«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ ИРӘКТЕ - ЯУГИР БАШҠОРТ ЙӨРӘКЛЕ
+  - 

Береһе артынан икенсеһе тоҡанып торған XVII-XVIII быуаттарҙағы башҡорт ихтилалдарының барыһында ла элек-электән һуғышсан рухтары менән дан ҡаҙанған ирәкте башҡорттары ла бик әүҙем ҡатнаша. Күп юғалтыуҙарға ҡарамаҫтан, бик күп тиҫтә йылдар буйына башҡорттар үҙҙәренең төп хоҡуҡтарын - аҫабалыҡты, дини инаныстарын, үҙ ҡанундарына һәм йолаларына ярашлы идара итә алыу мөмкинлеген һаҡлап алып ҡала. Иң ҡан ҡойошло, күп ҡорбандар килтерелгән 1735-1740 йылдарҙағы күтәрелеш башҡорт илен ныҡ ҡаҡшата. 1737-1738 йылдарҙа танып, ирәкте, уран, балыҡсы һәм ғәйнә башҡорттары, батша властарының төрлөсә өгөтләүҙәренә лә, янауҙарына ла ҡарамайынса, баш һалырға ашыҡмай. Башҡорт эштәре комиссияһы экстрактында Себер һәм Уса даруғаларында хәрәкәт иткән баш күтәреүселәр отрядтары хаҡында ошондай мәғлүмәт теркәлгән: "... на речке Богазе 300 человек, при них главный Балахчинской волости деревни Бердаш Тамак Мустуев; в деревне Усиндрусе 300, у них главные деревни Мин Муслюм да Мустай, чьи дети неизвестно; в вершинах по реке Таныпу 300, у них главный Таныпской волости Ракай Кутлин; в Кунгурском уезде в деревне Сулмаш 400, у них главный деревни Куюковой Дюмаш Сингаев, из того числа на 150 человеках по 2 панциря, а у прочих ружья; в Гайнинской волости в Чюминском лесу 450 человек, главный у них Иректинской волости деревни Чюкуровой Муртаза Халимов, Картапской (т. е. Кыр-Таныпской. - Ред.) волости Алмет Илкин; на реке Багазе 250, у них главный Уранской волости деревни Кустяй Халил Абдусалимов, да брат ево Искандер-Мустафа Тумянеев, все оружейные; в Балакчинской волости в деревне Усейдюсень 480, главный у них Иректинской волости деревни Кудашевой Мусала Чапаров".
Ә казак Пугачёв етәкселегендәге ихтилал башланғас, Салауат Юлаев, Кинйә Арыҫлановтар кеүек халыҡ батырҙары менән бергә йөҙәрләгән башҡорт уҙамандары ла яуға күтәрелә. Әммә башҡорттар араһында батша власына тоғролоҡ һаҡлағандар ҙа була. Улар иҫәбендә Ҡыр-Танып олоҫо старшинаһы (бәғзе бер мәғлүмәттәр буйынса Ҡара-Табын олоҫонан) Ҡолой Балтасов һәм Ирәкте олоҫо тарханы Шәриф Кейеков була. Улар каратель, батша полковнигы Михельсон ғәскәре составында баш күтәреүселәргә ҡаршы сыға. Ихтилалсылар Шәриф Кейековтың өйөн яндыра, Йософ исемле улын аҫып үлтерә. Ул 1774 йылдың апрелендә ихтилалсылар ҡулына эләгә, әммә уны язаға тарттырып өлгөрмәйҙәр. Батшабикә Екатерина II Шәриф Кейековты алтын миҙал һәм исемле ҡылыс менән бүләкләй, уға офицер чины бирелә. Уның бүләсәре Ғарифулла Кейеков "Шәриф бабамдың ҡылысына" тигән шиғыр яҙып, ошо ваҡиғаларҙы бөткөһөҙ үкенес менән иҫкә ала:

"Эй, мөбәрәк ҡылыс!
Нисә баштарҙы ҡыйҙың?
Атланып, айғырҙар аҡыртып,
Нисә башҡортто һуйҙың?
Ҡайҙа, бармы йәнең
Йәки сығыр телең?
"Отличие" алам, тиеп,
Ҡалдымы бер-бер динең?
Йәки ҡалдымы балаңа
Бер сөйөм бармаҡ ерең?
Мәртәбәләр алам, тиеп,
Һуйлып бөттө тирең.
Йә, ҡылыс, ник өндәшмәйһең?
Ҡайҙа ҡуйҙың дуҫыңды?
Россияны һаҡлайым, тиеп,
Балаларың нитте һуңыны?"

Ирәкте ырыуының иң арҙаҡлы улдарынан шағир, дин эшмәкәре, тарихсы Мөхәммәт-Ғәли Соҡорой, уның талантлы улы Ғарифулла Кейеков - Тарихи Башҡорт иленең билдәле шәхестәре. Башҡортостандың халыҡ шағиры Әнғәм Атнабаев та сығышы менән ирәкте ырыуынан. Ирәктеләрҙең һуғышсан рухын Советтар Союзы Геройҙары, 112-се Башҡорт атлы дивизияһы яугиры Әмир Сөләймән улы Хәйҙәров, Бәҙретдинов Миңнулла Бәҙретдин улы, Сәйетов Ғәбделхәй Сәйет улы үҙҙәренең героик ғәмәлдәре менән раҫланы.
Генетик тикшеренеүҙәр ирәкте башҡорттарының, табын, балыҡсы, танып, унлар, күҙәй, ҡошсо ырыуҙарына хас булғанса, R1a-M198 (R1a1-Z93 субклады) гаплотөркөмөнә ҡарауын асыҡланы.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Аҙағы).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 19.03.21 | Ҡаралған: 338

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru