«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БАЛАЛАРҘЫ СӘЛӘМӘТ САҠТАРЫНДА ЯРАТЫҒЫҘ
+  - 

Ҡайһы бер ғаиләләрҙә йыш ҡына шундай күренеш күҙәтелә: балалары ауырый башлаһа, ата-әсәләре уларҙы ҡулдарынан төшөрмәй, өрмәгән ергә ултыртмай, бөтә теләктәрен үтәргә тырышалар. Ә инде һауыҡҡас бөтәһе лә кире үҙ урынына ҡайта: ҡабаттан үҙҙәренең көндәлек эштәренә сумып, балаларына бер йылы һүҙ ҙә әйтергә ваҡыт тапмайҙар. Иғтибар итегеҙ: балаларҙы ауырыған ваҡытта яраталар, сәләмәт ваҡыттарында - юҡ. Был дөрөҫ тәрбиәме?

- Ауырыған ваҡытта балаң янында булаһың инде... Ә башҡа ваҡытта улар менән сөсөлдәшеп ултырырға беҙҙең ниндәй ваҡыт булһын, ти? Беҙ эшләмәһәк, уларҙы кем кейендерә лә, кем ашата? Шулай уҡ беҙҙең дә ял иткебеҙ килә...- тип ебәрә ундай ата-әсәләр.
Дөрөҫ, хәҙер шундай заманда йәшәйбеҙ: әгәр ҡайҙалыр эшләмәһәң, бөтә ғаиләң ас ултырырға мөмкин. Ләкин шуны ла оноторға ярамай: балаларҙың көн һайын ашағыһы, уйнағыһы килгән һымаҡ, ата-әсәләренән дә көн һайын һөйөлгөләре килә. Улай ғына түгел, яратылыу теләге - йәш балаларҙа өҫтөнлөк иткән тәбиғи ихтыяждарҙың береһе ул. Икенсе төрлө әйткәндә, йәш үҫентеләргә ҡояш йылыһы нисек кәрәк булһа, бәләкәй балаларға ла ата-әсә мөхәббәте шул тиклем үк кәрәк. Әгәр баланы ауырыған ваҡытта ғына яратһаң, нимә була һуң? Әлбиттә, шул ваҡытта ғына баланың ата-әсә мөхәббәтенә булған ихтыяжы ҡәнәғәтләндерелә. Артабан был күренеш йыш ҡабатлана башлаһа, ул шартлы рефлексҡа әүерелеп китәсәк: баланың яратылғыһы килә икән - ауырый башлай. Башта ауырыуҙары еңел үтеп китер. Ләкин күпмелер ваҡыттан һуң улар тәрәнгә тамыр ебәрә башлар. Һәм балалар ысынлап та ауырыуға әйләнәсәк. Хатта ғүмерҙәренә етерлек ниндәйҙер хроник ауырыуҙар менән дә сирләп китергә мөмкиндәр.
Шуға, балаларҙы сәләмәт ваҡыттарында яратырға кәрәк. Ауырымаған саҡтарында ата-әсәләренең мөхәббәтен тойһон улар. Ул илаһи тойғо менән көн һайын "ҡойонһондар". Шулай уҡ арҡаларынан тупылдатып һөйгән ваҡытта, "минең улым имәндәй ныҡ бит ул" йәки "ҡалай сәләмәт булып үҫеп килә", тигәнерәк һүҙҙәр әйтеп ебәрһәгеҙ, бигерәк тә яҡшы.
Ә инде ауырып китәләр икән, әлбиттә, уларҙы дауаларға, тәрбиәләргә, күҙәтеп торорға кәрәк. Тик мөхәббәтте һиҙҙерергә ярамай, хис-тойғоларҙы ҡыйын булһа ла йәшереп тороғоҙ. Иң мөһиме: балаларҙың аңында, сәләмәт кешеләр генә мөхәббәткә лайыҡ булалар икән, тигән ҡараш формалашырға тейеш. Бына шул ваҡытта төрлө ауырыуҙарға ҡаршы балаларҙа физик кимәлдә генә түгел, ә аң һәм психологик кимәлдә лә иммунитет барлыҡҡа килер. Йәғни, мөхәббәт йылыһы теләгән йәне төрлө яҡлап тәнен һаҡларға тырышасаҡ. Шуға бик һирәк ауырырҙар. Сирләп китһәләр ҙә тиҙ генә аяҡҡа баҫырҙар...
Шулай итеп мәҡәләмдең аҙағында тағы бер тапҡыр ҡабатлайым: балаларҙы сәләмәт саҡтарында йышыраҡ яратырға тырышығыҙ...

Наил ЮЛДАШБАЕВ,
уҡытыусы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 387

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru