«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - БАШҠОРТ БАЙЛАРЫ
+  - 


XI быуат уртаһында көнсығыштан килгән ҡеүәтле ҡыпсаҡ ҡәбиләләре һөжүме һөҙөмтәһендә Уғыҙ державаһы тарҡала. Уғыҙҙарҙың ҙур бер өлөшө, Урта Азиянан Иран тарафтарына күсеп китеп, Ислам динен ҡабул итә һәм артабан Сельджукидтар империяһына нигеҙ һала. Икенселәре көнбайышҡа, Киев Русе сиктәренә тиклем барып етә, уларҙы унда торктар (төркиҙәр), тип атай башлайҙар. Өсөнсө төркөм төньяҡҡа, Башҡорт иле ерҙәренә табан йүнәлә: күрәһең, тап улар араһында Байат ҡәбиләһе лә була. Әйтергә кәрәк, Уғыҙ державаһы составында һуңынан уртаҡ башҡорт этнонимын ҡабул иткән башҡа төрки ҡәүемдәре лә була: боронораҡ әйлеләр, һарттар һәм киләсәктә башҡорттар составына ҡушыласаҡ тағы ла бер нисә ырыу Урта Азияла, Һырдаръя буйҙарында көн иткән.
Әйткәндәй, Бавлы ауылын төйәк иткән байлар ырыуы башҡорттары шәжәрәһендә уларҙың төп бабаһы Сәлмән исемле булып, әүәл ата-бабаларының Төркөстан ерҙәрендә йәшәүе хаҡында бәйән ителә. Тарихсы-этнолог Р.Ғ. Кузеев башҡорт халҡының килеп сығышын анализлағанда ошондай фекергә килә: "Бөрйән, үҫәргән, түңгәүер, тамъян, байлар һәм башҡа ҡәбиләләрҙең дөйөм башҡорт атамаһы аҫтында берләшеүе боронғо башҡорт этносының ижтимағи-этник яҡтан ойошоуында төп фаза булып тора".
Башҡорт этносы составында "байан" атамаһы "байлар" формаһында ҡулланыла башлай, быныһын да монгол теленә яраҡлаштырылған "байат" этнонимының башҡорт теленә күсерелгән калькаһы рәүешендә ҡарап була. Бында монголса унгут атамаһының башҡорттарҙа унлар формаһын алыуын да ошоға миҫал итеп ҡарау фарыз.
Тәү осорҙа байлар ырыуы башҡорттары Урал аръяғы ерҙәрендә көн итә. Санкт-Петербургтың Көнсығыш ҡулъяҙмалары институтында табылған бер шәжәрәлә бына ниҙәр теркәлгән: "Беҙ - Ырымбур губернаһы Ҡаҙан даруғаһы Байлар олоҫо башҡорттары нәҫеле. Беҙ, үҙебеҙҙең Байлар олоҫонда, дүрт түбәнән тармаҡланып киткән башҡорттар... Бәкчура хан (йәшәгән) Ҡарағайҙа, ул Яйыҡ йылғаһы үрҙәрендә. Уның улы Ғабдулла бей, уның улы Иләз, уның улы Сайман, уның улы Яҡуб, уның улы Янбулат, уның улы Бикмөхәммәт, уның улы мулла Туймөхәммәт, уның улы Әлмөхәммәт мулла. Туймөхәммәттең өлкән улы. Ул ике ауылдың башы булған: беренсе ауыл - Иҫке Әлмәтмулла, икенсе ауыл - Баҙарлы Әлмәтмулла Зәй йылғаһы буйында..." Әле әйтеп үтелгән ауылдар хәҙерге Татарстан территорияһында урынлашҡан (Сарман һәм Әлмәт райондарында). Әммә, әлеге шәжәрә тексында әйтелгәнсә, элгәре байлар Башҡортостандың Урал аръяғы территорияһында, Яйыҡ башында йәшәгән, уларҙың бабаһы Бәкчура хан (тарихи документтарҙа - Бекчура-хан) тип аталып йөрөтөлгәне билдәле.
Тарихсы, теолог, суфый шәйехе Морат Рәмзи сығышы менән байлар ырыуы башҡорттарынан була, ул үҙенең "Талфик аль-ахбар" тигән билдәле тарихи әҫәрендә ата-бабалары хаҡында ошондай мәғлүмәт килтерә: "Имя Бекчура-хана широко известно, обстоятельства его жизни - неизвестны, говорят, что он жил в верховьях Джаика в местности под названием Карагай, а в нашем шежере - что он жил на реке Ай в местности под названием Тышкы Ялан и Чубар-куль в Джаик-Карагае". Тимәк, байлар ырыуының Көньяҡ Уралдағы тәү төйәге - Яйыҡ һәм Әй йылғалары үрендә була, был йылғалар Урал һыртынан, бер-береһенән артыҡ алыҫ булмаған ерҙән башлана.
Байларҙың ни сәбәпле һәм ҡасан әле йәшәгән ерҙәренә күсеп килеүе хаҡында ентекле мәғлүмәт юҡ. 1967 йылда Татар АССР-ының Сарман ауылы кешеһе Ф. Хәмиҙуллиндан байларҙың ата-бабалары хаҡында бер риүәйәт яҙып алынған. Ошо риүәйәттә Бәкчура хандың һәм уның халҡының монгол яуына тиклем үк Минзәлә, Ыҡ һәм Ағиҙел йылғалары буйында йәшәүе хаҡында бәйән ителә. "Сыңғыҙ һәм Батый баҫҡынсылығына тиклем Ағиҙел, Ыҡ, Меллә һәм Минзәлә йылғалары тәрән һыулы, балыҡҡа бай, уларҙың үҙәндәре ҡуйы урман менән ҡапланған ине. Был тарафтарҙа байлар һәм бүләр башҡорт ырыуҙары күсеп йөрөгән. Уларҙың ерҙәренән ғәскәре менән Батый хан үткәс, башҡорт ырыуҙарының тыныс тормошо бөтә. Хан Булғар илен буйһондорорға китеп барышлай башҡорт ҡәбиләләрен ҡыра һәм талай. Минзәлә һәм Ыҡ арауығында күсеп йөрөгән Ҡарағай-Атай ырыуы бигерәк тә күп бәләләргә дусар була. Хан ғәскәре башлығына буйһонмаған өсөн аҡ һаҡаллы Ҡарағай-Атайҙы барса ырыу алдында ҡамсы менән һуҡтыралар, ә ир-аттарҙың баштарын киҫәләр. Был хәл Ҡарағай-Атайҙың оло улы Бәкчура өйҙә булмаған мәлдә була. Һунарҙан ҡайтҡан Бәкчура, баҫҡынсылар ҡылғанды күреп, ҡайғыһынан шаңҡып ҡалып, аяуһыҙ нәфрәтләнә. Утты-һыуҙы үтергә әҙер булған егеттәрҙе йыйып алып, ул Батый ғәскәренә ҡаршы сыға. Дошмандарын эҙәрләп барып, ҡырып һала. Батыйҙың булғарҙарға тәүге һөжүме туҡталып ҡала". Ә бына Хисаметдин бин Шәрәфетдиндең "Таварихи Булгарийа" әҫәрендә Бәкчура хандың Тамерлан замананда йәшәүе һәм Булғар хакимы булыуы хаҡында әйтелә. Баҫҡынсы Аҡһаҡ Тимер, йәнәһе, "ошо Булғарҙы ер менән тигеҙләргә ант иткән". Ҡаланы баҫып алғас, ул Бәкчура хандың һәм уның 12 вәзиренең башын киҫтерә. Беҙ бында Кама буйы башҡорттарының, шул уҡ байларҙың эпик традицияһын күрәбеҙ: Бәкчура хандың Батый менән дә, Тамерлан менән дә һуғышып йөрөүе легендар ваҡиға итеп ҡабул ителә.
Үҙе йәшәгән замандың титулатураһына ярашлы, байларҙың баш бабаһы Бәкчура бәк йәиһә бей, тип аталып йөрөтөлгән булырға тейеш. Әммә башҡорт шәжәрәләрендә лә, әле күрһәтелгән "Таварихи Булгарийа" әҫәрендә лә, халыҡ риүәйәттәрендә лә уны хан дәрәжәһенә күтәрәләр. Был да башҡорттарҙың эпик хикәйәттәренә хас булған күренеш.
Бәкчура хандың вариҫтарынан булған Әлмөхәммәт мулла (Әлмәт мулла) Туймөхәммәтов (архив документтарында - Туйметов), архив сығанаҡтарына ярашлы, XVIII быуаттың тәүге сирегендә йәшәгән. Шәжәрә буйынса Бәкчура хандан Әлмөхәммәт муллаға тиклем 7 быуын алышына. Тимәк, Бәкчура хан XV быуат аҙаҡтарында - XVI быуат баштарында йәшәгән була. Тап шул осорҙа байлар ырыуы башҡорттарының Урал аръяғынан Минзәлә һәм Ыҡ үҙәненә күсеп килеүен күҙаллап була. Ошо заманда Себер йортонда барған сәйәси ваҡиғалар байларҙың яңы төйәк эҙләп китеүенә сәбәп булғандыр. Әйтергә кәрәк, Башҡорт иленең Мәскәү батшаһына буйһона башлаған осорона - XVI быуат урталарына тиклем буласаҡ Себер даруғаһында, Урал аръяғы территорияһында байтаҡ ҡына башҡорт ырыуҙары көн итә. Билдәле башҡорт яҙыусыһы, ғалим-мәғрифәтсе Таджетдин Ялсығол әл Башҡорди (1768 - 1838) үҙенең "Таварихи Булгарийа" әҫәренә әйле башҡорттарының легендар шәжәрәһен һүҙмә-һүҙ теркәп ҡалдырған. Бында Байлар Иштәктең (башҡорт эпонимы) ейәне, Бәкәтундың улы - легендар шәхес сифатында күрһәтелә. Әйле, Юрмый, Байҡы, Ирәкте, Салъйоғот Байларҙың ир туғандары итеп күрһәтелә. 1730 йылда Өфө провинция канцелярияһында төҙөлгән "Башҡорт олоҫтары реестры"нда Байлар олоҫо хаҡында ошолай тип яҙылған "…волость Балярская по Каме реке, по Ижу, по Мензеле и по другим речкам, леса и степи". Байлар олоҫо үҙе Ҡалмаш, Салауыш, Биҙәкин һәм Турай тигән 4 түбәгә бүленә.

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 22-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 332

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru