«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠОШТАРҒА НИМӘ БУЛҒАН?
+  - 

Биологтар Башҡортостанда ҡоштар һаны кәмеүен теркәй. Социаль селтәрҙәрҙән файҙаланыусылар ҙа турғай, ҡарабаш турғай, ҡарғаларҙың аҙайыуы хаҡында белдерә. Уның шулай икәнен Башҡортостандың Орнитологтар йәмғиәте рәйесе, Биомәғлүмәт технологиялары һәм экология экспертизаһы институты директоры Виктор Валуев та раҫлай.

"1972 йылда 9-сы класта уҡығанда сәүкәләрҙе күҙәттек. Улар шул тиклем күп ине, осҡанда болот һымаҡ, хатта бер-береһенән айырып булмай ине - төркөмдә миллиондан ашыу ҡош булғандыр. Хәҙер 200 ҡош булһа, ҙур тип иҫәпләнә, - ти ул. - Элек ихатала күгәрсендәрҙе йәшникләп тота инек, бөгөн иһә бер кварталға улар егермеләп кенә була. Турғайҙар бөтөнләй тиерлек ҡалманы, улар берәрләп кенә оса. Сыйырсыҡ, ҡарғалар һаны ла кәмене. Был хәлгә анализ яһарға кәрәк, әммә зоологтар ҡалманы, рептилияларҙы тикшереүселәр бар, ихтиологтар юҡ", - ти Орнитологтар йәмғиәте рәйесе.
Уның фекеренсә, ҡоштарҙың күбеһе ауырыу. 1981 йылдан Валуев ҡоштарҙың ҡарасҡыһын эшләй. "Әҙерләү технологияһы буйынса ҡоштоң эске ағзалары алына. 700-ҙән ашыу ҡош түшкәһенең анализы бар. Әгәр быға тиклем орлоҡ биҙе ҡарайыуының бер нисә осрағы ғына күҙәтелһә, хәҙер бөтәһенеке лә тиерлек ҡап-ҡара. Өкөләрҙең тире аҫты майы ҡалынлығы 1-2 сантиметр була торғайны, һуңғы ваҡытта уларҙың түш һөйәге ослайып сыҡҡан", - ти эксперт.
Валуев әйтеүенсә, бының сәбәбе ҡоротҡостарға ҡаршы көслө химикат ҡулланыуҙа. "Былтыр Талбазы баҫыуында километрға яҡын ер үтеп, бер сысҡан өңөн күрмәнем. Ҡалала бәпембәне эшкәрткәндән һуң уның матдәләре ағасҡа, емешкә эләгә, һөҙөмтәлә ҡоштар зыян күрә. Әсегән миләш ашап, иҫереп йөрөгән мышар турғайҙарын күргәнегеҙ бармы? Емеш ағаста кибә һәм ҡоштар ағыуланып үлә", - ти ул.
2017 йылда Стәрлетамаҡ халҡы ҡыҙылтүштәрҙең күпләп үлеүен теркәгән. Уларҙың ашҡаҙанында юлға һипкән реагент составына ингән химикат табылған. Ҡарҙа ашарға эҙләгән ҡоштар яңылыш реагент киҫәксәләрен ашап, ағыуланған, тип уйларға урын бар.

Теманы дауам итеп...

Беҙ бәләкәй саҡта ҡоштар ҙур туп булып, әллә ҡайҙан тауыш биреп ҡайтҡаны хәтерҙә. Ә хәҙер уларҙың көтөүе бик бәләкәй. Ҡайһы берҙә уларҙың ҡасан ҡайтҡанын да күрмәй ҡалаһың, сөнки аҙлап-аҙлап ҡына осалар.
Сыйырсыҡтарҙың килеүе ауылда үҙе бер байрам ине. Һәр йортта тиерлек уларға оя яһап, көтөп торҙолар. Кемдекенә беренсе ҡунһа, оло шатлыҡҡа әйләнә ине. Ә хәҙер байтаҡ йылдар инде сыйырсыҡтар кеше эшләгән ояны үҙһенмәй. Йыраҡ юлдан арып килеп, бер нисә көн генә ауылда булалар ҙа, урманға осалар. Элегерәк улар үҙҙәре булмағанда эйәләшкән турғай-сәпсектәрҙе соролдатып ҡыуып ебәреп, йомортҡа һалып, балаларын сығарып, осорға өйрәткәс кенә урманға китә ине. Хәҙер ни ғәжәп - улар ауылды үҙһенмәй. Тыныслыҡ тапмайҙармы икән, тип уйлайым. Һәр йортта икешәр-өсәр машина, трактор, моторлы, двигателле эш ҡоралдары, музыка... Бәлки, шуларҙың тауышынан ҡасып китәләрҙер? Быйыл да ояһында оҙаҡ торманылар. Әле бына улар иртәле-кисле генә ауылға килеп, үҙенең моңло йырын һуҙа ла, тағы юҡҡа сығалар.
Сыйырсыҡтар ғына түгел, ғөмүмән, ауылда ҡоштар бик күренмәй хәҙер. Элек, мәҫәлән, ҡарлуғастар ҙа һәр йортҡа тиерлек эйәләшә торғайны. Бүртлеккә, бесәндән бушаған һарай баштарына балсыҡтан оя ҡороп, бала сығара ине. Күгәрсендәр тураһында әйтергә лә түгел. Улар һуңғы ун йылда ауылда бөтөнләй тиерлек күренмәй. Ҡарғалар ҙа аҙайҙы. Элек йылға буйындағы өс мөһабәт тирәктең һәр ботағында тиерлек оялайҙар ине. Ә хәҙер ағастың иң өҫкө ботаҡтарында һирәк-һаяҡ ҡына күренәләр.
Әллә ҡоштарҙың эпидемиология һәм эпизоотология роленә бәйләп, уларҙы махсус юҡ итеүҙәреме икән? Һуңғы ваҡытта ҡоштарҙың һәм кешеләрҙең уртаҡ ауырыуҙары барлыҡҡа килде бит. Айырыуса күсмә ҡоштар йоғошло ауырыуҙарҙы таратыусы тип танылдылар. Ҡырағай ҡоштарҙың йорт ҡоштарын гельминттар менән зарарлауы ла билдәле.
Әгәр ҙә эш, ысынлап та, шулай булһа, был бик үк яҡшыға алып бармаҫ ул. Ҡоштар - тәбиғәттең ғәжәйеп бер бүләге бит. Уларҙың кеше тормошонда һәм тәбиғәттә роле баһалап бөткөһөҙ. Урман, баҫыу, баҡса ҡоротҡостарын, ҡан һурыусы бөжәктәрҙе һәм талпандарҙы ла улар бөтөрә. Йыртҡыс ҡоштар сысҡан кеүек кимереүселәр һәм ҡый үләндәре орлоҡтары, шулай уҡ ауырыу, көсһөҙ һәм зәғиф хайуандарҙы юҡ итә. Талпан, серәкәйҙәрҙең күбәйеүен дә ҡоштар һаны кәмеүенә бәйле тип фекер йөрөтөргә урын бар. Ҡыҫҡаһы, был мәсьәләләге сер сиселмәгән әле. Һуңғы һүҙҙе, моғайын, ғалимдар әйтер.

Ләйсән СӘЛИХОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.21 | Ҡаралған: 338

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru