«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЙӘШТӘРЕБЕҘГӘ НИ БУЛҒАН, ЙӘКИ ҠАҘАНДАҒЫ ФАЖИҒӘ ТУРАҺЫНДА
+  - 


Ҡаҙандағы фажиғә Рәсәй мәғарифының бик күп проблемаларын асып һалды. Йәштәребеҙгә ниҙер булған. Ә бит нәҡ йәштәр менән эшләү һөҙөмтәләре йәмғиәтебеҙ артабан нисек һәм ниндәй юҫыҡта үҫеш алырын күрһәтәсәк.

Бөгөн был фажиғәгә ҡағылышлы мәктәптәрҙә һаҡты көсәйтеү, ҡораллы һаҡсылар ҡуйыу, йөҙәрләгән видеокамералар, турникеттар, биометрия ҡорамалдары урынлаштырыу, синыфтарҙа уҡыусыларҙың мимикаһы һәм хис-тойғоларын контролгә алыу, социаль рейтинг аналогын индереү, ҡоралһыҙландырыу һылтауы менән хатта балалар магазиндарында уйынсыҡ ҡоралдар һатыуҙы тыйыу һәм башҡа темалар айырыуса ҡуйыртыла. Бында айырым ижтимағи төркөмдәрҙең ижтимағи-сәйәси, иҡтисади мәнфәғәте ҡайғыртылыуын асыҡ күреп була. Беҙгә тағы ла мәсьәләнең айышына төшөнөп, тамырынан юҡ итмәйенсә, "ел тирмәндәре" менән көрәшергә, яртылаш саралар күрергә тәҡдим итәләр. Ә бит был мәсьәлә күп яҡлы һәм йәмғиәтебеҙҙең башҡа даирәләренә лә ҡағыла.
2001 йылдың 11 сентябрендә донъяға килгән Илназ Ғәләүиев 2021 йылдың 11 майында Ҡаҙандың 175-се гимназияһында ҡот осҡос енәйәт ҡылды. Бынан дүрт йыл элек ул үҙе лә ошо белем усағында уҡыған. Киң мәғлүмәт сараларында шунда уҡ беренсе мәғлүмәт таралды - 11 кеше үлтерелгән. Эшкә лә урынлашып өлгөрмәгән йәш кешегә кем ҡорал биргән? Бындай психотиплы егеттәрҙең Рәсәйҙәге деструктив көстәр эшмәкәрлегенә бәйле булыуы көн кеүек асыҡ бит. Мәҫәлән, ғинуар айҙары тирәһенән кем менәндер аралаша башлағас, "Ҡаҙан уҡсыһы"ның тәртибе үҙгәргән. Атап әйткәндә, ул уҡыуын ташлаған. Өлгәшмәгән өсөн колледждан ҡыуылғас та февраль айында һунар билеты алған. Ҡағиҙәләргә ярашлы, ул быға тиклем 3 йыл дауамында һунарсылар ойошмаһы ағзаһы булырға тейеш тә бит. Шунан, үҙ-үҙен тотошо ниндәй булыуға ҡарамаҫтан, психиатрҙан белешмә ҡағыҙы ла алыуға өлгәшкән. Ә 28 апрелдә һатып алынған шыма көбәкле төрөк винтовкаһына тип, кем был егеткә 40 мең аҡса биргән? Башта 4 май көнө 200 патрон, аҙаҡ өҫтәп тағы ла 150 дана һатып алыуы ла уның енәйәт башҡарыуға ныҡлы әҙерләнеүе хаҡында һөйләй. Ошо ваҡытта кемдер уның эргәһендә булып, йүнәлтмә биреп торған, тимәк. Буласаҡ енәйәтсе "Телеграмм" селтәрендәге шәхси каналында ла кешеләргә ҡарата нәфрәте тураһында асыҡ яҙа, "биосүп" тип атай. Дүрт көн дауамында был мәғлүмәткә тирә-йүндәгеләре лә, ата-әсәләре лә иғтибар итмәгән... Был аҡылға һыймаған эшмәкәрлекте 2014 йылда Украинала кеше аңына тәьҫир итеү маҡсатында ҡулланылған психотрон һәм психотроп системалар менән бер рәттә "психосферное оружие" тип аталған күренеш менән генә аңлатырға булалыр. Үҙенең каналында ул "О, мин шундай аҡыллы, мин башҡаларҙан айырылам, мин Хоҙай" тип яҙа. Был фекерҙәр социаль селтәрҙәр, видео-уйындар һ.б. аша мейеһенә ипләп кенә һалыныуын, көсләп тағылыуын ул аңламай. Биосүп тураһында ла Рәсәй йырсыһы Элджейҙың "Suzuki" тигән музыкаль композицияһында йырлана. Был "психосферное оружие" тип аталған нәмәнең йәштәр аңына йоғонтоһоноң көсө уны ҡулланыуҙары тураһында белеү-белмәүҙән тора. Ә йәштәр белмәй.
Шулай ҙа мәсьәлә бынан ҡатмарлыраҡ һәм уны хәл итеү өсөн дә төпкәрәк төшөп уйларға кәрәк. Сөнки совет мәктәбен емереү, Болонья белем биреү системаһына ярашлы көсләп үҙгәртеп ҡороуҙар, "биосүп" һүҙе ғәҙәтигә әүерелгән, төрлө аҙғын күренештәр йәшерен һәм асыҡ пропагандаланыусы массовый көнбайыш мәҙәниәте, кешелекһеҙ компьютер уйындары, атыш-үлтерешкә ҡоролған башҡа төрлө симуляторҙар һ.б. кеүек алдан уйланылған саралар был кешенең тәртибенә һалынған. Социаль селтәрҙәрҙә лә төрлө деструктив төркөмдәр бихисап һәм уларҙың эшмәкәрлеген тыйып ҡуйырлыҡ бер генә лә әмәл юҡ.
Быйыл ғына ла Рәсәй ФСБ-һы Ҡаҙан теракты кеүек 3 осраҡты алдан иҫкәрткән. Мәҫәлән, 24 мартта Сочиҙағы лицейҙа теракт планлаштырылған, унан һуң Пенза һәм Мәскәү эргәһендәге Люберцы ҡалаһында ике үҫмер үҙ мәктәбен ҡыйратырға ниәтләгән. Ә 12 майҙа Амур өлкәһе Благовещенск ҡалаһында мәктәбен шартлатырға маташҡан 17 йәшлек үҫмер ҡулға алынған. Нигеҙҙә социаль селтәрҙәрҙең ентекле иғтибары аҫтында булған йәштәребеҙ менән ниҙер булған. Кисекмәҫтән дауалау кәрәк. Ҡаҙандағы теракт тураһындағы яңылыҡтар аҫтында ҡуйылған комментарийҙар араһында был вәхшиҙәрсә ҡылыҡты хуплап, яҡлап сығыш яһаусылар ҙа барлығы ҡурҡыта. Был йәштәр социумының ҡаты ауырыуы, уны тотош Рәсәй йәмғиәте ярҙамында дауалау кәрәклеге хаҡында һөйләй.
Беҙҙең Рәсәй йәштәренә, йәмғиәтенә һәм дәүләтенә ҡаршы мәғлүмәти һуғыш киң йәйелдерелгән, ул һәр беребеҙ аша үтә: ололарҙы ла, балаларҙы ла ситләп үтмәй. Социаль селтәрҙәрҙәге, телевидениелағы, музыкалағы, фильмдарҙағы ҡыйратыусы көстәр, уларҙан килгән агрессия һәм негатив тормошобоҙға ҡасан килеп инере тик ваҡытҡа һәм ситтән тороп баҫылған төймәгә бәйле. Үлтерешкә ҡоролған компьютер уйындары көн һайын йәштәр аңына, кеше үлтереүе еңел, тигән уйҙы һеңдерә. 2020 йылда Рәсәй ФСБ-һы илдәге 44 терактты киҫәтһә лә, бөтәһенән дә һаҡланып өлгөрөп булмай.
Был хәлдәрҙән һуң бик күп һорауҙар тыуҙы һәм уларға һығымта яһап, шуны әйтергә була: дәүләткә чиновниктың шәхси яуаплылығына хоҡуҡ ҡулланып булған ғәмәл кәрәк. Кисекмәҫтән, ҡыҫҡа ваҡыт эсендә мәғариф системаһын яңынан тикшереп сығырға һәм заман шарттарын, ысынбарлыҡты иҫәпкә алып, уны совет мәктәбе файҙаһына үҙгәртергә кәрәк. Балаларҙы фекерләргә, яңы белем үҙләштерергә, уҡырға өйрәтергә кәрәк. Чиновниктар яңы мәғариф системаһы өсөн шәхси яуаплылыҡ тойорға тейеш. Бынан тыш, Фурсенко әйтмешләй, мәғариф системаһын ҡулланыусылар түгел, ә Ижадсылар тәрбиәләү юлына кире бороу мотлаҡ. Йәштәр эшенә комплекслы ҡараш талап ителеүен дә хәтерҙән сығармайыҡ. Йәштәр сәйәсәте өлкәһендә дәүләттең ролен яңынан ҡарарға һәм тормошта бөтә яҡлап та сәләмәт быуын тәрбиәләүгә көстәрҙе йүнәлтеү зарур. Беҙгә киң мәғлүмәт сараларына цензураны кире ҡайтарырға һәм йәштәрҙе тура юлдан яҙҙырған, аҙҙырған нәмәләрҙе дәүләт ҡаҙнаһынан финанслауҙы туҡтатырға, тарихыбыҙҙы боҙоп күрһәткән, дәүләтебеҙҙе һәм ата-бабаларыбыҙҙы яманлаған Рәсәй фильмдарын төшөрөүҙе тыйырға кәрәк. Чиновниктарҙың яуаплылыҡ институтын кире тергеҙеү кәрәк булһа, дәүләт надзиратель һәм язаға тарттырыусы сифатынан ситләшергә, ә граждандар, киреһенсә, ҡулланыусыларҙан Ижадсы булырға ынтылырға тейеш. Бөгөн илдең империя элитаһын формалаштырыу буйынса эш башлауҙы маҡсат итеү ҙә мөһим. Ә шулай ҙа иң әһәмиәтлеһе шул: 25 йәше тулмаған йәштәргә ҡорал биреүҙе тыйырға кәрәк, хатта тик армияла йәки хоҡуҡ һаҡлау органдарында хеҙмәт иткәндәргә генә рөхсәт бирелһен. Шулай уҡ Рәсәй Президенты эргәһендә һәм федерация субъекттарында урындарҙа эшләгән эксперттар советы ойошторолһа ине. Уның эше һәр кем инеп ҡарай алырлыҡ "Рәсәйгә ҡаршы гибрид һуғыш тураһында" докладтар нәшер итеү, уларҙы таралыуҙан туҡтатыу һәм Рәсәй киләсәктә ниндәй һынланыш алырын күҙаллауҙан ғибәрәт булырға тейеш.

Шамил БАТЫРШИН,
Башҡорт дәүләт университетының өлкән уҡытыусыһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 1554

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru