«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИЗГЕ РАМАҘАН БАШЛАНА
+  - 

Мосолмандар көтөп алған изге Рамаҙан айы башлана. Был ай - ураҙа тотоу, тәүбә ҡылыу, төнгө намаҙҙар уҡыу, саҙаҡа таратыу, Ҡөрьән-Кәримде уҡыу мәле. Был айҙа үҙен мосолман тип һанаған һәр кеше мотлаҡ рәүештә ураҙа тоторға тейеш. Ауырлы йә имеҙеүсе ҡатындарға, сәфәрҙә булғандарға, сирлеләргә ураҙанан тыйылыу рөхсәт ителә. Рамаҙан айындағы ураҙа еренә еткереп тотолғанда ғына камил һанала һәм Аллаһ тарафынан ҡабул ителә.

Мосолмандар был изге айҙы көтөп ала. Мысырҙа, мәҫәлән, урамдар төрлөсә биҙәлә, йорт-тирә яғы таҙартыла, яңы йыһаздар һатып алына, хәленән килмәгәндәр яңы балаҫ алып булһа ла түшәргә тырыша. Рамаҙан айы килеп еткәс инде Мысыр урамдарында ифтар (ауыҙ астырыр) өсөн махсус палаткалар ҡуйыла. Унда теләгән кеше инеп ашап сыға ала. Рамаҙан айы шулай уҡ төнгө намаҙҙарҙы көсәйтеү менән дә билдәле. Был айҙа йәстү намаҙынан һуң тәрәүих намаҙы уҡыла. Күптәр ураҙа тотоу ҡояш ҡалҡҡандан алып байығанға тиклем ашау-эсеүҙән тыйылыу ғына тип уйлап, яңылыша. Ураҙа тотоуҙың маҡсаты күпкә бөйөгөрәк. Төп маҡсат - тәҡүәлеккә ирешеү, тимәк, Аллаһтан ҡурҡыу, Уның ризалығына ынтылыу. Иң тәү сиратта Рамаҙан айы тәүбәне яңыртыу, көсәйтеү айы булып тора. Был айҙың Рамаҙан атамаһына "гонаһтарҙың янып бөтөүе" тигән мәғәнә һалынған. Ошо изге айҙа мосолман гонаһтары өсөн тәүбә ҡылып, изге эштәр эшләп, уларҙан арына. Гонаһһыҙ кеше булмай. Гонаһтарҙан арыныуҙың иң яҡшы юлы - ихлас күңелдән тәүбә ҡылыу. Сөнки: "Ысынлап та, Аллаһ тәүбә ҡылыусыларҙы ярата" ("Әл-Баҡара", 222).
Ураҙа тотоуҙың киләһе маҡсаты - ихтыяр көсөн нығытыу. Рамаҙан айында кеше ашап-эсеүҙән тыйылып, күберәк изге эштәр эшләргә ынтылып, насар эштәрҙән ары торорға тырышып, ихтыяр көсөн нығыта. Рух ныҡлығы, ихтыяр көсө күп ауырлыҡтарҙы йырып сығырға ярҙам итә, күңел төшөнкөлөгөнән аралай. Юҡҡамы ни, зәғиф, ауырыу кешеләр һау-сәләмәт кешеләргә ҡарағанда күпкә рухи яҡтан көслөрәк, маҡсаттарына ынтылыусаныраҡ була. Тимәк, улар булғанына шөкөр итә белә.
Рамаҙан айында әҙәм балаһы шулай уҡ ихласлыҡҡа өйрәнә. Сөнки ураҙа тотоуҙың төп шарты - ихлас ниәт. Беҙ ураҙаны ихлас күңелдән тик Аллаһ Тәғәлә өсөн генә тоторға, ошо ниәтебеҙҙе көн һайын яңыртып торорға тейешбеҙ. Бөтә ғәмәлдәрҙең дә ихлас күңелдән эшләнеүе - уларҙың ҡабул булыуы өсөн төп шарт
Ураҙа тотҡан кеше гонаһтарҙан ары торорға, нәфсеһен тыйырға, тыйылған ғәмәлдәрҙән йөҙ борорға тырыша. Уға мотлаҡ телен насар һүҙ һөйләүҙән тыйырға кәрәк. Сөнки ғәйбәт һүҙ һөйләү, алдашыу ураҙаны боҙа. Аллаһ Тәғәләгә бындай кешенең ашап-эсеүҙән тыйылыуы кәрәкмәй. Ураҙа тотаһың икән, тимәк, бөтә тән ағзаларыңды ла гонаһтан араларға тейешһең.
Тимәк, ураҙа тотоуҙың тағы бер маҡсаты - әхлағыңды үҙгәртеү. Рамаҙан айында гонаһтарҙан ары торорға тырышыу менән бер рәттән, әҙәбең өҫтөндә лә эшләргә кәрәк. Был изге айҙа талашып, әрләшеп йөрөү килешмәй. Кем дә булһа һине битәрләргә тотона, талашырға сәбәп эҙләй икән, Бәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә: "Мин - ураҙала", - тип әйтергә кәрәк.
Ашап-эсеүҙән, ғәйбәт һүҙ һөйләүҙән, әрепләшеүҙән баш тартыу өсөн ихтыяр көсөнән тыш, ҙур түҙемлек тә кәрәк. Тимәк, ураҙа тотоуҙың тағы бер маҡсаты - сабырлыҡҡа өйрәнеү. Аллаһ сабырҙарҙы ярата. Ҡыйын саҡтарҙа ла сабырлыҡ күрһәтә белергә кәрәк. Тейешенсә сабырлыҡ күрһәтеүселәргә әжер-сауаптар ҡаралған: "Ысынлап та, сабыр булғандарға әжерҙәре тулыһынса иҫәпһеҙ-һанһыҙ бирелер" ("Әз-Зумар", 39).
Ошо маҡсаттарҙың барыһынан да сығып, дөйөмләштереп әйткәндә, ураҙа тотоу - ул Раббыбыҙға буйһонорға ла өйрәнеү. Әммә был буйһоноуыбыҙ ураҙа тотҡан ваҡытта ғына түгел, даими булырға тейеш. Изге Рамаҙан айынан алда ошо маҡсаттарҙы тағы бер ҡат иҫкә төшөрөп, ниәтебеҙҙе дөрөҫләргә онотмаһаҡ ине.
Рамаҙан айының ҡасан башланыуына килгәндә инде, беҙ уны Бәйғәмбәребеҙ өйрәткәнсә, айға ҡарап беләбеҙ. Тимәк, Шәғбән айының 29-сы йәки 30-сы көнөндә яңы айҙың тыуыуын күҙәтергә кәрәк. Яңы ай тыуа икән - Рамаҙан айы башланды, ураҙаға инергә ваҡыт, тигән һүҙ. Ә инде бер йыл алдан астрономик календарь төҙөп, шуның буйынса ураҙаны башлау дөрөҫ түгел. Сөнки ҡайһы саҡта яңылышлыҡ китергә мөмкин. Яңы айҙың ҡасан башланырын бары Аллаһ ҡына белә. Уны алдан уҡ билдәләп ҡуйыу мөмкин түгел.

Нәркәс АЛСЫНБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 338

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru