«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КҮҘҘӘН ҮТКӘРӘЙЕК
+  - 


Башҡортостан һалдаттарының яртыһы кире ҡайтмаған

- Бөйөк Ватан һуғышының тәүге көндәренән республика хәрби комиссариаттарына меңдәрсә кеше ғариза яҙа. Хәрби хеҙмәткә яраҡһыҙ һәм оло йәштәге ир-ат хеҙмәт армияһына алына.
- 1941 йылдың 1 октябренән республика территорияһында 16-50 йәшлек ир-егеттәргә хәрби күнекмәләр үткәрелә башлай. Республикала танкыларҙы, автоматсыларҙы, пулеметсыларҙы, минометсыларҙы, кавалеристарҙы, снайперҙарҙы, элемтәселәрҙе юҡ итеүгә әҙерләүсе подразделениелар әҙерләнә.
- Һуғыш йылдарында Башҡортостандан хеҙмәт армияһына 106 меңдән ашыу кеше мобилизациялана. Улар Урта Урал ГРЭС-ында, Силәбелә Киров заводында, Свердловск, Пермь һәм Силәбе өлкәләре шахталарында, Үрге Иҫәт һәи Яңы Тагил металлургия заводтарында, торф сығарыуҙа эшләй.
- Һуғыш йылдарында Башҡортостандан фронтҡа 710 мең кеше китә, уларҙың 300 мең самаһы һәләк була, 50 меңе инвалид булып ҡала.

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан иң күп Советтар Союзы Геройы сыға

- Республиканың һуғышҡа хәрби өлөшө - ул күп һанлы хәрби формированиелары:
6 уҡсылар дивизияһы,
4 кавалерия дивизияһы,
2 уҡсылар бригадаһы,
13 айырым артиллерия полкы,
4 бронепоезд. Улар барыһы ла Еңеү тарихына ҙур өлөш индерә.
- Кавалерия дивизияларынан хәрби хәрәкәттәрҙә берәү - билдәле 16-сы гвардия (112-се) Башҡорт кавалерия дивизияһы ғына ҡатнаша. Ул 1941 йылда тулыһынса республика халҡынан туплана.
- Дивизия Волганан Эльбаға тиклем дүрт мең километрҙан ашыу юл үтә, частары резерв менән тулылана (1943 йылда), ике тапҡыр тулыһынса тиерлек яңыртыла. Дивизияның 3860 яугиры ордендар һәм миҙалдар менән наградлана.
- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы Ҡыҙыл Армияның 78 яугиры Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ һәм биш кешеһе Дан орденының тулы кавалеры булған берҙән-бер кавалерия берләшмәһе була.
- Дивизияның беренсе командиры Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының хәҙерге Шайморатов ауылында тыуған генерал-майор Миңлеғәли Шайморатов (1941 йылдың декабренән) була. 1943 йылдың 23 февралендә Украинаның Ворошиловоград өлкәһе Петровское һәм Юлино (Штеровка) ауылдары араһында полк дошман тылына рейдтан сыҡҡан ваҡытта Шайморатов батырҙарса һәләк була. Унан һуң дивизия командующийы итеп Григорий Белов (февраль 1943 йыл - май 1945 йыл) тәғәйенләнә.

Һуғыш фронттарындағы ҡаһарманлыҡ

- Башҡортостан улдары Бөйөк Ватан һуғышының барлыҡ фронттарында ла һуғыша. Уларҙың 200 меңдән ашыуы орден һәм миҙалдар менән наградлана. 278 кеше Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры.
- Шакирйән Мөхәмәтйәнов (Александр Матросов), Миңлеғәли Ғөбәйҙуллин һәм Григорий Овчинников күкрәктәре менән дошман амбразураһын ҡаплап, үлгәндән һуң Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
- 1943 йылдың ғинуарында Сталинград һуғышында 44-се уҡсылар дивизияһы составында Зөбәй Үтәғолов һәм Тимерәй Көбәкәев үлемһеҙ ҡаһарманлыҡ күрһәтә. Днепр өсөн алышта Валентин Паширов айырылып тора, уның командалығында танк взводы дошмандың 10 ут нөктәһен, ротаға тиклем һалдатын юҡ итә. Артиллерист Степан Овчаров яңғыҙы дошмандың дүрт танкыһын сафтан сығара, ә Григорий Ветошников һалдаттарҙы Днепр аша сығарғанда айырылып тора.
- Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була, 250 хәрби осош яһай, Көнсығыш-Пруссия һөжүм итеү операцияһы ваҡытында айырылып тора.
- 1945 йылдың апрелендә рейхстагты алған һәм уның көмбәҙенә Ҡыҙыл Байраҡ ҡаҙаған яугирҙар араһында Мишкә районынан Ғәзи Заһитов та була.
- Башҡортостандан сығыусылар шулай уҡ партизандар хәрәкәтендә лә ҡатнаша. Украина партизан отрядтарында Б. Фәтхинуров, П. Ершов, С. Хәбиров ҡатнаша. Өфөлә тыуған И. Александров Белоруссияла партизандар отряды төҙөй. Украинала, Белоруссияла һәм Чехословакияла партизандар хәрәкәтен ойоштороусыларҙың береһе "Ҡара генерал" - Даян Мурзин була. Француз ҡаршылығында М. Шаһиев, А. Гришанин, Ф. Рыбаков, Г. Чернов, В. Елистратов айырылып тора, ә А. Коляскин ике йыл итальян партизандары менән бергә һуғыша. Майор Б. Г.Нәзиров Бухенвальд концлагерында ихтилал күтәргән йәшерен төркөмдө ойоштороусыларҙың береһе була.
- Башҡортостандан математика уҡытыусыһы өлкән сержант Әхәт Әхмәтйәновтың исеме фронт гәзиттәре битенән төшмәй. Ул данлыҡлы снайпер була. Гәзиттәрҙә уның сәпте эҙләүҙә һоҡланғыс уйлап табыуҙары, туп-тура атыу һәләте тураһында яҙалар. Шундай мәҡәләләрҙең береһе - "Поединок снайперов" 1943 йылдың 26 декабрендә "Красная Звезда" гәзитендә сыға.

Өфө эре фәнни үҙәккә әүерелә

- 1941 йылдың йәйендә Өфөгә президенты Александр Богомолец етәкселегендә Украина ССР-ының Фәндәр академияһы күсенә. Академияның 11 институты һәм китапханаһы бөтә ҡала буйлап таратыла. Башҡортостандың баш ҡалаһы юғары уҡыу йорттары Мәскәүҙең, Ленинградтың, Киевтың билдәле ғалимдары, профессорҙары менән тулылана. Өфө институттарының күп кенә кафедраларын фән докторҙары һәм академиктар етәкләй. Мәҫәлән, Өфөлә эвакуацияла билдәле телсе-филолог, академик Леонид Булаховский йәшәй һәм эшләй.
- Тулы булмаған мәғлүмәттәр буйынса, һуғыш йылдарында Өфө институттарында 1,5 меңдән ашыу кеше юғары белем ала. Ул ваҡытта төбәк өсөн был һан ысын мәғәнәһендә рекорд була.
- Еңеүгә ғалим-медиктар ҙа үҙ өлөшөн индерә: һуғыш йылдарында Өфөлә гангренаға ҡаршы сыворотка эшләүҙе үҙләштерәләр. Уның ярҙамында Башҡортостан госпиталдәрендә тиҫтәләрсә мең яугир аяҡҡа баҫтырыла.

Өфөгә тиҫтәләрсә завод эвакуациялана

- Республика сәнәғәте яңы шарттарға ҡулайлаша. Заводтарҙа миналар, снарядтар, гранаталар, авиабомбалар һәм башҡа хәрби продукция эшләү үҙләштерелә. Өфө паровоздар ремонтлау заводында бронемайҙансыҡтар һәм бронепоездар сығарыла башлай, нефть эшкәртеү заводтарында - бензин, автол, кәрәсиндең юғары октан сорттары, Белорет ҡорос-сым заводында - авиация тростары, пружиналар, Тирлән металлопрокатлау заводында - юғары сифатлы ҡорос ҡалайҙар.
- Һуғыш йылдарында республикаға йөҙҙәрсә сәнәғәт предприятиеһы, шулай уҡ илдең Ҡораллы Көстәренең ике академияһы - К. Е. Ворошилов исемендәге Генераль штабтың Юғары мәктәбе (Өфө) һәм В. И. Ленин исемендәге Хәрби-сәйәси академия (Бәләбәй) эвакуациялана. 1941 йылда Наркомавиапром фронт ихтыяжы өсөн продукция сығарған тиҫтәләрсә заводты Өфөгә күсерә.
- l Предприятиелар менән бергә республикаға эшселәр эшелондары ла килә. Өфө генә 106 мең эвакуацияланыусыны ҡабул итә. Барлығы республикаға 247 мең кеше эвакуациялана. Улар торлаҡ, эш менән тәьмин ителә, балалары мәктәптә, институттарҙа уҡый.
- Үҙ ҡорамалдары менән эвакуацияланған күп кенә предприятиелар урындағылар менән берләштерелә. Запорожье, Гомель, Изюм, Станиславский паровоз ремонтлау заводтары Өфө ПРЗ-ында эшләй. Үрге Волга моторҙар эшләү заводы Өфө моторҙар эшләү заводы территорияһында урынлаша. Калуга шырпы фабрикаһы Өфө шырпы фабрикаһында эшләй. Белорус ССР-ының Микашевич фанера комбинаты Черниковка комбинаты менән берләштерелә.
- Мәскәүҙең "Электропровод", "Металлорукав", Подольскиҙың "Винилпровод", Одессаның "Электрошнур" һәм Харьков электромеханика заводтары берләштерелә. Республиканың электр-техника сәнәғәте танкылар һәм самолеттар өсөн электр ҡорамалдары, хәрби караптар өсөн ҡорамалдар, электр-акустика аппаратураһы, аккумулятор батареялары һ.б. сығара. Мәҫәлән, бары тик бер заводта ғына 20 төр элемтә аппараты эшләнә.
- Эвакуацияланған моторҙар эшләү заводтары, шул иҫәптән Рыбинск ҡалаһы, ҡатнашлығында Өфөлә авиация моторҙары эшләү предприятиеһы, хәҙерге УМПО булдырыла.
- Эвакуацияланған Рубежанск химия комбинаты базаһында Башҡортостанда химия сәнәғәте булдырыла. Өфөлә тоҙ кислотаһы, сода, хлор, хлорбензол сығарыла башлай. Тәбиғи каучук заводы файҙаланыуға тапшырыла.
- Өфөгә Ленинградтан эвакуацияланған "Красный треугольник" һәм Ярославлдән "Резинотехника" нигеҙендә Өфө резина-техник изделиелар заводы булдырыла. Завод Хәрби-диңгеҙ флоты өсөн ҡорамалдар сығара.
- Һуғыш йылдарында еңел сәнәғәттең яңы предприятиелары барлыҡҡа килә. Республикала Ҡыҙыл Армия һәм Хәрби-диңгеҙ флоты ихтыяжы өсөн кейем-һалым, аяҡ кейеме тегеү буйынса бик күп фабрикалар эшләй. Өфөлә Хәрби-диңгеҙ флотының № 200333 кейем склады урынлаша. Республикала тегелгән кейем флот буйынса таратыла.
- Шул йылдарҙа республикала урындағы яғыулыҡты (тәбиғи газ, торф, һоро күмер) әүҙем таба башлайҙар. Һуғышҡа тиклем асылған нефть сығанаҡтарына 1943 йылда асылған Кинйәбулат ятҡылығы ла өҫтәлә.
- Һуғыштың беренсе көндәрендә фронтҡа алынған эшселәрҙе хаҡлы ялдағы хеҙмәт ветерандары, ҡатын-ҡыҙ һәм үҫмер балалар алмаштыра. Мәҫәлән, Белорет металлургия комбинатында ҡатын-ҡыҙ эшселәрҙең дөйөм һанының 60 процентын тәшкил итһә, Миндәк алтын табыу фабрикаһы эшселәренең 80 проценты ҡатын-ҡыҙ була.
- 1941-1944 йылдарҙа республика фронтҡа 362 вагон бүләктәр оҙата. Фронтовиктар өсөн барлығы 83 мең пар быйма, 21 мең ҡыҫҡа тун, 29 мең мамыҡ эсле куртка һәм салбар, өс мең тире жакет, 35 мең ҡолаҡсын бүрек һәм башҡа йылы әйберҙәр йыйыла.
- Бынан тыш, республика халҡы "Башҡортостан истребителе", "Башҡорт АССР-ына 25 йыл", "Башҡортостан комсомолы", "Салауат Юлаев", "Башҡортостан нефтсеһе", "Белорет металлургы" авиаэскадрильялары эшләү, "Башҡортостан уҡытыусыһы" танк колонналары һ.б. өсөн аҡса йыйып ебәрә. Республика халҡы Ҡыҙыл Армияны һәм Хәрби-диңгеҙ флотын ҡоралландырыу өсөн барлығы 255 миллион һум аҡса йыя.

Ауылда ҡатын-ҡыҙ ирҙәр һөнәрен үҙләштерә

- Һуғыш йылдарында ауыл хужалығы производствоһында эшләүҙең бар ауырлығы ҡатын-ҡыҙ елкәһенә төшә. Улар тракторсы, комбайнер, водитель, колхоз рәйесе, бригадир булып эшләй.
- Колхоз-совхоздарҙа комсомол-йәштәр бригадалары ойошторола һәм уларҙың ҡайһы берҙәре Йәштәр бригадаларының Бөтә Союз ярышында бер нисә тапҡыр беренселекте яулай. 1944 йылда Башҡортостанда бындай бригадалар һаны өс мең самаһы була. Әлшәй районынан патриотик хәрәкәт инициаторы Нина Саламатинаның йыл һайын һәр гектарҙан 20-25 центнер яҡшы иген алған звеноһы ҙур популярлыҡ яулай.
- СССР-ҙың азат ителгән райондарына ярҙам күрһәтеү өсөн республика комитеты ойошторола. Башҡортостан Ворошиловград өлкәһе (хәҙер Луганск өлкәһе) һәм Сталинградты шефлыҡҡа ала. 1943 йылдың 13 сентябрендә Ворошиловградҡа сәнәғәт ҡорамалдары һәм аҙыҡ-түлек менән беренсе эшелон оҙатыла, йыл һуңына ҡорамалдар, техника һәм материалдар, 15 мең ат, 18 мең һарыҡ, 9 мең сусҡа, 7 мең баш эре мал менән 90 вагон оҙатыла. Шулай уҡ Сталинградҡа, Харьковҡа һәм башҡа ҡалаларға төҙөлөш материалдары ебәрелә.
- Һуғыш йылдарында Башҡорт АССР-ы 1479,5 миллион һумлыҡ, йәғни СССР производствоһының 2,2 проценты, ауыл хужалығы продукцияһын етештерә. Фронтҡа 71 мең ат, 750 трактор, аҙыҡ-түлек ебәрелә.
- 1943 йылда мобилизацияға бәйле эшкә яраҡлы колхозсылар һаны 31 процентҡа, йәғни 218 мең кешегә кәмей.
- Республикала колхоздарҙа һәм совхоздарҙа, нигеҙҙә, малсылыҡ, баҡсасылыҡ, игенселек, орлоҡсолоҡ менән шөғөлләнәләр. Шул уҡ ваҡытта ауыл крәҫтиәненең йәшәү шарттары бик түбән була. Һуғыш йылдарында ауыл халҡының һаны 706,5 мең кешегә кәмей. Ауылдан эшкә яраҡлы халыҡтың 18 проценты мобилизациялана. Колхозсыларҙың үҙ хужалығынан алған продукция ғаиләләрҙең иң түбән ихтыяжын да ҡәнәғәтләндереүгә етмәй. Етерлек ашамауҙан дистрофия менән ауырыусылар күбәйә.

Мәҙәниәт тә эшен туҡтатмай

- Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Өфөлә ысын мәғәнәһендә мәҙәни күтәрелеш башлана. Патриотик күтәрелеш тулҡынында яңы әҙәби һәм музыкаль әҫәрҙәр ижад ителә, улар башҡорт сәнғәтенең классикаһына әүерелә. Барлыҡ ошо йылдарҙа Башҡортостанда үҙ дәүеренең символына әйләнгән Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, Баязит Бикбай, Сәғит Агиш, Ғариф Ғүмәр һәм башҡалар йәшәй һәм эшләй.
- 1944 йылдың 12 сентябрендә Өфөлә буласаҡ билдәле сәнғәт эшмәкәре, Милли филармония оркестры дирижеры, СССР-ҙың халыҡ артисы Владимир Спиваков тыуа. Уның әсәһе, пианист Екатерина Вайнтрауб Ленинград блокадаһын үтә, һуңынан уны Өфөгә эвакуациялайҙар. Бында ул Өфө моторҙар эшләү заводының "Ударник" клубында концертмейстер булып эшләй. Тормош иптәше Теодор Спиваков заводта термик цехтың контроль мастеры булып эшләй. Һуғышта ауыр яраланғандан һуң демобилизациялана һәм яҙмыш уны тап Башҡортостандың баш ҡалаһына килтерә.
- Һуғыш башланыу менән Өфө театрҙары үҙҙәренең репертуарын яңынан төҙөй. Алдынғы театр коллективтары хәрби темаға әллә күпме спектаклдәр ҡуя. 1944 йылда Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында Лев Степанов һәм Заһир Исмәғилев музыкаһына беренсе башҡорт балеты - "Аҡҡош күле" ҡуйыла. Балетмейстеры - Нина Анисимова.

Утыҙ яҙыусы иҫән ҡайта

- Тыуған илгә тоғролоҡҡа ант биреп, бик күп Башҡоростан яҙыусылары фронтҡа китә. Уларҙың 18-е яу яландарында башын һала. Утыҙы яраланып һәм төрлө наградаларға эйә булып әйләнеп ҡайта. Ул ваҡытта халыҡ шағирҙары Мостай Кәрим, Сәйфи Ҡудаш, Рәшит Ниғмәти, орден эйәһе Баязит Бикбай, яҙыусы Сәғит Агиш, Ғариф Ғүмәр, Әкрәм Вәлиҙең тауышы яңыса яңғырай.
- Һуғыш һәм совет халҡының һуғыштағы ҡаһарманлығы илдең күп милләтле әҙәбиәтендә күп китаптарҙың нигеҙенә ята.

Өфөлә - туғандаш илдәр президенттары һәм билдәле коммунистары

- 1941 йылдың октябрендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһына Коммунистик Интернационалдың Башҡарма комитеты - Коминтерн эвакуациялана. 1943 йылдың майына тиклем элекке Коммерция училищеһы (хәҙер Ленин һәм Революцион урамдар киҫелешендәге Өфө авиация колледжы) бинаһында коммунистик хәрәкәттең билдәле эшмәкәрҙәре ултырыштар үткәрә. Улар - итальян коммунисы Пальмиро Тольятти, Болгарияның буласаҡ лидеры Георгий Димитров, Чехословакияның буласаҡ президенты Клемент Готвальд, билдәле испан революционеры Долорес Ибаррури, француз коммунистар партияһы етәксеһе Морис Торез, немец-антифашисы, ГДР-ҙың буласаҡ президенты Вильгельм Пик һ.б. 1942 йылдың 7 мартында Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған митингыла демонстранттар алдында Долорес Ибаррури сығыш яһай.

Өфөнән Гитлерға ҡаршы агитация тарала

- Буласаҡ революционерҙарҙы әҙерләүҙән тыш, Коминтерн Башҡарма комитеты ағзалары һәр көн агитация материалдары менән эфирға сыға һәм 18 телдә тапшырыуҙар алып бара. Редакция һәм радиорубка хәҙер Главпочтамт урынлашҡан бинала була. Сигнал Глумилино ауылындағы радиовышка ярҙамында тапшырыла. Легендар диктор Левитан тауышы менән бөтә илгә таралған фронт хәбәрҙәре тап ошо радиовышка аша үтә. Башҡортостандың баш ҡалаһынан антифашистик тапшырыуҙарҙы Европаның барлыҡ оккупациялағы территорияһында тыңлайҙар, сигнал хатта Америкаға ла барып етә.
- 1941 йылдан 1945 йылға тиклем Башҡортостанда балалар йорттары һаны 28-ҙән 130-ға тиклем, ә балалар һаны 4 меңдән 16300 кешегәсә арта.
- 1945 йылдың 28 июлендә Өфөгә Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы демобилизацияланған яугирҙар тейәгән беренсе эшелон ҡайта.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 354

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru