«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨЛДӨРҘӨЛӘР, УЙЛАНДЫРҘЫЛАР
+  - 

Ошо көндәрҙә "Башҡортостан" дәүләт концерт залында башҡорт моңона, башҡорт юморына һыуһаған баш ҡала тамашасылары өсөн "Ҡармаҡ" музыкаль-юмористик шоу үткәрелеүе хаҡында хәбәр иткәйнек инде. Был йырлы-көлкөлө кисә юморға ҡоролған башҡа сараларҙан мәҙәктәрҙең юғары мәҙәниле булыуы менән айырылып торҙо.

Тамаша башланыуына ишаралап, сәхнәгә ҡармаҡ тотҡан балыҡсылар килеп сыҡты. Өс балыҡсы - Илсур Тайсин, Шәһит Хамматов һәм Иҙел Аралбаев донъя мәшәҡәттәренән арынып, тын ғына тулҡындар тауышын тыңлап, ара-тирә гәпләшеп ултырырға ниәтләгән икән. Һәм шунда уҡ был сарала ысын ир-егеттәр юморы өҫтөнлөк итәсәген аңланыҡ. Ысынлап та нәҡ шулай булды ла: һуңғы көндәрҙә ил-йортта барған хәл-ваҡиғаларҙың иң әһәмиәтлеләрен, мәсьәләләрҙең иң көнүҙәген һайлап ҡына тос мәрәкәләне улар. Мәҙәкселәрҙең күҙ уңынан мәҙәниәт, сәнғәт, сәйәсәт өлкәһендәге мөһим яңылыҡтар ҙа, йәмғиәттәге төрлө күренештәр ҙә ситтә ҡалманы. Әгәр шундай хәл мөмкин булып, һуңғы яңылыҡтарҙа хәбәрҙар булмаған берәү табылһа, уға "Ҡармаҡ"ты тамаша ҡылыу ҙа етер ине.
Ә ҡайһы бер тамашасылар сәхнәлә үҙен, йә яҡындарын да танығандыр: арабыҙҙа "хайп" артынан ҡыуып, оятын онотоусылар ҙа, үҙен "уңышҡа көйләгән" оҫталыҡ дәрестәре үтеп, яҡындарын өгөтләүселәр ҙә юҡ түгел. Йәмғиәтебеҙҙәге бына шундай төҙәтерҙәй күренештәрҙе күреп тотоп ала белгән тамашаның сценарий авторҙары Айбулат Сәсәнбаев һәм Рәйсә Абдуллина, афарин! Улар өр-яңы мәҙәк образдар - турист килерен көткән Бөрйән кешеһен, халыҡҡа интернет селтәрҙәре ярҙамында яҡынайырға тырышҡан депутат һәм йәш блогерҙы сәхнәгә сығарҙы. Тамашасыны "балыҡсыларҙың" үҙенә ҡатын-ҡыҙ ролен "кейеп" ҡарамауы ла арбаны, сөнки күптән уйналған был образ һөйкөмлөгөн юғалтҡан инде.

Шулай итеп, биткә ҡыҙыллыҡ килтергән билдән түбән шаяртыуҙар булмауы - "Ҡармаҡ"тың төп үҙенсәлеге һәм өҫтөнлөгө булды. Беҙ, ниһайәт, башҡорт юморының нескәлеген тойҙоҡ, "Себергә барам әле" кеүек шаян "вахта-ара йыр"ҙарыбыҙҙы хәтергә төшөрҙөк. Бына шундай сәғәт ярым ваҡыт эсендә көлдөрөп тә, уйландырып та, күңелдәрҙе елкендереп тә ебәрерҙәй тамаша ойошторҙо Рита Өмөтбаева етәкселегендәге "ҠурайТВ" каналының командаһы: режиссерҙар З. Баймырҙина һәм А. Ғәликәева, музыкаль яҡтан биҙәүсе У. Мөхәмәтйәров, графика Р. Зиаитдинов, оператор В. Асҡаров һәм "Ҡармаҡ" юмор клубы ағзалары.

ӘЙТКӘНДӘЙ...
Тиҙҙән, апрель айы аҙағында, "Ҡурай ТВ" каналы "Башҡорт йыры"на 10 йыл тулыу айҡанлы баш ҡала халҡына өр-яңы бүләк-сара әҙерләй: легендар композитор Рим Хәсәновтың иң билдәле йырҙарынан торған "Һаумы, Маэстро!" тип аталған концерт уҙғарыла. Меңдәр күңелен моңо, аһәңе менән арбаған йырҙар авторының ижад донъяһына сәйәхәткә саҡыра ойоштороусылар.

Сәриә ҒАРИПОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 09.04.21 | Ҡаралған: 396

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru