«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
СОҠОР
+  - 


Күк күкрәгән тауыш ишетелгәндәй булды. Салт аяҙ көндә? Һағайып китте ир. Ҡолаҡҡа ғына ишетеләлер. Тик был дөрөҫ ине, иртәнге болоттар артыҡ йыраҡ китеп өлгөрмәгәйне, баяғы ел байраҡтарын болғап, уны был яҡҡа яңынан алып килде шикелле. Уйнап-шаярып йөрөгән болоттарҙың елгә асыуы килеп киттеме, күкте күкрәтеп сыбыртҡыһын шартлатып ебәрҙе лә эре тамсылары менән ерҙе ҡайыҙлай башланы. Ир һикереп торҙо ла ике ҡулына йәйеп биштәрен тотто, күҙен йомоп, ауыҙын асып, күккә йөҙөн борҙо. Битенә, күҙенә тейгән тамсылар уны һиҫкәндереп-һиҫкәндереп ебәрҙе. Ярылған ирендәргә тейгән һыу әйтеп бөтөргөһөҙ ләззәт бирҙе. Соҡор өҫтөндә генә ҙур йәйғор торғанын соҡор төбөндә тороусы ир күрмәй ине. Күҙҙәре йомоҡ, хәстәре башҡа ине. Әлеге мәлдә күңелендә ине йәйғор.
Нисек килде, шулай тиҙ генә үтте ямғыр. Ир биштәргә йыйылған һыуҙы ебенә һеңмәҫ борон һемереп эсә һалды. Әлбиттә, һыуһын ҡанманы, шулай ҙа ҡырҡылып торған тамаҡ төбө йомшарып киткәндәй булды. Был ике-өс йотом һыу бер мәл киреһенсә ымһындырғысҡа, саҡырыусыға әйләнде. Бер аҙҙан түҙгеһеҙ булып элеккенән дә нығыраҡ һыу эскеһе килә башланы. Ҡапыл кесе ярау иткеһе килгәндәй булды. Нисә көн буйы бәҙрәфкә бармағанын уйлап алды. Эйе шул, һис кенә лә теләге булманы. Баяғы шешәгә ағыҙҙы. Шешә төбөн генә биләгән һары шыйыҡсаға ҡарап: "Запас торһон әле", - тип йылмайған булды. Соҡор төбө әҙерәк кенә дымланғайны. Балсыҡлы тупраҡтың өҫтөн генә һыпырып алып йомарланы ла, һыуын һығып ҡараны. Сыҡманы. Йомарламын бәрергә уйланы ла, туҡтап ҡалды.
- Яңғыҙ түгелмен дәһә. Бында колобок йәшәгән дә, - тип уға йән өрөрҙәй булып ҡарап ҡатты. Тик йоморо икмәк таралырға ғына тора ине, шуға шешәне ҡулына алды ла... кире ҡуйҙы. Һыламаны. Һуңғараҡ шыйыҡсаның күпкә кәрәгерәк булыуы бар. Кеҫәһенән ҡулъяулығын тартып сығарҙы ла таралып ҡына китер йомғаҡты бар яҡлап бәйләп, бер генә урынын асыҡ ҡалдырҙы.
- Бына күлдәкле лә булдың, әллә яулыҡлымы шул! Тимәк, һин ҡатын-ҡыҙ затынан. - Яңы дуҫын ул ипләп кенә стенаға терәп ҡуйҙы. Ҡойолорға, таралырға торған йомғаҡ Ирҙең күңелен күтәреп ебәрҙе.
- Хәҙер сәй эсербеҙ, йәме. Бер аҙ ял итеп алайыҡ та, - тине лә "ҡурсағына" йөҙөн бороп ятты. Оҙаҡ ятты. Берәй тауыш юҡмы, тип һаҡ ятты.
Бара-бара ҡурсағы уға йылмайғандай тойолдо. "Һе, иркә генә икәнһең үҙең. Миңә оҡшарға тырышаһыңмы? Йылмай-йылмай шулай. Нимә-ә? Мыҫҡыллап йылмаям? Минеме?" - ҡалҡынып ултырҙы ир. Күҙҙәре аларып китте лә, ул бармағын төртөп "ҡурсағына" ҡысҡырҙы:
- Нимә ҡарап ултыраһың, ҡотҡар мине! Ҡотҡар, тим. Ҡара, аҡайып ҡарап тик ултыра. Минең ни ғәйебем бар һинең алда? Һиңә ҡыҙыҡмы, ҡыҙғанысмы? Ҡара, аяғын салып, ҡорһағын ярып йәйелеп ултырған да, минең тереләй ғазапланғанды кинәнеп күҙәтә. Белгең килһә, соҡорға мин хужа! Ана шулай, беҙ бөтәбеҙ ҙә шулай. Кешенең ғазаптарынан кинәнес кисерәбеҙ. Беҙҙе бер генә кеше ҡыҙғана, ғүмере буйы бер генә кеше ярата. Кем тиһеңме? Әсә-әй!
Тынып ҡалды. Ғәйепле төҫ менән тағы "колобок"ҡа баҡты.
- Ә мин һине йәлләйем. Эйе, йәлләйем, сөнки һин кеше түгел, һин - балсыҡ. Йәнһеҙ балсыҡ, - арты менән боролоп ултырҙы ла ер соҡорға тотондо. Ҡапыл нәҙек кенә селәүсен тартып килтереп сығарҙы.
- Оһо, бөгөн минең уңышлы көн, һунарға сыҡһам, болан алған булыр инем икән дә.
Селәүсендең ҡойроғонан (әллә башынанмы) тотоп, өҫкә күтәрҙе:
- Һин селәүме? Әсәйең бармы һинең? Һин бөгөн селәү түгел, һин бөгөн... - оҙаҡ ҡына уйлап торҙо, хатта ауыҙҙары шайыҡланып китте. - Һин селәү түгел, һин - тауыҡ бото! - Селәүсенде өҫкә күтәрҙе лә ауыҙы эсенә төшөрөп ебәрҙе. - Фу, ҡалай тәмһе-ееҙ, ләкин туҡлыҡлы-ы.
"Бына соҡор эсендә лә гонаһ ҡылдым, бер йән эйәһенең йәнен ҡыйҙым, - тип уйланы. - Ә ер өҫтөндә нисә миллион, миллиард кеше был ваҡытта гонаһ ҡыла. Уйлаһаң, күҙ аҡайыр!"
Һуҙылып ятып ерҙе тыңларға тотондо.
- Тсс... - Оҙаҡ тыңланы. - Ете миллиард пар аяҡ туҡ-туҡ, туҡ-туҡ ергә баҫып атлай. Эйе, ишетелә: туҡ-туҡ... Ете миллиард, ун дүрт миллиард аяҡ... Нисек инде шунса аяҡтың берәүһе генә булһа ла ошо урынға, ошо, - асырғанып ҡысҡырып ебәргәнен дә һиҙмәй ҡалды, - 10 сутыйлыҡ биләмәгә баҫмай һуң ул, ә? - Иғтибарлап тағы ерҙең тын алышын тыңланы. - Бер кем килмәй, ә үҙҙәре ергә баҫып атлай. Туҡ-туҡ... Тф-еү, аяҡ тиһәм, был йөрәк тибә бит, атайыңдың ҡара мыйығы, әйтәйем. Үҙемдең йөрәк тибә ләһә. - Ике ҡулы менән йөрәген тотоп ултырҙы. - Туҡ-туҡ, тук-тук... Тип, тип, әйҙә, ваҡыт туҡтамағас, һин типкәс, мин йәшәйем әле.
Тамаҡ туйҙы, төшкө ашҡа "корейский" селәүле фирменный блюдо тамам ғына булды, хәҙер бер тапҡыр бейеп алғанда ла мөмкин, тип уйланы. Нисек тә рухты һүндермәҫкә кәрәк. Тик күңеленә ҡапыл ғына бер төрлө моң да, көй ҙә килмәне. Шулай ҙа була икән. Ҡалҡына биргәйне, һыҙлауға түҙә алмай, ыңғырашып йығылып китә яҙҙы.
- Аяҡ, аяҡ, бисәкәй, аяҡ шеште, нишләргә? Хирургҡа алып бар мине, Әминә.
Балағын күтәрә биреп, һыҙлаған балтырын тотҡоланы. Шешкән урынды һыйпап ултырыу нисектер бер ләззәт тә бирә ине. Баҫып ҡараны, тик оҙаҡ та тормай, кире ултырҙы. Юҡ, былай сығып булмаясаҡ. Баяғы ҡаҙаҡ менән аяғын соҡорға тотондо. "Әҙерәк эренен ағыҙмайынса булмайҙыр... Минең урында атай булһа, ни эшләр ине икән? Ул да эрендән таҙартып, спирт менән йыуып, юл япрағы ҡаплар ине. Шеште былай дегәнәк япрағы ла һура инде. Тик уны ҡайҙан табаһың? Была не была, шунһыҙ был соҡорҙо һикереп сығып булмаясаҡ".
Күҙен йомдо, ҡаҙаҡты өҫкә күтәрҙе лә шешкә сәнсте. Аяуһыҙ әсе ҡысҡырыуға соҡорҙан тупраҡтар ҡойолдо, күк көмбәҙе сатнап китте. Аңы томаланып, башын ситкә тайпылдырып ята бирҙе. Ә шештән, тире йыртылып, күп кенә эрен ағып килеп сыҡты. "А-ах. Күп йыйылған, шайтан. Сереп юҡҡа ла сығырмын бер заман..." Шулай ҙа һыҙлауы кәмене аяғының. Дезинфекция эшләргә ине лә, һыу менән йыуып, бер ус араҡы һөрткәндә... тамаҡты ла сылатҡанда. "Яра боҙолоп китеүе бар, ни эшләргә? Минең урында атайым?.."
Иҫенә төштө. Бер шулай урманда утын әҙерләгәндә һөрлөгөп йығылып китеп, Зөбәйер танауын ҡанатҡайны. Ҡанды туҡтатып булмай бит, ҡәһәрең. Танау тишегенә ҡульяулыҡ та тыҡтылар, салҡан да ятып ҡараны. Юҡ. Шунда атаһы танауын ер менән томалағайны. Әлбиттә, тупраҡ аша ҡан һарҡып килеп сыҡты тәүҙә, шунан ысынлап та туҡтаны. "Ерҙән дә таҙа, ерҙән дә иманлы нәмә юҡ донъяла", - тигәйне шул саҡ атаһы.
Тирә-яғындағы саңды, ҡатҡан балсыҡлы ерҙе усына йыйҙы ла яраһына һипте. Ер дауаһы килешер, тип балағын төшөрөп ҡуйҙы.
- Атай, хәҙер һин ҡайҙарҙа икән? - тип ҡуйҙы. - Күктән мине ҡарап тораһыңдыр. Язалана, ҡазалана был балам, тип. Ныҡ һағынам үҙеңде. Һин етмәйһең миңә.
Пенсияға сығып йыл да үтмәне, атаһы ҡапыл ғына биреште. Йүткерҙе, ябыҡты. Үҙе ауырыйым тип һис тә бәлә һалманы, үтер ул, тип йөрөнө. Райондан Өфөгә онкологияға йүнәлтмә бирҙеләр. Тикшеренергә. Яҡшыға өмөтләнгәйнеләр ҙә, тик... табиптар, ике айҙан үлә, тинеләр. "Нисек?" - тип аптыранылар. Аҡса бар, тинеләр. Бер ҙә булмаһа, кредит алырбыҙ, тип уйланылар. Мәскәүҙә дауалап ҡараһаҡ, тигән булдылар. Табип, Израилгә, хет Германияға алып бармайһығыҙмы, хәҙер һуң инде, ике айҙан ғүмере бөтәсәк, үпкәһендәге яман шеш ҡыҙыл үңәскә йәбешкән, тине. Ҡанһыҙ рәүештә. Уйлаһаң, дөрөҫөн әйтмәйенсә лә булмай инде. Ә атаһы улай уҡ ныҡ ауырыйым тип уйламаны ла, уға әйтмәнеләр. "Тиҙерәк әсәйең янына ҡайтып, уның ҡулынан сәй эсергә ине", - тип ултырҙы, бахыр. Бәлки, һиҙенгәндер ҙә.
- Һиҙенгә-әнде-ер.
Ысынлап та, ике ай ҙа биш көн тигәндә күҙҙәрен мәңгегә йомдо атаһы. Шуларҙы иҫенә төшөрөп ултырҙы Ир.
"Балағыҙ йә яҡынығыҙ яман шеш йә ҡотолғоһоҙ сир менән ауырыймы? Һеҙ бар донъяға... юҡ, тәүҙә үҙегеҙ эстән кисереп, эстән янып, шым булаһығыҙ әле, шунан... ни эшләргә белмәй, бар донъяға яр һалаһығыҙ. "Ул ауырый, һеҙ ярҙам итмәһәгеҙ, ул үләсәк", - тип һәр кемгә, һәр мәрхәмәтле әҙәмгә өмөт менән бағаһығыҙ. Мин дә шулай һәр кемгә, һәр табипҡа, һәр хәҙрәткә шулай ҡарай инем. "Тик атайҙы ҡотҡарығыҙ, ярҙам итегеҙ, берәй нимә эшләгеҙ, йәшәһен ине..." Хәлегеҙгә ингән һәр кемгә һеҙ ышанаһығыҙ, ҡотолоу, ҡотҡарыу юлдарын тик ул ғына беләлер кеүек. - Уйҙарынан тағы ла ярһый барҙы Ир. - Ә уйлаһаң, был ҡайғы килмәҫ борон һеҙ кешелеккә бөтөнләй ышанмай, үҙ көйөгөҙсә көн итә инегеҙ. Хатта Аллаһҡа ла ышанмай, ул - мистика, ул юҡ, тип гонаһлы һүҙҙәр ҙә ысҡындыра инегеҙ. Мин, мәҫәлән, шулай инем. Эшләйем, донъя көтәм. Атай-әсәй мәңге йәшәр кеүек. Ауырлыҡ килгәс, мәсеткә йүгерә һалып барып, доға уҡытып хәйер ҙә бирҙегеҙ. Мин дә шулай иттем. Аллаһ ишетер, хәҙер бөтәһе лә һәйбәт булыр, тип уйлайым. Баҡһаң, ныҡ, хатта ныҡ ышанаһығыҙ икән Аллаһҡа ла, уның мәрхәмәтенә лә. Мәсет ишеге ҡайһы яҡтан асылғанын белмәһәгеҙ ҙә. Ҡөрьән ашына доға тыңлар өсөн түгел, тәртибе шулайҙыр, тип һурпа һемерергә барғаныңды оноттоңмо?"
- Берәү хәйер биргән икән дә, - тип мыҫҡыллы йылмайҙы.
"Ярай, мәсеткә инелде, доға уҡылды, хәйер һалынды. Ярҙам да иттеләр, ти, кәрәкле операцияға тейешле сумма ла йыйыла, мәрхәмәтле кешеләр күп, йәлләйҙәр, хәлеңә инәләр... - оҙаҡ итеп йомғаҡҡа ҡарап ҡатты Ир. Уйҙарынан уйылғыһы килде. - Тик Хоҙайҙың әмере башҡа, бер ни ярҙам итә алмай. Алма-ай. Эйе, Путин иң шәп табипҡа шылтыратып бойормаймы икән, Хоҙайҙың эше, Әжәлдең уйы башҡа, тәҡдире билдәле, ҡотҡарып булмаясаҡ. Һин бер ни эшләй алмайһың... Бына мин нисек ошо соҡорҙа, ҡотолғоһоҙ ҡоҙоҡта ятһам, шулай бер нисек тә ҡотҡарып булманы атайҙы. Уға һуҙылған арҡан да, баҫҡыс та ярҙам итә алмай ине. Хоҙай олатай ғына еңеллек бирә алды!" - Атаһын һағынып илағыһы килде, тик ни эшләптер күҙ йәштәре сыҡманы. Үҙенең хәле яман шештән дә былайыраҡ ине шул.

Өсөнсө төн

Йыраҡта эттәр өргән тауыштар ишетелгәндәй булһа ла, ир торманы ла, ҡолағын да тырпайтманы. Яҙмышына, әлеге хәленә күнеп тик ятты. Күңеле уяу ине. Һыуыҡ теймәһен, тип шешкән аяғын свитеры менән урап ҡуйҙы. Төн кисәге кеүек йылы, күк йөҙө йондоҙло ине. Һаҡал-мыйыҡ баҫып киткән йөҙөн, күҙ төптәрен ҡатып бөткән устары менән йыш һыпырғыланы. Шулай усының да, битенең дә йылыһын тоя ине. Күккә ҡарап ятыу ҙа ялҡыта икән. Ятҡан йә ултырған килеш быяла күҙҙәрен соҡорҙоң төпһөҙ стеналарына төбәп, шым ғына йыр һуҙҙы. Йырҙары ябай, ләкин танһыҡ ине. Ул йырҙарҙы бала сағынан алып иҫкә лә алғаны юҡ. Әле үҙҙәре телгә килде, аңға һеңде.
" Һәр ваҡыт булһын ҡояш,
Һәр ваҡыт булһын һауа,
Һәр ваҡыт булһын әсәй,
Булайым һәр саҡ мин".
Йырҙы күңелендә "йырлап" бөткәс, кипкән ирендәрен ҡыймылдатып:
- Булайым һәр саҡ мин. Иҫкә төшөрөп эҙләгән кеше бармы икән? - тип ҡуйҙы.
"Әсәйем генә борсолоп ултырмаһа. Юлға сыҡмай тор, балам, тине, үтенеп тә һораны. Күҙҙәре ниндәй һағышлы ине, ә мин..."
Бая килмәгән моң әле килеп төштөмө күңел соҡорона, ир ҡапыл һикереп торҙо ла бер аяғында һикергеләп бейергә кереште.
- Баҫ ҡыҙым, Әпипә, һин баҫмаһаң, мин баҫам,
Һинең баҫҡан эҙҙәреңә мин дә килтереп баҫам.
Элеккесә хәл юҡ ине, йығылыуҙан ҡурҡып стенаға тотондо ла тағы ултырҙы. Килгән моң һағыш булып йөрәккә ятты. Йырлағыһы килде. Ҡысҡырып. Тик ауыҙ асылманы, күңел һәм уй ҡапҡалары ғына шар асылды ла, бар донъяға ауаз һалып, моң һәм ғәм тирбәлеп-тирбәлеп таралды.
Сәскәйҙәрең толом-толом, уны нисек үрәһең?
Толом-толом сәстәреңде көн дә килә күрәһем...

(Дауамы. Башы 11-14-се һандарҙа).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 503

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru