«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИР-АТҠА ЮЛ БИРӘЙЕК!
+  - 


Ошо көндәрҙә, 16 апрелдә, республикала беренсе тапҡыр Ир-егеттәр форумы үтә. Башҡортостан Республикаһының атайҙар ролен күтәреү буйынса "Ир-егеттәр ҡоро" төбәк йәмәғәт ойошмаһының инициаторы һәм ойоштороусыһы, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зариф БАЙҒУСҠАРОВ менән ошо сара уңайынан әңгәмә ҡорҙоҡ.

- Был ойошманы былтыр уҡ төҙөгәйнек, әммә пандемия уның эшен йәнләндереп ебәреүгә аяҡ салғас, бер аҙ кисектереп торорға һәм быйыл тәүге форумды үткәрергә булдыҡ, - тине Зариф Закир улы. - "Атайҙарҙың ролен күтәреү буйынса", тигән һүҙбәйләнешкә айырым баҫым яһап үтер инем, сөнки әсәйҙәрҙән, йәғни ҡатын-ҡыҙҙан башҡа атайҙар ҙа бар бит әле. Ғаилә төҙөүҙә, уны күтәреүҙә, тәьмин итеүҙә атайҙарҙың роле ҡатын-ҡыҙҙарҙыҡынан кәмерәк түгел, бәлки, ниндәйҙер юҫыҡта күберәктер ҙә. Шуға бөгөн атайҙарҙың абруйын, бәҫен, мәртәбәһен күтәреү маҡсатында ошондай ойошма кәрәк, тип уйланым.

Уның маҡсаттары ниндәйерәк, йәғни ул төп иғтибарҙы нимәгә йүнәлтәсәк?

- Төп маҡсаттар - ир-аттың йәмғиәттәге әүҙемлеген, статусын күтәреү, ғаилә ҡиммәттәрен тергеҙеүгә, ғаилә институтын нығытыуға, атайлыҡтың абруйын нығытыуға, ир-аттың ижтимағи-сәйәси хеҙмәтендәге әһәмиәтен күтәреүгә булышлыҡ итеү, уның социаль йәһәттән яҡланыуына ярҙам итеү. Был бурыстарҙың һәр береһенә айырым туҡталып китергә мөмкин, әлбиттә. Минең бигерәк тә нимәгә йәнем әрней: беҙҙә эскелеккә бәйле йолалар ныҡ тамырланды. Алкоголде законлы рәүештә лә, законһыҙ рәүештә лә һаталар. Халыҡ эсә һәм күпселек осраҡта ир-ат был сирҙән ҡаза күрә, яҡты донъя менән хушлаша. Ир-ат ҡатын-ҡыҙға ҡарағанда 11 йылға кәмерәк йәшәй. Яңы йәмәғәт ойошмаһы эскелеккә ҡаршы көрәшеү һәм айыҡ тормош алып барыу һәм, әлбиттә, спорт менән шөғөлләнеүҙе пропагандалар, тип уйлайым.
Был тәрбиәне ололарға ғына түгел, малайҙарҙың, йәш егеттәрҙең дә аңына һалырға кәрәк. Барыһы ла балаларҙың тәрбиәһенән килә. Малайҙарҙы ысын ир-егет итеп тәрбиәләү мәктәбенең традициялары баҙыҡланып ҡалды. Бына, мәҫәлән, беҙҙең быуынды бөтөнләй икенсе төрлө тәрбиәләнеләр һәм атайҙарҙың әйткәнен беҙ һаман да тотабыҙ. Беҙҙең осорҙа ҡыҙҙар әрме хеҙмәтен үтмәгән егеттәрҙе әҙәмгә лә һынамай ине. Хәҙер, киреһенсә, хәрби хеҙмәттән ҡасып ҡалған егеттәрҙе герой итеп тигәндәй күрәләр.
Республикала бөгөн, яҡынса самалауымса, меңләп ир-ат балаларына алимент түләүҙән, йәғни балаларын ашатыуҙан ҡасып йөрөй. Был да дөрөҫ түгел, сөнки атай кеше балалары, уларҙың тормош-көнкүреше өсөн яуаплы. Бындай күренештәр нимәнән килә - ғаиләлә балалар тейешле тәрбиә алмай, ҡыҙҙарҙы - буласаҡ әсәй, егеттәрҙе - буласаҡ атай итеп тәрбиәләмәйбеҙ. Бер шулай балаһына алимент түләмәгән ир менән һөйләшәм. "Мине әсәйем яңғыҙ үҫтерҙе бит, әсәһе үҫтерер әле", - ти. Йәғни ул үҙе ниндәй тәрбиә алған - балаһына ла шуны тапшыра. Шуға, ғаилә культын, ғаилә институтын нығытырға, шул йүнәлештә эшләргә кәрәк.
Һәм тағы. Республикала оло йәштәгеләргә мөнәсәбәт һөҙөмтәһенең асыҡ миҫалы - ул ҡарттар йорттарының артыуы. Уларҙа һуңғы осорҙа күҙәтелгән аяныслы хәл-ваҡиғалар барыбыҙҙы ла тетрәндерҙе. Күптән түгел Сибайҙағы ҡарттар йортонда булдым һәм атай-әсәйҙәрен тапшырыу буйынса сират барлыҡҡа килгәнен ишетеп, иҫем китте. Уйлап ҡараһаң, хатта аслыҡ, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа ла ҡарттар йорттары булмаған, балалары ата-әсәләрен сит ҡулдарға ҡарарға бирмәгән. Нисек кенә булмаһын, ололарға тыуған нигеҙенән айырылып, ҡарт көнөндә ҡайҙалыр сит ерҙә йәшәүе ҡыйын. Минең ул йорттарҙа йәшәгән ололар менән һөйләшкәнем бар. Күпселегенең балалары уҡыған, хәлле кешеләр. Шундағы бер инәй һаман күҙ алдымда. Ике улы бар, береһе Мәскәүҙә йәшәй, икенсеһе Өфөлә вазифалы урында эшләй. Йылына бер тапҡыр ғына килеп китәләр, ти. "Улым менән һөйләш әле, килеп алһын, миңә бында бик ҡыйын. Йүнләп сәй ҙә эсеп булмай", - тигәс, Өфөләге улының телефонын алып, шылтыраттым. "Ни өсөн әсәйегеҙҙе ҡарттар йортона бирҙегеҙ?" тип һорағас: "Уның холҡо насар, беҙҙән һорамайынса, туғандарына, әхирәттәренә сығып китергә мөмкин, фәлән-фәсмәтән", - ти. "Үҙең 80 йәшкә еткәс, холҡоң уныҡынан яҡшыраҡ булыр тиһеңме? Һинең бит балаларың, ейәндәрең бар, улар ҙа һине бер саҡ үҙең биргән өлгөлә шундай уҡ йортҡа тапшырырҙар тип уйламайһыңмы?" - тием. Өндәшмәй. "Әсәйеңде барып алыу өсөн күпме ваҡыт кәрәк?" - тием. Ике аҙна һораны, ике аҙнанан теге инәй үҙе шылтыратты, өйҙә рәхәт, тип ҡыуанып, хәбәрен һөйләп бөтә алмай. Быны ни өсөн һөйләйем: был осраҡта кеше әсәһен ашатырға, ҡарарға мөмкинлеге булмағанлыҡтан түгел, ә тәрбиә булмағанлыҡтан шундай юлға баҫа.
Ауылдарҙа күп йөрөйөм, унда йәшәүсе йәштәр менән дә йыш осрашам, һөйләшәм. Уларҙы бергә эшләргә, мәҫәлән, суррогат алкоголь, тәбиғәт байлыҡтарын һатыусыларға, башҡа кире күренештәргә ҡаршы бергәләп көрәшергә саҡырам. Беҙгә йәштәрҙе, егеттәрҙе ситкә тибергә түгел, киреһенсә, уларҙы берләштереп, энергияларын матур һәм күркәм эштәргә йүнәлтергә кәрәк. Заман сире булған эскелеккә ҡаршы көрәштә ир-аттың да роле ҙур булырға тейеш. Халыҡ йыйылышып барып һөйләшһә, был кире күренештәр кәмейәсәк. Шулай уҡ бөгөн, әгәр теләк булғанда, халыҡ үҙе хәл иткәндә, хатта суррогатты ғына түгел, магазиндарҙа алкоголь һатыуҙы сикләргә йәки бөтөнләй туҡтатырға мөмкин.
Ошондай хәлдәрҙе ҡарап, күҙәтеп йөрөп, ҡайһы бер ауылдарҙа, айырыуса Әбйәлил, Баймаҡ райондарындағы ир-егеттәр менән һөйләшеп, ошондай йәмәғәт ойошмаһы булдырырға тип ең һыҙғандыҡ та инде.

Форум ниндәйерәк форматта үтәсәк һәм унда кемдәр ҡатнаша ала?

- Әлеге ваҡытта теркәлеү бара, форумдың положениеһы һәм ҡатнашырға теләк белдереүселәр өсөн райондарға анкеталар ебәрелде, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә махсус сәхифә ("Совет мужчин Башкортостана") асылды. Ҡатнашырға теләүселәр анкета тултыра һәм анкета буйынса кем нимә менән шөғөлләнә, кем нимә тураһында сығыш яһарға теләй, шуларҙы аныҡ яҙып ебәрә ала. Заявкалар ҡабул итеү 9 марттан 9 апрелгә тиклем дауам итте. Күргәҙмәләр ойошторорға ниәт иткәнбеҙ. Ауыл ерҙәрендә эшһеҙ ятҡан ир-егеттәр өсөн айырым күргәҙмә эшләйәсәк. Әгәр ауыл ерендә эш башларға теләһәң, дәүләт тарафынан ниндәй ярҙам ала алаһың - барлыҡ һорауҙарға яуап буласаҡ, шулай уҡ файҙалы кәңәштәр тупланған буклеттар эшләнәсәк һәм таратыласаҡ. Оҫта ҡуллы, һөнәрмән ир-егеттәр етештергән продукцияларҙан, тауарҙарҙан да күргәҙмәләр эшләйәсәк. Дүрт фекер алышыу майҙансығында күренекле кешеләр сығыш яһаясаҡ һәм һуңынан уларҙың фекерҙәрен тыңлап, үҙебеҙҙең ҡарарға индерәсәкбеҙ.
Шулай уҡ ойошма үҙенең "Ил терәге" тигән миҙалын булдырҙы, ул балалар тәрбиәләүҙә, йәмәғәт, дәүләт эшендә әүҙем ҡатнашҡан иң шәп атайҙарға тапшырыласаҡ.

Был миҙалға кемдәр дәғүә итә ала?

- Республика территорияһында даими йәшәгән, һөнәри конкурстарҙа еңеү яулаған, дәүләт һәм йәмәғәт наградалары, премиялары менән бүләкләнгән, 2019-2021 йылдарҙа һөнәри өлкәлә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшкән, шулай уҡ ғаиләһендә өс һәм унан күберәк бала тәрбиәләгән, уларға ғына түгел, ғөмүмән, өлгө булып торған һәм атай исемен лайыҡлы йөрөткән, 18 йәштән 65 йәшкә тиклемге ир-ат дәғүә итә ала. Бының өсөн Ойоштороу комитетына махсус анкета-ғариза тултырып ебәрергә кәрәк. Миҙал ете номинация буйынса тапшырыласаҡ, шулай уҡ жюри айырым ҡатнашыусыларҙы махсус бүләкләү хоҡуғына эйә.

Бөгөнгө ир-аттың пассивлығы, инициативаһыҙлығы тураһында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Бының сәбәптәре нимәлә?

- Атай тәрбиәһе етмәүҙән килә был, тип уйлайым. Атай тәрбиәһе булһа, атаһының балалары өсөн эшләгәнен күрһә, улы ла атай кешенең бурысын аңлап, күреп үҫер ине. Минең атайым, мәҫәлән, ир-егеттең бурысы ғаиләһен ҡарау, балаларын аяҡҡа баҫтырыу, тыуған ерен һаҡлау, тип әйтә торғайны. Шуны беҙгә һеңдергән дә инде. Атай тәрбиәһе менән ҡатын-ҡыҙ тәрбиәһе барыбер айырыла. Әсәй кеше барыбер балаһына йомшағыраҡ була. Минең теләгем: баланы әсәй генә үҫтермәһен, уны ғаиләлә атай менән әсәй бергә тәрбиәләһен.

Эскелеккә ҡаршы көрәшеүҙе төп бурыстарығыҙҙың береһе тип атайһығыҙ. Эйе, магазиндарҙа акцизлы алкоголде лә һатыуҙы бөтөнләй тыйырға мөмкин, әммә власть органдары быға юл ҡуйырмы, сөнки республика бюджетына билдәле бер өлөш тап ошо алкоголь һатыуҙан инә бит. Әлбиттә, туҡтатыу, тыйыу тураһында пункт законға ингән, һәр муниципалитет был хаҡта үҙе ҡарар сығара, әммә алколоббистар ҙа тик ятмай, улар ҙа үҙ эшен алып бара һәм көслөрәк, ҡеүәтлерәк алып бара, тип әйтергә мөмкин...

- Бында муниципалитеттарҙан, халыҡтан күп нәмә тора. Әгәр халыҡ шундай ҡарар сығара икән, тимәк, был территорияла алкоголь һатыу бөтөнләй туҡтатылырға тейеш. Дөрөҫөн әйткәндә, алкоголдең зыяны килеменә ҡарағанда бер нисә тапҡырға күберәк. Беҙҙә медицинаға булған сығымдың 25 проценты алкоголь ҡулланыу, эсеү һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән сирҙәрҙе дауалауға китә. Бынан тыш, күпме бала етем ҡала, күпме кеше ғәрипләнә, күпме ғаилә тарҡала. Ир-егеттәр ҡороноң маҡсаттарының береһе - ошо мәсьәләләрҙе күтәреп сығып, халыҡтың фекерен белешеп, уларҙы ойоштороп, ауылдарҙа араҡы һатыуҙы бөтөнләй тыйыу. Һәр хәлдә, спиртлы эсемлектәр һатылмаған ауылдар күберәк булырға тейеш.

Бындай йәмәғәт ойошмаһын ойоштороу тәжрибәһе тағы берәй ерҙә бармы?

- Әлегә Мәскәүҙәге "Атайҙар берлеге"нән башҡа бер ерҙә лә юҡ. "Беҙҙең был эште башлап ҡарағаныбыҙ булды, әммә ирҙәрҙе күтәреп, ҡуҙғатып, ойоштороп булмай, ваҡытығыҙҙы бушҡа сарыф итәһегеҙ", - тип иҫкәртеүселәр булды. Әлбиттә, ир-атты күтәреүе бик ҡыйын, ә шулай ҙа был эшкә ваҡыт еткәндер, тип уйлайым.

Башҡортостандың абруйлы, өлгө булырҙай ир-егеттәренең характеристикаһын йәки портретын нисек күҙаллайһығыҙ?

- Минеңсә, абруйлы ир-егет - ул үҙенең тыуған ерен, илен, туған телен яратҡан, халҡын, тыуған илен һөйгән балалар үҫтергән кеше.

Шулай итеп...
Ир-егеттәрҙең беренсе форумы, уның маҡсаттары, йүнәлештәре тураһында башланған һөйләшеү тормошобоҙҙоң төрлө яҡтарына барып ҡағылды. Шунһыҙ мөмкин дә түгелдер, сөнки был проблемалар һәр өйгә, һәр ғаиләгә, һәр кемгә тигәндәй ҡағыла һәм, яман шеш кеүек, йәмғиәттә уның метастазалары тарала бара. Илен, ерен яҡлап яуға күтәрелгән атай-олатайҙар кеүек, ир-аттар бөгөн дә халҡын, телен, ғаиләһен һәм, тәү сиратта, үҙ абруйын һаҡлап, ҡалҡан булып баҫырға ниәтләй. Ниһайәт, Башҡортостан ҡатын-ҡыҙҙар союзы рәйесе Рәшиҙә Солтанованың һәр трибуна артынан: "Ир-аттарҙы һаҡлайыҡ, ир-аттарҙың абруйын күтәрәйек, ир-аттарҙың да йәмәғәт ойошмаһын булдырайыҡ", - тигән саҡырыуы фәрештәләрҙең "амин" тигән сағына тура килде, шикелле. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ иһә яңы башланғысҡа, ир-аттарға юл биреп, кәрәк ваҡытта ышаныслы тыл булырға тейештер. Хатта бәләкәй малайҙарҙың да юлын ҡыйырға ярамай, тигән бит беҙҙең аҡыллы атай-бабайҙар.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 389

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru