«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ: САМОКАТ ЕЛӘ!
+  - 

Һуңғы йылдарҙа юлдарҙағы автоһәләкәттәрҙең иҫәбе-һаны юҡ. Ҡайҙалыр йәнтәслим ашығыусы машиналар маңлайға-маңлай төкөшөүҙән, әҙәм балаларын бәрҙереүҙән, тиҙлек яратыусы дыуамал йә иҫерек водителдәр ҡылығынан меңәрләгән ҡорбандар, тупаҫ итеп әйткәндә, себен ише ҡырыла ғына.

Көндәлек яңылыҡтар сығарылыштарында был турала хәбәр ителмәгән көн һирәктер. Һәләкәт сәбәптәре, юл хәрәкәте ҡатнашсыларының әҙәп кимәле, хаяһыҙлыҡ, үҙенән башҡаны бар тип тә белмәү, эскән килеш машина йөрөтөү осраҡтары хаҡында күп яҙғаныбыҙ бар. Икенсе яҡтан, әҙәм файҙаланыуында машина һанының да бермә-бер артыуы күҙәтелә. Рәсәй буйынса шәхси ҡулланылышта бөтәһе 45 млн машина булһа, Башҡортостан илдәге тәүге тиҫтә лидерҙар иҫәбендә - республикала йәмғеһе 1,29 млн еңел автомашина бар, ә бына Өфөлә мең кешегә 500 машина тура килә. Шунан самалап ҡарағыҙ инде баш ҡалалағы бындай хәрәкәт тығыҙлығының ниндәй хәүеф һәм көсөргәнеш тыуҙырыуын.
Шул ғына етмәгәйне, әллә ҡайҙан яңы төр юл йөрөү саралары - электр самокаттары, моноцикл, гироскутерҙар пәйҙә булды. Еңел машина ғына түгел, хәҙер улар ҙа Өфө урамдарын - төп транспорт юлын, тротуарҙарҙы баҫып алды һәм шунда уҡ улар ҡатнашлығында юл-транспорт проблемалары башланды: юл фажиғәләре, ҡорбандар һаны артты. Бер үк ваҡытта самокатта йөрөүселәр ҙә арта бара һәм, тәбиғи, улар ҡатнашлығында юл ҡағиҙәләрен боҙоуҙар ҙа күбәйҙе. Күп уйлап та тормаҫтан, улар ҡаланың төп транспорт юлына төшөп китә һәм көтмәгәндә боролоштарҙан килеп сығып, авария сәбәпсеһе була, ҙур тиҙлек менән машиналарға бәрелә. Үлемесле хәүеф тыуҙырыуҙарына ҡарамаҫтан, ҡайһы бер самокатсылар машина юлдарында уҙышыуҙы уйын күреп алды: йәнәһе, кем алдараҡ, кем тиҙерәк! Етмәһә, эскән килеш елдереүҙән дә тартынмайҙар. Мәҫәлән, үткән шәмбе көндәренең береһендә ЮХХДИ хеҙмәткәре иртәнге сәғәт алтыла Өфө урамынан елдереүсе 30 йәшлек иҫерек ҡатынды туҡтата. Юл ҡағиҙәһен боҙоусы административ язаға тарттырыла һәм штраф түләтелә.
Электр самокатында йөрөүселәр машина юлдарында ғына түгел, йәйәүлеләр өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра. Ҡариҙел буйындағы дамба тротуарынан шәп тиҙлектә килгән самокатсы үҫмер малайҙы бәреп йыға. Һөҙөмтәлә зыян күреүсенең ҡулы, юл ҡырына бәрелеп, өс теше һына, мейеһе һелкенә. "Йәйәүлеләр өсөн һалынған был тротуарҙан өлкәндәр ҙә, коляскалы йәш әсәйҙәр ҙә, бала-саға ла рәхәтләнеп йәйәү йөрөй инек. Ҡаршыңа йә арттан килгән самокаттарҙан тайпылып өлгөрөп булмай, бик ҡурҡыныс. Шуға беҙ хәҙер ғаиләм менән унда сығып йөрөүҙе туҡтатырға мәжбүр булдыҡ. Йәл, ә яҡында ял өсөн башҡа ундай уңайлы, матур урындар юҡ", - тип һөйләй Сипайлово биҫтәһендә йәшәүсе ҡатын. Баш ҡаланың Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре юл ҡағиҙәләрен боҙоусы самокатсыларға ҡаршы аяуһыҙ көрәш башланы. "Электр самокаты" тигән махсус операция ойошторолоп, баш ҡалабыҙҙың Ленин, Зәки Вәлиди, Революцион, Мостай Кәрим урамдары, Октябрь проспекты, Ағиҙел яры буйында рейдтарға сыҡтылар. Әйткәндәй, рейдтың тәүге көнөндә генә лә самокатсылар тарафынан 13 юл ҡағиҙәһен боҙоу осрағы теркәлгән, ғәйеплеләрҙән 500-әр һум күләмендә штраф түләтелгән. Дөрөҫ, бындай административ яза йәйәүлеләр өсөн ҡаралған. Ә бына самокаттарҙың (моноцикл, гироскутер һ.б.), яңы төр хәрәкәт итеү сараһы булараҡ, айырым статусы юҡ, шуға күрә улар менән идара итеүселәр йәйәүле булараҡ ҡарала. "Өфөлә был йәһәттән ысын мәғәнәһендә вакханалия башланды. Самокаттарҙы прокатҡа биреүселәр ҙә ҡайҙа теләй, шунда шөғөлдәрен ҡороп ебәрә, тротуарҙарҙы баҫып ала, самокатсылар иһә йәйәүлеләр араһына барып инә һәм уларға ғына түгел, үҙҙәре өсөн дә ҙур хәүеф тыуҙыра", - ти республика парламенты спикеры Константин Толкачев. Ҡоролтайҙа депутаттар, юристар, эксперттар ҡатнашлығында булып үткән кәңәшмәлә ошо проблема тураһында һүҙ барған, ләкин самокатсылар хәрәкәтен көйләү буйынса аныҡ ҡына ҡарарға киленмәгән әле. Самокаттарҙа йөрөү өсөн айырым урындар булдырып, уларҙың хәрәкәт итеү биләмәһен сикләү ҙә дөрөҫ түгел, ти улар ошо хаҡтағы тәҡдимде тикшереп, сөнки хәҙер самокаттарҙа эшкә йөрөүселәр ҙә бар. Уларҙың урамдар буйлап хәрәкәтен тыйыу заманса һәм экологик зыянһыҙ индивидуаль транспорт төрөн юҡҡа сығарыуы бар. Шуға күрә хәрәкәт маршрутын түгел, самокаттарҙың тиҙлеген сикләү сараһын күрергә тәҡдим итә депутаттар. Ысынлап та, халыҡ-ара тикшеренеүҙәр һығымтаһында әйтелеүенсә, юл хәрәкәте ҡатнашсыларынан тиҙлекте сикләүҙе талап итеү бик күп ғүмерҙәрҙе һаҡлап ҡалыр ине. Мәҫәлән, сәғәтенә 50 км тиҙлек менән килгән машина бәрҙереүенең ни бары 20 проценты, ә 80 км тиҙлектәгеһенең 60 проценты һәләкәт менән тамамлана. Шул уҡ ваҡытта йәш буйынса сикләүҙе лә оноторға ярамай, бәләкәй балаларға электр самокаттарҙа йөрөүҙе тыйыу кәрәк. Был мәсьәләне тикшереү һуңында эксперттар Өфөләге велосипед юлдарын самокаттар өсөн дә файҙаланыу мөмкинлеген ҡарарға тәҡдим итте. Был сара байтаҡ ресурстар талап итһә лә, ғәмәлдәге федераль программалар ярҙамында эште хәҙерҙән үк башларға кәрәк, тине спикер. Ә әлегә - яңы транспорт сараһы өсөн юл хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре законда нығытылып, юлдар һалынғансы - һаҡ булығыҙ: самокат елә!

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 332

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru