«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2025

Ғинуар
   01  |  02  |  03  |  04 
Февраль
   05  |  06  |  07  |  08 
Март
   09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18  |  19  |  20  |  21 
Июнь
   22  |  23  |  24  |  25 
Июль
   26  |  27 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Башҡортостанда ер аҫты ҡаҙылма байлыҡтарын сығарыуҙың тирә-яҡ мөхиткә ҙур зыян килтереүе буйынса бик күп һорауҙар килеп тыуа. Һуңғы йылдарҙа республиканың Урал аръяғы райондарында был мәсьәлә бермә-бер киҫкенләште. Проблеманы хәл итеү өсөн нимәләр эшләнә һуң?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
"НУРБОСТАН" САҠЫРА
+  - 

Былтыр Башҡортостан Республикаһы Башлығы грантына башҡорт телендә тәүге "Нурбостан" анимация сериалы төшөрөлдө. 12 апрелдә, Космонавтика көнөндә, "Тамыр" балалар-үҫмерҙәр телеканалы йәш дуҫтарын "Йырлы донъя Нурбостан" байрамына саҡыра.

"Күп йылдар хыялланған проектты былтыр ғына тормошҡа ашыра алдыҡ, - ти "Тамыр" телеканалы директоры Гөлназ Ҡолһарина. - Пандемия шарттарында уҙған йылда йәш тамашасылар менән онлайн - Башҡортостан юлдаш телевидениеһының тура эфирында осраштыҡ. Ләкин беҙ "Нурбостан" байрамында йәнле аралашыуҙы, сериалдың үҙенсәлекле геройҙары һәм тарихы менән таныштырыуҙы мөһим тип һанайбыҙ. Анимация сериалының икенсе миҙгелен төшөрөү өсөн дә мөмкинлек булыр тип өмөтләнәбеҙ".
"Нурбостан" анимация сериалының беренсе миҙгеле 12 сериянан тора. Сағыу геройҙар, башҡорт легендалары һәм традициялары буйынса мауыҡтырғыс сюжеттар, юморға бай файҙалы мәғлүмәт, өҫтәл уйыны, социаль селтәрҙә ойошторолған конкурстар, "НУРТИН-банк" уйыны - быларҙың барыһы ла балалар өсөн бик ҡыҙыҡлы. Әлеге ваҡытта "Тамыр" телеканалы командаһы Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы саралары барышында "Нурбостан"ды республика райондарында һәм Рәсәй төбәктәрендә күрһәтә.
"Йырлы донъя Нурбостан" байрамы "Башҡортостан" дәүләт концерт залында була. Йәш тамашасыларҙы "Тамыр" телеканалының йыр студияһы, "Сулпылар" конкурсы еңеүселәре һәм республиканың бейеү ансамблдәре ҡатнашлығындағы концерт, шулай уҡ уйындар, бүләк уйнатыу, тәм-томдар көтә.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 465

Киске Өфө
 
Асыулы, ҡараңғы йөҙлө бер әҙәм йәмәғәт транспортында китеп бара һәм уйлай: "Тормошта бер йүнле нәмә юҡ, барыһы ла эс бошорғос. Етәксем - яуыздың яуызы, ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ..." Ә яурынында ултырған фәрештә блокнотына уның һүҙҙәрен сыйғыслай:"...барыһы ла эс бошорғос. Ҡатыным - мыжыҡ, балалар тәртипһеҙ, етәксем - яуыздың яуызы... Һуң был һүҙҙәрен ул кисә лә, унан алда ла яҙҙырғайны бит... Ниңә кәрәк икән уға былар? Ярай инде, үҙе шулай теләгәс, үтәргә тура килә..."

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив (PDF) Редакция
© 2025 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru