«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - БАШҠОРТ БАЙЛАРЫ
+  - 


Ҡырҡтан ашыу башҡорт ырыуҙары араһында, тарихи яҡтан да, этимологик үҙенсәлеге менән дә айырылыбыраҡ тороп, байлар атамаһы менән билдәле этник төркөм бар. Әлбиттә, бында бар төрки ҡәүемдәре өсөн уртаҡ булған "бай" тамыры семантик яҡтан үҙ-үҙен етеш тормош алып бара алған, юғары ижтимағи статусҡа эйә булған клан рәүешендә күрһәтеүсе халыҡты аңлата. Әйтергә кәрәк, ошо исем менән аталған этник төркөм башҡа төрки халыҡтарында осрамай, шуға күрә байлар ырыуы атамаһын тик башҡорттарға ғына хас булған этноним, тип әйтеп була.

Тарихсы-ғалимдар фаразына ярашлы, байлар ырыуының тарихи тамырҙары VI - IX быуаттарҙа Үҙәк Азияла хакимлыҡ иткән боронғо Төрки дәүләттәренә: Төркөттәр (552-602 йй.), Көнсығыш Төрки (602-630 йй.), Күк-Төрки (682-744 йй.), Уйғыр (745-847йй.) ҡағанаттарына барып тоташа. Әлбиттә, ошо ханлыҡтар составында йәшәгән ҡәүемдәрҙең бары ла билдәле түгел, әммә ҡайһы бер сығанаҡтарҙа хәҙерге байлар ырыуы ата-бабаларының да боронғо төрки берләшмәләре исемлектәрендә булыуы төҫмөрләнә.
Мәҫәлән, 628 йылда Кат Ильхан Багатур-шад (ҡытайса Сели-кэхань) исемле Көнсығыш Төрки ҡағанаты хакимына ҡаршы сеяньто һәм уйғыр ҡәбиләләре баш күтәрә. Улар Ҡытайҙың Тан Тай-цзун династияһы императоры менән төркиҙәргә ҡаршы союз төҙөй. Ике ҙур армия ҡыҫымына эләккән төркиҙәр баш һалырға мәжбүр ителә, Сели дәүләте юҡҡа сыға, әсиргә төшкән 100 мең төрки кешеһе Тан империяһының сиктәрен һаҡлаусы атлы ғәскәргә алына. "Синь Тан шу" хроникаһында теркәлгән мәғлүмәткә ярашлы, Гуаньнэй провинцияһында айырым төрки ҡәбиләләренән 15 "баҫтырыу округы" ойошторола, улар иҫәбендә "баянь" исемле этник төркөм дә була. Ҡытай тарихи хроникаларының береһе булған "Тан династияһы күҙәтеүе" әҫәренең "Вассал кенәзлектәре аттарының тамғалары" тип исемләнгән бүлегендә Баянь-Ашидэ ҡәбиләһе лә күрһәтелә. Билдәле тюрколог Ю.А. Зуев ошо хаҡта былай яҙа: "Ошо атаманың беренсе өлөшөндә беҙ баянь этнонимын күреү яғындабыҙ - был Мәхмүт Ҡашғари баят рәүешендә (баянь һүҙенең күплек формаһы) иҫкә алған монгол телле ҡәбилә исеме... Баянь һәм төркмән баяттарының тамғаларын сағыштырғанда ҙур оҡшашлыҡ булыуы ла ошондай уҡ һығымтаға килтерә". Әммә Ю.А. Зуевтың баянь (монголса баят, йәиһә баяут) ҡәбиләһенең монгол телле булыуы хаҡындағы фекере менән килешеп булмай, сөнки монголдар төрки һәм башҡа ҡәүемдәрҙең ырыу-ҡәбилә атамаларына ла -ат, -ут, -ют, -ит күплек суффиксын ҡушып ҡулланған: оросут - рустар, кибчаут - ҡыпсаҡтар, тюркют - төркиҙәр, бачжигит - башҡорттар. Этнонимдың монголса яҙылыуы ғына теге йәки был ҡәбиләнең монгол телле булыуына етерлек дәлил була алмай.
Байан ҡәүеме лә төрки сығышлы булып, билдәле тарихи ваҡиғалар һөҙөмтәһендә монгол хакимлығы аҫтында ҡалып, бер үк ваҡытта баят исеме менән дә иҫкә алына. Баянь этнонимындағы "бай" тамыры һәм төрки телле халыҡтарға хас -ан суффиксы ошо фаразды раҫлап тора. "Байан" этнонимы 786 йылда Уйғыр ҡағанатына ҡараған бер сығанаҡта теркәлгән. "Тан шу" хроникаһында ла ошо уҡ атама ҡулланыла: "Хойху (уйғыр) ҡәбиләләре тарафынан буйһондоролған Гэлу (карлук), Байянь (байан) һәм Тукюе (төрк) быуындарына килгәндә, улар тағы ла нығыраҡ интекте, һәм йәшерен рәүештә тибетлыларға тоғро ҡалды: ошо сәбәптән тибетлылар шатоссылар ярҙамында Бэйтьхинға һөжүм итте".
IX быуатта Арал буйында һәм Һырдаръя тарафтарында Уғыҙ державаһы хасил була. XI быуат ғалимы, телсе Мәхмүт Ҡашғари ошо төрки дәүләтенә ингән ырыу-ҡәбилә исемдәрен дә теркәп ҡалдырған: кынык, кайыг, баюндур, йива, салгур, афшар, бектили, букдуз, байат, язгыр, аймур, кара-булук, алка-булук, игдар, урагир, тутырка, улаюндулуг, тугар, баджанак, джувалдар, джабни, джаруклуг.
Күренеүенсә, бында байат атамаһы теркәлгән. Тимәк, Уғыҙ державаһы составына ингәнсе, байан ҡәүеме, байтаҡ ваҡыт монгол ҡәбиләләре менән аралашып йәшәп, байат, тип атала башлаған. Тарихи ваҡиғалар ҙа ошо фараздың дөрөҫ булыуына дәлил булып тора. IX быуат урталарында Уйғыр ҡағанаты, Енисей ҡырғыҙҙары һәм ҡытайҙар менән һуғышта еңелеп, тарҡалыуға дусар була. Бушап ҡалған Үҙәк Азия далаларын монгол телле ҡәбиләләр биләп ала, һәм тап ошо осорҙа байан этнонимы баят формаһын ала.
Байат ҡәбиләһе, X - XI быуаттар арауығында Монгол далаларын ташлап китеп, төньяҡ тарафтарға йүнәлә, бында улар Уғыҙ дәүләте составына ҡушыла. Билдәле булыуынса, Уғыҙ дәүләтенең төньяҡ сиктәре Көньяҡ Уралға, был тарафта инде күптән төпләнеп йәшәгән Башҡорт иленә тиклем килеп етә. XII быуатта йәшәгән ғәрәп географы Әл-Иҙриси яҙғанса, "... һәм Хиам ҡалаһынан түбәнерәк, әл-Гузия һәм әл-Башджуртийа илдәре араһында ятҡан ҙур тауҙан башланған ҙур йылға ҡоя. Һәм был тау Мургар тип атала".
Тикшеренеүселәрҙең күпселеге Мургар тауы исеменең хәҙерге Ҡаҙағстандың Аҡтүбә өлкәһенә ҡараған Мугоджар тауҙарына тура килеүен раҫлай. Мугоджар тауҙары географик йәһәттән Көньяҡ Урал тауҙарының дауамы булып иҫәпләнә. X - XI быуаттарҙа тап ошо ареалда уғыҙҙар һәм башҡорттар араһында тығыҙ этник бәйләнештәр барлыҡҡа килә. Тикшеренеүсе С. Г. Агаджанов ошо хаҡта бына нисек яҙа: "Хәҙерге Көнбайыш Ҡаҙағстан территорияһында йәшәүсе уғыҙ ҡәбиләләренең көндәлек тормошта башҡорттар һәм башҡа халыҡтар менән оҡшашлыҡ һыҙаттары була. Көньяҡ Башҡортостанда ҡаҙып асылған, IX - XIII быуаттарға ҡараған курган ҡәберлектәрендәге ҡорамалдар ошоға дәлил". Уғыҙ-башҡорт мөнәсәбәттәре бер тигеҙ генә бармай. XIV быуатта йәшәгән фарсы тарихсыһы Рәшид ад-Дин яҙып алған "Уғыҙнамә" эпосының бер вариантында IX быуат аҙағындағы ваҡиғалар хаҡында ошондай мәғлүмәт килтерелә: "...Курал һәм Башгурд илдәренә килгәндә, унда йәшәүселәр баш бирмәҫ һәм мәкерле халыҡ ине. Үҙҙәренең тәкәббер һәм ғорур булыуҙары арҡаһында улар бер генә лә хаким алдында баш эймәне. Шул саҡта Уғыҙ уларҙың Ҡарашит исемле падишахын әсиргә алды. Шунан һуң Курал һәм Башгурд ил булып китте һәм яһаҡ түләргә ризалыҡ бирҙе...".
Ғәрәп тарихсыһы әл-Мәсғүди (X быуат) төркиҙәрҙең дүрт ҡәбиләһе - баджнак (бәшәнәк), баджгурд, яджна һәм наукерда исемле халыҡтарҙың Византия империяһы сиктәренә килеп етеүе хаҡында бәйән итә. Уларҙы Арал буйҙарынан уғыҙҙар ҡыҫырыҡлап сығарған була. Был халыҡтарға тарихсы юғары баһа бирә: "Улар көс һәм ҙур ҡеүәткә эйә, һәм уларҙың һәр ҡайһыһының үҙ батшаһы (малик) бар".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы бар).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 346

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru