«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХТЫҢ УТЛЫ МӨҺӨРӨ
+  - 

Бөйөк байрамды ҡаршылап, ошо уңайҙан билдәле шағирә һәм журналист, Ш. Хоҙайбирҙин премияһы лауреаты Зөһрә Ҡотлогилдинаның "Һуғыш балалары - тарих яралары", "Һуғыш яралаған бала саҡ", "Һуғыш балалары һөйләй" китаптар серияһы нисек барлыҡҡа килеү тарихы менән танышайыҡ.

Был эшкә тотоноуыма билдәле белорус яҙыусыһы Светлана Алексиевичтың "Һуғыш йөҙө ҡатын-ҡыҙмы?" һәм "Һуңғы шаһиттар" тигән документаль китаптары этәргес булды. Автор фашистарҙың тәүге һөжүмен ҡабул иткән Белоруссия ерендә йәшәүсе ҡатын-ҡыҙҙарҙың, балаларҙың иҫтәлектәрен магнитофон таҫмаларына яҙып алып баҫтырғайны. Уларҙың һуғышты нисек итеп иҫендә ҡалдырыуы тураһындағы юлдарҙы тыныс уҡыу мөмкин түгел ине.
"Ә тылда еңел булғанмы ни?" Китаптарҙы уҡып сыҡҡандан һуң шундай тәүге һорау тыуҙы. Һәм мин иң башта үҙебеҙҙең Көйөргәҙе районы Ялсыҡай ауылы инәйҙәренең, апайҙарының иҫтәлектәрен яҙып алдым. Үкенескә күрә, уларҙың бөтәһе лә тиерлек хәҙер мәрхүмә инде. Тора-бара ошо иҫтәлектәргә Башҡортостандың өс тиҫтәгә яҡын район-ҡалаларында, хатта сит төбәктәрҙә йәшәүсе инәйҙәрҙең хәтирәләре лә өҫтәлде. Уларҙың бер өлөшөн Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан "Башҡортостан" гәзите лә баҫтырып сығарҙы. Ун дүрт һанда донъя күргән яҙмалар уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уятты. Башҡортостан радиоһынан тапшырыу ойошторолдо. Шуларҙы уҡып, тыңлап, тыл ветерандары үҙҙәре мине эҙләп килә, хаттар ебәрә башланы. "Беҙгә ошоғаса әллә ни иғтибар булманы", - тип үпкәләрен дә белдерҙе. Шуныһы ҡыуаныслы: хәҙер килеп уларҙы һуғыш ветерандарына тиңләнеләр. Бындай хөрмәткә күптән лайыҡ ине тыл хеҙмәткәрҙәре. Бөйөк Еңеү өсөн үҙ ауыҙҙарынан өҙөп, һуңғы ризыҡтарын фронтҡа ебәреп, аслыҡтан үлеүселәр әҙ булғанмы ни? Станок артына баҫҡан, тракторға ултырған, урман киҫкән, шахтаға төшкән, госпиталдәрҙә алһыҙ-ялһыҙ эшләгән ҡатын-ҡыҙҙар күпме ауырлыҡ, михнәт, мохтажлыҡ кисергән. Бик күп ҡорбандар менән яуланды был Бөйөк Еңеү.
"Һуғыш йылдарында республика хеҙмәтсәндәре фронтҡа шундай-шундай ярҙам күрһәтте", - тигән һандар, факттар килтерелгән тарихи, документаль хеҙмәттәр яҙылған. Әҙәби әҫәрҙәр ижад ителгән. Ә бына айырым кешеләрҙең нисек йәшәүе, фиҙаҡәр хеҙмәте, фронтҡа ярҙам итеүҙәрен һөйләүсе иҫтәлектәрҙең тәьҫире бөтөнләй башҡаса. Мин төҙөгән йыйынтыҡҡа Бөйөк Еңеүҙең 65 йыллығына 65 тыл ветеранының хәтирәләре индерелде. Был яҙмаларҙа - күпме күҙ йәше, һыҙланыу, йөрәк әрнеүҙәре, ҡайғы-хәсрәт. Уларҙың һөйләгәндәренән ғаилә фажиғәләре йылъяҙмаһы күҙ алдына килеп баҫа. Дүрт йыл буйына барған һуғыштың алғы һыҙығы ҡаҡшамаһын өсөн тылдағы көндәлек ҡаһарманлыҡтар сағылдырыла унда. Көндө төнгә ялғап эшләгән апай-инәйҙәребеҙ әле лә баҫалҡы ғына ғүмер кисерә, барына риза булып, шөкөр итеп көн күрә. "Беҙҙең һуғыш ваҡытында күргәндәр менән сағыштырғанда бөгөнгө уйлап сығарылған көрсөк тигәндәре нимә ул! Иң мөһиме, тыныслыҡ булһын, табындарҙан икмәк өҙөлмәһен, яндарығыҙҙа ғәзиз кешеләр булһын. Шуларҙың ҡәҙерен белегеҙ", - ти улар.
Егерме һигеҙ йәшендә генә гүр эйәһе булған, аңлы тормошомда бер тапҡыр ҙа "атай" һүҙен әйтмәгән атайыма, егерме биш йәшендә генә тол ҡалып, үҙе аяҡһыҙ ҡалһа ла, ике ҡыҙын сирле килеш яңғыҙ аяҡҡа баҫтырған әсәйемә, бик күп тол ҡатындарға, етем балаларға, ҡаһарман тыл ветерандарына, уларҙың ҡаҡшамаҫ рухтарына бер йәдкәр булһын ошо йыйынтыҡҡа туплаған яҙмаларым. Икенсе донъя һуғышында Ер йөҙөндә ун өс миллиондан ашыу бала һәләк булған, тиҙәр. Йәшәй башламаҫ борон яҡты донъя менән хушлашҡан, уларҙан тыуасаҡ сабыйҙар ғүмеренә балта сабылған, тамырҙары ҡоротолған. Бөтә ҡорбандар рухына изге аят булып яңғыраһын был иҫтәлектәр. Ерҙә һуңғы һалдат йәшәгәнгә тиклем, атай-олатайҙарын юғалтҡан һуңғы бала, ейән йәшәгәнгәсә һыҙлаясаҡ ул һуғыш яраһы. Аҙаҡ тарихтың мәңгелек утлы мөһөрө булып ҡаласаҡ.

Зөһрә ҠОТЛОГИЛДИНА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 302

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru