«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
РУС ТЕЛЕ УҠЫТТЫМ, ДӘРЕСТӘРЕМДӘ БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘ ЛӘ ҺӨЙӨҮ ТӘРБИӘЛӘНЕМ
+  - 


Беҙ үҙебеҙ ғаиләлә өс ҡыҙ үҫтерәбеҙ. "Киске Өфө" гәзите менән дуҫбыҙ. Ынйыҡайыбыҙ бәләкәй кластарҙа уҡ башҡорт теле дәрестәрендә "Киске Өфө" гәзитенән алған мәғлүмәттәрҙе ҡуллана башланы. Ә Алтынай иһә, ошо гәзит-журналдарҙа нимә яҙылғанын, кем яҙғанын белеү өсөн хатта хәрефләп уҡырға өйрәнде. Беренсене тамамлағанда ҡыҙыбыҙ "Әлифба" дәрестәрендә "Киске Өфө"нән алған мәғлүмәттәрҙе һөйләп ишеттереп, дуҫтары ла гәзитте уҡырға ҡыҙыҡһына башлағайны. Бөтә башланғыс та тап ғаиләлә, сабый саҡтан уҡ һалына шул!
"Киске Өфө" дуҫым, серҙәшем, тип әйтә алам. Унда яҙылғандар буйынса йыш ҡына минең өсөн бәләкәйҙән өлгө, остаз, кәңәшсе булған Ләлә апайым менән дә фекерләшеп алам. Тормоштоң һәр мәленә һоҡланып, ғүмерҙең ҡәҙерен белеп, ғаиләһенә йәм биреп, коллегалары араһында үҙ эшенең оҫтаһы булып, һәр атҡан таңға ҡыуанып йәшәй ул. Гәзитте сыҡҡан мәленән алдырып уҡыған, "Сәсәндәр әйтеше"ндә әүҙем ҡатнашҡан Баймаҡ районы Йәнйегет ауылында тормош көтөүсе, Иҫке Сибай мәктәбенең рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы Рафиҡоваға гәзиткә тәҡдим итеү өсөн ҡайһы бер һорауҙарымды ла йүнәлттем әле. Бәлки, кемдер минең ошо өлгөмә эйәреп, үҙе лә кем менәндер әңгәмә ҡорор һәм гәзиткә тәҡдим итер?

Ләлә Һөйөндөк ҡыҙы, һеҙҙә гәзит-журнал уҡыуға ҡарата һөйөү ҡайҙан башланғыс алған?

- Гәзит-журналдарға һөйөү бала саҡтан килә. Әсәйем, Баймаҡ районы Әбделкәрим ауылында йәшәүсе мәғариф ветераны Урманова Ғәлиә Ғәлимйән ҡыҙы, матбуғат баҫмаларын күп итеп яҙҙыра торғайны. Күмәкләп уҡыйбыҙ. Республикала сыҡҡан бөтөн гәзит-журналдарҙан тыш, "Работница", "Крестьянка", "За рулем", "Костер", "Юный натуралист", "Физкультура и спорт", "Вокруг света" журналдары, "Роман-газета", "Пионерская правда", "Комсомольская правда" гәзиттәре, Татарстанда баҫылған "Азат хатын", "Совет мәктәбе" журналдары килә ине. Бәләкәстәр өсөн мотлаҡ "Мурзилка" һәм "Веселые картинки". Хатта "Азербайджан гадыны" журналына ла яҙылдыҡ. Үҫеп, студент булғас, Бакуға конференцияға барғанда күп дуҫтар табып, уларҙың телен аңлауымдың башланғысы ошонан ине. Шулай булғас, әле лә матбуғат менән дуҫлыҡты өҙмәүебеҙҙең сәбәптәре аңлашылып тора.
Уҡый белмәгән сағыбыҙҙа әсәйем беҙгә уҡый ине. Бер, әсәһен тыңламай, өйөнән сығып китеп, ҡолағын өҙҙөрөп ҡайтҡан ҡуян балаһын йәлләп илағаным хәтерҙә. Әсәйем, ҡабат уҡымайым, илайһың бит, ти. Иламайым, тип һүҙ бирәм дә, йәшереп кенә илайым ҡуян балаһын йәлләп...

Бала сағығыҙҙы йыш иҫкә төшөрәһегеҙ икәнде беләм. Иң сағыу хәтирәләрегеҙ менән бүлешегеҙ әле.

- Урман араһында йәшенеп кенә ултырған йыйнаҡ ҡына ауыл ул Алғаҙы, минең тыуған ауылым. Юлыҡ йылғаһы буйында теҙелеп киткән ике оҙон урамдан ғибәрәт. Урамды ҡап уртаға бүлеп, Үҙән аға, бәләкәй генә күпере лә бар. Беҙ йәшәгән яҡты Үр яҡ тиҙәр, ә теге яғы - Түбән яҡ. Ике яҡтың балалары үҙ-ара низағлашып та ала. Ҡаршыла Суҡтүбә, теге оста Ала бейә тауы, был яҡта Әсүҙәк аға. Юлыҡ буйында Баян ҡойоһо, Әхмәт ҡоҙоғо бар. Сыуһаҡ, Кәкрекәбән, Приске, Шишмә тигән атамалар ҙа ҡолаҡты наҙлап яңғырай. Кешеләре лә үтә ябай, бер ҡатлыраҡ, ихлас. Күп ерҙәрҙә йөрөп, күп кешеләр менән аралашып, алғаҙылар кеүек самими халыҡты бер ерҙә лә осратҡаным юҡ әле. Күбеһе туғандар. Урмановтарҙан тыш Нурдәүләтовтар ҙа зат беҙгә. Ҡәртәсәйемдең әсәһе Зәйнәп Нурдәүләтова булған. Бәләкәй ауылда бер ҙур ғаилә кеүек йәшәнек.
Ҡартәсәйем мине эйәртеп йөрөр ине бөтөн ергә: емешкә лә, япраҡҡа ла, ҡош-ҡорт ҡарарға ла, инәйҙәргә сәй эсергә лә. Бигерәк тә әхирәттәренә сәй эсә барғанында ҡуша йөрөргә тырыша инем. Инәйҙәр сәй эсә, ә мин рәхәтләнеп хәбәр тыңлайым. Их, ул инәйемдәрҙең гәпләшеүе! Тарих та, лаҡаптар ҙа, ғибрәтле ваҡиғалар ҙа, вәғәздәр ҙә - барыһын да ишетергә була. Йырлашып-көйләшеп тә алыр инеләр. Илашып та, һуғышта ятып ҡалғандарҙы, аслыҡты иҫләп алырҙар ине. Шул мәлдә диктофон булһасы! Мин үҙем дә диктофондан кәм булманым инде былай. Бөтәһен дә һеңдереп ултырам, бала аҡылым менән һығымта яһайым. Инәйемдәр мине онотоп гәпләшәләр. Ҡартәсәйем, мыжымай, барлығы ла, юҡлығы ла беленмәй, түҙемле, хәбәргә ҡыҫылмай, тип мине үҫтереп ебәрә.
Урындыҡта ултырабыҙ, унда аламыс түшәлгән. Аллы-гөллө ҡорамаларҙан эшләнгән арҡыры, буй юрғандар сит-ситенән йәйелгән, бер-ике бәләкәй яҫтыҡ та ята. Сәй эсеп ултырған ерҙән артҡа ҡолап китеп, баш терәп торорға ярап ҡала. Һәләк йәтеш! Урҙала сәсәкле шәлдәр, яулыҡтар эленгән. Кәзә ҡылынан һуғылған аламыстар сәнсә торған, әммә мин түҙәм. Сөнки инәйҙәремдең сихри донъяһы миңә ҡәҙерлерәк, әһәмиәтлерәк. Һандыҡ өҫтөнә ҡаралды өйөлгән, әҙ генә күк еҫе килеп торған һымаҡ. Урындыҡ уртаһына ашаулыҡ түшәлә, унда еҙ батмус ҡуйыла. Һыйҙары - икмәк тә май, ҡорот, ҡайһы береһе кәштәнең башынан алып бер ҡоторсоҡ кәнфит ултырта. Улары миңә артыҡ ҡыҙыҡ түгел. Самауыр борҡолдап ҡайнап ултыра. Үәт эсәләр сәйҙе! Мин аптырап ултырам: нисек һыя икән уларға унысама сәй? Әллә нисә сығып яңыртып индерәләр ул самауырҙы. Әбейҙәрем йәрпесәкле матур (бәлки миңә генә матур күренгәндер) күлдәктәре өҫтөнә камзулдар кейгән, баштарында - сағыу яулыҡтар. Әле уйлайым да, аслыҡты, яланғаслыҡты, һуғышты күргәндәр, әммә сырайҙары нурлы, йөҙҙәре яҡты булып ҡалған уларҙың. Тауыштары ла йыр кеүек, әҙәпле генә кеткелдәшеп көлөшөп алалар.
Инәйҙәр ҡайһы берҙә ҡутара һары май һалып, бутҡа ла бешереп ашайҙар. Тәмләп, маҡтай-маҡтай ашағандарына ҡарап, күҙ ҡыҙып китә. Миңә лә һалып бирергә уйлаһалар, ашамайым, тием. Сөнки май һалмағыҙ, тиһәм, мыжып ултырыу булыр, уларҙы мәшәҡәтләмәҫ өсөн, ипле генә баш тартам. Һыуынған сәйемде һемерәм дә урындыҡта ҡамасауламаҫлыҡ итеп йәтешләп ултырып алам. Ғәйникамал, Фәйрүзә, Шәкирә, Кәримә, Гөлбәҙән, Сабира, Фәрхиямал инәйемдәр... Бала сағымдың бер өлөшө улар.

Ауыл тормошо ҡаланыҡынан нимәһе менән айырыла?

- Юғары уҡыу йортон бөтөргәс, минең алда ҙур мөмкинлектәр асылды. Институтта уҡыған мәлдә Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа призлы урындар алып, халыҡ-ара кимәлдәге конференцияларҙа уңышлы сығыш яһап, фән өлкәһендә арыу ғына хеҙмәт әҙерләп өлгөргәйнем инде. Ләкин мин ауылды һайланым, сөнки ауыл ритмы минең йөрәк ритмына тура килә. Башҡорт - сәхрә балаһы, мин дә шулай. Ҡаланың тар фатиры, шау-шыуы минең өсөн түгел. Аяҡ аҫтымда ерҙе тойоп йәшәргә тейешмен. Балаларым да шулай. Улар үҙҙәре һайлар йәшәр урынды. Беҙҙең Йәнйегет Сибайға терәлеп тора. Шуға ҡала яны ауылында йәшәүемә шатмын. Ә тормош ауылда ла, ҡалала ла берҙер ул. Тырыштар көн күрә, ҡайҙа ла мәғәнәле, матур йәшәй. Ҡалала театр бар тиҙәр, Өфөлә йәшәп, театрға бармағандар күп, ә беҙ ауылда торһаҡ та Сибай театрының, филармонияһының бер тамашаһын да ҡалдырмайбыҙ.

Йәш быуынды тәрбиәләүҙә һеҙҙе борсоған проблемалар?

- Ғүмер буйы рус теле уҡыттым, ләкин балаларға шул дәрестәрҙә башҡорт теленә, тарихына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнем. Ләкин бөгөн балалар туған телдән ситләшә һымаҡ тойолоп китә. Бер көнө кис баҡсамда йөрөһәм, күрше урам балаларының ҡысҡырышып уйнауын ишетеп ҡалып, аптыраным. Урыҫ интонацияһы менән ҡысҡырып һөйләшәләр. Ситтән берәй бала килдеме икән, тип уйлаһам, юҡ! Үҙебеҙҙең ауыл балалары шулай аралаша икән. Балаларҙың теле урыҫса асылыуы трагедия һәм ул күренештең масштабы ҙурая бара. Бәләкәй ауылдарҙа ла балалар урыҫса аралаша. Күп ата-әсәләр ҡыуана, сөнки үҙҙәре заманында урыҫ телен етә белмәүе арҡаһында проблемалар булған. Иң насары, уларға аңлатыуы мөмкин түгел тиерлек. Үҙ туҡһаны туҡһан уларҙың. Бер быуын өләсәй-ҡартатайҙары бабуля һәм дедуля хәҙер. Урыҫ теле ғаилә теленә әйләнә бара. Йәштәрҙең никахһыҙ бергә йәшәүе лә бик борсоуға һалған мәсьәлә. Ҡыҙғанысҡа күрә, был да хәҙер ғәҙәти хәлгә әүерелеп бара. Ҡыҙ намыҫы, егет яуаплылығы тураһында ғаиләләрҙә һөйләшмәйҙәрҙер ул хәҙер. Әллә иманһыҙлыҡтанмы икән? Ҡатнаш никахтар тураһында әйтеп тораһы ла юҡ, был беҙҙең милләт файҙаһына түгел. Балаларым һәйбәт йәшәй тиҙәр. Эйе, матди яҡтан ҡарағанда яҡшылыр ҙа, ләкин олоғая килә рухи яҡ өҫтөнлөк ала барасаҡ бит. Шул мәлдә башлана инде милләт-ара ҡыйынлыҡтар.
Йәш ғаилә - милләт киләсәге. Шуны уйлап, аңлап никахҡа инһен ине йәштәребеҙ. Айырылышыуҙар күбәйҙе. Ғаиләлә татыулыҡ булһын өсөн Минде онотоп, Беҙҙе беренсе урынға ҡуйырға кәрәк. Һәр кем үҙ урынын белһә, ғаилә ныҡлы була. Ата-бабаларҙың алтын ҡағиҙәләрен хәтерҙән сығармайыҡ...

Римма АҠМАНОВА,
филология фәндәре кандидаты.
Сибай ҡалаһы.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 27.05.21 | Ҡаралған: 459

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru