«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"ӨС ТАҒАН"ДЫҢ ГӨЛНУРЫ
+  - 


4 марттан Мостай Кәрим повесы буйынса төшөрөлгән "Өс таған" ("Отряд таганок") фильмын Башҡортостан кинотеатрҙарында ҡарай башланыҡ. Уның режиссеры Айнур Асҡаров әйтеүенсә, башҡорт киноһында бындай сифатлы тауыш, һүрәт һәм көйҙәрҙең булғаны юҡ ине әле. Уларынан да алда беҙҙе фильмдағы балаларҙың уйнауы, кем булыуы һәм хатта кем балалары булыуы ҡыҙыҡһындыра. Йәш артистарҙан дүрт малай араһындағы берҙән-бер ҡыҙыҡай хаҡында уның әсәһенән мәғлүмәттәр алдыҡ. Бына кем балаһы икән Әминә Яҡупова.

Әминәнең атай-әсәһе, йәғни, һеҙ үҙегеҙ кемдәр, ҡайһы яҡ кешеләре, эш урындарығыҙҙы ла белергә теләйҙер тамашасы?

- Әминәнең атаһы Вилорий Альберт улы Өфө егете, ул ябай эшселәр ғаиләһендә тәрбиәләнеп үҫкән. Мәскәү дәүләт халыҡ-ара бәйләнештәр институтын, дипломатик академияны тамамлаған, сит илдәрҙә стажировка үткән һәм эшләгән. Бөгөн БР Дәүләт Йыйылышында белгес. Күп телдәрҙе белә, шул иҫәптән туған телен дә бала саҡтан яҡшы үҙләштергән. Мин уны, ҡатыны булараҡ, бик төплө, фекерле, белемле ир кеше тип баһалайым. Шундай атайҙың ҡыҙы ул бәләкәс Әминә. Ә мин - әсәһе, Гөлназ Мозафар ҡыҙы, сығышым менән Учалы районы Яңы Байрамғол ауылынан. Атайым - уҡытыусы, әсәйем шәфҡәт туташы булды. БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистикаһы факультетын тамамлап, күп йылдар Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эшләйем, "Бәхетнамә" проектын етәкләйем.

Әминә ниндәйерәк бала булып үҫеп килә? Уның ҡыҙыҡһыныуҙары, шөғөлдәре бармы?

- Шөғөлдәренән күп нәмә юҡ, тиһәк, дөрөҫөрәк булыр: фортепианола уйнай, рәсемгә йөрөй, шашка түңәрәктәрендә шөғөлләнә, бассейнда йөҙә һәм башҡалар. Баланың буш ваҡыты юҡ, барыһына ла өлгөрөргә тырыша. Өйҙә аҙ ғына иркенләһә лә, илһамланып һүрәт төшөрә башлай. Унан ҡалһа, интернеттан төрлө рецептар табып, тәмлекәстәр бешерә, үҙенең генә вафельницаһы бар. Шундай ололарса иғтибарлы, миһырбанлы ғына ҡыҙыҡай ул, хәлгә инеп, аңлап, күреп бара. Хатта өйҙәге "бәләкәй дуҫтар"ға ла айырыуса төбәлгән ваҡыт бүлә белә. Бесәй менән уйнарға ярата. Уны ашатыуға, тәрбиәләүгә бик яуаплы ҡарай.
Дуҫлаша белә. Дуҫтарын, әхирәттәрен яратып, хөрмәт итеп тора. Уға шундай намыҫлы, тоғро дуҫ була белеү үҙенсәлеге һалынған, ололарға был күренеп тора. Йәш аралары ике генә йәш булһа ла апаһы Сәлимәне бәләкәйҙән "апай" тип йөрөтә, шулай өйрәттек. Үҙен һеңле итеп тоя, тыңларға, кәрәк саҡта буйһонорға икәнде аңлай, ҡабул итә.

Һеҙ уға тормоштоң ниндәй асылдарын өйрәтергә тырышаһығыҙ? Талаптар ҡуйыламы?

- Кинолағы һымаҡ айырым ултырып ниндәйҙер тормош асылдарын өйрәткән юҡ, бала ата-әсәһенә, уларҙың ҡылыҡтарына, йәшәү рәүешенә ҡарап тәрбиә алалыр ул. Һүҙ менән нимә тип кенә әйткәндә лә, ул көнкүрештә күргәндәренә нығыраҡ ҡулайлаша. Йәғни, ояһында ни - осҡанда ла шул буласаҡ.
Талаптар ҡуйырға өйрәнәбеҙ. Мәҫәлән, өйҙә башҡортса һөйләшергә кәрәк икәнен беләләр. Шулай уҡ уҡыу буйынса ла, тәртип яғынан да, атай-әсәйгә ҡарата мөнәсәбәттә лә айырым талаптар бар. Былар, әлбиттә, тик яҡшылыҡ, хөрмәт кеүек ыңғай төшөнсәләргә ҡоролған.
Ауылға йышыраҡ ҡайтарырға, өләсәй менән, ауыл балалары менән аралаштырырға тырышабыҙ. Ауылда, ғәҙәттә, ғаилә-ара мөнәсәбәттәр, эшкә өйрәнеү, ололарҙы тыңлап өйрәнеү кеүек тәрбиәүи алымдар ғәҙәти, тәбиғи күренеш бит.

Һеҙҙеңсә, заман ҡыҙыҡайы нисек үҫергә, уның өсөн нимәләр мөһим булырға тейеш? Башҡорт ҡыҙы, мәҫәлән?

- Беҙҙең ҡыҙҙар ҙа үҙ заманының балалары. Уларҙың формалашыуына Инстаграм, Тик-ток кеүек социаль селтәрҙәр, дуҫтары, социум ныҡ йоғонто яһай. Быларҙың береһен дә тыймайбыҙ, сөнки ҡыҙҙар заман менән бергә атларға тейеш, уларҙы ҡурсаулыҡтағы кеүек итеп үҫтереп булмай. Яҡшыны ямандан айыра белерҙәр тип ышанабыҙ. Беҙҙең маҡсат - уларға дөрөҫ юлды һайлашыу. Уны табыу өсөн тәжрибәләр үткәреп ҡарауға форсат биреү, төрлө миҫалдар аша дөрөҫ юлды күрһәтеү. Мәҫәлән, өлкәненең сәсте һарыға буяйым, маникюр яһатам, тигәненә лә "юҡ" тип әйтмәнек, сөнки үҫмерлек осоронда бындай тәжрибәләр ҙә кәрәк, тип иҫәпләнек.
Башҡортлоҡ төшөнсәһен һәр быуын үҙенсә аңлай. Үҫмерҙәргә, йәштәргә нимәнелер көсләп тағып булмай. Өлкәндәрҙең бурысы - үҙ милләтеңә һөйөү тәрбиәләгән тәбиғи мөхит булдырыу. Ни тиклем тәбиғирәк булһа, шул тиклем яҡшыраҡ. Мәҫәлән, өйҙә мин туған телдә ниндәйҙер әйтем, көләмәс, тиҙәйткестәрҙе ҡулланам. Махсус рәүештә түгел, нисектер, үҙенән үҙе килеп сыға, өләсәйҙәрҙән ҡалған ғәҙәт шикелле. Ауылда йәшәгән әсәйем дә мәҡәлдәр ҡушып һөйләшә. Башҡортса радио һәм телетапшырыуҙар, концерт, спектаклдәр ҙә ошо тәбиғи мөхитте киңәйтергә ярҙам итә.
Бөгөнгө башҡорт ҡыҙы бары тик белем алыуға, заман менән бергә атларға ғына ынтылырға түгел, ә үҙенең милләттең киләсәген тәрбиәләр гүзәл зат булыуын да онотмаҫҡа тейеш. Быны беҙ, ата-әсәләр, һалырға бурыслы уның башына. Мәҫәлән, аш-һыу, өй ҡарау, ир-атҡа дөрөҫ ҡараш, балалар үҫтереү кеүек мәсьәләләр ҙә уның өсөн алғы планда булырға тейеш. Йәғни, ул ниндәй заманда ла үҙенең ҡыҙ бала, киләсәктә буласаҡ ҡатын-ҡыҙ икәнен белһен.

Әминәне үҫкәс кем итеп күрергә теләйһегеҙ? Үҙе был хаҡта ниндәй пландар ҡора?

- Беҙҙең Әминә өс йәшенән алып врач булам тине. Әгәр ҙә был ҡарарынан кире ҡайтмаһа, тырышып уҡыһа, барыһы ла килеп сығыр тип уйлайбыҙ. Актерлыҡ һәләте лә бар, әлбиттә, тасуири итеп шиғырҙар һөйләй, роликтарҙа төшә, "Тамыр" студияһының тапшырыуҙарында ҡатнаша. Әле бына фильмда төшөп ҡуйҙы. Былар барыһы ла баланың шәхесен үҫтерә, тип ышанабыҙ. Әминәлә эске ныҡлыҡ, ихтыяр көсө һиҙелә, ул маҡсатына ирешә белгән ҡыҙыҡай. Мин уны әсәй күҙлегенән баһалап, Алла бирһә, ниндәй генә һөнәр эйәһе булып китһә лә, бирешмәҫ, тип уйлайым.

Барыһының телендәге киноға төшөү тарихы нисегерәк булды? Әминәгә оҡшанымы актриса роле?

- Беҙ башҡа балалар үткән кастингта ҡатнашманыҡ. Сөнки мин фильмға һынау тотоу хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡас, аталары: "Беҙҙең ҡыҙҙар ҡала балалары бит, унда ауыл мөхитендә үҫкән балалар талап ителгән", - тип ҡуйҙы һәм беҙ уның менән килешеп, ауылға йәйге ялға киттек.
Уйһыҙ ғына ауылда ята инек, әхирәтем "киноға һаман ҡыҙ таба алмайҙар икән" тип хәбәр итте. Шул саҡ беҙ ҙә тоҡанып киттек һәм ҡыҙыҡ күреп, фото, видеоларҙы режиссерға ебәрҙек. Беҙҙе киләһе турға саҡырҙылар. Икенсе кастинг Өфөлә булды, унда Әминә малайҙар менән танышты, Айнур Юлай улының талаптарын тыңланы, йырлап-бейеп күрһәтте. Шулай итеп, уйламағанда фильмға үтеп киттек.
Баланы бер айға Ғафури районы Толпар ауылына ҡалдырып китергә тура килде. Шулай итеп, яңы урында, яңы кешеләр менән һәм бөтөнләй яңы булған эш менән ҡайнап тороп ҡалды Әминәбеҙ. Рәссам ярҙамсыһы Алһыу, актриса Зиләрә апайҙар әсәй урынына булды, уларға рәхмәт. Гөлнур роленә Йәмлиха апай теккән ҡыҙыл күлдәк бәләкәйерәк булып сыға, әммә ижади төркөм нисек бар, шулай ҡалдырырға хәл итә. Ҡыйыу Ғабдулла Гөлнурҙы үгеҙҙән ҡотҡарған эпизодта Әминә иларға тейеш икән дә, һөйләүҙәренсә, Әминәне илатып булмаған һәм кинола беҙ оҫта гример Ләйсән апай төшөргән күҙ йәштәрен күрәбеҙ. Ҡайһы бер өҙөктәр (эпизодтар) ныҡ һыуыҡта төшөрөлә, тик балалар бында ла һынатмай. Ҡыҙыҡ мәлдәре күп була уларҙың. Ғөмүмән, кинола төшөү, батыр малайҙар тураһындағы матур хикәйәт, Гөлнур роле үҙе үк бала күңелендә онотолмаҫ ваҡиға, күңелле бала саҡ хәтирәһе булып ҡалыр тип уйлайым. Әлегә Әминә уларҙы аңлай һәм баһалай алмаһа ла, был мотлаҡ шулай буласаҡ.

Шулай итеп...
Башҡорт балалары араһында һуңғы йылдарҙа ошондай йондоҙсоҡтар балҡып күренә, сәнғәт күген яулай башланы. Уларҙың барыһы ла артист һәм актрисалар булып бөтмәһә лә, башҡорт кино сәнғәтендә яҡты эҙ ҡалдырырҙары билдәле. Шуларҙың береһе бәләкәс Әминә Яҡупова. Беҙ уны "Өс таған"дың Гөлнуры тип иҫләп ҡалырбыҙ.

Әлиә ИСМӘҒИЛЕВА
һөйләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 02.04.21 | Ҡаралған: 625

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru