«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӘЛӘШЕҢДЕҢ "ҠЫҘ БУЛМАУЫ" НАСАРМЫ?
+  - 


Кистәрен клубҡа сығып, гармун тартып, егет-ҡыҙҙарҙың ҡара-ҡаршы таҡмаҡ әйтешеүе һымаҡ йолалар хәҙерге ауыл йәштәре араһында күҙәтелмәй. Ундай күренештәрҙе сәхнәләге бәғзе бер спектаклдәр аша ғына ҡарап беләләрҙер. Әммә бына ошондай ваҡыттар, ысынлап та, була торғайны бит. Илле йылдар самаһы элек магнитофон уйнатыу тигән нәмә лә бөтөнләйгә тиерлек булманы. Шул саҡтағы бер-береңә шаян таҡмаҡ әйтешеүҙәрҙе йыш ҡына иҫкә алам.

…Һеҙҙең яҡҡа килгән саҡта -
Һикһән һигеҙ ыстанса.
Һөйһәң -һөй, йә һөймәһәң - юҡ,
Һөйөүселәр бесконца!
Егеттәрҙең туҡталғанын көтөп кенә торғандай, шул уҡ көйгә ҡыҙҙар үҙҙәренең "сәнскеле" таҡмағын әйтеп ташлай:
Кеймә итек, кей сабата
Сабата шәп атлата!
Һөймә ҡыҙҙы, һөй бисәне -
Бисә ҡаймаҡ ашата…
"Ҡаймаҡ ашата" тигәндәй, гүзәл заттарыбыҙҙың ана шул категорияһы хаҡында бер аҙ фәлсәфәгә төшөп китмәксемен. Бала сағымдан олораҡ ағайҙарҙың "ҡыҙ", "ҡатын", уларҙың айырмаһы тураһында үҙ-ара һөйләшкәнен ишеткеләй торғайным, әммә уға артыҡ иғтибар иткәнем дә булманы. Үҫмерлек, егетлек йылдары килгәс тә "Ни өсөн бәғзе берәүҙәр ошо мәсьәләгә баҫым яһай икән?" тип хатта ғәжәпләнә лә инем. Бәлки, әхлаҡи яҡтан формалашып етмәгәнгәлер, әллә икенсе сәбәп менәнме, инде өйләнер ваҡытым еткәс тә мине бындай һорау бер ҡасан да борсоманы. Өйләнгән саҡта кәләшең үҙ ғүмерендә тәүгә һиңә кейәүгә сығамы, әллә ҡасандыр ул башҡа кеше менән никахта булғанмы, минең өсөн барыбер һымаҡ ине.
Ошо турала сурытып алайыҡ әле. Халыҡта "Дөйә үлгәнсе "Тоҙ, тоҙ…", ә ирҙәр - "Ҡыҙ, ҡыҙ…" тип барып үлә…" тигән ярым шаян әйтем йөрөй. Шулай уҡ "Урау булһа ла - юл яҡшы, һуҡыр булһа ла - ҡыҙ яҡшы" тигән мәҡәл дә бар. Күптәр "ҡыҙ" булыу - уның сафлығының, әхлаҡи яҡтан тотанаҡлығының күрһәткесе, тип һанай. Ифрат дөрөҫ фекер. Ислам дине рухында үҫкән боронғо өләсәйҙәребеҙ, ысынлап та, ошо мәсьәләгә ныҡ иғтибар иткән. Ҡыҙҙарыбыҙ ҙа никахҡа ҡәҙәр үҙҙәренең ана шул "ҡыҙ" статусын һаҡлай торған булған. Никахһыҙ бәйләнештәргә ҡарата, үҙ исеме менән атап әйткәндә, зина ҡылыуға шәриғәт ҡануны шаҡтай ҡаты. Әгәр ҙә, берәүҙәрҙең зина ҡылыуы иҫбатланды икән, әле никахта тормаған егет менән ҡыҙға күпмелер мәртәбә таяҡ менән һуғылыу, ә инде никахлы кешеләргә башҡалар менән енси бәйләнеше өсөн таш менән бәреү ҡарала. Мосолман илдәрендә бындай яза әле лә ғәмәлдә. Был илдәрҙә зина ҡылыу һымаҡ кире нәмәләр юҡ кимәлдә булыуы шуның менән дә аңлатылылыр (Шул уҡ ваҡытта, иғтибар итеү кәрәк: зинаны иҫбат итеү еңел генә эш тип уйлау ярамай. Уның өсөн, шәриғәт ҡануны буйынса, дүрт мосолман кешеһенең шаһитлығы мотлаҡ. Мәжит Ғафуриҙың "Ҡара йөҙҙәр" повесында бына ошо мәсьәләне ифрат та ентекле итеп аңлата хәҙрәт. Әлеге дүрт шаһит булмай тороп, кешене зинасы тип табыу дөрөҫ түгел. Ә ялған шаһитлыҡ ҡылған өсөн шаһиттың үҙенә яза биреү "лазым"лығы хаҡында ла иҫкәртә дин әһеле). Илебеҙ закондарында бындай гонаһ өсөн яза ҡаралмаған, әммә боронғо традиция буйынса фекерләүсе күпселек гүзәлдәребеҙ шулай ҙа тормошҡа сыҡҡансы, үҙҙәренең намыҫын һаҡлау яғында. Иң беренсе нәүбәттә, зинаның оло гонаһ булыуы хаҡында уйланыу дөрөҫтөр. Әммә хәҙерге заманда дини рухта тәрбиә алмаған бәғзеләрҙең "Был хәҙер модала түгел" тип һанағандары ла бар. Тик ундайҙар һирәктер шулай ҙа, тип уйлайым.
Әле мин, кемдер әйтмешләй, "ҡыҙҙар тикшерергә" йыйынмайым. Ниндәйҙер гонаһы өсөн нәфис заттарыбыҙҙы әрләү йә яманлау ҙа уйымда түгел. Эш уға ҡалһа, ир-ат өсөн дә бер ниндәй ташланма ҡаралмаған бит. Ни өсөндөр, ошо мәсьәләгә ҡағылышлы күптәр тик гүзәл заттар хаҡында ғына һүҙ алып барыусан, әммә йәш кейәүҙең "малайлығы"н тикшереүселәр юҡ кимәлендә. Бәғзе бер халыҡтарҙа хатта тәүге никах кисе үткәс, "башҡалар күрһен", тигән ниәт менән, йәш килендең түшәген тышҡа сығарып элеп ҡуйыу йолалары булыуы хаҡында ла ишеткәнем бар. Минеңсә, былай уҡ шаштырыуҙар - артыҡ. Ә бит бер нисә ҡатын алырға рөхсәт ителеүенә ҡарамаҫтан, шәриғәт ҡанундарына ярашлы, ир-егеттәр ҙә никахһыҙ бәйләнеш мәсьәләһендә Аллаһ Тәғәлә алдында берҙәй яуаплы, йәғни, бында "көслө зат"тың өҫтөнлөгө юҡ…
Тормош тигән нәмә ифрат ҡатмарлы, һәр саҡ беҙ уйлағанса ғына бармай шул. Башҡа күпселек кеүек үк, мин дә халҡыбыҙҙың "теләһә ҡалай" тормош алып барыуы яҡлы түгел (әғүҙү билләһ). Әммә, бер аҙ стандартһыҙыраҡ юҫыҡта фекерләп, "ә шулай ҙа…" тип, һүҙемде артабан дауам итмәксемен. Халҡыбыҙҙа "Дүрт аяҡлы аттың да абыныуы бар" тигән әйтем йөрөй. Никахлашырҙан тәүҙәрәк ҡатын-ҡыҙ, әлеге әйтмешләй, "хаталанып" өлгөргән икән, тигән вариантты алып ҡарайыҡ. Шундай ҡатын-ҡыҙға өйләнергә ҡарар иткән егет кеше (йә ир), минеңсә, был мәсьәләлә дөрөҫ фекерләргә тейеш. Яңы тормош башлаған йәш ғаилә башлығы ҡатын-ҡыҙҙың бына ошо физик хәленә ҡарағанда, уның башҡа сифаттарын өҫтөнөрәк ҡуйырға тейештер, тип уйлайым. Йәш кәләш элек башҡа берәү менән рәсми никахта торғанмы, әллә, хәҙергесә әтмешләй, "граждан" никахында булғанмы, хәҙер инде ул тәүбәгә килеп, өр-яңынан тормош башларға ҡарар иткән, тип аңларға тырышыу кәрәктер, минеңсә. Тәүге ире менән күпмелер йәшәп тә, унан ҡыйырһытылып, хатта бер-ике бала менән айырылырға мәжбүр булған һәм башҡа берәүгә тормошҡа сыҡҡан ҡатындарҙы ла беләм. Иң тәү сиратта кешелеклеге юғары булған бындай ҡатын-ҡыҙ, яҡшы ир-егеткә тап килһә, уның менән һин дә мин татыу йәшәп алып китә. Үҙен яратҡан яңы хәләл ефетенә ҡәҙер-хөрмәт күрһәтеп, уға ғүмерлеккә тоғро булып та ҡала. "Ҡыҙ түгел" булыуы ғына әле кәләштең насар икәнлеген аңлатмай, тимәксемен. Кемдер әйтмешләй, ҡасандыр "өйрәнгән" булыуына ла ҡарамаҫтан, етди ниәт менән тормош ҡорған бындай ҡатын-ҡыҙ бынамын тигән хужабикә, ғүмер буйы яҡшы ҡатын була ала. Хатта ҡыҙ килеш кейәүгә сыҡҡан бәғзе берәүҙәргә лә ҡарағанда…
Ябай ғына булмаған был тормошта һәр саҡ, әлеге әйтмешләй, һис нәмәгә ҡарамаҫтан, "ҡыҙ - яҡшыраҡ" тип, шаблон буйынса ғына фекерләү ярамай, тимәксемен. Ғәҙәти түгелерәк юҫыҡта фәлсәфәләүсе был мәҡәләм менән мин саф ҡыҙҙарыбыҙҙы һис кенә лә кәмһетергә йыйынмайым. Киреһенсә, уларҙы данлап, әммә шул уҡ ваҡытта, төрлө "ҡытыршылыҡтар" аша үтеп, артабан кешеләрсә йәшәргә тырышып ятҡан ҡатындарыбыҙҙы ла яҡлашыуға йүнәлтелгән уйым. Һәр кешенең дә донъяла бәхетле ғүмер иткеһе килә, һәммәбеҙҙең быға хоҡуғы бар. Аллаһ Тәғәлә тәүбәләрҙе ҡабул ҡылыусы һәм Ул - ғәфү итеүсе. Ир-егетме ул, ҡатын-ҡыҙмы, ҡасандыр йәшлек менән ебәргән хаталарыбыҙ, ҡылған гонаһтарыбыҙ өсөн Раббыбыҙ алдында тәүбә ҡылып, артабан инде дөрөҫ юлды табырға, Уға ғына баш эйеп йәшәй башларға ынтылырға тейешбеҙ.
Бергә йәшәү дәүерендә "һин миңә сыҡҡанда ҡыҙ түгел инең" йә иһә "мин һинең беренсең түгел" тип, бер-береңде кәмһетергә, ғәйепләргә тырышыуҙар ғаилә тормошон бер ҡасан да яҡшыға алып бармай. Шуға күрә лә, өйҙә бына ошо мәсьәләне һис кенә лә күтәреү ярамай. Ниндәй генә асыулы булыуыңа ҡарамаҫтан! Тик шул саҡта ғына тормошоғоҙ бәхетле булыр, ин шәә Аллаһ.
Һүҙ аҙағында әлеге "бисә ҡаймаҡ ашата", тигәне лә бушҡа әйтелмәгәндер. Бер аҙ "донъя күргән" ҡатын-ҡыҙҙың, әлбиттә, тормош тәжрибәһе лә, ир-атҡа ҡәҙер-хөрмәт күрһәтә белеүе лә юғарыраҡ кимәлдә булыуы ихтимал. Был - ғәжәп түгел. Уның "ҡаймаҡ ашатырға" хәленән килеүенең дә бер ниндәй насар яғын күрмәйем. Кейәүҙә булып айырылған гүзәлдәребеҙҙе "икенсе сорт" йә яңғыҙлыҡҡа дусар ителгән тип һанарға ашыҡмайыҡ. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ?

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 2598

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru