«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТУҒАН ТЕЛДӘ ЛӘ...
+  - 

Белем алыу теле (телдәре) тигән төшөнсә нимәне аңлата? Беренсенән, ул уҡыу-уҡытыу теле. Мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белемде туған телдә алыу, йәғни балалар баҡсаларындағы төркөмдәрҙә, милли мәктәптәрҙә уҡытыуҙы һәм тәрбиә биреүҙе туған телдә ойоштороу. Икенсенән, туған тел булараҡ өйрәнелгән тел. Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән туған телде һайлау, шул иҫәптә, уҡытыу рус телендә барған балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә рус телен туған тел булараҡ һайлау. Өсөнсөнән, Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ, башҡорт телен уҡытыу рус телендә алып барылған мәктәптәр һәм кластарҙа, уҡытыу туған телдәрҙә алып барылған мәктәптәрҙә һәм кластарҙа, шулай уҡ уҡыусыларҙың милли составы төрлө булған, әммә уҡытыу башҡорт телендә алып барылған мәктәптәрҙә һәм кластарҙа өйрәнелгән тел. Белем алыу теле (телдәре) мәғариф ойошмаларының локаль акттары, йәғни ойошманың етәксеһе тарафынан раҫланып, идара итеү советтары менән килешелгән белем биреү теле (телдәре) тураһындағы положениелар менән көйләнә.

Белем алыу телен (телдәрен) һайлау тәртибе нисек? Балаларҙы, уҡыусыларҙы мәктәпкәсә, башланғыс дөйөм һәм төп дөйөм белем биреү программалары буйынса уҡырға алғанда уларҙың ата-әсәһе (законлы вәкилдәре) ғариза буйынса белем алыу телен, Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән өйрәнелә торған туған телде, шулай уҡ туған тел булараҡ рус телен, Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен һайлай.

Ғариза ҡасан бирелә? Белем алыу теле (телдәре) ата-әсә (законлы вәкилдәр) тарафынан ғаризаларҙа балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә, беренсе класҡа төшкәндә, белем алыуҙың киләһе кимәленә күскәндә (апрель - июнь айҙарында, йәғни яңы уҡыу йылына уҡыу планы раҫланғанға тиклем ата-әсәләр йыйылыштарында), бер мәғариф ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә, йә ниндәйҙер объектив сәбәптәр арҡаһында уҡыу йылы барышында уҡыу урынын алыштырғанда күрһәтелә. Балаларҙы беренсе класҡа ҡабул итеү этаптары: беренсе этап 1 апрелдән 30 июнгә тиклем - мәктәпкә тәү сиратта алынырға тейешле йәки өҫтөнлөклө хоҡуҡҡа эйә булған, шулай уҡ бер тәғәйен биләмәгә беркетелгән балалар өсөн; икенсе этап - 6 июлдән 5 сентябргә тиклем - тәғәйен биләмәгә беркетелмәгән балалар өсөн. Иғтибар! Бер мәғариф ойошмаһынан икенсеһенә күскәндә уҡыусыға яңы мәғариф учреждениеһында өйрәнелгән телдәр исемлеге бирелә. Бала элек өйрәнелгән тел исемлектә булмаһа, уға шәхси уҡыу программаһы тәҡдим ителергә тейеш!

Ғаризаны нисек бирергә мөмкин? Балалар баҡсаһына ҡабул иткәндә "Балалар баҡсаһына электрон сират" мәғлүмәт сервисы аша, йә мәктәпкәсә мәғариф ойошмаһы етәкселегенә шәхсән тапшырырға була. Мәктәпкә төшкәндә һәм (йәки) икенсе мәктәпкә күскәндә ғаризалар шәхсән тапшырыла. Шулай уҡ почта аша заказлы хат менән, мәктәптең электрон почтаһына, мәктәптең рәсми сайты аша һәм дәүләт һәм муниципаль хеҙмәттәр сервисы ярҙамында ғариза берергә мөмкин. Белем алыуҙың киләһе кимәленә күскәндә ғариза шәхсән, ата-әсәләр йыйылышында тапшырыла.

Туған телде өйрәнмәҫкә мөмкинме? Рәсәй Федерацияһы халыҡтары телдәре иҫәбенән туған тел, шулай уҡ рус теле, туған телдә әҙәби уҡыу (туған әҙәбиәт) башланғыс дөйөм, төп дөйөм, урта дөйөм белем кимәлендә мотлаҡ өйрәнелергә тейешле фән булып тора.

Башҡорт теле нисек өйрәнелә? Мәктәптәр, төп дөйөм белем биреү программаларына һәм федераль дәүләт мәғариф стандарттарына нигеҙләнеп, төп белем биреү программаларын, шул иҫәптән уҡыу пландарын үҙаллы төҙөй. Федераль дәүләт мәғариф стандарттары Рәсәй Федерацияһы республикаларының дәүләт телдәрен өйрәнеү мөмкинлеген бирә. Мәктәп уҡыу планы нигеҙендә өйрәнеү өсөн бер нисә фәнде, шул иҫәптән Башҡортостан Республикаһының дәүләт теле булараҡ башҡорт телен, этномәҙәни йүнәлештәге фәндәрҙе тәҡдим итергә хоҡуҡлы.

Башҡортостан Республикаһы Мәғариф һәм фән министрлығы, Башҡортостан Республикаһы Башлығының Ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы.

ТЕМАНЫ ДАУАМ ИТЕП...

МАҢҠОРТ БУЛМАЙЫҠ!

Ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған изге аманаттай, быуындан-быуынға һаҡланған һәм йәшәгән милли телебеҙҙе юҡҡа сығармайыҡ тиһәк, ҡәҙерле ата-әсәләр, балағыҙ бөгөн мәктәптә башҡорт телен дәүләт теле булараҡ та, Рәсәй Конституцияһына ярашлы туған тел булараҡ та өйрәнергә һәм белем алырға тейеш! Шуға мотлаҡ өлгәшәйек, туғандар!

"Балабыҙ урыҫ телендә генә уҡыһын", - тип ғариза яҙһағыҙ йәки ҡул ҡуйһағыҙ, иртәгә һуң буласаҡ! Үҙ телебеҙҙе үҙебеҙ хөкөм итеп, башҡорт телен юҡҡа сығарыуға беренсе аҙым буласаҡ ул, милләттәштәр. Балағыҙ урыҫ телен дә өйрәнһен, башҡорт телен дә уҡыһын. Башҡорт теле - ул бөйөк Урал батыр теле, ҡаһарман һәм сәсән Салауат Юлаев теле. Башҡорт халҡының юлбашсыһы һәм донъя кимәлендәге ғалимы Әхмәтзәки Вәлиди теле. Туған телһеҙ беҙ - йырһыҙ, моңһоҙ бер маңҡорт, тарихи хәтерен юйған әҙәм генә ни бары. Туған телебеҙ бөтһә, халҡыбыҙ ҙа бөтә - шуны онотмайыҡ, аңһыҙлыҡ күрһәтмәйек, милләттәштәр!

Ҡәҙим АРАЛБАЙ,
Башҡортостандың халыҡ шағиры.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 17.05.21 | Ҡаралған: 324

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru