«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИРҘӘР ҘӘ ИЛАЙ
+  - 

Атай... Әтей... Әтекәйем! Бына 24 йыл инде һине Бөйөк Еңеү байрамы менән ҡотлай алғаным юҡ.
9 май иртәләре бала саҡтан һәр саҡ ҡояшлы булып хәтергә уйылған. Мәктәп янындағы обелиск эргәһендә орден-миҙалдар таҡҡан сал сәсле ветерандар, улар араһында һис төҫ ташламаған, йәш сырайлы, ыҡсым, төҙ кәүҙәле атайым...
Һуғыш тураһында һөйләргә яратманы ул. Бары тик өҙә-йолҡа ишеткәндәрем буйынса ла бала саҡтан уның ҡот осҡос фажиғә булыуын күҙаллай инем.
Башланғыс кластарҙа уҡыған сағымда төн уртаһында ишек шаҡығандарына уянып киттек. Өйгә оло ғына йәштәге бер уҙаман килеп инде: "Иптәш кесе лейтенат, иҫләйһеңме мине?" Баҡалы районында йәшәгән Сәғит исемле фронтташы эҙләп килгән икән атайымды. Тиҙ генә ҡоролған табын артында төнө буйы һөйләшеп-йырлашып сыҡты улар:
"Три танкиста, три весёлых друга -
Экипаж машины боевой..."
Йыры йыр инде... "Волокаламское шоссе", "Т-34", "паёк," "хата" кеүек бер ҡасан да ишетмәгән һүҙҙәрҙе ғәжәпһенеп тыңлайым, унан бигерәк ике ветерандың ҡосаҡлашып илағанына аптырайым. Ирҙәр ҙә илар икән! Икенсе бүлмәлә ятһам да һаҡ ҡолағым менән барыһын да ишетәм бит, артабан үҙем дә ҡушылып илайым, сөнки уларҙың һөйләгәнен сабый ғына аңыма һеңдерә алырлыҡ түгелмен:
- Иҫләйһеңме, Ханнанов, яуҙан һуң танкыларҙың гусеницаларын мәйеттәрҙең итенән таҙалап алырға тура килә торғайны...
- Тирләп-бешеп, дошмандан йәшерер өсөн танк һыймалы соҡор ҡаҙабыҙ ҙа, мәле еткәс, танкыларҙы тиҙ генә кире ҡаҙып сығарабыҙ, ә тышта 4- 45 градус һыуыҡ! Үпкә сире шунан килә лә инде...
Сәғит ағай һуңынан атайыма халыҡ медицинаһы рецептары яҙып, төрлө үләндәр менән бандеролдәр ебәрә торған булды...
Атайымдар 4 бер туған яуға киткән: Муллабай быуайым, атайым, Ғәбделхәй һәм Ғәбделхаҡ ағайҙарым. Төҫкә ныҡ матур булған Ғәбделхәй ағайым, саҡ өйләнеп, Ғәлиә еңгә менән бер нисә көн генә йәшәп өлгөргән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бабайым да, ағайым да һуғыштан ҡайта алмаған. Муллабай быуайымдың ҡатыны Мәғүзә әбей магазинда сиратта торғанда үҙ-үҙенә таҡмаҡ әйтеп, өҙә баҫып бейей ҙә китә торғайны. Беҙ, бер ни аңламаған бәләкәс ҡыҙҙар, шарҡылдашып көлөшкән булабыҙ, ә әбейемдең күҙҙәре тулы йәш...
Тағы бер хәтирә...
Украинала булдымы икән был хәл, Беларустамы, төпсөнөп һорашырға баш етмәгән бит! Былай тип хәтерләр ине атайым: "Бер хатаға ингәйнек, күрәм, стенала мандолина элеүле тора. Хужаларҙан рөхсәт һораным да уйнап ебәрҙем башҡорт көйҙәрен! Ә уларҙың күҙҙәре дүрт булды:
- Ҡайҙан һин, һалдат?
- Башҡортостандан.
- Ә фамилияң нисек?
- Ханнанов!
- Бынан бер нисә сәғәт элек кенә беҙгә бер егет ингәйне. Ул да мандолинала тап ошо көйҙө уйнаны. Фамилияһы ла Ханнанов ине, буғай...
Теге егет, ысынлап та, Ханнанов булып сыға - һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан Ғәбделхаҡ ағайым! Ике яугир ҙа хатала "Ҡарабайҙы" уйнаған икән...

Зөлфиә ХАННАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 06.05.21 | Ҡаралған: 393

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru