«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2023

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 
 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Интернет донъяһы бөгөн әрләш, талаш, ғәйбәт, аҡты ҡара тип күрһәтергә маташыусы хәбәрҙәр менән тулды. Ни өсөн кешеләр шул тиклем негативҡа әйләнде икән?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
АЛҒА, ГҮЗӘЛ ЗАТТАР!
+  - 

Кешелек донъя календарында XXI быуаттың 21-се йылы тип билдәләнгән ваҡыт даръяһында көн итә әлеге мәлдә. Әммә быға тиклем ул күпме заманалар аша үткәндер - быны хатта ғалим-ғөләмә лә яҡынса ғына билдәләй алмай.

Әммә кешелек тарихы башланған тәү дәүерҙәрҙән үк ул бер-береһенән һис бер айырыла алмаған ике төркөмдән - ир-ат һәм ҡатын-ҡыҙҙарҙан хасил булған. Бөйөк Йыһани Зат, йәғни Аллаһы Тәғәлә Әҙәм үә Һауаны, шулай уҡ уларҙан таралып киткән барса кешеләрҙе ошолай, ике яртынан бер бөтөн булырлыҡ итеп яралтҡан. Улай булмаһа, йәндәребеҙ өсөн бөтмәҫлек энергия сығанағы булған мөхәббәт тигән оло хис-кисереш тә беҙгә ят булыр ине. Ерҙәге тормошто башҡаса күҙ алдына ла килтереп булмай.
Йәнә, үтә боронғо замандарҙа кешелек йәмғиәтенең, цивилизацияның матриархат тип аталған осоро ла булған икән. Йәғни, йәмғиәт менән ҡатын-ҡыҙҙар идара иткән дәүер була ул. Әгәр шулай булмаһа, бәлки, кешелек архаика заманынан үтеп тә сыға алмаҫ ине. Ҡайһы саҡта шулайыраҡ та уйлап ҡуямын: йәмғиәттә генә түгел, дәүләт идаралығында ла ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға бирелә торған урын бермә-бер арта барырға тейештер, тип. Беҙ, ир-ат, уларға башлыса нәфис зат, мөхәббәт объекты, ғаиләләребеҙ усағын һүндермәйенсә тотоп тора алған ир ҡатыны, балаларыбыҙ әсәһе, йә булмаһа тырыштарҙан тырыш һөнәр эйәһе итеп кенә ҡарарға күнегеп киткәнбеҙ. Шуғалыр инде, ҡатын-ҡыҙҙарҙан берәйһе юғары власть органдарына эшкә алына ҡалһа, аптырабыраҡ та, һағайыбыраҡ та ҡарайбыҙ: йәнәһе, ул ҡатын берәй эш күрһәтә алырмы икән? Ә бит сит илдәрҙә, хатта Европа һәм Америкала ғына түгел, Азия илдәрендә лә юғары власть даирәләрендә дан ҡаҙанған лидер ҡатын-ҡыҙҙар күбәйгәндән-күбәйә бара. Уйлауымса, киләсәктә Рәсәйҙә лә ҡатын-ҡыҙ Ил президенты вазифаһына һайланған хәлдә күп проблемаларыбыҙ тиҙерәк тә, еңелерәк тә хәл ителер ине кеүек миңә. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ мәктәп тупһаһынан алып вузға тиклем, үҙ йортонда ла, профессиональ өлкәлә лә күп ирҙәрҙән алдымыраҡ икәнен дә күреп-белеп торабыҙ ҙа баһа! Шулай булғас, мин яңы заманда өр-яңы бер оран-лозунгты барса илгә иғлан итер инем: "Алға, һөйөклө гүзәл заттар! Һеҙ ала алмаған бейеклектәр юҡ ул!"

Арыҫлан ТАЙМАСОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 05.03.21 | Ҡаралған: 284

Киске Өфө
 
Иғтибар! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2023 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 800 һум 10 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2023 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru