«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
УЙЛАНДЫРА ТОРҒАН БАҪМА
+  - 

"Киске Өфө" гәзитен байтаҡ йылдар алдырам. Ике тиҫтәгә яҡын тарихы булған гәзит минең дуҫыма әүерелде, уның һәр һанын ғаилә менән көтөп алабыҙ.

Уны ҡулға алыу менән тәү сиратта "Әйт, тиһәгеҙ..." рубрикаһы аҫтында баҫылған яуаптарға иғтибар итәм, шуны уҡый һалып сығам. Сөнки бөгөн беҙҙең йәмғиәтте борсоған иң мөһим һорауҙар, мәсьәләләр күтәрелә унда. Унан инде "Баш эшләтмәк"кә тотонабыҙ: бөтә ғаилә менән сканворд һорауҙарына яуаптар эҙләйбеҙ. Берәй ауыр һорауға яуап таба алмаһаҡ, интернеттан да, китаптарҙан да ҡараштырып, табып, яҙып ҡуябыҙ. Был урында шундай теләк-тәҡдимемде лә әйтеп китәйем: балалар өсөн дә башҡортса йомаҡтар, һүҙ табышмағы кеүек ҡыҙыҡлы материалдар баҫылһа, шәп булыр ине.
Гәзит уҡыусыны уйландырған хәл-ваҡиғалар, йәмғиәттәге күренештәр буйынса фекер төйнәргә этәргес - гәзиттең икенсе-өсөнсө биттәрендәге актуаль мәҡәләләр менән яйлап ултырып танышам. Төрлө закондарҙа үҙгәрештәр, яңылыҡтар тураһында "Ишеттегеҙме әле?" рубрикаһы, халыҡ медицинаһына арналған мәҡәләләрҙе лә иғтибарҙан ситтә ҡалдырмайым. Аҙна һайын сыҡҡан, ҙур булмаған "Халыҡ дауаһы"нда ҡайһы бер үләндәрҙең фотоһүрәтен дә урынлаштырырға мөмкинлек табылһа, уғата яҡшы булыр ине, тип теләйем. Ҡыҙғанысҡа күрә, ҡайһы бер шифалы үҫемлектәрҙе танып белмәйбеҙ шул...
"Киске Өфө"нө үҙ итеүемдең тағы бер сәбәбе бар - унда башҡорт халыҡ йолалары тураһында мәғлүмәттәр күп баҫыла. Төрлө сараларҙа ҡулланырға уңайлы итеп әҙерләнгән йола сценарийҙары ла донъя күрҙе унда, мин үҙем дә тәжрибәм менән уртаҡлашып, ямғыр теләү йолаһы тураһында сценарий яҙып баҫтырҙым. Былар беҙгә, ағинәйҙәргә, үтә лә кәрәкле, мөһим яҙмалар. Сөнки балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре, мәктәп уҡыусылары менән әүҙем эшләйбеҙ. Сосновка урыҫ ауылы булғас, башҡортса ла, русса ла һөйләп, башҡорт халыҡ йолаларын күрһәтәбеҙ, байрам саралары ойошторабыҙ. Шулай уҡ гәзиттең "Ағинәй мәктәбе" рубрикаһын да ҡыҙыҡһынып уҡыйбыҙ, был инде ойошмабыҙҙың республикалағы тармаҡтары араһында тәжрибә уртаҡлашыу, фекер алышыу майҙаны. Әйткәндәй, беҙҙең ауылда "Киске Өфө" гәзитенең иң әүҙем, иң тоғро уҡыусыһы - Фәнилә Мусина исемле ағинәйебеҙ. Ул элек почта хеҙмәткәре булып эшләгән һәм үҙ иңдәренә башҡорт матбуғатына яҙҙырыу бурысын алған. Уның менән гәзиттәге мәҡәләләр буйынса ултырып фекер алышып, һөйләшеп алабыҙ.
Тағы ла бер үҙем яратып уҡыған, фәһемле һүҙҙәренә ҡолаҡ һалған рубрика - "Аҡыл - ҡаҙна". Кеше ниндәй йәштә лә уҡырға, ғилем тупларға тейеш, ти. Был рубрика ошоға булышлыҡ итә лә инде. Бер бағанаға донъя аҡылын һыйҙырған ул. "Киске Өфө" тураһында һөйләй башлаһаң, һүҙем бөтмәҫ кеүек. Уның биттәрендә донъя күргән һәр мәҡәлә, һәр рубрика - урынлы, артыҡ бер нәмә лә юҡ. Был йөкмәткеле баҫма менән дуҫлығыбыҙ дауам итһен, уны эшләүсе коллективтың ижади ҡомары һүнмәһен, тип теләйем.

Земфира КӘРИМОВА.
Белорет районы Сосновка ауылы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.21 | Ҡаралған: 334

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru