«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЗАМАН ЙӘШТӘРЕНЕҢ ЯҢЫ ҠЫЛЫҠТАРЫ
+  - 


Атай-олатайҙарыбыҙ йөҙәрләгән йыл дауамында беҙҙең энергетик, тәбиғәт һәм кеше ресурстарын тартып алырға ынтылған дошманға ҡаршы көрәшкән. Һуғышта кемдең ҡоралы яҡшы һәм уның менән оҫта эш иткәндәр генә түгел, ә кем көслө рухлы булып тәрбиәләнгән - шулар еңгән.

Атай-олатайҙар кем дошман һәм уны нисек еңергә икәнен һәр ваҡыт яҡшы белгән. Әммә әлеге ваҡытта бөтөнләй икенсе төрлө һуғыш бара - мәғлүмәт һуғышы. Ул хәүефлерәк тә, ҡурҡынысыраҡ та. Мәғлүмәт һуғышы, әлбиттә, тормошто аңлап етмәгәндәргә йүнәлтелгән. Унда кемдең мәғлүмәте ҡеүәтлерәк һәм уның менән кем оҫта эш итә - шул еңә. Быны быйыл ғинуар аҙағында йәштәребеҙҙең урамға митингыларға сығыу факты ла иҫбатланы. Йәш быуынды формалаштырыуҙағы етди хәүефтәрҙең береһе - уларҙы мәғлүмәттәрҙе аңлы ҡабул итергә өйрәтмәү. Элекке мәғариф министры Фурсенко: "Совет мәктәбенең кәмселеге шунда: ул Ижадсы тәрбиәләне, ә беҙгә квалификациялы ҡулланыусы әҙерләргә кәрәк", - тигәйне. Бөгөнгө йәштәр, ысынлап та, ҡулланыусы, ләкин хәл-ваҡиғаны дөрөҫ анализлай белмәгән ҡулланыусы. Ул кем матур тышлыҡ күрһәтә, шуның артынан барасаҡ. Уйларға өйрәтелмәгән, БДИ-лаштырылған мәктәп тамамлаған үҫмерҙәр, йәштәр бөгөн ҡулланыусылар өҫтөнлөк иткән йәмғиәттә Рәсәй дәүләтселеген сираттағы тапҡыр емереүгә алып барған социаль-сәйәси ваҡиғаларҙы тыуҙырыусыларҙың клиентураһына әйләнде. Беҙгә агрессияның был төрөн бөтөрөү йәһәтенән бөгөн бик етди эшләргә кәрәк буласаҡ.
Билдәле булыуынса, телевидение йәмәғәтселек фекерен формалаштырыуға ныҡ йоғонто яһай. 2010 йылдарҙа аңға йоғонто яһау ғына түгел, ә ниндәйҙер эшкә, ҡылыҡҡа саҡырған социаль селтәрҙәр барлыҡҡа килде. Был күренештәр тәрбиәне уҡыу процесынан айырып ҡарау арҡаһында килеп сыҡты. Бала тәрбиәләү социаль селтәрҙәргә тапшырып ҡуйылды. Башта социаль селтәрҙәр йәштәр өсөн хәүефһеҙ мөхит һымаҡ ине. Эксперт педагогтарҙың, был тәңгәлдә тейешле контроль булмауы кире күренештәргә килтерәсәк, тигән иҫкәртеүе бер һөҙөмтә лә бирмәне. Социаль селтәрҙәр күптәрҙе төрлө виртуаль арауыҡҡа индереү өсөн файҙаланылды. Ә хәҙер улар ниндәйҙер саҡырыуҙар инструменты кимәленә тиклем үҫте. Мәҫәлән, Ҡытайҙа барлыҡҡа килгән ТикТок социаль селтәре быйылғы йылдың протест акцияларында етди роль уйнаны. "2021 йылдың 23 ғинуарындағы митинг алдынан ТикТок митингыға сығырға саҡырған меңәрләгән видео менән тулды. Хоҡуҡ һаҡлаусылар формаһын һәм погондарып сисеп ырғытып, "ҡанлы режим"дағылар сафында халыҡҡа ҡаршы башҡа бара алмауын белдергән интернет-флешмобтар барлыҡҡа килде", - ти Илья Титов "Завтра" гәзитендә баҫылған сығышында. Бындай социаль селтәрҙәр саҡырыуҙар ташлап һәм фекер формалаштырып ҡына ҡалмай, ул ҡайһы бер аңһыҙ тәртип өлгөләрен дә булдыра. Йәғни, кемдең кем икәнен, илдә нимә барғанын белмәгән йәштәрҙе сәйәсиләштереү алып барыла, бөтә төбәктәр өсөн бер төрлө лозунгыларҙы алға һөрә.
2010 йылдан Ҡытайҙа социаль селтәрҙәрҙә тәртибен контролдә тотоу өсөн йәштәргә эмоциональ яҡтан тәьҫир итеү буйынса тәжрибә үткәрә башланылар. Ул ваҡытта Гонконгтағы был митингыларға Рәсәйҙә әһәмиәт бирмәнеләр. Флешмоб ярҙамында социаль селтәрҙәр йәштәр һәм үҫмерҙәр менән идара итеүгә күсте. Ә ул йәштәрҙе билдәле "Покемон-ГО" кеүек тауарҙы күмәкләп алырға саҡырыу кеүек ябай ғына күренештән башланды. Һуңынан протест митингыларына сығыу өлгөләрен формалаштырыу буйынса ТикТок социаль селтәре барлыҡҡа килде. Ул ниндәй ҙә булһа мәғәнәһеҙ эш башҡарырға саҡырған инструмент. АҠШ-та яҡынса 100 миллионға яҡын йәштәр һәм үҫмерҙәр ТикТок USA контролендә. Был селтәрҙең Рәсәйҙәге ниндәй ваҡиғаларға этәргес биреүенә күптәр ғинуарҙа шаһит булды. Был акцияның берҙән-бер маҡсаты - митингылағы этеш-төртөш ваҡытында үҫмерҙәрҙең ғүмерҙәрен ҡыйыу. Балаларыбыҙ беҙгә һәм атай-олатайҙарыбыҙға билдәле булмаған яңы янау-хәүеф менән осрашты. Уларға кисекмәҫтән был янауға ҡаршы торорға һәм мәғлүмәт һуғышында иҫән ҡалырға өйрәтергә кәрәк.
Әммә әле булһа әхлаҡи, илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләгән үҙ социаль селтәребеҙ, контентыбыҙ, БР Стратегик башланғыстар үҙәге ҡарамағында йәштәр араһында барған социаль процестарҙы тикшереү үҙәге юҡ. Йәш быуынға ыңғай йоғонто яһау механизмдары ла эшләнмәгән. Йәштәр сәйәсәте өсөн яуап биргән һәм лидерҙар, ирекмәндәр әҙерләгән Йәштәр эштәре буйынса федераль агентлыҡ, Рәсәй мәктәп уҡыусылары хәрәкәте, Юнармия, Мәғариф министрлығы өлкәһе лә, бөтә кимәлдәге чиновниктар ҙа киләсәк быуын менән эшләргә тейеш ине. Ә бына социаль селтәрҙәр уларҙың нисек тын алыуын һәм йәшәүен, ихтыяжын яҡшыраҡ белә шул. Акцияны интернет-монополистарҙың технологик яҡтан оҫта ойоштороуы БДИ һөҙөмтәһендә фекерҙәре калейдоскоп рәүешле формалашҡан балаларыбыҙҙы ла митингыларға сығырға йәлеп итте.
Икенсенән, хәҙер мәктәптәрҙә илһөйәрлек тәрбиәһе биргән дәрестәр ҙә юҡ тиерлек. Уны яңы индерә башланылар башлауға, әммә был эшкә 20 йылға һуңлап тотонолғанын да беләбеҙ. Өсөнсөнән, мәктәптәрҙә йәш быуында яуаплылыҡ һәм ҡыйыулыҡ тураһында аңлатҡан һәм тәрбиәләгән ир-егет педагогтарҙың булмауы ла бәкәлгә һуға. Педагогик коллективтарҙа кәмендә 50 процент ир-егет булырға тейеш. Был ихтыяжды Эске эштәр министрлығы, Федераль хәүефһеҙлек хеҙмәте, Янғын һағы хеҙмәтенең отставкалағы хеҙмәткәрҙәре һәм башҡалар тултыра ала.
Иң мөһиме, ғаиләләрҙең тарҡалыуын туҡтатыу кәрәк (2020 йылда республикала айырылышыусылар һаны 71 процентҡа яҡын). Ғаилә - ул халыҡты һаҡлау системаһы, дәүләт нигеҙе. Ғаилә юҡ икән, тимәк, беҙҙең балаларҙы һаҡлаған система ла юҡ. Атайҙар (айырылышҡан булһалар ҙа) балаларына көнөнә 20 минут булһа ла ваҡыт бүлергә, уларҙың проблемаһы, уҡыуы, кемдәр менән аралашыуы, ҡыҙыҡһыныуҙары тураһында белешергә, үҙенең әйткән һүҙе һәм ҡылығы өсөн яуаплы булырға өйрәтергә тейеш. Факттар менән һәр кемдең аңын бутарға була. Әгәр кеше ул факттың сәбәбе һәм һөҙөмтәһе бәйләнешен белһә, уны алдау мөмкин булмаясаҡ!

Шамил БАТЫРШИН,
Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 308

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru