«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАЛАЙҘАРМЫ ҺИНЕ, ЕРГЕНӘМ...
+  - 

Башҡортостан - Рәсәй ынйыһы тигәндә, туған еребеҙҙең һутлы тупрағы, ҡарурмандары, бөркөт оялар мәғрур ҡаялары, йәнгә ҡөҙрәт бирер изге тауҙары, иҫәпһеҙ йылға-күлдәре һәм, әлбиттә, уның ер аҫты байлыҡтары күҙҙә тотолалыр. Туған еркәйебеҙҙең ябай ғына ташы ла алтын- көмөшкә тиң, шулай булмаһа, ер аяғы-ер башынан килеп, туҡтауһыҙ ошо ҡәҙерле еребеҙ йөҙөн йыртып, йырғыслап, ҡаҙып, соҡоноп-суҡынып эҙләнмәҫ ине ҡомһоҙ баҫҡынсылар - сит-яттар.

Башҡорт балаһына Илаһыбыҙ үҙ өлөшөнән бүлгән изге еребеҙгә ҡыҙыҡҡандар бер бөгөн түгел, быны беҙ ҡанлы тарих биттәренән яҡшы беләбеҙ. Башҡорт иленең бөтөн тарихы - еребеҙ именлеге өсөн көрәш ул. Сит-ят тарафынан ерҙе талау тарихы тағы ҡабатланамы? Ҡайҙа ҡарама - карьер ҙа соҡор, ә уның хужаларын эҙләп тә таба алмайҙар - улар Мәскәүҙә йә сит илдәрҙә. Мәҫәлән, мәғлүм булыуынса, апрель аҙаҡтарында Башҡортостанда булып киткән Росприроднадзор етәксеһе Светлана Радионова йылдар буйы саң-туҙанға сәсәп, ағыулы һауа һулап яфа сиккән Учалы районының Мансур ауылында ла булып, үҙ күҙҙәре менән күргәс, бындағы хәлдәрҙе "аҡылға һыймаҫлыҡ" тип аптыраны. Саңғалыҡ - илдәге иң бай милли холдинг карьеры булыуға ҡарамаҫтан, бында йылдар буйы бер ниндәй экологик саралар күрелмәгән. Әлегесә хужаларҙың исемдәре сайтта бар, ә үҙҙәре менән хатта Росприроднадзор башлығы ла бәйләнешкә инә алмай: һатыу итеү бүлеге телефоны ғына күрһәтелгән, ләкин улар бер ниндәй оператив мәғлүмәткә эйә булмай сыҡҡан. Бына шулай ашаған табаҡтарына төкөрөп ҡарай эре, бай компанияларҙың ҙур хужалары. Республиканың власть органдары бындай яуапһыҙлыҡҡа сик ҡуйырға тейеш тә бит...
Юғиһә, хәҙер теләһә кем килеп рөхсәтһеҙ-ниһеҙ беҙҙең ерҙәрҙе соҡой башланы. Былары алтын, хазина эҙләүсе айырым әтрәгәләмдәр. Яңыраҡ ҡына социаль селтәрҙә ҡот осҡос күренештең видеоһын һалдылар. Авторы - Талҡаҫ Иҫәнов (был псевдоним, күрәһең, ләкин эш унда түгел). Ул үҙе төшөрөп ебәргән күренештәргә аңлатма ла биргән. Ғәҙелша шарлауығының түбәнендәге аҡлан тотош тип әйтерлек тәртипһеҙ рәүештә аҡтарып сығылған. Күренеп тора: ҡеүәтле техника эшләгән бында. Унда-бында тау-тау тупраҡ өйөмдәре. Һөрөлгән ерҙә иһә тош-тош урында соҡорҙар ҡаҙылған, улар бик күп. Видео авторы әйтеүенсә, бында металл эҙләгестәр ҡулланып алтын юллағандар. "Ошондай уҡ күренеште Аҙнағол янында ла осратҡайным", - ти автор. Бындай ҡырағайҙарса ҡылыҡты бер кем күрмәй ҙә, ишетмәй ҙә. Ә бит Ғәҙелша шарлауығы тәбиғәт ҡомартҡыһы, 1965 йылдан ул дәүләт тарафынан һаҡлана, шул иҫәптән уның эргә-тирә биләмәләре лә. Был ерҙәрҙә 270 төрлө үҫемлек, шул иҫәптән һирәк осрай торған реликт үҫентеләр бар. Әлеге вандалдар был тирәләге ҡиммәтле үҫемлектәр ерен аҡтарып һөрөп сыҡҡан. Икенсе миҫал: Әбйәлил районының Тирмән ауылында 4,5 гектар ерҙә законһыҙ рәүештә мәрмәр ҡаҙығандар. Был ҡырағайлыҡ ҡылынған ергә Россельхознадзор инспекторҙары тупраҡ уңдырышлылығын тикшереп йөрөгәндә осраҡлы килеп сыҡҡандар.
Ошо араларҙа ғына вандализмдың тағы бер осрағына Урал һырты буйлап 5 айлыҡ сәфәргә сығып киткән сәйәхәтсе Олег Чегодаев Ейәнсура районы биләмәһенең Ҡараморонтау һыртында тап була. Ул бында ер һөрөүсе тракторҙы һәм тау соҡоусы бер нисә эшсене күреп ҡала һәм эштең ниҙә икәнен аңлап, видеоға төшөрә башлай. "Был биләмәгә юл шымартып бөткәндәр, тимәк, улар бында бер бөгөн генә түгел. Ер ҡаҙырға рөхсәттәре менән ҡыҙыҡһына башлағас, эшселәр тиҙерәк бынан һыпыртыу яғын ҡараны", - тип яҙа сәйәхәтсе. Ул үҙенең аңлатмаһы менән видеояҙмаһын һәм фотоларҙы инстаграмға һалғас, Ейәнсура район хакимиәте башлығы Дәмин Юламанов ошо биләмәләге ауыл советы башлығы Хөрмәтулла Ҡотошов һәм участковый менән берлектә енәйәт ҡылынған урынға килеп тикшереү үткәрәләр. Законһыҙ таш сығарыу факты раҫлана. Әлеге ваҡытта полиция ғәйеплеләрҙе эҙләй...
Күренеүенсә, бөгөнгө көндә бындай закон боҙоусы "ҡара копателдәр" республикабыҙ ерҙәренә талпан кеүек йәбешкән. Уларҙың енәйәтсел эшмәкәрлегенә нисек юлды ябырға? Уларҙы енәйәт урынында тотоп, фашлап, яуаплылыҡҡа тарттырыу менән ниңә бер ойошма ла шөғөлләнмәй? Ҡарап тороп күрәләтә талатабыҙ ғәзиз еребеҙҙе. Был күпме дауам итер?

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 334

Киске Өфө
 
Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru