«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
БӨГӨН НИНДӘЙ ҺӨНӘР МОДАЛА – БЫЛ ҺОРАУҒА ЯУАПТЫ ОШО ӘҢГӘМӘЛӘ ТАП!
+  - 


Хәҙер кешеләр "модала" һәм "модала түгел" тигән ике төшөнсәгә таянып эш итә. Модала булған буй-һын, кейем, башҡа төрлө әйбер, хатта һөнәрҙәр ҙә бар. Әйткәндәй, һуңғыларына үҙаллы өйрәнергә, йәки ҡыҫҡа курстар үтергә тәҡдим итеүселәр ҙә интернет тулы. Ә бына баш ҡалалағы Өфө киң профилле һөнәри колледжы менән Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжында бындай актуаль һөнәрҙәрҙе үҙләштереп, ҡулыңа халыҡ-ара танытма алып та сығырға була. Был белем усаҡтары һәм эшсе һөнәрҙәренең киләсәге тураһында уҡыу йорттарының директорҙары Сынтимер Биктимер улы БАЯЗИТОВ менән Ришат Хажиғәли улы САБИТОВ һөйләне.

Һеҙ етәкселек иткән Өфө колледждары ниндәй маҡсатта асылған һәм бөгөн улар ниндәй үҙгәреш кисерә?

С. Баязитов:
Өфө киң профилле һөнәри колледжына 1939 йылда нигеҙ һалынған. Ул башланғыс синыф уҡытыусылары әҙерләү өсөн педагогия мәктәбе булараҡ асылған. Ә 2001 йылдан Башҡортостан Хөкүмәте ҡарары менән бер нисә уҡыу йортон: 1-се һәм 3-сө педагогия колледждарын, 38-се урта һөнәри уҡыу йортон берләштерә һәм бөгөнгө йөҙөн ала. Әлеге көндә учреждениебыҙ 10-дан ашыу йүнәлеш буйынса белгестәр әҙерләй, бында тәү сиратта, әйтеп китеүемсә, башланғыс класс уҡытыусылары, мәктәпкәсә учреждениелар өсөн тәрбиәселәр, физкультура уҡытыусылары, тренерҙар, адаптик физкультура уҡытыусылары, парикмахерҙар, ашнаҡсылар, программистар уҡый. Киләсәктә лицензиялар алып, яңы йүнәлештәр ҙә асырға ниәтләйбеҙ. Шулай булғас, бер урында тапаныу юҡ, уҡытыу кимәлен яҡшыртыу, замандан артта ҡалмау маҡсатында әүҙем эштәр алып барыла. Әлеге көндә колледжда 2 меңгә яҡын студент һөнәр үҙләштерә, алыҫ райондарҙан килгәндәр өсөн 600 урынлыҡ дөйөм ятаҡ бар. Ә коллективта 140-ҡа яҡын юғары квалификациялы педагогтар эшләй, шуларҙың 18-е фән кандидаттары, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы тигән маҡтаулы исемле, 20-30 йыллыҡ хеҙмәт тәжрибәһе туплаған белгестәр.
Колледж тормошо тураһында һөйләгәндә, шуны айырып әйтергә кәрәк: йәштәрҙең ижади үҫешенә ҙур иғтибар бүленә. Йыр-бейеүгә маһирҙар өсөн ансамбль төҙөлгән, үҙендә актерлыҡ һәләттәрен үҫтерергә теләүселәр колледждың драма түңәрәгендә шөғөлләнә, башҡортса бик матур постановкалар сәхнәләштереп, һөйөндөрөп тора. Уҡыу йортобоҙҙоң тағы бер үҙенсәлеге - мода театры, был башҡа уҡыу йорттарында әлегә юҡ. Студенттар бик ҡыҙыҡһынып шөғөлләнә, үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә һәм тәжрибә туплай ала торған ижади майҙансыҡ был, унда шөғөлләнеүселәр халыҡ-ара кимәлдәге конкурста еңеү ҙә яуларға өлгөрҙө.
Бөгөн беҙҙең алға ҡуйылған талаптарҙың береһе - донъя кимәлендә эшләй алырлыҡ һөнәрмәндәр әҙерләү. Был иһә, "Йәш профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ чемпионатында әүҙем ҡатнашыуҙы, уның талаптарына яуап бирерлек оҫтаханалар булдырыуҙы һәм студенттарға ошо йүнәлештә белем биреүҙе күҙаллай. Был йәһәттән дә беҙ һынатмайбыҙ, йыл да яңы компетенциялар булдырып торабыҙ.
Р. Сабитов: Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжы 1972 йылда СССР-ҙың Иҡтисад министрлығы тарафынан асыла, ул осорҙа Өфө совет сауҙаһы техникумы тип йөрөтөлә. Уҡыу йорто 9 йыл элек кенә Башҡортостан ҡарамағына күсерелгән. Беҙҙең колледж эшләгән осорҙа 22 меңдән ашыу юғары квалификациялы белгестәр әҙерләп сығарған. Ә бөгөн иң актуаль 10 йүнәлештә эшләйбеҙ: иҡтисадсы һәм бухгалтерҙар, сауҙа өлкәһендә менеджерҙар, тауарҙарҙы өйрәнеүсе, страховкалау һәм логистика буйынса белгестәр әҙерләйбеҙ. Шулай уҡ туризм, ҡунаҡхана, йәмәғәт туҡланыуы, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре өлкәһендә кәрәкле кадрҙар менән тәьмин итеү бурысын да алғанбыҙ. Тиҙҙән банк хеҙмәткәре һөнәренә лә уҡыта башлайбыҙ. Был һөнәрҙәрҙе бөтәһе 1400 студент үҙләштерә, шуларҙың бер өлөшө тармаҡтар буйынса коммерция һәм ашнаҡсы-кондитер эше йүнәлештәрендә ситтән тороп та белем ала.
Былтыр коронавирус эпидемияһы беҙҙең эшкә лә үҙгәрештәр индерҙе: 3 йүнәлеш буйынса белем биреүҙе тулыһынса дистанцион формаға күсерҙек. Был "кейсовое обучение" тип атала. Беҙ Халыҡ-ара бизнес һәм сервис институты менән килешеү төҙөнөк, уҡытыусыларыбыҙға уларҙың методистары был кейстарҙы формалаштырырға өйрәтте. Шулай итеп, тармаҡтар буйынса коммерция, иҡтисад һәм бухучет, ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре йүнәлештәрендә 15 студент дистанцияла белем ала. Был һөнәрҙәр түләүле, әммә Волга буйы округында иң түбән хаҡ - йылына 15 990 һум. Интернет бәйләнеше булһа, ауылдан, йә илдең башҡа төбәгенән тороп ҡына уҡып, диплом алыу мөмкинлеген бирәбеҙ.
Потенциаль студенттарыбыҙҙы ҡыҙыҡһындырыу өсөн тағы шуны ла телгә алып үтәм: колледждың спорт базаһы юғары кимәлдә йыһазландырылған, беҙҙә 2 спорт залы, 10 спорт түңәрәге эшләй һәм былтыр ГТО тапшырыу үҙәгенә аккредитация үттек. Шулай уҡ былтыр проект эшмәкәрлеге буйынса ла әүҙем генә башланғыстарға нигеҙ һалынды һәм үҙебеҙҙең Проекттар төҙөү офисын булдырҙыҡ. Шуның сиктәрендә Йәмәғәт туҡланыуының инжиниринг үҙәген астыҡ. Ул бәләкәй предприятие формаһында һәм ике йүнәлештә эшләй: мәктәп системаһындағы ашнаҡсыларҙың квалификацияһын күтәреү һәм милли кухня. Бынан тыш, колледж территорияһында спорт комплексы төҙөү һәм студенттарға хәрби-патриотик тәрбиә биреү йүнәлештәрендә проекттарыбыҙҙы тормошҡа ашырыу маҡсатында көс һалабыҙ.

Ә шулай ҙа уҡыусылар ниндәй һөнәрҙәрҙе үҙләштереүгә өҫтөнлөк бирә?

С. Баязитов:
Былтыр карантиндан алда уҡыу йортобоҙ менән таныштырып, мәктәп уҡыусылары менән әүҙем эшләнек, реклама яһаныҡ. Һәм йәйгеһен 325 бюджет урынына 2025 ғариза ҡабул итеүгә өлгәштек. Физкультура уҡытыусыһы, ғәмәли информатика кеүек йүнәлештәрҙә 1 урынға 10-12 абитуриент дәғүә итте хатта. Ә бына башланғыс синыф уҡытыусыһы һөнәрен үҙләштерергә бер бюджет урынына 6 ғариза яҙҙылар һәм улар араһында егеттәр ҙә булыуы аптыратты ла, ҡыуандырҙы ла. Сөнки башланғыс синыфта уҡытыу ҡатын-ҡыҙҙар эше тип ҡабул итеп өйрәнелгән бит инде. Был йәш кешеләр менән аралашып, уларҙың күбеһе үҙе теләп ошо һөнәрҙе һайлауын белдем. Тимәк, яҡын киләсәктә ир-егет педагогтарыбыҙ һаны артыуын да күҙәтербеҙ әле. Әйткәндәй, колледжыбыҙҙа ошо һөнәри оҫталыҡ буйынса "Йәш профессионалдар" конкурсына әҙерлек үтеү мөмкинлеге бар, был башланғыс синыф уҡытыусылары өсөн республикала берҙән-бер майҙансыҡ. Бынан тыш, егеттәр ашнаҡсы һөнәрен айырыуса теләп үҙләштерә. Был ғәжәйеп тә түгел, хәҙерге көндә бик кәрәкле йүнәлеш.
Бөгөн беҙҙең уҡыу йортонда белем алырға теләүселәрҙең һаны бермә-бер артыуы, әлбиттә, юҡтан бар булған күренеш түгел. Бының өсөн беҙ, колледж коллективы, төрлө йүнәлештәрҙә әүҙем эшмәкәрлек алып барабыҙ, бөтә мөмкинлектәрҙе лә файҙаланырға һәм балаларға ошоноң нәтижәһен күрһәтергә тырышабыҙ. Мәҫәлән, һуңғы йыл ярым эсендә Рәсәй һәм Башҡортостан кимәлендә уҙғарылған бөтә ярыштарҙа ҡатнаштыҡ. 2019 йылда Рәсәй кимәлендәге иң яҡшы 100 урта һөнәри белем биреү учреждениеһы иҫәбенә ингәйнек, быйыл да ошо титулды һаҡлап ҡала алдыҡ. Шулай уҡ "Башҡортостандың иң яҡшы 100 тауары" тигән конкурста ҡатнашып, Рәсәй кимәленә сыҡтыҡ һәм дипломант булдыҡ. Әлбиттә, беҙ тауар етештермәйбеҙ, ә халыҡҡа төрлө хеҙмәттәр тәҡдим итеү буйынса беренсе урында торабыҙ.
Р. Сабитов: Абитуриенттар араһында иң юғары ихтыяж менән ҡулланған өс һөнәри йүнәлеште әйтеп китер инем. Беренсеһе, әлбиттә, ашнаҡсы-кондитер һөнәре. Был аңлашыла ла, сөнки хатта коронавирус эпидемияһының иң ҡыҙыу осоронда ла йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары эшен дауам итте. Унан тармаҡтар буйынса коммерция йүнәлеше килә, был студенттар һуңғы курста эшкә урынлаша ала. Уларҙы беҙҙең хеҙмәт практикаһы үткән төп предприятиелар - "Ашан", "Лента" магазиндары селтәрҙәре ҡуш ҡуллап ала. Шуға хатта ҡайһы бер студенттар ошо ойошмаларҙың махсус заказы буйынса диплом эше яҙып та яҡлай һәм эшкә ҡала. Йәштәр араһында тағы бер популяр һөнәр өлкәһе - туризм. Быйылғы уҡыу йылында сит илдәр менән туристик хеҙмәттәр өлкәһендә тотҡарлыҡтар килеп сығып, Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда урындағы туризмды үҫтереүгә иғтибар артыуын да күреп уҡырға күп килгәндәрҙер беҙгә, бәлки.
Сынтимер Биктимер улының һүҙен йөпләп, шуны әйтер инем: урта һөнәри белем биреү учреждениелары даими рәүештә үҫешергә тейеш һәм бының өсөн хеҙмәт баҙарының да, халыҡтың да ихтыяжын белеп тороу мөһим. Шуға беҙ быйыл банк эше йүнәлешен асырҙан алда 5 мәктәптә тикшереү үткәрҙек һәм уҡыусыларға төрлө һөнәрҙәр исемлеген күрһәтеп, банк хеҙмәткәре булып эшләргә теләктәре бармы-юҡмы икәнен асыҡланыҡ. Сентябрь айында ошо һөнәргә эйә булырға теләүсе "беренселәребеҙҙе" көтөп ҡалабыҙ.

Бер осорҙа хеҙмәт баҙарында юристар һәм иҡтисадсылар һаны артып киткәйне. Шуның кеүек, бер үк һөнәрҙе үҙләштерергә теләп, яҡын киләсәктә тағы ла юғары ихтыяж тыуған башҡаһын иғтибарһыҙ ҡалдырмаймы йәштәр? Йәмғиәткә ниндәй һөнәр эйәләре кәрәк? Йәш белгестәрҙең эш урындары менән тәьмин ителеше ниндәй?

С. Баязитов:
Ихтыяж һәр ваҡыт үҙгәреп тора. Мәҫәлән, колледжда электән костюмер һөнәренә уҡытҡандар, әммә ул бөгөн актуаллеген юғалтып бара. Замана, үҙегеҙ күреп тораһығыҙ, көндән-көн үҙгәрә һәм 21-се быуат кешеһенең бер генә һөнәр үҙләштереп, шул өлкәлә генә оҫта булыр форсаты юҡ. Ул һәр даим камиллашырға, кәрәк икән, яңы белемгә асыҡ булырға тейеш. Бына ошо дөйөм тенденция урта һөнәри белем биреү учреждениеларының да торошона йоғонто яһай. Кемдәрҙер мәктәп тамамлағандан һуң колледжға килә, кемдер эшләп йөрөгән еренән һөнәрен алмаштырыу ниәте менән яңынан уҡырға инә. Шуға, даими, һәр уҡыу йылына яңы һөнәрҙәр буйынса белем бирергә әҙерлек үтеп, лицензиялар алып торорға тырышабыҙ. Мәҫәлән, киләһе уҡыу йылына "хоҡуҡ һаҡлау эшмәкәрлеге" тигән яңы йүнәлеш асабыҙ. Программистар әҙерләү буйынса ла тағы бер яңы әмәлен табып, компьютер селтәрҙәре белгестәрен уҡытып сығарырға ниәтләйбеҙ. Урта һөнәри белем биреү учреждениеларының бындай әүҙем эшмәкәрлеге уға ҡарата йәмғиәттең, республика һәм федераль кимәл етәкселектең фекере үҙгәреүгә лә бәйле ул. Бынан бер 5-6 йыл самаһы элек кенә әле "юғары белем алыу культы" йәшәне. Балалар үҙҙәре генә түгел, уларҙың ата-әсәләре лә урта һөнәри белем алыу, йәки эшсе һөнәрҙәрен үҙләштереүгә бөтөнләй кире ҡарашта ине. Шуға, ауыр өлгәшкән баланы ла, түләүле бүлеккә индереп булһа ла, юғары белемле итергә ынтылдылар. Бөгөнгө көндә бына шул быуын үҙләштергән һөнәре буйынса эшләмәй, күңеленә ятҡан шөғөлөн дә таба алмай баҙап йөрөй. Ошо күренеш ыңғай яҡҡа көйләнә, йәштәр хәҙер үҙенең киләсәген теүәлерәк күҙаллай белә, күңеленә ятҡан шөғөл мотлаҡ юғары белем талап итмәүен дә, урта һөнәри белем менән дә эшләп, матур эш хаҡы алып, кешесә йәшәргә мөмкин булыуын аңлай, тип әйтә алам. Беҙҙең колледжды тамалаусыларҙың 91 проценты эшкә урынлаша. Ә ҡалғандары, үҙҙәренә юғары маҡсат ҡуя белгәндәре, артабан белемен вуздарҙа камиллаштыра. Улар аңлы рәүештә вуз һайлай һәм уҡып бөткәс, ҡайҙа, кем булып эшләрҙәрен, күпме эш хаҡы кәрәк булыуын, карьераһын анығыраҡ күрә. Шуға, Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфөнөң техник юғары уҡыу йорттары менән килешеү төҙөгәнбеҙ һәм беҙҙең студенттарҙың күпмелер проценты ошо вуздарға уҡырға инә. Уларға ла әҙерлекле, ынтылышлы студенттар кәрәк, сөнки был сифатты арттыра. Ғөмүмән, тәүҙә колледж, училище тамамлап, артабан вузда уҡыу - тормош менән һыналған ысул бит. Элек тә мәктәпкә педагогия училищеһын бөтөп эшкә килеп, юғары уҡыу йортонда уҡып та, эшләп тә йөрөгән йәш уҡытыусылар яҡшы баһаланды.
Р. Сабитов: Эйе, беҙҙең заманда филология факультетына Мәсәғүт педагогия колледжын тамамлап уҡырға килгәндәр әҙерлеге буйынса юғары баһаланды, ысынлап та улар өлгәштә башҡаларҙан бер башҡа юғары тора ине. Был турала бер осор онота биреберәк китһәк тә, яйлап кире ҡайтыу күҙәтелгәндәй һәм шуға беҙҙең дә Өфө дәүләт нефть техник университеты, Башҡорт дәүләт университеты, Башҡортостан кооперация институты (филиал), Рәсәй дәүләт сауҙа-иҡтисад университетының Өфө институты менән килешеүҙәребеҙ бар.
Йәмғиәткә кәрәкле һөнәр үҙләштереү йәки шундай һөнәрҙе тәҡдим итеү мәсьәләһенә килгәндә инде, колледж етәксеһе Рәсәйҙең топ-50 - ихтыяж юғары һөнәрҙәр исемлегенә айырыуса ныҡ иғтибар итергә бурыслы. Уҡыу йортоң артҡа тәгәрәмәһен тиһәң, үҙеңдең учреждениела ошо исемлектәге һөнәрҙәр буйынса уҡытыуҙы мотлаҡ ойошторорға тейешһең. Был иһә, әлеге ваҡытта белгестәр етешкән, йәки кәрәклеген юғалтҡан һөнәри йүнәлештәр буйынса уҡытыуҙы туҡтатыу, тигәнде лә аңлата. Мәҫәлән, беҙҙә быйылдан йәмәғәт туҡланыуын хеҙмәтләндереүҙе ойоштороу тигән йүнәлеш ябылды, уның урынына логистика буйынса белгестәр әҙерләргә ҡарар иттек. Логист - ул тауар етештерелгәндән алып, кешенең өйөнә килеп ингәнгә тиклем булған бөтә процесты ойоштороусы кеше. Ул тауар етештереүсе менән дә эшләй, реклама ойоштора, транспорт селтәрен яйға һала, әйберҙе төргәктәргә төрөп оҙатыу, заказсының өйөнә алып барып биреү яуаплылығын да үҙ иңенә ала. Күреүегеҙсә, бөгөн бик талап ителгән һөнәр был.
Ә сығарылыш студенттарын эшкә урынлаштырыу - беҙҙең эштең күрһәткесе. Йәш кешене уҡытып та, ул эш таба алмай йөрөһә, ни фәтүә? Шуға, колледжда эшкә урынлашыуҙы даими күҙәтеү үҙәге булдырылған, һәр студентты исем-шәрифе менән теркәп барабыҙ. Бөгөн статистик мәғлүмәттәргә ярашлы, сығарылыштың 86 проценты эшкә урынлаша. Улар йышыраҡ уҡыған дәүерҙә хеҙмәт практикаһы үткән предприятие, ойошмаларҙа ҡала.

Студенттарҙы "WorldSkills" - "Йәш профессионалдар" һөнәри оҫталыҡ чемпионатына әҙерләүегеҙ тураһында телгә алғайнығыҙ. Донъя кимәлендәге талаптарға яуап биргән ниндәй өлкә белгестәре уҡый һеҙҙә?

Р. Сабитов:
"WorldSkills International" халыҡ-ара коммерция булмаған ойошма тарафынан эшсе һөнәрҙәрен популярлаштырыу, һөнәри әҙерлектең абруйын һәм стандарттарын, эшсе һөнәрҙәре буйынса донъя белгестәренең квалификацияһын күтәреү маҡсатында ойошторолған был һөнәри оҫталыҡ буйынса ярыштарҙа Рәсәй ҙә һуңғы йылдарҙа бик әүҙем ҡатнаша. Бының өсөн илдең махсус ойошмаһы булдырылған һәм 85 төбәгендә ошо йүнәлештә эшләгән үҙәктәре бар. Уларға субсидиялар бүленә. Башҡортостан тәүгеләрҙән булып эшсе һөнәрҙәренә эйәләрҙең компетенцияларын күтәреүгә ҡушылды һәм беҙҙең студенттар ошо халыҡ-ара системала ҡатнашҡан башҡа илдәрҙәге һөнәрселәр кеүек үк оҫта итеп әҙерләнә. Йәғни, Испаниялағымы, йәки Германиялағы булһынмы, иретеп йәбештереүсенең (сварщик) оҫталыҡ кимәле Башҡортостандың берәй колледжында белем алып йөрөгән һәм "Йәш профессионалдар" чемпионатына әҙерлек үткән иретеп йәбештереүсе менән бер. Беҙҙең иретеп йәбештереүсе шундай һөнәрсе булырға тейеш, уны донъялағы ниндәй ойошмаға ла эшкә алырға теләһендәр, хатта самолеттар эшләй тип белһендәр. Ундай оҫтаға эш урыны табыуы, лайыҡлы эш хаҡы алып эшләүе лә ҡатмарлы булмаясаҡ.
Бындай етди һәм мөһим эш йүнәлешенән колледж һәм йәш быуындың киләсәген ҡайғыртҡан коллектив ситтә тороп ҡала алмай. Шуға беҙ ҙә әлеге көндә 3 йүнәлештә: отель менән етәкселек итеү, туризм һәм ресторан сервисы буйынса ныҡлы эшләп, республика һәм Рәсәй кимәлендә беренселекте алып киләбеҙ. Әлбиттә, бындай уңышҡа өлгәшеү өсөн уҡыу йортоноң матди-техник базаһын яҡшыртыу һәм бөтә талаптарға ярашлы ойоштороу ҙа кәрәк, уҡытыусыларҙың да квалификацияһын даими үҫтереп тороу мотлаҡ. Был йәһәттән беҙҙә үҙҙәре эксперт булып танылған белгестәр эшләй һәм ресторан сервисы буйынса колледжыбыҙ региональ үҙәк булып тора.
С. Баязитов: Ришат Хажиғәли улының донъя кимәлендә талап ителгән һөнәр эйәләре тураһындағы һүҙен ҡеүәтләп, шуны әйтер инем. Былтыр миңә тиҙ арала парикмахер һөнәрен үҙләштерергә теләгән ике вәкил килде. Улар Америкала йәшәй булып сыҡты һәм унда эшкә урынлашыу өсөн беҙҙең сертификат кәрәк булған. Заманында улар был һөнәрҙе яҡшы үҙләштергән, әммә ул диплом сит илдә ярҙам итмәй. Халыҡ-ара сертификат кәрәк! Әйтәйек, беҙҙең студенттарҙың да ошондай белеме хаҡында махсус ҡағыҙы булһа, насармы ни? Хәҙер илдәр араһында сиктәр юйыла, йәштәр төрлө илдәргә иркен күсеп йөрөп йәшәй һәм унда эш тә табырлыҡ белемде тыуған төбәгендә алып сыға ала икән - был бик яҡшы күренеш. Шуға беҙ 4 компетенция өҫтөндә эшләйбеҙ: башланғыс синыф уҡытыусыһы, визаж һәм стилистика, визуаль мерчендайзинг һәм март айында асылған эстетик косметология. Үрҙә телгә алыуымса, башланғыс синыф уҡытыусыһы йүнәлешендә Башҡортостанда тик беҙҙең колледжда ғына "Йәш профессионалдар"ға әҙерлек ойошторолған. Визаж һәм стилистика йәштәр араһында бик популяр йүнәлеш булыуын телгә лә алып торорға кәрәкмәй, эстетик косметология ла бөгөн бик үҫеш алған өлкә. Әлбиттә, кәрәкле бөтә ҡорамалдар алдыҡ, теләүселәргә барлыҡ шарттар булдырҙыҡ. Былар барыһы ла заман һөнәрҙәре инде. Визуаль мерчендайзинг - ул витриналарҙы биҙәү буйынса дизайнерҙың эше. Магазиндарҙа тауарҙар яҡшы һатылһын өсөн бына шундай юғары оҫталыҡлы хеҙмәткәрҙәр хәҙер ҡайҙа ла кәрәк.
Быларҙан тыш, колледжда өҫтәмә белем биреү маҡсатында оҫтаханалар астыҡ һәм халыҡҡа күрһәткән хеҙмәтебеҙ Рәсәйҙең иң яҡшы 100 тауары исемлегенә инергә ярҙам итте лә инде. Бөтә кеше киске ваҡытҡа беҙгә түләп уҡырға килә, улар тәғәйен сәғәт белем эстәгәндән һуң ҡулына сертификат алып сыға. Мәҫәлән, маникюр оҫталары, парикмахер, визажист эшенә өйрәтәбеҙ.

Өфө ҡалаһының урта һөнәри белем биреү учреждениеларының өлгәшелгән уңыштары, ыңғай эшмәкәрлеге тураһында булды бөгөн һүҙебеҙ. Ә шулай ҙа хәл ителәһе мәсьәләләр, иғтибар талап иткән һорауҙар бармы?

С. Баязитов:
Һәр эштең үҙ ҡыйынлығы барҙыр инде ул. Шулай ҙа бына Ришат Хажиғәли улы етәкләгән Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжының бинаһы беҙҙекенә ҡарағанда яңыраҡ булыуы ла уларҙың эшенә еңеллек өҫтәйҙер. Беҙҙең колледж төҙөлөүгә 80 йылдан ашыу ваҡыт үткән. Бынан тыш, матди-техник базаны заман талаптарына яуап бирерлек һәм уҡыусыларҙы йәлеп итерлек итеп яңыртыу ҙа урта һөнәри учреждениеларҙың төп мәсьәләһе инде ул. Әлбиттә, был йәһәттән тик дәүләттән генә ярҙам көҫәп ултырып булмай һәм ярамай ҙа, үҙебеҙ аҡса эшләү мөмкинлектәрен табырға бурыслы.
Мәғариф учреждениеларының бөгөн иң төп хәл ителәһе мәсьәләһе - йәш быуынға белем менән бергә тәрбиә лә биреү. Дөрөҫөн әйткәндә, мәктәптә яҡшы уҡыған, тәрбиәле, һәр яҡтан өлгөлө генә балалар уҡырға килмәй бит колледждарға. Беҙгә төрлө балалар менән эшләргә кәрәк һәм үҙ һөнәренең оҫтаһы булған социаль педагогтар, тәрбиәселәр, психологтар даими талап ителә.
Р. Сабитов: Эйе, тәрбиә өлкәһенә ҙур иғтибар бүленә һәм шулай булырға тейеш тә. Колледжда тәрбиә буйынса махсус программа төҙөлгән, сөнки беҙҙә лә балиғ булмаған балалар уҡый һәм мәктәптәрҙәге кеүек әүҙем эш алып барылырға тейеш. Ошоға бәйле бер көнүҙәк һорауҙы телгә алып китмәй булдыра алмайым. Бында йәшерен-батырыны ла юҡ инде, Рәсәй кимәлендәге проблема. Мәктәптәрҙә синыф етәкселәренә бишәр мең һум өҫтәмә аҡса түләнә, ә колледж уҡытыусыларына куратор сифатында төркөмдәр менән етәкселек иткән өсөн бер ниндәй өҫтәмә ҡаралмаған. Куратор төркөмдәге 25-әр бала өсөн яуаплы, уларҙың һәр береһе менән яҡындан эшләй, баланың тын алышын һиҙеп торорға бурыслы кеше. Был бит үҙ иңенә шундай яуаплылыҡ алған кешенең хеҙмәтен баһалау, дәртләндереү өсөн бик мөһим. Бына ошо мәсьәлә, моғайын, яҡын киләсәктә хәл ителер тип көтәбеҙ.

Тағы ла бер мөһим һорау: һеҙҙең учреждениелар башҡорт кадрҙарын әҙерләү буйынса бурысын үтәйме?

С. Баязитов:
Беҙҙә башҡорт балалары күп, уларҙың күбеһе Урал аръяғы райондарынан уҡырға килгән йәштәр. Статистик мәғлүмәттәргә күҙ һалғанда, дөйөм студенттар һанының 40 проценты тирәһе башҡорт. Был күп тә, әҙ ҙә түгел. Уларға бөтә мөмкинлектәр бирелә һәм милли кадрҙар әҙерләү маҡсатында талаптар икеләтә көслө. Был балаларҙың һәр береһе менән мин айырым эшләйем, дөрөҫ юл күрһәтәм. Әйткәндәй, студенттарҙы ҡала һәм ауыл балаларына бүлеп ҡарағанда статистика шундай: 40 проценты - Өфө ҡалаһынан, 60 проценты республиканың башҡа төбәктәренән йыйылған. Ҡайҙан ғына булһалар ҙа йәштәр үҙҙәренең күңеле ятҡан һөнәрҙе һайлап, үҙҙәре ысынлап уҡығыһы килгән уҡыу йорттарына барһындар, тип теләйем. Сөнки тормошоңдо бәйләргә теләгән һөнәрҙе атай-әсәйҙәр ҡушыуы буйынса ғына алып булмай. Ысын белгес, үҙ һөнәреңдең оҫтаһы булыр һәм эшеңдән ҡәнәғәтлек кисереп йәшәү өсөн йөрәгең менән янып атҡарған эш кәрәк. Уны үҙләштереү өсөн урта һөнәри белем дә етәме, әллә вуз тамамлау кәрәкме - уҡыу йортоноң кимәле түгел, ә һеҙҙең теләк булыу мөһим.
Р. Сабитов: Беҙҙә, киреһенсә, студенттарҙың 40 проценты ауылдарға, 60 проценты Өфө ҡалаһы һәм Өфө районына тура килә. Минең девизым шундай: башҡорт балаһы туған телен яҡшы белеү, йырлап-бейеүҙән тыш, яҡшы иҡтисадсы ла, коммерсант та, бухгалтер ҙа булырға һәм үҙе һайлаған башҡа өлкәләрҙә лә шәп белгес булырға тейеш! Шуға беҙ республиканың төрлө райондары менән әүҙем эшләйбеҙ, мәҫәлән, Бөрйән районы менән килешеү төҙөнөк һәм уларға талап ителгән белгесте әҙерләү бурысын йөкмәнек. Тағы ла Хәйбулла, Баймаҡ, Белорет райондары менән һөйләшеүҙәр алып барабыҙ. Райондарҙан йүнәлтмә буйынса уҡырға аласаҡбыҙ.

ШУЛАЙ ИТЕП...
"Дандың төбө - хөрмәт, хөрмәт төбө - хеҙмәт", тигән тапҡыр һүҙҙәр иҫкә төштө был әңгәмәнән һуң. Был уҡыу йорттары үҙҙәре лә тырыш хеҙмәте менән хөрмәт ҡаҙанырға ынтыла һәм йәш быуын күңеленә лә ошо хәҡиҡәтте һеңдерә. Кешене үҙенең ихтыяжына таянып һайлаған, ихтыяр биреп үҙләштергән, даими камиллыҡҡа ынтылып торорға этәргән һөнәр генә биҙәй ала. Быны Өфө киң профилле һөнәри колледжы менән Өфө сауҙа һәм иҡтисад колледжы коллективтары ла яҡшы белә, тимәк, студенттары ла ошо инанысталар.

Сәриә ҒАРИПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 507

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru