«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙЫНДА НИМӘ - ТЕЛЕНДӘ ШУЛ...
+  - 

"Минең көләмәстәремдең асылы шунда - кешеләргә дөрөҫөн әйтәм. Иң көлкөлө шаяртыу был", - тигән Бернард Шоу. Ә бына тормоштағы күренештәргә ҡарата балалар күҙлегенән сығып бағыу, улар теленән дөрөҫлөктө ишетеү ни тиклем ҡыҙыҡ та, көлкө лә булыуын ошо көндәрҙә баш ҡалала үткән "Шаяниум - 2021" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының финал уйындарына барыусы ҡала халҡы үҙе шаһит булды.

Ун туғыҙынсы тапҡыр үткәрелгән "Шаяниум" шаяндар һәм тапҡырҙар конкурсының район этаптарында йәмғеһе 32, ҡала этабында 16 команда үҙ-ара көс һынашҡан. Ә инде финал уйындарында ярыштың бөтә этаптарында ла уңышлы сығыш яһаусы 14 команда ҡатнашты. Улар "Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы" йылы уҙғарылыуға арнап, "Хәрәкәттә - бәрәкәт" темаһына шаяртты һәм юмористик видеолар - вайндар күрһәтте.
Финал уйынында үҙҙәрен күптән танытып өлгөргән командалар сығыш яһаны һәм Өфөлә, дөйөм илдә барған хәл-ваҡиғалар менән хәбәрҙар, иң мөһиме, һәр нәмәгә үҙ ҡарашы булыуын раҫланы. Әлбиттә, көләмәстәрҙең тос өлөшө мәктәп тормошона, дистанцияла уҡыуҙың нескәлектәренә бәйле булды. Балалар интернет бәйләнеш өҙөлөп, уҡытыусыларын ишетмәй ҡалыуҙан да ҡыҙыҡ таба, дәрес мәлендә ашарға саҡырған өләсәйҙәрен дә мәрәкәләй, хатта карантин осоронда урамда кеше эҙләп маҙаһы бөткән серәкәйҙең хәлен дә күҙ алдына баҫтыра алды.
"Беҙҙең команда быйыл яңырҙы, барыбыҙ ҙа 6-сы синыфта уҡыйбыҙ һәм "Шаяниум"да беренсе тапҡыр уйнайбыҙ. Бына был Нәркәс Миниярова, Алтынай Ғәлийәнова, Айбулат Ҡоҙабаев, Айбулат Ғәлин, Илдан Мортазин һәм мин - капитан Кәрим Хөснуллин", - тип таныштырҙы үҙҙәре менән быйылғы уйындың Гран-приһын яулаған Ф. Мостафина исемендәге 20-се Башҡорт гимназияһының "ХХ централ" квнсылары. Беренсе урын яулаған 48-се Башҡорт лицейының "Сәтәкәй" квнсылары былтырғы йәй эсендә "Путин бабай" ярҙамы менән бизнесменға әүерелеүҙәре тураһында хәбәр итте. Уҡыусылар араһында шаяндар һәм отҡорҙар ярышына нигеҙ һалынғандан бирле ысын ир-егеттәр юморын күрһәткән, тик егеттәрҙән генә торған команда булып танылыу яулаған "Башҡорттар.RU" рәтенә быйыл ике ҡыҙ ингән һәм улар М. Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһының "Кендектәр" командаһы менән бергә икенсе урынға лайыҡ булды. Конкурста өсөнсө урынға Ҡ. Дәүләткилдиев исемендәге Республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатының "Рәссамдар" һәм Ғ. Ибраһимов исемендәге 2-се Башҡорт лицейының "Тағы ла "2" командалары сыҡты. Әйткәндәй, "Рәссамдар" бик шәп идея менән бүлеште: улар "Ҡурай-ТВ" каналы директоры, "Байыҡ" конкурсының етәксеһе Рита Өмөтбаеваға бейеүселәргә генә түгел, рәссамдарға ла иғтибар итергә һәм улар араһында "Мыйыҡ" конкурсын үткәрергә тәҡдим итте.
Белеүебеҙсә, "Шаяниум"да баш ҡаланың милли белем усаҡтарынан ғына түгел, башҡорт телен дәүләт теле булараҡ өйрәнгән мәктәптәрҙән дә уҡыусылар әүҙем ҡатнаша. Улар саф башҡортса һөйләшмәһә лә, телде яратып өйрәнеүен, башҡорт юморының нескәлектәрен тойомлай белеүен күрһәтә. Быйыл бындай командалар араһынан татар телен тәрәнәйтеп өйрәнеүсе 25-се белем биреү үҙәгенең "Беҙ 25-тәр" командаһы хәтерҙә ҡалды: үҙҙәре әйтмешләй, тиҙ генә тактиканы үҙгәрткәс, уларҙың Елена Бәпесовалары башы ауыртҡандарға ҡурай моңон тыңларға, тамағы ауыртыуға зарланғандарға шәп "ингалятор" - ҡурайҙа уйнарға кәңәш итеп торҙо. Әйткәндәй, "Шаяниум - 2021" конкурсының "Иң шәп ҡыҙ" номинацияһында Спорт профилле 5-се республика мәктәп-интернаты "Interспорт" командаһынан Гөлиә Ғабдрафиҡова, ә "Иң шәп егет" тип 4-се мәктәптең "Затонград" командаһынан Альберт Ҡотоев танылды.

ШУЛАЙ ИТЕП...
Уҡыусы балаларҙың уйында нимә - уйынында ла шул булды. Уларҙың эскерһеҙ мәҙәктәре, тапҡыр сәпәгән һүҙҙәре, тос фекерҙәре тиҫтерҙәрен дә, тамаша ҡылған ололарҙы ла уйландырмай ҡалмағандыр, моғайын. Әлбиттә, уларҙың һәр береһе еңеүгә өмөтләнгәндер. Әммә конкурс булғас, барыбер ҙә иң-иңдәр юғарыраҡ күтәрелә. Ә шулай ҙа ошо юҫыҡта баһалама комиссияһына ҡарата ҡайһы бер тәҡдимдәр бар: улар бала күңеленең бик һиҙгер булыуын, бирелгән баһаның ғәҙел булыу-булмауын тиҙ тойоуын һәр саҡ иҫтә тотһондар ине.

Камила ҒӘЛИЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 26.03.21 | Ҡаралған: 335

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru