«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БЕҘ ГЕНӘ БАЛАЛАРҘЫ ТҮГЕЛ, БАЛАЛАР ҘА БЕҘҘЕ ТӘРБИӘЛӘЙ ИКӘН ДӘ...
+  - 


Донъяла глобалләшеү процесы әүҙем барыуына ҡарамаҫтан, үҙенең милли бөтөнлөгөн, милли асылын һәм милли матурлығын ҡурсыған, хәстәрләгән кешеләр бик күп арабыҙҙа. Шөкөр, башҡортлоғон, башҡорт рухын һаҡлаған йәш ғаиләләр ишәйеүе айырыуса ҡыуаныслы. Өфө районы Шамонино ауылында йәшәгән Лилиә һәм Илнур МӘХМҮТОВТАР - шундайҙарҙың береһе. Мәғлүм булыуынса, улар 1 март - Башҡорт ғаиләһе көнөндә Стәрлетамаҡта ойошторолған "Етегән" байрамында "Өлгөлө башҡорт ғаиләһе" асыҡ республика конкурсының йомғаҡлау этабында ҡатнашып, Башҡортостандың татыу ғаиләләре сафын тулыландырҙы. Күптән түгел улар менән яҡындан танышырға, редакцияға саҡырып әңгәмәләшергә, уларҙың бәхет серҙәре менән уртаҡлашырға насип булды.

Һәр йылғаның үҙенең инеше, һәр бөйөк эштең башланғысы була. Һеҙҙең ғаиләнең ойошоу тарихы ла барҙыр. Һеҙ ҡасан бер-берегеҙҙе тап иттегеҙ һәм иң тәүҙә икенсе яртығыҙҙың ниндәй ҡылығы әсир итте, ниндәй сифаты иҫтә ҡалды?

Илнур:
Башҡорт дәүләт университетында Лилиә - юридик, мин математика факультетында уҡып йөрөгәндә өсөнсө курста таныштыҡ. Дөрөҫөрәге, беҙҙе таныштырҙылар. Был көн бөгөнгөләй иҫтә. Өфө ҡала хакимиәтенең Мәғариф идаралығында эшләп алғайным. Шунда бүлектең фәнни-мәғлүмәти-методик үҙәге директоры урынбаҫары Әлфиә Тимербай ҡыҙы һәләтле балалар өсөн Ғафури районында ойошторолған "Йәйләү" лагерында эшләргә тәҡдим итте. Мин бер һүҙһеҙ ризалаштым. Вожатыйҙар араһында буласаҡ кәләшемдең әхирәте Эмилия ла бар ине. Ул шунда уҡ үҙенең дуҫ ҡыҙы менән таныштырыу тураһында ҡолаҡҡа шыбырҙағайны. "Йәйләү"ҙән ҡайтҡас, вожатыйҙар менән аралашыу дауам итте, бергәләп төрлө сараларға, башҡорт дискотекаларына йөрөнөк. Лилиә менән дә "Сәләм, студент!" дискотекаһында беренсе тапҡыр осраштыҡ. Иң беренсе, әлбиттә, матурлығы, баҫалҡылығы иғтибарҙы яулап алды. Осоп-ҡунып йөрөгән ҡыҙҙарҙан ныҡ айырыла ине ул.
Лилиә: Минең иғтибарҙы, тәү сиратта, Илнурҙың тыйнаҡлығы, тәртиплелеге йәлеп итте. Ыҫпай ғына кейенеп йөрөй торғайны. Бер ваҡытта ла урамда футболка, трико менән күрмәнем уны. Матур итеп үтекләнгән күлдәк-салбарҙа йөрөүе, иплелеге, эргә-тирәһендәгеләргә ихтирамлы булыуы оҡшаны. Шулай дуҫлашып киттек, тик ҡыҙ-егет булып түгел, ә дуҫтарса. Башҡорт йәштәре өсөн ойошторолған сараларға бергә йөрөнөк.

Һеҙ быйыл республиканың иң матур ғаиләләренең береһе булып танылдығыҙ. Ир һәм ҡатын булырға, ғөмүмән, ғаилә тигән үҙ дәүләтегеҙҙе нисек ҡорорға кемдән өйрәндегеҙ? Үҙегеҙҙең атай-әсәй өлгөһөмө, әллә китаптарҙан уҡып белдегеҙме?

Илнур:
Лилиә юғары уҡыу йортонда магистратураны 2009 йылда, ә мин 2010 йылда тамамланыҡ. Икебеҙ ҙә бер йыл эшләп, үҙаллы тормошҡа аяҡ баҫҡас ҡына өйләнешергә, ғаилә ҡорорға ҡарар иттек. Ҡайһы бер йәштәр кеүек, бергә йәшәп, бер-беребеҙҙең ата-әсәләренә барып, ҡунаҡ булып йөрөү күренеше лә булманы беҙҙең. Мин Күгәрсен районынан, Лилиә - Әбйәлил районы ҡыҙы. Никах уҡытырға барғанда буласаҡ ҡайнымды, ҡәйнәмде, уларҙың йортон, ғаиләһен беренсе тапҡыр күрҙем. Ата-әсәйҙәрҙең ҡоҙа-ҡоҙағыйы менән танышыуы ла, никах тураһында һөйләшеүе лә тик телефон аша булды.
Лилиә: Илнур миңә 2011 йылдың 31 октябрендә тәҡдим яһаны. "Икенсе йыл кәбисә йылы, өйләнергә ярамай, шуға күрә быйыл ғаилә ҡорабыҙ", - тине. Һөйләштек-килештек тә, ата-әсәйҙәргә хәбәр иттек, улар туған-тыумасаны йәлеп итеп, никах мәжлесенә әҙерләнә башланы, халҡыбыҙға ғына хас туй йолаларын барланы. Йола тотҡан - бәхетле булған, тигән әйтем бар бит башҡорттоң, унан тайпылырға ярамай, ике яҡтан да ошо хәҡиҡәтте белгән, уға таянған кешеләр ине атай-әсәйҙәребеҙ. Шуға күрә лә бар традицияларҙы, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе үтәргә тырыштылар. Ара йыраҡ булғас, ҡыҙ һоратыу йәки ҡыҙҙың ҡулын һорап килеү йолаһы үтәлмәгәс, уны никах көнөндә атҡарырға булдыҡ.
Иң тәүҙә ҡулына гөлләмәләр тотоп, Илнур инде. Никахҡа әҙерләшергә тип минең туғандарым йүгереп йөрөй. Әсәйемә оҡшап торған ике һылыуы ла шунда. Илнур сәскә гөлләмәһен тотоп, тәүҙә бер апайыма, шунан икенсеһенә килә. Шунан ғына әсәйемде абайлай һәм ҡулындағы сәскәһен һоноп, атайым менән әсәйемдең ризалығын ала.
Илнур: Туй ике яҡта ла булды. Ноябрҙә никах уҡыттыҡ, 10 декабрҙә - ҡыҙ яғында, 17-һендә беҙҙә байрам иттек. Бер автобус булып тәүҙә күгәрсендәр, аҙаҡ әбйәлилдәр килде. Шулай туйыбыҙ боронғоса бер аҙнаға һуҙылды. Бер урында ғына үткәреү тураһында уйламанылар ҙа. Ололар ҡыҙ йәшереү, килен төшөрөү, йыртыш йыртыу, һыу юлын күрһәтеү кеүек бар йоланы башҡарып, туйҙы ике яҡта ла үткәрергә теләне. Был туйҙы әле һаман булһа күңелле ваҡиға итеп һөйләйҙәр. Ике яҡтың да ҡоҙа-ҡоҙағыйҙары, ҡоҙа-ҡоҙасалары шул тиклем дуҫлашты, хәҙер яҡын туғандар кеүек аралашып йәшәйҙәр. Шулай итеп, ҙур ғаилә барлыҡҡа килде.

Һеҙ икегеҙ ҙә ауыл балаһы, ҡала ерендә йәшәргә хәл иткәнһегеҙ. Был мәсьәләлә ниндәй ауырлыҡтар булды, яраҡлашыу нисек үтте?

Лилиә:
Туйға төшкән аҡсаны әләф-тәләфләмәй генә баш ҡалаға килгәс тә үҙебеҙҙең мөйөшөбөҙҙө булдырыу хаҡында уйлай башланыҡ. Матди хәлебеҙ бер бүлмәле фатирға ғына етә, ә беҙ ҙурыраҡ майҙан тураһында хыялланабыҙ. Шунан ҡалаға яҡын ауылдарҙан йорт эҙләй башланыҡ. Бер көндө Шамонинола йәшәгән хеҙмәттәшем үҙенә ҡунаҡҡа саҡырҙы. Ауылды бик оҡшаттыҡ. Йорт һатылмаймы икән тип, иғландарҙы ҡарай башланыҡ һәм, бәхетебеҙгә, тиҙҙән аҡсабыҙ еткән һәм иң мөһиме, икебеҙҙең дә күңеленә оҡшаған йортҡа юлыҡтыҡ. 2012 йылдың майында күсеп, күптән ошонда йәшәгән кешеләр кеүек тырышып донъя көттөк тә киттек. Баҡса ултырттыҡ. Икебеҙ ҙә шуны күреп үҫтек бит инде: атай менән әсәйем дә, ҡайным менән ҡәйнәм дә бик эшсән кешеләр, ғаилә, балалар тип өҙөлөп торалар. Беҙгә лә шулай кәрәк тип, йәшәнек тә киттек.

Үҙегеҙҙең балаларҙы тәрбиәләү алымдары хаҡында һөйләһәгеҙ ине. Һеҙҙең ғаиләлә бигерәк тә шәжәрәгә, милли аш-һыуға, башҡортса йәшәү рәүешенә иғтибар бирелеүен шәйләнек. Балалар һеҙҙең тәрбиә алымдарына ылығамы?

Илнур:
Беҙ, әлбиттә, иң беренсе, балаларыбыҙҙың сәләмәт, бәхетле, тәүфиҡлы булып үҫеүен теләйбеҙ. Шулай уҡ уларҙың башҡорт булып үҫеүе, үҙенең милләте, тарихы, мәҙәниәтен белеүе, ғорурланыуы ла беҙҙең өсөн бик мөһим. Шуның өсөн уларға тейешле мөхит булдырырға, уңайлы шарттар тыуҙырыуға, ҡыҙыҡһыныуҙарын дәртләндерергә тырышабыҙ. Оло улыбыҙ Ильяс Мостай Кәрим исемендәге 158-се Башҡорт гимназияһында 1-се класта уҡый. Уртансыбыҙ Арыҫланға 5, ҡыҙыбыҙ Аселгә 2 йәш тулды. Балаларыбыҙҙың башҡортса һөйләшеүенә ҙур иғтибар бирәбеҙ. Халҡыбыҙ йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, йәшәү рәүешен һеңдерергә, илһөйәрлек хисен бирергә тырышабыҙ, сөнки ошо ватансылыҡ, патриотик тойғоһо булмаһа, кеше ни тиклем уңышлы булмаһын, бәхет хисен тулыһынса татымаясаҡ. Уға барыбер нимәлер етмәгән кеүек тойоласаҡ.
Лилиә: Бер ата-әсәнән тыуһа ла, бер үк мөнәсәбәт, тәрбиә күрһә лә, балалар бер-береһенән бик айырыла икән. Бына, мәҫәлән, Арыҫлан бар йәһәттән ағаһын ҡабатларға, уға оҡшарға тырышһа ла, бөтөнләй икенсе бала. Ҡылыҡ-фиғеле лә, яратҡан шөғөлдәре лә, ҡыҙыҡһыныуҙары ла, донъяны танып-белеүе лә башҡаса. Ильяс бәләкәйҙән тик башҡортса һөйләште, башҡорт донъяһы менән ҡыҙыҡһыныуы ҙур булды. Ҡустыһы ла балалар баҡсаһына йөрөгәнсе тик башҡортса ғына һөйләшә ине, хәҙер урыҫса ла һупалай. Үҙебеҙ ҙә аңламайыраҡ ҡалдыҡ. Балалар баҡсаһы тәрбиәһе инде.
Тәрбиә тураһында уйланғанда йыш ҡына беҙ балаларҙы түгел, ә киреһенсә, улар беҙҙе тәрбиәләй икән дә баһа, тигән фекергә киләбеҙ. Мәҫәлән, Ильяс улыбыҙҙың ҡаҙаныштары, уңыштары менән беҙ ҙә үҫәбеҙ, камиллашабыҙ, яҡшыраҡ булырға тырышабыҙ. Ул бик үҙенсәлекле, оло аҡыллы малай. Шулай, бер көн киске аш ашап ултырғанда ул беҙгә: "Әсәй, атай, әйҙәгеҙ, кискеһен китап уҡыу традицияһын булдырайыҡ", - тип тәҡдим итте. Шул көндән алып беҙҙең ғаиләлә йоҡларға ятыр алдынан китап уҡыу йолаһы барлыҡҡа килде. Йышыраҡ ул уҡый, беҙ тыңлайбыҙ. Баланың уҡыу мәҙәниәте лә, тиҙлеге лә үҫә барыуына ҡыуанабыҙ ғына. Бала тәрбиәләүҙә ниндәй ҙә булһа әҙер формулабыҙ юҡ, хәл-ваҡиғаға ҡарап, беҙ уларҙы йә улар беҙҙе тәрбиәләй.
Илнур: Нәҫел-нәсәбебеҙ менән ныҡлап ҡыҙыҡһына башлауыбыҙ ҙа Ильяс улыбыҙ менән бәйле булды. Балалар баҡсаһына йөрөгәндә тәрбиәсеһе "Шәжәрә" конкурсында ҡатнашырға тәҡдим итте. Ҡартатайымдың аяныслы яҙмышы хаҡында үҙем белгәнде һөйләнем. Хәлле донъя көткән ғаиләгә кулак мөһөрө тағып, ағалы-ҡустылы ҡартатайымдың дүрт туғанын ағас ҡырҡырға ебәрәләр. Унан ҡартатайым ғына иҫән ҡайта. Хәләл көсө менән тапҡан бөтә мөлкәте тартып алынып, бер нәмәһеҙ ҡайтһа ла, ауырлыҡтарҙы, заман һынауҙарын үткәндә күңеле ҡатмаған, ҡасан да булһа тормошо яҡшырыуына, бәхетле булыуына өмөтләнеп, ең һыҙғанып, буш урында донъя көтә башлауы тураһында һөйләүем улымды ныҡ тетрәндерҙе. Ул артабан ҡыҙыҡһына башланы, уның менән бергә беҙ ҙә эҙләндек, өйрәндек, тикшерҙек.
Лилиә: Балаға ҡағылышлы нәмәләргә беҙ икебеҙ ҙә бик яуаплы ҡарайбыҙ. Балаларҙың береһе балалар баҡсаһынан йәки мәктәптән ҡайтып, теге йәки был сара үткәрелә, тип әйтһә, шунда уҡ улдарыбыҙҙың йөҙөнә ҡыҙыллыҡ килмәһен тип, әҙерләнә башлайбыҙ. "Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурсында ҡатнашырға тәҡдим иткәстәре, сараның положениеһы менән танышып, "Ғаилә ҡиммәттәрен һаҡлаусы" номинацияһын һайлап, әҙерләнергә тотондоҡ. Был тема беҙгә бик яҡын. Бында ғаилә тарихын да, шәжәрәне лә, башҡорт милли кухняһын да индерергә була. Ә былар беҙҙең балалар өсөн береһе лә ят түгел: ете быуын олатай-өләсәйҙәрен беләләр, көн дә тиерлек бишбармаҡ ашайҙар, сәк-сәк, ҡымыҙ, буҙа кеүек башҡорт халҡының традицион ризыҡтары, эсемлектәрен дә беләләр.
Ғөмүмән, көндәлек тормошта йәшәү рәүешебеҙ, үҙ өлгөбөҙ нигеҙендә башҡортлоҡто бирергә тырышабыҙ. Миҫалға башҡорт халҡының орнаменты тураһында аңлатыуыбыҙҙы ғына әйтеп үткем килә. Бөтәбеҙгә лә орнамент төшөрөлгән футболка һатып алғайныҡ, Ильяс улыбыҙ уның нимә аңлатҡанын һораны. Уға борон һәр ырыуҙың үҙенең биҙәге, тамғаһы, ораны булыуы хаҡында һөйләп бирҙек. Хәҙер ул музейға барһа, уларҙың нимә икәнлеген белмәй аптырап йөрөмәй. Илнур: "Урал батыр" эпосын яттан һөйләү буйынса йәш сәсәндәр конкурсына әҙерләнгәндә халҡыбыҙҙың мәшһүр ҡобайырының мәғәнәһен яңынан астым, тиһәм, арттырыу булмаҫ, моғайын. Ильясҡа, әлбиттә, ятлау еңел генә бирелмәне. Уның һәр һүҙен, юлын урыҫсаға тәржемә итеп, аңлатҡас ҡына, көнөнә өсәр-дүртәр юл ятланы. Ул дүрт йәштән тхэквондо менән шөғөлләнә. Ағаһына ныҡ оҡшарға тырышҡас, Арыҫланды ла ошо секцияға биргәйнек, өс күнекмәнән һуң йөрөүҙән баш тартты. Теләмәгәс, уны көсләп йөрөтөүҙән ни файҙа. Бала булһа ла, ул, тәү сиратта, кеше бит. Үҙенең кисерештәре, донъяға, эргә-тирәһенә ҡарашы булған бәләкәй генә кеше. Күңел ятмаған эш булһа, ни тиклем генә тырышып эшләһәң дә, фәтүә булмаған кеүек, бала ла күңеле ятҡан нәмә менән шөғөлләнергә тейеш. Ә бына оҡшағас, футболға ҙур теләк менән йөрөй. Бынан тыш, икеһе лә Алина һәм Роберт Хәмиҙуллиндар етәкселегендәге Шамонино ауылындағы "Дарман" бейеү ансамблендә шөғөлләнә, өҫтәмә инглиз телен өйрәнәләр. Ильяс йәнә шашка менән дә ҡыҙыҡһына.

Төрлө кимәлдәге ғаилә конкурстарына сығырға ла форсат табаһығыҙ. Шулар тураһында ла һөйләгеҙ әле. Был осраҡта кем кемде өгөтләй, әллә берҙәм хәл итәһегеҙме?

Лилиә:
Күберәк мин ҡотортам, шикелле. Илнур тыңлай, аҙаҡ ойоштороуға бөтә көсөн, тырышлығын һала. Улай тиһәң, ҡатнашҡан бөтә конкурстарҙы ла тиерлек балаларҙың тәрбиәселәре, уҡытыусылары тәҡдим итте. "Ғаиләм - ҡәлғәм" конкурсында тәүҙә мәктәп этабында, аҙаҡ Өфө ҡалаһы һәм республика кимәлендә Стәрлетамаҡта үткәрелгән "Етегән" байрамында ҡатнаштыҡ. Был сараға алдан етди әҙерләндек. Үҙебеҙ, шөғөлөбөҙ, балалар тәрбиәләүгә ҡарашыбыҙ тураһында видеофильм төшөрҙөк. Ғаилә, мөхәббәт, тоғролоҡ тураһында йырҙар, матур шиғырҙар өйрәндек. Унда ҡатнашҡан бөтә ғаиләләр ҙә бик матур, талантлы, татыу ине. Һоҡланып ҡараныҡ. Үҙҙәренең олатай-өләсәйҙәренең, атай-әсәйҙәренең һоҡланғыс татыу ғаиләләре тураһында ғорурланып һөйләнеләр. Ошондай тәрбиәүи саралар хәҙерге заман балалары өсөн бик тә фәһемле һәм ҙур әһәмиәткә эйә. Төрлө райондарҙан килгән иң матур ғаиләләр менән таныштыҡ, дуҫлаштыҡ. Әле булһа аралашып торабыҙ. Ҡатнашыуын ҡатнаштыҡ, әммә беренсе урын булыр, ҙур бүләккә эйә булырбыҙ, тигән уй башыбыҙға ла инеп сыҡманы. Тәүҙә уҡытыусының, улыбыҙҙың һүҙен йыҡмайыҡ, йөҙҙәренә ҡыҙыллыҡ килтермәйек, тип, мәктәп кимәлендәге сараға әҙерләндек. Унда еңеп сыҡҡас, Өфө ҡала башҡорттары ҡоролтайы ойошторған баш ҡала кимәлендәге конкурста лә һынатмаҫҡа тырыштыҡ һәм төп призға лайыҡ булдыҡ. Республика кимәлендә ҡатнашырға саҡырғас, баш тартманыҡ инде. Әле "Йыл ғаиләһе" бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашырға ла баҙнат итеп торабыҙ, видеоролик төшөрөп ебәрҙек.

Үҙегеҙҙең хеҙмәт иткән өлкә тураһында ла һөйләп китһәгеҙ ине. Ошондай матур ғаилә аҫрағанда, балалар үҫтергәндә матди хәл дә арыу булырға тейеш бит инде. Бөгөнгө заманда балаға өҫтәмә белем биреүгә лә, шулай уҡ ял итеүгә лә матди сығымдар кәрәк. Был мәсьәлә нисек хәл ителә?

Илнур:
Лилиә - Башҡортостан Республикаһы Ветеринария идаралығында юрист булып эшләп, декрет ялына сыҡты. Мин - Үҙәк һайлау комиссияһы белгесе. Әлбиттә, ике яҡтан да атай-әсәйҙәр ныҡ ярҙам итә. Ағас тамыры менән көслө булһа, кеше туғандары менән ҡеүәтле, тиҙәр бит. Тамырың ни тиклем тәрән булһа, йәшәү көсөң дә шул тиклем ныҡлы була. Туғандар ярҙамы тәрән тамырҙан килгән рух кеүек. Бар көстән дә өҫтөнөрәк. Ите-майы, ҡорото, ҡымыҙы, йәшелсәһе, емеш-еләге тигәндәй - барыһы ла килеп тора.
Лилиә: Ғаилә ялын, балалар байрамдарын ойоштороуға ҙур әһәмиәт бирәбеҙ. Туғандарҙы, дуҫтарҙы саҡырабыҙ. Тематик тыуған көндәр үткәрәбеҙ, был йәһәттән балалар үҙҙәре бик әүҙем, улар идея бирә, беҙ бойомға ашырабыҙ. Республиканың матур урындары буйлап сәйәхәт итергә яратабыҙ. Бөтә Башҡортостанды урап сығып барабыҙ, тиһәң дә була. Миәкә районында Нарыҫтауҙа, Күгәрсендә Мораҙым тарлауығында, Эйәрлетауҙа, Баймаҡта Талҡаҫта, Әбйәлилдә Яҡтыкүлдә, шулай уҡ Белоретта, Ғафуриҙа булдыҡ. Тыуған республикабыҙ буйлап йөрөү балаларға ла бик оҡшай.

Киләсәккә хыялдар тураһында ла һөйләшеп үтәйек. Балаларҙың ниндәй һөнәр һайлауын теләйһегеҙ? Ниндәйерәк килендәр, кейәүҙәр тураһында хыялланаһығыҙ?

Илнур:
Хыял тигәнебеҙ - шул маҡсат инде. Маҡсатыбыҙға килгәндә, улар байтаҡ беҙҙең. Балаларға яҡшы тәрбиә, белем биреп, сәләмәт итеп, күркәм кешелек сифаттарын күндереп, үҙаллы тормош юлына лайыҡлы баҫтырыу - беҙҙең төп бурыс. Лилиә: Шулай уҡ күберәк ил күрһәтке килә балаларға. Бәләкәйҙән илебеҙҙең, республикабыҙҙың ҙурлығын, гүзәллеген күреп, төрлө халыҡтар мәҙәниәтен белеп үҫһәләр, уларға шәхес булараҡ формалашырға еңелерәк булыр, тип уйлайбыҙ. Балалар төрлө яҡлап үҫешһен, сағыштырыу һәләтенә эйә булһын, ижад итһен, ғәмле, сәмле булһын өсөн уларға һәр ваҡыт яңы хис, яңы тойғо кисереү кәрәктер. Бөгөнгө заманда бигерәк тә. Шуға күрә балаларыбыҙға һәр халыҡтың матур йолаларын, мәҙәниәтен күрһәтергә, өйрәтергә теләйбеҙ. Апрелдә Төркиәлә ял итеп ҡайттыҡ. Арыҫлан менән Асель сит илдә йөрөгәнен бик аңламаһа ла, Ильясҡа бик оҡшаны. Был илдең төрлөлөгөнә, күркәмлегенә хайран булып ҡайтты.
Балаларыбыҙҙың киләсәктә ниндәй кеше булып китеүендә, ниндәй һөнәр һайлауында беҙҙең роль бик ҙур. Күптән түгел улдарыбыҙҙың тешен дауаларға йөрөткәйнек. Шунан алып икеһе лә стоматолог һөнәренә ғашиҡ. Ильястың стоматолог-хирург булғыһы килә, ә Арыҫлан терапевт булырға хыяллана. Хәҙер үк уйлап йөрөйбөҙ - уларҙы ошо йүнәлештә өҫтәмә белем алыу сараларын табырға кәрәк! Был йәһәттән гимназияла "Мин буласаҡ химик", "Мин буласаҡ биолог" тигән түңәрәктәр бар. Теш дауалаусы булырға теләгәстәр, медицина институтына инеү өсөн был кластан тыш сараларға йөрөргә кәрәк буласаҡ, тигән уртаҡ фекергә килдек.
Илнур: Улдарыбыҙға, әлбиттә, иң яҡшы килендәр, ҡыҙыбыҙға иң яҡшы кейәү эләгеүен, үҙебеҙгә тиң генә, үҙебеҙгә оҡшаған ғына, яҡын туғандар булып йәшәй торған үҙ милләтебеҙҙән булған ҡоҙа-ҡоҙағыйҙар ғына насип булыуын әле үк теләп йөрөйбөҙ.

Шулай итеп...
Һоҡланғыс ғаилә, һоҡланғыс кешеләр... Күҙҙәр генә теймәһен. Йәштәрҙең бер бөтөн, бер йән булып, мөхәббәтле тормошта йәшәгәндәренә һоҡландыҡ та, бөгөнгө глобалләшеү заманында ҙур ҡалала башҡорт рухлы ғаиләләр булыуы менән ғорурландыҡ та. Күркәм фиғелдәре, лайыҡлы тормоштары, эштәрендә лә, йәмғиәттә лә, ғаиләлә лә үҙҙәренең өлгөһөндә балаларын тәрбиәләгән Мәхмүтовтар кеүек бер-береһе, балалары, туғандары өсөн өҙөлөп торған ғаиләләр күберәк булһын ине.

Лена АБДРАХМАНОВА
әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 459

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru