөгәндә яҡындан белмәгән ауылдаштар менән танышып, көнкүрештәрен, һулыштарын тойоп, бер-беребеҙгә яҡынайып киттек. Яңы йыл алдынан "Зәңгәр ут" тамашаһы үткәргәйнек. Шунан алда һәр йортҡа инеп, ғаилә ағзаларын матур башҡорт милли кейемдәренә кейендереп, ир менән ҡатынын ҡулға-ҡул тотондороп, бер-береһенә ҡаратып ҡуйып, ҡотлау һүҙҙәрен әйттерҙек. Аҙаҡтан инде әҙер видеоны ҡарап, эй оҡшаттылар, хатта ҡайһы берҙәре: "Беҙ былайтып бер-беребеҙгә ҡарашып торғаныбыҙ ҙа юҡ ине", - тип рәхмәттәрен әйтте. Бына шундай ихлас баһа алып торғас, эшләргә теләк һүрелә буламы инде!

Ир-егетте бөгөн ниҙәр борсой?

Рәмил Хәсәнов:
Йөрәгендә башҡортмон тигән ир-егетте нимә генә борсомай икән? Урманға сыҡһаң - тирә-яҡ мөхит борсой, халыҡ араһына инһәң - көнкүреше, мәсеткә инһәң - динебеҙ киләсәге, балалар менән булғанда уларҙың киләсәге борсой. Борсомаған нимә генә бар икән, бармаҡтың ҡайһыһын тешләһәң дә ауырта. Бигерәк тә ауылдарҙа ир-егеттең эшһеҙлеге, күптәренең ғаиләһенән айырылып, ситтә аҡса табырға тырышып йөрөүе уйландыра. Ҡайһы берҙә илау түгел, сеңләп китерҙәй булаһың. Ҡулыма ҡурайымды алһам, ошо "Урал"ды урын-еренә еткереп кем йырлар икән, тип борсолам. Үҙем дә бит ололарҙың сеңләп ултырып илағандарын күрҙем, Урал өсөн, ил, киләсәк өсөн көрәштек бит, тип илай ине улар. Беҙҙең бөгөн ошолай тырышып йөрөүебеҙ - йәштәр күрһен, ишетһен, белһен өсөн бит ул. Айыҡлыҡҡа ла 80 йәшлек кешене бик күндереп булмай, ә бына балаларҙы тәрбиәләргә кәрәк. Бар маҡсаты шул түбәнге яйыҡбайҙарҙың.
Беҙҙең төбәктә бик күп көйҙәр, таҡмаҡ, йырҙар сыҡҡан һәм бына беҙ, минең быуын кешеләре, ололарҙан уларҙы бер ни тиклем отоп алып ҡала алдыҡ. Бына шул моңобоҙҙо, тарихыбыҙҙы, халыҡтың ауыҙ-тел ижадын йәштәрҙе тәрбиәләүгә файҙаланыу, күңелдәренә һеңдереп ҡалдырыу зарур. Кешенең йөрәгендәге бетен ҡуҙғатырға кәрәк.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Ҡарама беләккә, ҡара йөрәккә", тип халҡыбыҙ борондан белмәйенсә әйтмәгән шул. Түбәнге Яйыҡбай ауылының халҡы ошо хәҡиҡәткә асыҡ миҫал: бәләкәй ауылбыҙ, оло йәштәгеләрбеҙ, мәҙәни сара уҙғарырға майҙансыҡ та юҡ, тип бер ҙә зарланып тормағандар. Ниәт иткән эшкә әмәле лә табылған, ауылдан сыҡҡандар тыуған нигеҙҙәренә йән өрөргә теләп, был эштән ситтә ҡалмаған. Уларҙың ауыл киләсәген хәстәрләп һалған тырышлығы, моғайын, бушҡа китмәҫ, маҡсаттары тормошҡа ашыр!

Сәриә ҒАРИПОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 370

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru