«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУҘАР ҠОР ЙЫЯ
+  - 


Данлы, даланлы ҡаңлы

Борон ҡаңлы башҡорттары тарихи Башҡортостандың көнбайыш өлөшөндә бик ҙур территорияны биләгән. Биләмәләренә Иҙәш, Төрөш, Юрмый, Киәҙе ҡушылдыҡтары менән бергә Сәрмәсән йылғаһы үҙәне һәм Ҡандракүл буйы, шулай уҡ Ҡармасан, Яубазы, Нөгөш (Өҫән йылғаһы ҡушылдығы), Ағиҙел (Бөрө ҡалаһы тирәһендә) йылғалары үҙәндәре ингән. Ҡаңлыларҙың аҫаба ерҙәрендә ике өйәҙ үҙәгенә - Бөрө һәм Бәләбәй ҡалаларына нигеҙ һалынған.

Хәҙерге ваҡытта ҡәбиләнең аҫаба биләмәләренә Благовар, Бөрө, Бүздәк, Бәләбәй, Дүртөйлө, Дәүләкән, Кушнаренко, Мишкә, Саҡмағош, Туймазы һәм Шаран райондары инә. Ҡаңлылар үҙҙәренең арҙаҡлы шәхестәре менән дә хаҡлы рәүештә ғорурлана ала. Башҡорт милли хәрәкәте лидерҙарының береһе Муллаян Халиҡов, башҡорт халҡының бөйөк шағиры Шәйехзада Бабич, сәсән Фәррәх Дәүләтшин, яҙыусылар Хәким Ғиләжев һәм Башҡортостандың халыҡ шағиры Факиһа Туғыҙбаева, Башҡортостандың халыҡ артистары Фидан Ғафаров, Таңсулпан Бабичева, Илсөйәр Ғизетдинова. Был исемлекте тағы әллә күпме дауам итергә мөмкин.
Ошо көндәрҙә Бүздәк районы ерендә булып үткән ҡаңлы башҡорттары ҡорона атап үтелгән райондарҙан барлығы 91 делегат килде. Делегаттар баш ҡаланан килгән ғалимдар Салауат Хәмиҙуллин, Юлдаш Йосопов, Искәндәр Сәйетбатталовтың, шулай уҡ тыуған яҡ тарихын, шәжәрәһен өйрәнгән яҡташтарының сығыштарын тыңланы, үҙҙәре йәшәгән район башҡорттарының тарихи һәм рухи мираҫына бәйле көнүҙәк мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Мишкә районы башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Мөнир Нурисламов оло ҡорҙа сығыш яһап, "Без ҡаңлылар. Без бергә. Без башҡортлар" тип белдерҙе.
Сараның пленар өлөшөнән һуң ырыу Советына ағзалар һайланды. Шулай уҡ Факиһа Туғыҙбаева шиғырына Нәфирә Иҡсанова яҙған йырҙы ҡаңлыларҙың гимны тип раҫланылар. Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Геральдика комиссияһы тарафынан эшләп тәҡдим ителгән гербты делегаттар бер тауыштан хупланы. Ҡаңлылар балыҡсыларҙан ҡала Ырыу башлығы менән Советы, гербы һәм гимны булған икенсе ырыу булды.
Шулай уҡ йыйында ырыу ҡарары ҡабул ителде. Документҡа Башҡортостан Республикаһы үҫешенә мөһим өлөш индергән шәхес Муллаян Халиҡов исемендәге республика премияһын булдырыу; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында уҡыу-уҡытыу буйынса ҡулланма әсбаптар әҙерләү һәм баҫтырып сығарыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән ҡаңлы ырыуы вәкилдәренең исемдәрен мәңгеләштереү тураһында һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.

Шәхестәргә бай юрмый

Юрмый - төньяҡ-көнбайыш башҡорттары составындағы боронғо башҡорт ҡәбиләһе. Этнонимы болғарҙарҙа, венгрҙарҙа һәм сыуаштарҙа билдәле. Юрмыйҙар V быуат аҙағында башҡа башҡорт ҡәбиләләре һәм куртугурҙар менән ҡәбилә союзы һәм боронғо башҡорт халҡын барлыҡҡа килтереүҙә ҙур роль уйнаған тигән мәғлүмәттәр ҙә бар. Юрмыйҙарҙың формалашыуына йәнәй, ҡатай, юрматы башҡорт ҡәбиләләре менән күрше булыуҙары йоғонто яһай. XII-XIII быуаттарҙа улар - Дала Зәйе һәм Шишмә йылғалары буйында, ә XIII-XIV быуаттарҙа Ыҡ йылғаһы бассейнында көн иткән, күршеләре байлар, бүләр, йылан, ирәкте, ҡатай һәм ҡырғыҙ башҡорт ҡәбиләләре менән аралашып йәшәгән.

XIV быуат аҙағы - XV быуат башында юрмый ҡәбиләһенең бер өлөшө ҡатайҙар менән Себер яҡтарына күсенә һәм Төй, Етеҙ Танып йылғалары буйлап урынлаша. Бер өлөшө юрматы ҡәбиләһе менән көньяҡҡа юлланып, Ашҡаҙар, Ағиҙел, Стәрле йылғалары һәм Нөгөш йылғаһының уң яғында йәшәй башлай. Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуынан һуң ҡәбиләнең биләмәләрендә Ҡаҙан даруғаһының Юрмый улусы барлыҡҡа килә. XVII быуат аҙағынан XIX быуатҡа тиклем юрмыйҙарҙың ерҙәре - Бөгөлмә өйәҙенә, а кантон идаралығы системаһы дәүерендә 12-се башҡорт кантонына инә. Хәҙер юрмый ҡәбиләһе башҡорттары Башҡортостандың Баҡалы, Туймазы һәм Шаран, Татарстан Республикаһының Әлмәт, Лениногорск, Бөгөлмә, Аҙнаҡай һәм Мөслим райондарында йәшәй. Был ырыуҙың биләмәһенең күп өлөшө элек Минзәлә өйәҙенә ҡараған, шуға ла уларҙы Минзәлә башҡорттары тип атайҙар. Татарстанда ҡалған юрмый ырыуы башҡорттарының киң билдәле ауылы, әлбиттә - Аҙнаҡай районының үҙәге Аҙнаҡай. Әлмәтмулла исемле тағы бер юрмый башҡорттары ауылы Әлмәт районына исем биргән.
Юрмый ырыуы башҡорттарынан күп кенә арҙаҡлы шәхестәр сыҡҡан. Шуларҙың иң билдәлеһе - мәшһүр башҡорт ғалимы, дин әһеле Ризаитдин Фәхретдинов. Ул 1859 йылда Кисеүсат исемле юрмый башҡорттары ауылында тыуған (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы). 1912 йылда бирелгән паспортында ла Кисеүсат ауылы башҡорто тип яҙылған. 1891 йылда Өфөгә күсеп килә. Бында ул Рәсәй мосолмандары диниә назаратында эшләй. Арҙаҡлы башҡорт зыялылары Мифтахетдин Аҡмулла, Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Зәйнулла Рәсүлевтар менән хеҙмәттәшлек итә. Ике башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдинов менән Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев 1895 йылда венгр ғалимы А. Вамбериҙы Башҡортостан буйлап оҙатып йөрөй, уға башҡорт теле буйынса материалдар йыйыуҙа ярҙам итә. 1917 йылда Ризаитдин Фәхретдин ихлас күңелдән Башҡорт милли хәрәкәтенә ҡушыла. 1917 йылдың декабрендә Ырымбурҙа Каруанһарайҙа үткән 3-сө Дөйөм Башҡорт ҡоролтайында әүҙем ҡатнаша. Башҡортостан автономияһының Кесе ҡоролтайына (парламентына) ағза итеп һайлана. Ризаитдин Фәхретдиновтың Ғабдрахман һәм Ғәбделәхәт исемле улдары ла автономия өсөн көрәштә ҡатнаша. Ғәбделәхәт Фәхретдинов 1917 йылдың көҙөндә Ырымбур губернаһы башҡорттары исеменән Рәсәй ойоштороу йыйылышына депутат итеп һайлана. Өлкән улы Ғабдрахман Фәхретдинов милли хәрәкәт етәкселәренең береһе була. 1918 йылдың авгусында Башҡортостан хөкүмәтенең мәғлүмәт бүлеге мөдире булып эшләй. Бер үк ваҡытта - "Башҡортостан хөкүмәтенең теле" гәзитенең мөхәррире. 1919 йылда Башҡорт Совет Республикаһының Социаль тәьминәт халыҡ комиссары вазифаһын башҡара. 1920 йылдан Башҡортостандың Дәүләт нәшриәтендә эшләй. 1923-1924 йылдарҙа БАССР Хөкүмәтендә (Башсовнарком) тәржемәсе була. Хөкүмәт ҡарарҙарын, бойороҡтарын башҡортсаға тәржемә итеү эше менән шөғөлләнә. 20-се йылдар башында Ғ. Фәхретдинов башҡорт халҡының тарихын өйрәнә, материалдар туплай. Ошо эштең һөҙөмтәһе булып, 1925 йылда уның "Башҡорт тарихы" тигән китабы донъя күрә. Был хеҙмәтендә ул боронғо дәүерҙәрҙән алып хәҙерге көндәргә, йәғни Автономиялы Башҡорт Совет Республикаһы барлыҡҡа килгән ваҡытҡа тиклем башҡорт халҡының тарихына байҡау яһай.
Юрмый башҡорттарынан сыҡҡан тағы бер күренекле шәхес - яҙыусы һәм дәүләт эшмәкәре Афзал Таһиров. Ул 1890 йылда Бөгөлмә өйәҙенең Абдрахман ауылында (хәҙерге Татарстандың Әлмәт районы) тыуған. 1931 йылда Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитетының рәйесе итеп һайлана. 1934 йылда Башҡортостан Яҙыусылар союзын ойоштора һәм уның тәүге рәйесе итеп һайлана, "Һалдаттар", "Ҡыҙыл гвардиясылар", "Ҡыҙыл армиясылар" исемле роман-трилогия яҙа. Яҙыусы, драматург Фазыл Туйкин да - шулай уҡ Юрмый ырыуы башҡорттарының күренекле вәкиле. Ул 1887 йылда Бөгөлмә өйәҙенең Зәй-Ҡаратай ауылында тыуған (хәҙерге Татарстандың Лениногорск районы). Ул күп кенә әҫәрҙәр яҙа. Башҡорт халыҡ ижады өлгөләрен туплай. Фазыл Туйкиндың иң күренекле әҫәре 1812 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яугирҙарына бағышлана, "Ватан ҡаһармандары" исемле тарихи пьеса яҙа. Унда башҡорт яугирҙарын данлай. Уның ағаһы Кәбир Туйкин да яҙыусы булараҡ таныла.
Советтар Союзы Геройы Фәйзулла Әһлединов та - юрмый башҡорттарынан. Ул 1915 йылда Минзәлә өйәҙенең Һаҫыҡкүл ауылында (хәҙере Татарстандың Аҙнаҡай районы) тыуған. Һуғыш ваҡытында взвод командиры ярҙамсыһы булып хеҙмәт итә. 1943 йылда Днепрҙы аша сыҡҡанда күрһәткән батырлығы өсөн Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була. Шулай итеп, юрмый ырыуы башҡорттары үҙенең күренекле шәхестәре менән дан тота. Улар - башҡорт халҡының тарихында яҡты эҙ ҡалдырған ир-уҙамандар.
Уҙған аҙнала Баҡалы ауылында ошо данлы Юрмый ырыуының йыйыны үтте. Төньяҡ-көнбайыш башҡорттары менән осрашыуҙан балалар ҙа ситтә ҡалманы - "Тамыр" телеканалы һәм "Аҡбуҙат" балалар журналы коллективы, "Мәргән уҡсы" хәрәкәте етәксеһе Юлай Ғәлиуллин улар менән Мостафа ауылында осрашып, төрлө уйындар ойошторҙо, Нурбостан һәм Шумер йәнһүрәттәрен күрһәтте, теләүселәр өсөн уҡ атыу буйынса оҫталыҡ дәресе, һуңынан яңы өйрәнгән мәргәндәр араһында ярыш үткәрҙе.
Ә был ваҡытта ололар ырыу йыйынында артабан тупланып, бергә-бергә эш итеү маҡсатында мөһим мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләште. Улар Өфөнән килгән ғалимдар менән бер рәттән, ырыуҙаштары - тыуған яҡты өйрәнеүселәр, шәжәрә төҙөүселәр, төбәк башҡорттары тарихын тикшереүселәрҙең сығыштарын тыңланы. Йыйын һуңында ырыу советы һәм уның башлығын һайланы, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы ҡарамағындағы Геральдика комиссияһы тарафынан әҙерләнгән герб буйынса фекер алышып, уны һәм ырыу ҡарарын ҡабул итте.
Юрмый ырыуы Ырыу советы рәйесе итеп Мостафа ауылы мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Эльмира Насырованы һайланы, советҡа ырыу вәкилдәренән тыш, республиканың билдәле шәхестәре лә индерелде. Улар араһында Баҡалы районының почетлы гражданы, "Баҡалы" яҡташтар ойошмаһы рәйесе Рауил Кәримов, билдәле шағирә, Аҡбуҙат балалар журналы баш мөхәррире Лариса Абдуллина, Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ағзаһы Айрат Шаммазов бар.
Ырыу ҡарарына билдәле башҡорт яҙыусыһы Нәжип Асанбаевтың исемен мәңгеләштереү; башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектына иғтибарҙы арттырыу; 112-се Башҡорт атлы дивизияһында хеҙмәт иткән юрмый ырыуы вәкилдәренең исемдәрен тергеҙеү, ырыу йәштәренең төрлө республика һәм халыҡ-ара сараларҙа ҡатнашыуҙарына булышлыҡ итеү һәм башҡа тәҡдимдәр индерелде.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 12.03.21 | Ҡаралған: 363

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru