«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЕТЕ ЕГЕТ БЕРГӘ КИЛГӘН...
+  - 


Башҡортостан юлдаш каналында икенсе йыл рәттән барған "7 егет" проекты телевизор ҡараусылар араһында ҙур ҡыҙыҡһыныу тыуҙырҙы. Төрлө һөнәр эйәләре булған, төрлө яҡтан килгән һәм төрлө ҡарашлы ир-егеттәрҙең бер проектта ҡатнашып, үҙ-ара бәйге тотоп һынашыуы башҡорт телетапшырыуҙары өсөн яңылыҡ та, табыш та булды. Ете егеттең етеһен дә баш ҡалала осратып булманы, шулай ҙа өсәүһен күреп һөйләшеү уңайы тыуҙы. Гәзит уҡыусыларыбыҙ иғтибарына Айтуған Баисламов, Ғәҙел Дәүләтов һәм Алмас Усманов менән мауыҡтырғыс әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.

Егеттәр, һеҙ был проектҡа ниндәй маҡсат менән килдегеҙ? Үҙегеҙ өсөн нимәлер иҫбатларға теләнегеҙме, күренергәме, реклама өсөнмө, әллә башҡа уй-ниәт алып килдеме һеҙҙе әлеге теле-уйынға?

Айтуған Баисламов:
Әлбиттә, проекттың маҡсаты халыҡтың милли ир-егет кәсептәрен күрһәтеү һәм пропагандалау, шул шөғөлдө алып барған оҫталар менән таныштырыу. Быныһы - бер, ә икенсеһе уйынсыларҙы ла тамашасы алдына сығарыу. Мин, мәҫәлән, буласаҡ табип һәм бына ошо бәйгелә ҡатнашыуым менән үҙемә киләсәккә ниндәйҙер кимәлдә реклама ла эшләнем. Ваҡытында врачтар һәм уҡытыусылар иң хөрмәтле һөнәрҙәрҙең береһе ине, бөгөн иһә был фекер һүрәнләнә төштө. Шунлыҡтан, мин милләттәштәремә буласаҡ башҡорт табибын төрлө яҡтан да асып күрһәтергә теләнем. Йәғни, табип уҡ та яһап ата ала, атта ла саба, септә лә үрә һәм башҡалар. Дөйөмләп әйткәндә, мин медицинабыҙҙың, медицина хеҙмәткәрҙәренең данын яҡлап килдем һәм ҡатнаштым.
Ғәҙел Дәүләтов: Мин Өфө сәнғәт институтында белем алам һәм проектҡа йәй көнөмдө буш ятып әрәм итмәйем, тип кенә килеп юлыҡтым. Бесәнде тамамлағайныҡ инде, башҡа мәшәҡәт булманы. Ғариза тултырып ебәргәндә лә алырҙар, уйынға үтеп китермен тип уйламаным. Бына шундай уйһыҙ ғына ҡылыҡтан бик ҡыҙыҡлы хәл-ваҡиғалар килеп сыҡты.
Алмас Усманов: Проектта мин "ҡарт" егеттәрҙең береһе булдым. Бәйге барғанда егерме алтыла инем, хәҙер тағы ла бер йыл өҫтәлеп өлгөрҙө.
Ысынында проектҡа ғаризаны әсәйем биргән. Минең почтаға ингән дә тултырып ебәргән. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың шулай осҡор, етеҙ була алыуы берәүгә лә сер түгел бит. Бына шунан миңә яуап килеп төштө - конкурстан үткәнмен. Хәҙер мине әсәкәйем ҡатнашырға өгөтләй башланы. Ә үҙем коронавирус бәләһенән ҡыҫҡартылыуға эләгеп, ваҡытлыса өйҙә инем. Күңел төшөнкөлөгөнә бирелмәһен, яңы мөхиттә йөрөп килһен, тигәндер инде өйҙәгеләрем. Әлбиттә, ҡаршы булдым! Унан "ауыр артиллерия" - өләсәйем ҡушылды. Өләсәйгә ҡаршы тороп буламы ни? Еңделәр мине икәүләп... Ҡатнаштым.

Төрлө ғаиләләрҙә үҫкән, төрлө холоҡ-фиғелле ир-егеттәргә оҙайлы ваҡыт бер проектта булыу, йәғни бергә йөрөү, ярышыу, ашау-эсеү, бер өйҙә йәшәү нисегерәк булды? Һыйыша алдығыҙмы? Бәхәстәр сыҡманымы?

Ғәҙел Дәүләтов:
Ысынында, беҙ тәүге көндө танышып, автобусҡа ултырып юлға сыҡҡанда уҡ күптән таныш кешеләрсә аралаша инек инде. Мин, мәҫәлән, был уйындың ваҡытлыса икәнен иҫтән сығармаҫҡа тырыштым. Һәм үҙем дә артыҡ лидерлыҡ сифаттарына эйә булмағас, күләгәлә ҡалыуҙы, артыҡ алға ынтылмауҙы, башҡаларға конкурентлыҡ тыуҙырмауҙы хуп күрҙем.
Алмас Усманов: Проект планы буйынса беҙ ысынлап та конкуренттар инек. Асылда, шулай булырға тейеш ине. Тик беҙҙә ул тойғо ныҡлап уянманы. Рәсәй телеэкрандарындағы проекттарҙағыса, беҙ ирешеп-талашып йәки яғалашып китеүгә барып етмәнек. Беренсенән, егеттәрҙә ундай әҙәпһеҙлек булманы, икенсенән, киреһенсә, һәр беребеҙ бер-беребеҙгә юл бирергә тырыштыҡ шикелле. Һәр хәлдә, миңә шулай тойолдо.
Айтуған Баисламов: Шәхси планда конкурентлыҡ булмаһа ла, хеҙмәттә, кәсеп эштәрендә көс һынашыу булды булыуын. Ир-егеттәргә хас беренселеккә ынтылыу, алдынғы булыу, тәбиғи альфалыҡ тойғолары уяна бит инде бәйгелә. Әгәр ирҙәр араһында бындай ынтылыш булмаһа, улар бер-береһенән көслөрәк, аҡыллыраҡ, булдыҡлыраҡ булырға тырышмаһа, тормош та бөтөнләй икенсе юҫыҡта ағыр ине.

Ниндәй кәсептәрҙе үҙләштерҙегеҙ? Күңелегеҙгә ятҡандары булдымы? Ниндәй һөнәрҙәр һеҙҙең өсөн яңылыҡ булды йәки был эште тәүгә тотоп ҡаранығыҙ? Һөйләгеҙ әле барыһын да.

Айтуған Баисламов:
Бура бурауҙан башлайыҡмы? Бура бурау миңә, мәҫәлән, таныш ине. Иң башта балтаны нисек тоторға, бысҡы менән ҡалай эш итергә, тигән кеүек хәүефһеҙлек дәрестәрен үттек. Унан бура бүрәнәләрен әҙерләү, һалыу, ояһына урынлаштырыу тәртиптәрен өйрәндек. Быларҙы күптәребеҙ белә ине һәм хатта балталарҙың бура өсөн ҡыҫҡараҡ һаплы булыуын да, үтмәҫлеген дә аңғарырлыҡ хәлдә инек. Ауыл егеттәребеҙ бит инде... Тик бында беҙҙең белеү-белмәүҙә түгел эш, ә бына шундай мөһим шөғөлдө ир-егеткә белеү зарур икәнде һыҙыҡ өҫтөнә алыу ине бурыс. Һәм эш барышында беҙ был кәсеп серҙәре, килеме, төрҙәре хаҡында ла әңгәмәләштек. Һәм быларҙы тамашасы ла ишетте.
Ғәҙел Дәүләтов: Унан тимерлектә тимер һуғыуға күстек. Тәртешкәләр яһап алдыҡ. Артыҡ ауыр түгел, шул уҡ ваҡытта мәшәҡәтле генә хеҙмәт булды был. Тимер һуҡҡаным булманы, әммә был өлкәне күҙәткәнем бар ине. Ярайһы ғына тәртешкә килтереп сығарҙым, мунсала тора, ҡулланабыҙ.
Бөгөн тимерселек халыҡ араһында популярлаша бара. Тимерҙән бөгөп-нағышлап ҡапҡалар, ҡоймалар, беседкалар яһап һаталар, башҡа әйберҙәр ҙә күренә интернетта. Йәғни, тимерселек кәсебе килем килтереүсе, йәшәүгә булышлыҡ итеүсе һөнәр, тип әйтмәксемен.
Алмас Усманов: Ысынлап әйткәндә, бына ошо шөғөлдәр менән булышып йөрөү барышында нимәгәлер өйрәнеп тә өлгөрөп булмағандыр, әммә әйберҙәрҙең ҡиммәтен, хаҡын белдек. Теге йәки был нәмәнең эш хаҡын, ниндәй хеҙмәт, көс, аҡыл талап итеүен һәм тауар булып формалашҡанға тиклем ниндәй юл үтеүен аңланыҡ. Ашаған белмәй, тураған белә, тигән шикелле, беҙ ҙә ана шул яһаусы, булдырыусы оҫта ролен һынап ҡараныҡ үҙебеҙҙә. Мәҫәлән, быйма баҫыуҙы алайыҡ. Бура бурауға, бесән сабыуға ҡарағанда ла ауырыраҡ эш булып сыҡты. Хатта, әйтәйек, бысраҡ ауыр эш. Йөндөң ҡараһына, сайырына ҡойоноп, эҫелә тонсоғоп, баҫаһың да баҫаһың, әүәләйһең дә әүәләйһең икән. Бөгөн баҙар кәштәләрендә бер пар быйма мең ярым-ике мең тора икән, был бер ҙә ҡиммәт түгел.
Быймасы тик ҡышҡы айҙарҙа ғына баҫа быймаларын. Ике-өс аҙна өҙлөкһөҙ эшләп ала ла, артабан һатыу менән генә шөғөлләнә ала. Уңайлы бит, тип уйланым. Был кәсепте ҡулың белһә, миҙгелендә яҡшы ғына аҡса эшләп алыу мөмкинлеге бар. Ғәҙел Дәүләтов: Артабан септә һуғыу, туҙҙан эшләпә яһау, атта йөрөү, бесән сабыу, ҡурай, сәңгелдәк эшләү һабаҡтарын үҙләштерҙек. Умартала шөғөлләндек, сыбыртҡы иштек, ҡумыҙ, уҡ-ян яһаныҡ. Бында эшләү, башҡарыу һәм кәсепте үҙләштереүҙән тыш, шөғөлдөң фәлсәфәһе, оҫталарҙың яһау манераһы, уйҙары, кемдән өйрәнгән булыуҙары хаҡындағы мәғлүмәттәр ҙә булды. Халыҡ араһындағы ир-егеттәр кәсептәрен асыу, улар хаҡында мөмкин тиклем күберәк мәғлүмәт биреү ине маҡсат.

Егеттәр, һеҙ нисек уйлайһығыҙ, әгәр был проектты үҙәк каналдарға сығарғанда, ҡараясаҡтармы? Әллә был бәйге бары тик башҡорттар өсөн генәме? Кемдәр өсөн ҡыҙыҡ булырға мөмкин тапшырыуҙар?

Айтуған Баисламов:
Субтитры йәки тәржемә менән булғанда, барыһына ла аңлашылыр ине. Тик проект тулыһынса башҡорт телендә барҙы. Бер яҡтан, был милли проект, икенсе яҡтан, туған телде пропагандалау булып та иҫәпләнә. Шул яҡтарын уйлағанда, барыһы ла дөрөҫ.
Алмас Усманов: Тәржемә менән сығарылһа, рус телле халыҡтарға ла ҡыҙыҡ булыр ине тип уйлайым. Башҡа каналдар алыр ине, реклама яҡшыраҡ ҡуйылыр ине. Мәҫәлән, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ кеүек төрки халыҡтарға башҡорт ир-егеттәренең шөғөлдәре таныш та булыр ине, унан ошо ябай ғына кәсептәр буйынса шундай бәйге ойоштороу идеяһы үҙе лә мәртәбәле бит.
Ғәҙел Дәүләтов: Бөгөнгө көндә милли әҙәбиәтте лә, мәҙәниәтте лә, сәнғәтте лә рус теленән айырып ҡарау ярамай. Йәштәрҙең күбеһе рус телле, нисек кенә тимә, улар рус теле аша уҡый, белә, өйрәнә. Башҡорт телендә генә тип сикләү мөмкинлектәрҙе юғалтыу, үҙ ҡаҙаныңда ғына ҡайнап ятып ҡалыу ул. Бында ла милли проект икәнен күрһәтеп, башҡорт телендә алып барып, әммә башҡа телле тамашасыларға ла аңлап ҡарау мөмкинлеген бирергә кәрәктер.

Проектҡа төрлөгөҙ төрлө сәбәп һәм юл менән килдегеҙ - аңлашыла, ә бына эштәр тамам булғандан һуң ниндәй тәьҫораттар ҡалды? Үҙегеҙгә ниндәйҙер мәғәнә, яңылыҡ таба алдығыҙмы? Нимә кисерҙегеҙ? Аралашаһығыҙмы үҙ-ара?

Алмас Усманов:
Аралашып, шылтыратышып, яҙышып торабыҙ. Хатта төрлөбөҙ төрлө өлкә кешеләре һәм проекттан һуң мотлаҡ дуҫлашыу булырға тейеш тимәгәндә лә, араларҙа ниндәйҙер яҡынлыҡ бар. Бергә хеҙмәткә өйрәнеү яҡынайта шул кешеләрҙе барыбер ҙә. Мин был проектта шундай матур, татыу башҡорт мөхитендә йәшәп алдым. Райондарҙа, ауылдарҙа шул хәтлем ихлас ҡаршы алдылар, өҫтәлдәр һый-хөрмәттән һығылып торҙо, кешеләр алсаҡ, эскерһеҙ, ярҙамсыл булды.
Айтуған Баисламов: Мин был проектта камера алдында эшләргә, һөйләргә, йәшәргә өйрәндем. Тәүлеккә 14-15 сәғәт төшә инек бит. Иртәнге һигеҙҙән төнгө өстәргә тиклем камера алдында йөрөйһөң. Башта ҡыйын һымаҡ булһа, һәр ваҡыт хәтерҙә тотһаң, аҙаҡҡа ҡарай был хәл шул хәтлем ғәҙәтигә әйләнә, хатта онотоп китәһең. Унан һуң да төрлө телетапшырыуҙарҙа русса ла, башҡортса ла сығыш яһаным һәм һөйләү телмәрем шаҡтай үҫешкәнен тойҙом. Камера алдында йәшәү миндә үҙ-үҙемә ышаныс тойғоһо тыуҙырҙы. Был үҙенә күрә шәхси күтәрелеш булды.
Ғәҙел Дәүләтов: Кәсептәр буйынса төбөнә төшөп өйрәнеү, шулар хаҡында ысын оҫталарҙың хәбәрен тыңлау ҡыҙыҡлы булды миңә. Артыҡ етдигә һынамай ғына башлаһам да, шул мәғәнәгә инеп киттем тора-бара. Музыкант булыуым сағылыш таптымы, һәр шөғөлдә бер көй, үҙенә генә хас музыка, ритм тойҙом. Дөйөм алғанда, тормоштоң, кешеләрҙең йәшәү, хеҙмәт итеү мәғәнәһен аңланым кеүек.

Егеттәр, проект еңеүсеһе һәм ат хужаһы Ғәҙел Дәүләтов булып сыҡты. Һорау һеҙгә, Айтуған һәм Алмас. Ни өсөн тап Ғәҙел еңде? Ҡарап тороуға ул тыйнаҡ, тартыныусан, ипле генә егет. Бик йәш тә. Әйтегеҙ әле, ҡайһы яғы менән алдырҙы?

Айтуған Баисламов:
Дөйөм күрһәткестәр буйынса, эйе, ул еңде. Тәүге ҡарашҡа илке-һалҡы, артыҡ етди булмағандай тәьҫораттар ҡалдырһа ла, Ғәҙел бик ентекле, ныҡыш, төплө егет ул. "Тыйнаҡ кеше" тип әйтәләр бит әле, ул тап шундай. Әммә тыйнаҡ булыу булдыҡһыҙлыҡты аңлатмай. Киреһенсә, баҫылып эшләй, ижад итә алған шәхес. Тауыш-тынһыҙ, күп һөйләмәй эшләй ҙә ҡуя. Ысын ирҙәрсә инде.
Алмас Усманов: Ауылдарҙа шундай оҫталар була бит, күҙгә-башҡа ташланмай, ялтырап-күренеп бармай, ә эште ҡойоп ҡуя. Бына шундай кеше булып сыҡты ул Ғәҙел. Ҡаҡса ғына, йәш кенә, баҙнатһыҙ ҙа кеүек, ә күңелендә шундай рухи көс, таҫыл, тәбиғи оҫталыҡ ята. Ысын башҡорт холҡо унда. Был егет менән беҙ ғорурланабыҙ.

Шулай итеп...
Ете егеттең өсәүһе менән бына шулай ихлас аралашырға яҙҙы. Уларҙың донъяға ҡарашы, ҡыҙыҡһыныуҙары, проекттағы уй-кисерештәре барыһы ла егеттәргә хас ярһыулыҡ, еңеллек, шаянлыҡ менән оҙатылып барҙы һәм тик яҡты тәьҫораттар ғына ҡалдырҙы.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 606

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru