«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОРҒА ТУПЛАНА КӨСЛӨ ЗАТТАР
+  - 

Бына ун йылдан ашыу инде Башҡортостанда "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы уңышлы эшләп килә. Тәү ҡарамаҡҡа, дөрөҫөрәге, уйһыҙҙарға ғына улар йырлап-бейеп йөрөгән кеүек тойолдо башта. Төптән уйлап ҡараһаң, улар бик ҙур эш алып бара. Халҡыбыҙҙың йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, милли аш-һыуыбыҙҙы, матди ҡиммәттәребеҙҙе һәм ҡатын-ҡыҙҙарға ғына хас шөғөлдәрҙе, кәсептәрҙе тергеҙеүгә ең һыҙғанып тотоноп, шул эштәрҙе уңышлы атҡарып киләләр. Ә инде уларҙың һәр ерҙә милли күлдәктәрҙә, милли биҙәүестәрҙә донъя йәмләп йөрөүе үҙе бер күккә сөйөр ғәмәл.

Ә бына ир-егеттәребеҙ һәр йәһәттән ҡалыша. Йәғни, ир-егеттәребеҙ башҡара торған бурыстарҙың аҡһауын, уларға хас шөғөл-кәсептәрҙең онотола барыуын әйтәм. Мәҫәлән, бөгөн ҡайһы берәүҙәр күпләп йылҡы үрсетеү менән маҡтана ала. Эйе, был башҡорттоң төп кәсептәренең береһе. Ләкин ата-бабаларыбыҙ йылҡыны ит өсөн генә аҫрамаған, ул уның төп таянысы, уң ҡанаты, айырылғыһыҙ юлдашы булған. Ә бының өсөн ат яуҙарҙа ла, сабышта ла ал бирмәҫ итеп өйрәтелгән, күнектерелгән. Бөгөн иһә сабыш аттары юҡ дәрәжәһендә, сөнки ир-егеттәребеҙ был шөғөлгә шулай уҡ кәртә ҡуйған. Ә инде ат еккеһенә кәрәкле арба, сана, ыңғырсаҡ, йүгән, эйәр һымаҡ әйберҙәр эшләү бөтөнләй онотолған. Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа малсылыҡты, йылҡысылыҡты үрсетеү тураһында күп һөйләйбеҙ. Ләкин ошо шөғөлдәр йәнәшендәге кәсеп-һөнәрҙәрҙе тергеҙеү берәүҙең дә башына инеп сыҡмай. Мәҫәлән, көтөүсе сыбыртҡыһыҙ көтөү көтә алмай. Ә бөгөн кем уны үрә белә? Ә кем оҫта итеп салғы яный, тапай? Һәнәк, көрәк, балта һаплау оҫталары ла юҡ дәрәжәһендә.
Ошолар тураһында ла һөйләшеү мәле еткәндер, тип уйлайым. Һәм РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф Байғусҡаров етәкселегендә республикала ойоштороласаҡ "Ир-егеттәр ҡоро" ошо тәңгәлдә эште йәнләндереп ебәрер, тигән өмөттә ҡалам. Республикала беренсе тапҡыр үткәрелгән ҙур конференцияға Мәләүездән ике делегат һайланды. Шуның береһе - мин, Мәләүез башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзаһы, икенсеһе - йәш быуынға илһөйәрлек тәрбиәһе биреү йәһәтенән етди эш алып барған "Батальон" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе Йәмил Әлмөхәмәтов. Был башланғыс бик ваҡытлы булды. Форумда "Ир-егеттәр ҡоро"ноң эш йүнәлештәре, бурыстар, шулай уҡ ир-егеттең, айырыуса атай кешенең статусын күтәреү буйынса ла маҡсаттар билдәләнер, тип өмөтләнәм.

Фәнис БИКТАШЕВ.
Мәләүез районы.
(Теманың дауамы был һандағы Зариф Байғусҡаров менән әңгәмәлә)

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 330

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru