«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЭШЛӘМӘГӘН ЭШТӘРЕ ЮҠ!
+  - 


Үҙҡурсаланыу ваҡытында йәмғиәтебеҙҙең иң әүҙем ағзалары - ағинәйҙәр ҙә осрашыуҙарҙы туҡтатып тороп, аралашыуҙы ватсаптағы, "Бәйләнештә"ге төркөмдәрҙә генә дауам итергә мәжбүр булғайны. Бына хәҙер аҡрынлап үҙ яйына ҡайта уларҙың аралашыуҙары. Бөтә булған һаҡлыҡ сараларын күҙәтеп, милли кейемдәрен кейеп алып, матур саралар үткәрә башланы беҙҙең Учалы ағинәйҙәре лә. Ул сараларҙың барыһы ла фәһемле һәм мөһим - милли кейемгә, милли ризыҡтарға, милли йолаларыбыҙға арнала улар. Ә бына Наурыҙ ауылында үткән сарала иһә... ер-һыу атамалары тураһында һөйләнелде һәм был темаға ағинәйҙәрҙең дә битараф булмауын, улар иғтибарынан ситтә ҡалмауын раҫланы. Был аңлашыла ла, сөнки ер-һыу атамаларында - халҡыбыҙҙың, төбәгебеҙҙең тарихы, асылы, булмышы сағыла бит.

Тарих һөйләйҙәр

Билдәле, республика ағинәйҙәре бик күп эштәргә башланғыс һалды. Шул уҡ башҡорт милли кейемдәрен, шулай уҡ сарыҡ, ҡата кеүек аяҡ кейемдәрен тегеп-тергеҙеп кейеп, биҙәүестәрен эшләп тағып йөрөү ғәҙәтен дә ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙға улар йоҡторҙо бит. Шуның менән бергә көнитмешебеҙҙә кәрәкмәгән һымаҡ тойолған кейеҙ баҫыу, ҡорама, сергетыштар ҡорау, аҫалы балаҫ һәм торпошалар һуғыу кеүек кәсептәр ҙә күп тарафтарҙа ағинәйҙәр тарафынан аяҡҡа баҫтырылды. Унан һуң, беҙҙә булған башҡа йәмәғәт ойошмалары балалар менән эшләгәне булдымы икән? Ә беҙҙең ағинәйҙәр балалар баҡсаларында ла, мәктәптәрҙә лә өләсәй роленә инеп, әкиәттәр һөйләй, йомаҡтар ҡоя, "Өләсәйем һандығы" тигән уйындар ойоштора, тарих һөйләй...
Эйе, бар нимәлә эше, ҡыҫылышы бар ағинәйҙәрҙең. Бына әле тағы бер инициативаға юл башлап тора учалылар: ер-һыу атамаларын өйрәнәләр. Был бик тә көнүҙәк проблема икәнен билдәләп, һиҫкәндереп тә ебәрҙе әле улар. Ысынлап та, ер-һыу атамаларыбыҙ күҙ алдында боҙола ғына түгел, урыҫлаштырыла. Быға тиклем ундай хәл булдымы ни? Хәҙер юл буйҙарындағы атамалар ҙа русса ғына яҙыла бит. Шүлгән - Каповаға, Төйәләҫ - Худолазға, Ирәкташ - Инйәр зубчаткаларына, Яҡтыгүл - Банное булып киткәненә көйөнә инек. Хәҙер вағыраҡ, ауылдар кимәлендәге атамалар ҙа үҙгәргәненә шаһит булабыҙ. Шуның менән тарихи хәтер ҙә юғала, сөнки балаларға һөйләүселәр, аңлатыусылар ҙа бөтөп бара. Бына шуға ла Учалы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы ағзалары бынан бер нисә йыл элек үк бик ваҡытлы тәҡдим күтәрҙе: ауылдарыбыҙ тирәһендәге барлыҡ атамаларҙың исемлеген төҙөйөк, легендаларын да иҫкә төшөрәйек. Был эш ҡайһы бер ауылдарҙа башланды ла инде. Ошо турала һөйләшеү өсөн был юлы Наурыҙ ауылы ағинәйҙәре (етәксеһе Миңнур Байғарина) райондың бер нисә ауылы ағинәйҙәрен, крайҙы өйрәнеүселәрҙе ҡорға йыйҙы. Район һәм ауыл биләмәһе хакимиәттәре вәкилдәре, район башҡорттары ҡоролтайы рәйесенең сәләмләүенән һуң, уҡытыусы-ветеран Динә Кәримова телмәр тотто: "Халҡыбыҙҙың бөйөк улы Әхмәтзәки Вәлиди: "Археологияны, ауыҙ-тел ижадын, топонимияны, гидронимдарҙы, антропонимдарҙы барыһын бергә комплекслы өйрәнеү генә тулы тарихи һығымталар яһарға мөмкинлек бирә", - тигән. Был ысынлап та шулай. Наурыҙ ауылы, мәҫәлән, 1776 йылда рәсми документтарҙа теркәлгән. Уға тиклем ауыл булмаған тигән һүҙ түгел был. Башҡорт ерҙәре ғәйәт ҙур булған. Малдары артынан бик ҙур территорияла күсеп йәшәгән халыҡ. Һәм атамаларҙы ла башҡорт халҡы үҙе ҡушҡан. Тарихсы Роза Буканова яҙыуынса, "урыҫтар башҡорт ерҙәренә 1604 йылда ғына, Аҡ батша башҡорттарҙан хәҙерге Табын ауылы янында тоҙ сығарыуға рөхсәт алғас ҡына күсенә башлай". Тимәк, урыҫса ер-һыу атамалары беҙҙең лөғәткә күптән түгел генә килеп ингән, уларҙың бер ерлеге лә юҡ. Тик үкенесле: элекке башҡорт атамаларын урыҫсаға алыштырыу күренештәре ишәйә бара: Ҡотой ауылы янындағы Оло тары - Маяҡ, Оҙонғор һырты - Бригадная гора, Баҡшай тауы - Кандалинка булып китте..."
Артабан Динә Хәтип ҡыҙы Наурыҙ ауылы тирә-яғындағы ер-һыу атамаларын һанап китте: "Ауылыбыҙ янындағы тауҙар - Боғасты (Бүгәс тау), Бөркөтоя, Яйыҡ аръяғында Ҡапсығай ( ҡаҙаҡ барымтасыларының ҡабат сығай тип һуғышҡа өндәүенән ҡалған), Кәркәбар (кәркә - йети- ҡар кешеһе, тигәндән), Йөндөтау (енле тау булырға тейеш), Әүәле бил, Бәпес түбә, Әбейъяр, Өйташ, Күбәташ,Осоғүҙәк (пәрейе бар), Ҡеҙәғайын түбәһе, Тайып түбәһе, Шаҡым һаҙы, тағы әллә күпме атамаларҙан исемлек төҙөнөм. Ауылдың һүрәтле картаһын төҙөп, ошо атамаларҙы теркәп ҡуйһаҡ, йәштәр, балалар хәтерендә нығыраҡ уйылыр ине, тигән тәҡдимем бар..."
Башҡа ауыл ағинәйҙәре лә ер-һыу атамалары исемлеген төҙөү буйынса алып барылған эштәре менән уртаҡлашты һәм Динә Хәтип ҡыҙының ауылдың һүрәтле картаһына ошо атамаларҙы теркәп ҡуйыу тураһындағы тәҡдимен хупланы. Һәр ауыл тирәһендәге атамаларҙан китап сығарырға тигән пландары менән дә уртаҡлашты. Ҡыҫҡаһы, Учалы ағинәйҙәре был мөһим эшкә тотондо. Был бик актуаль тема һәм тәҡдимдәр башҡа райондарҙың ерһөйәрҙәре, илһөйәрҙәре, крайҙы өйрәнеүселәре ҡолағына ла инер, моғайын. Сөнки был беҙҙең райондың ғына түгел, тотош Башҡортостандың, хатта башҡорттар күпләп йәшәгән күрше өлкәләрҙең дә проблемаһы. Һәм, әлбиттә, иң тәүҙә был эшкә ағинәйҙәр тотонор тигән өмөт тә бар. Әлеге ҡорҙа ҡатнашҡан аҡһаҡалдарҙың береһе Закир Ғарипов:"Ирҙәрҙән бик булмаҫ бындай бурыстарҙы атҡарыу. Ағинәйҙәр ярҙам итһен, улар тотонһон инде был бик ваҡытлы күтәрелгән эшкә. Ә беҙ ярҙам итеп йөрөрбөҙ", - тип көлдөрҙө көлдөрөүгә. Ә шулай ҙа беҙ, ҡатын-ҡыҙҙар, ир-егеттәребеҙ, аҡһаҡалдарыбыҙ менән йәнәш тороп эшләргә, киреһенсә, беҙ улар артынан эйәрергә хыялланабыҙ...

Ал алъяпҡыстарым, гөл алъяпҡыстарым

Бөгөн беҙ алъяпҡысты аш-һыу бүлмәһендә ашарға яраштырғанда, һауыт-һаба йыуғанда кейелә торған әйбер тип кенә беләбеҙ. Унан һуң, сығарылыш уҡыусылары - ҡыҙҙар, йыл аҙағында, тантаналы һуңғы линейкала ап-аҡ алъяпҡыс кейеп, бер ҡанатланып йөрөп алалар. Шулай ҙа алъяпҡыс та бай ғына тарихлы бер кейем икәнен, халҡыбыҙ тормошонда мәлендә алыштырғыһыҙ булыуын иҫкә төшөрөп алдыҡ әле ошо арала.
Өйҙә "бикләнеү" осоронда онлайн аралашыуға күстек бит инде. Беҙҙең "Ағинәй" ойошмаһында ла аралашыу ошо форматта дауам итте. Март айында Көсөк-Маяҡ ағинәйҙәре ошо мәҡәлә исеме аҫтында конкурс иғлан иткәйне. Шарты буйынса, үҙең әҙерләгән алъяпҡысты кейеп, яҙма эшләп, "Бәйләнештә"ге "Учалы ағинәйҙәре" битенә һалырға тейеш ине. Шулай итеп, 22 оҫтабикә һәм алтышар кешенән торған 4 коллектив 52 алъяпҡыс тәҡдим итте. Иң тәүге булып сығыш яһаусылар Мәҫкәү уңғандары булды. Һәр береһе өр-яңы алъяпҡыс быуған ағинәйҙәр матур ғына белешмә лә бирҙе: "Борон ҡатын-ҡыҙ алъяпҡысһыҙ йөрөмәне. Йәйләүҙә ҡорот ҡайнатып, ҡымыҙ бешеп мәж килгәндә алъяпҡыс алыштырғыһыҙ кейем булды. Йәш килендәр ғоманлы саҡта алды бөрмәлерәк алъяпҡыс кейеп йөрөнө. Ҡайны-ҡәйнә алдында уңайһыҙ булмаһын өсөн дә, сит-ят күҙҙән һаҡланыу өсөн дә бындай алъяпҡыс уңайлы булған. Йәш балалы әсәләр алъяпҡыс түшен иркенерәк тә, киңерәк тә итеп тегеп кейгән. Бала имеҙгәндә лә уңайлы, түшкә лә йылы. Ә мин элегерәк апайым бүләк иткән алъяпҡысҡа оҡшатып, ике кеҫәле итеп тектем. Асҡыс-маҙар, ҡулъяулыҡ, ваҡ-төйәк һалыу өсөн кеҫәләре бик уңайлы булған. Ҡунаҡ ҡаршылағанда хужабикәләге баҙлап торған биҙәкле алъяпҡыс та инеүсенең ҡарашын етешмәгәнерәк, өлгөрмәгәнерәк ерҙән аралабыраҡ тора ул", - тип, һәр алъяпҡысҡа бына шулай ҡыҫҡа, әммә тос ҡына мәғлүмәт тә һалынғайны.
"Боронғоға эйәреп" исемле номинацияла Ғәлиәхмәрҙән Рәшиҙә Ғибаҙуллина хаҡлы рәүештә еңеүсе булды. Бер ҙә иренмәй генә ауылдарындағы 91 йәшлек әбейҙән һөйләтеп тегеп алған булған ул алъяпҡысын. Алъяпҡыстың өҫкө өлөшө түште лә, арҡаны ла тотош ҡына ҡаплап, иң башы бик үк киң булмаған әберкә менән биҙәлә. Һуғыштан һуңғы ауыр осорҙа, юҡсылыҡта магазинға тауар килһә, алъяпҡыслыҡ ҡына тауар алып, тегеп, ашҡа ла, эшкә лә кейеүҙәрен һөйләп ала әбей. Наурыҙҙан Миннур Байгарина үҙебеҙҙең тыуған яҡты өйрәнеү музейында күргәндең күсермәһен теккән. Төҫө лә, итәк осондағы ике буй таҫмаһы ла нәҡ музейҙа ҡул тирмәне тартып ултырған ҡатын кейгән алъяпҡыс инде. Һәр саҡтағыса, Бөйҙө ағинәйҙәре бер иштән боронғоса итеп, заманында әсәйҙәре кейгән алъяпҡыстарға оҡшатып тегеп сығыш яһаны. Илсенән Роза апай ҙа был сараны алъяпҡыслы әсәһен иҫенә төшөрөүе менән әһәмиәтле булды, тип һөйләп, күңел ҡылдарын тибрәтеп ебәрҙе. Уның үҙе ижад иткән шиғыры, хәтирәләргә төшөрөп, тыңлаусыларҙың керпектәренә күҙ йәштәре лә элде.
Сигеүле алъяпҡыстар - үҙе бер бай хазина. Балбыҡтан Рәзилә Ибраһимованың элмәле сигеү һалынған күҙ яуын алырлыҡ алъяпҡысына, Финзирә Солтанованың ҡара төҫлө туҡыманан бик оҫта нағышланғанына һәр кем һоҡланды. Илтабандан Венера Йосопова апайҙың да бер төҫтән, зәңгәр мулине менән генә, бик үҙенсәлекле биҙәк һалып сиккән ап-аҡ алъяпҡысы зауыҡлы килеп сыҡҡан. Еңгә бүләге, ҡәйнә бүләге булған алъяпҡыстар менән бергә инде 80 йәште уҙған ҡомартҡы ла осраны. Был ҡомартҡы Мәҫкәүҙән Тәғзимә Шәкирйәнованың һандығынан булып, ошоларҙы бәйән итте: "1921 йылғы әсәһе 14 йәшендә аҡтан тегеп, түшенә, итәк осона йәшел һәм ҡыҙыл төҫлө еп менән сигеп, матур биҙәк һалған." Бындай алъяпҡыстар, әлбиттә, ҡәҙергә генә кейелгән.
Ойоштороусы булараҡ, Көсөк-Маяҡ ағинәйҙәре етәксеһе Гөлсирә Ғарипова сараны йомғаҡлап, алъяпҡыстар тарихына ла туҡталды: "Алъяпҡыс та - бик бай тарихлы кейем. Тәүге теркәлгән мәғлүмәттәр 1208 йылға ҡарай. Ул боронғо мысыр һүрәттәрендә үк күренә. Дәүләт хеҙмәтендә эшләүселәрҙең алдына бөрмәләп бәйләп ҡуйылған тире йә ҡамыш һабаҡтарынан яһалған япма тағылған. Боронғо Рәсәйҙә лә, башҡорт халҡында ла алъяпҡыс ҡатын-ҡыҙҙың эш кейеме генә түгел, ә ҡупшы кейемдәр һанына ла ингән. Башҡорт ҡатындары, ғәҙәттә, ҡара йә кер күтәрмәле туҡымаға биҙәктәр сигеп теккән. Алъяпҡыс, уңдырышлыҡ билдәһе лә булып, төрлө йолаларҙа ҡулланылған. Бәләкәс балаларҙы алъяпҡысҡа төрөп йөрөтөү яҡшыға юралған, бәхетле оҙон ғүмер теләү билдәһе һаналған. Башҡорт халҡында алъяпҡыс көнкүреш эштәрендә генә түгел, ҡайһы бер төбәктәрҙә ҡупшы кейем элементы булараҡ та танылған. Өләсәйҙәребеҙҙе, әсәйҙәребеҙҙе иҫкә төшөрһәк, улар бит алъяпҡысһыҙ йөрөмәне. Бөтмәҫ йорт эштәрендә алъяпҡысһыҙ мөмкин дә түгел инде. Күршеһенән йомошҡа алған әйберен дә, магазиндан һатып алғанын да шул алъяпҡыс итәгенә һалып алып ҡайталар ине беҙ үҫкән заманда ла әле. Беҙҙең ауылда Муса Мортазиндың йорт музейында тимерсе алъяпҡысы, еңгә бүләге, әсәйҙәрҙең ҡомартҡылары һаҡлана..."

Талҡан байрамы

Килмәк ауылы ағинәйҙәре район ағинәйҙәрен, шулай уҡ Белорет районы ағинәйҙәрен дә милли ризығыбыҙ - талҡанға арналған байрамға йыйҙы һәм ҡыҙҙырылған ҡурмастың тел йоторлоҡ ризыҡҡа әйләнгәнсе үткән юлын төрлө йола күренештәре менән күҙ алдына баҫтырҙы.
Заманында йылына ике тапҡыр, яҙын һәм көҙөн, ҡатын-ҡыҙ бергә йыйылып, туҡлыҡлы ла, һаулыҡ өсөн дә шифаһы баһалап бөткөһөҙ талҡан эшләп алыр булған. Бына шул йоланы атҡарған сәхнә күренешендә ҡатын-ҡыҙҙар тәүҙә талҡан эшләү өсөн әҙерләнгән бойҙайҙы сүп-сарынан таҙарттылар, елгәрҙеләр. Күмәк эш - өмә барышында балалар ҙа ҡатнашты, белмәгәнен өйрәнде. Бойҙайҙан башҡа һоло, арпа, арыш кеүек башаҡлы үҫемлектәрҙең дә талҡан эшләү өсөн яраҡлы булыуы тураһында әйтеп үтелде. Балалар әсәйҙәре менән бергә ҡыҙыу әшәк өҫтөндәге табала болғай-болғай бойҙай бөртөктәрен ҡыҙҙырҙы. Ҡыҙҙырылған ҡурмасты тәмләү үҙе бер тамаша булды балалар өсөн. Хәҙер бит ҡурмас яһау ҙа онотолған, шуның менән бергә телебеҙҙән "ҡурмас" һүҙе лә төшөп ҡалып бара.
Бына иҙәнгә балаҫ йәйелде, уның өҫтөнә ҙур ашъяулыҡ түшәлде һәм ҡул тирмәне килеп ултырҙы. Йор ғына һүҙле еңгә балаларҙы ошо тирмән тирәһенә ултыртып: "Инде тирмән тартабыҙ, кемегеҙ яҡшыраҡ әйләндерер икән тирмәнде?" - тип, күңелдәренә сәм һалды. Әлбиттә, һәр кем шәп булырға теләй. Әммә, тирмән тартыу бик еңел дә түгел икән әле. Бына ни өсөн бергәләп башҡарғандар икән ҡурмас тартыуҙы. Алмаш-тилмәш эшләгәндә эш еңел эшләнә шул. Тирмән тартҡан арала талҡандың файҙаһы, борон алыҫ юлға йә һунарға сыҡҡанда, яуға киткәндә лә уның алыштырғыһыҙ ризыҡ булыуы, хатта ир-егеттең сыҙамлылығын усына эҫе ҡурмас һалып һынауҙары тураһында ла, ел, һыу тирмәндәре булыуы хаҡында ла һөйләне еңгә. Тартылған ҡоро талҡанды киндер тоҡсайҙарҙа, туҙҙан яһалған һауыттарҙа оҙаҡ ҡына һаҡлап булыуы тураһында ла әйтергә онотманы. Йорт хужаһы тирмән эргәһендәге апһынынан (килендәшенән) бик ҡәнәғәт ине был мәлдә. Шулай булмай ни, эш араһында балаларға ла ни тиклем оҫталыҡ дәресе биреп өлгөрҙө бит. Унан инде ҡәйнә кеше тартылған ҡоро ондоң бер өлөшөн шәкәр, бер өлөшөн тоҙ ҡушып ыуып, майлап баҫырға күрһәтмә бирҙе. Шул арала балаларына талҡандың байрам өҫтәленең йәме, бишектуй, һырғатуй, ҡарғатуй, кәкүк сәйе ҡорҙарында борондан ҡуйыла торған ризыҡ булыуын да әйтеп үтте. "Үҙ ризыҡтарыбыҙҙан яҙмайыҡ, беләктәрегеҙгә, йөрәктәрегеҙгә көстө үҙ ризыҡтарығыҙҙан ғына ала алаһығыҙ, магазин кәштәһендәге файҙаһыҙ тәм-томға алданмағыҙ", - тигән өгөт-нәсихәтен дә еткерергә онотманы.
Балалар өсөн дә, йыйылған ағинәйҙәр өсөн дә бай мәғлүмәтле сара ойоштороп, ағинәйлек бурысын атҡарҙы килмәктәр. Талҡан - ул тере ризыҡ, тигән идея һалынған сарала ҡатын-ҡыҙҙың һомғоллоғо, сәсенең ҡуйы йылҡылдап тороуы ла, яугирҙың яраһы тиҙерәк уңалыуы ла - талҡан мөғжизәһе булыуы еткерелде йыйылыусыларға. Талҡандан бал, көнбағыш майы, ҡырылған алма ҡушып яһалған маска эшләтеүселәр ҙә булды сара һуңында. Татлы талҡандың төрлөһө ҡуйылған сәй өҫтәле артында ла йәнле аралашыу дауам итте. Юлдаш ауылынан килгән Мәрйәм Әнәс ҡыҙы килмәктәргә рәхмәтен күңелендә шундуҡ яралған шиғыр юлдары аша еткерҙе. Барыһы ла - йылы осрашыу, файҙалы сара, күргәҙмәләге ҡул эштәре сағылыш алған ине был юлдарҙа.

Мәрзиә СОЛТАНБАЕВА,
Учалы районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 20.05.21 | Ҡаралған: 384

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru