«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
XXI БЫУАТ ЯҘЫУСЫҺЫ. КЕМ УЛ, НИМӘ ЯҘА?
+  - 


Үткән аҙна аҙағында, 27-28 май көндәре, Өфөлә "XXI быуат яҙыусыһы" төбәк-ара форумы үтте. БР Яҙыусылар союзы, Республика Хөкүмәте һәм Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы берлегендә ойошторолдо сара. Унда барлығы йөҙҙән ашыу яҙыусы ҡатнашты. Иң башта форумдың иҫтәлекле һәм мәртәбәле өлөшөн - ҡотлауҙарҙы билдәләп үтәйек. Барыһы өсөн дә хөрмәтле яҙыусыларыбыҙ Ноғман Мусин менән Рәшит Шәкүрҙең хеҙмәте баһаланыуы ҙур шатлыҡ булды. Яҙыусы, шағир, профессор Рәшит Шәкүргә - Башҡортостандың халыҡ шағиры исеме, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға Халыҡтар дуҫлығы ордены тапшырылды. Артабан яҙыусы-сатирик Марсель Сәлимов һәм яҙыусы, Халыҡ-ара славян яҙмаһы мәҙәниәте фондының вице-президенты, Аксаков фонды президенты Михаил Чванов Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы исеменә лайыҡ булды. Яҙыусы Әмир Әминевҡа, Башҡортостандың халыҡ шағирҙары Ҡәҙим Аралбаевҡа, Марат Кәримовҡа Салауат Юлаев ордендары тағылды.

Сараның беренсе көнөндә "Китаптарҙы цифрлы мөхиттә алға этәреү", "Нәшриәт йортоноң трендтары һәм тенденциялары" һәм "Әҙәби тәнҡит" темаларын яҡтыртҡан секциялар эшләне. Бында яҙыусылар үҙ ҡыҙыҡһыныуҙары һәм ижади йүнәлештәре буйынса бүленеп фекер алышты. Икенсе көн дә секция ултырыштары дауам итте һәм уларҙа "Башҡортостандағы бөгөнгө балалар-үҫмерҙәр әҙәбиәтенең хәле һәм перспективалары", "Бөгөнгө башҡорт әҙәбиәтендәге тәржемә эшмәкәрлеге" һәм "Заман драматургияһы йәки уңышлы спектакль рецебы" тураһында лекция тыңланды, һорауҙарға яуаптар бирелде. Спикерҙар итеп ситтән ҡунаҡтар, мәҫәлән, Мәскәүҙән "ЛитРес"тың комьюнити-менеджеры Полина Воронина, шулай уҡ баш ҡаланың "Вече" нәшриәтенең баш редакторы урынбаҫары Виктор Ильин, әҙәби тәнҡитсе, яҙыусы Михаил Хлебников, шағир, тәржемәсе, Ярославль өлкәһенең яҙыусылар союзы рәйесе Мамед Халилов, шағирә, "Таңсулпан" ҡумыҡ әҙәби журналы редакторы Супиянат Мамаева һәм драматург, "Заман драматургияһы" журналының баш редакторы Родион Белецкий саҡырылғайны.
Ике көн дауамында барған сағыу һәм шау-шыулы сараның күңелдәргә хуш килер өлөштәре етерлек булды, бында халыҡ рәхәтләнеп аралашты, күреште, ҡотлашты, бергәләп фотоларға төштө. Әммә был форум ине һәм уның маҡсаты байрам яһауҙан бигерәк, эшлекле тәҡдимдәр, идеялар булдырыу, шулар нигеҙендә килешеүҙәр төҙөү. Секция ултырыштары ла шым ғына ултырып сығыу өсөн ойошторолмай, уларҙа фекерләшеү, үҙеңдең һәм башҡалар миҫалын ишетеп-ишеттереп сағыштырыу, аңлашылмағандарын асыҡлау кеүек тере аралашыу мөһим. Һуңғы ваҡыттарҙа республикала уҙған бер-нисә форумды күҙәтеү барышынан шундай һығымта яһала: беҙгә эшлекле була белеү үҙенсәлеге етешмәй. Яңы ғына фойела ҡысҡырып һөйләшкән, көлөшкән халыҡ етди эш мөхитендә бөтөнләйе менән юҡҡа сыға ла ҡуя. Был бигерәк тә электрон китапханалар, әҙәбиәттең цифрлы форматына күсеү, әҙәбиәтте интернет аша пропагандалау, тәржемә мәсьәләһе тураһындағы һөйләшеүҙәрҙә һиҙелде. Ә, бәлки, уртаса йәше 60-тан юғары булған яҙыусылар өсөн был темаларҙы һөйләп тороу ҙа урынһыҙҙыр? Һәм ошо урында форумдың "XXI быуат яҙыусыһы" тип аталыуы ла иҫкә төшә... Һәм яуап та үҙенән-үҙе килә: яҙырын яҙып, халыҡҡа сығарған һәм исем-абруй яулаған хөрмәтле оло яҙыусыларыбыҙға был темалар кәрәк тә, ҡыҙыҡ та түгел. Ә йәшерәктәр, ни эшләптер, сәмләнмәй, дөрләп китмәй. Бына улар бөгөн дә интернетҡа бик һөйкөмлө итеп матур фотолар ҡуя, әммә береһе лә: "Мин шундай тәҡдим менән барҙым форумға, шундай мәсьәләне күтәрҙем йәки һорау бирҙем", - тип яҙмай. Үкенескә ҡаршы, башҡорт интеллигенцияһы араһында ошондай сараларҙа үҙ белдеге менән сығыш яһарға ынтылыусы ла табылмай. Бигерәк тә йәштәрҙән. Был бит һәлкәүлек, ҡыйыуһыҙлыҡ, баҙнатһыҙлыҡ билгеһе һәм авторҙарҙың ошо уҡ сифаттары әҙәбиәттә лә, уларҙың ижадында ла сағылыш таба. Шунан тыуа депрессив геройҙар, улар үҙ-үҙенә ҡул һала, тормошҡа яраҡлаша алмай, эсәләр, ҡатындары хыянат итә... Уны барыһы ла ҡыйырһыта, уны йәмғиәт аңламай, әммә уның күңеле матур, һин уны ярат инде, уҡыусы. Шулаймы? Әммә уҡыусыға бөгөн бындай герой кәрәкмәй. Ул уларҙан ғарыҡ булған. Бөгөнгө уҡыусыға әҙәби мәғәнәләге генә түгел, ә туранан-тура мәғәнәләге геройҙар - эшлекле, уңышлы, үрнәк алырҙайҙар, ниндәй хәлдә лә рух көсөн юғалтмай, барыһын йырып сыға ала торған, ғорурлыҡ уятырҙай, йөрәктә сәм, күҙҙәрҙә осҡон тоҡандырырҙайҙар тураһында уҡыу зарур. Әҫәр уҡыусыны өмөтһөҙлөккә этәрмәһен ул. Уның идея-тематикаһы ыңғай тәрбиәләһен, аң өсөн файҙалы булырҙайҙы пропагандалаһын, герой күҙ алдында үҫеш кисерһен. XXI быуат яҙыусыһы кем ул, нимә яҙа, тигән һорау тыуғанда китаптарҙың тышы менән генә түгел, ә эстәлеге менән дә маҡтанырлыҡ булһын. Донъяны яҡшыраҡ күҙәтәйек, йәш быуындың амбицияларын аңлай беләйек, заман менән бергә атлайыҡ, хөрмәтле ҡәләмдәштәр, тип әйтке килә форумда алған кисерештәрҙән һуң.
Бөгөнгө заман талабы булған электрон китапханалар һәм цифрлы форматтағы китаптар, интернет әҙәбиәте хаҡында ла айырым әйтеп китеү, был теманы хатта форумдан тыш, торараҡ тағы ла айырым һөйләшеү итеп ойошторорға ла кәрәк булыр. Сөнки әлеге мәлдә уҡыусыбыҙҙың ҙур өлөшөн интернет аралашыу ялмап алған. Улар шул интернет ҡыҙығынан айырылып, беҙҙең китаптарҙы эҙләп килмәҫе көн кеүек асыҡ хәҙер. Беҙ үҙебеҙ уларға шул интернет аша сығырға, әҫәрҙәрҙе тәҡдим итергә тейеш. "Беҙҙе уҡымайҙар" тип үпкәләп ултырыу урынһыҙ. Үҙебеҙ уҡыусыны табырға һәм ҡыҙыҡһындырырға бурыслы. Бөгөн популярлыҡты һәм уҡыусы һөйөүен нәшриәт йәки Яҙыусылар ойошмаһы йүнләшә икән, тип уйлау төптө хата. Ундай замандар үтте. Әммә был сифатһыҙ һәм әҙәбиәт ҡанундарын тотмаған әҫәрҙәр, яҙмалар менән интернетты тултырыу тигәнде лә аңлатмай. Буласаҡ электрон китапханала һәм китап магазинында Яҙыусылар ойошмаһының ентекле тикшереүен үткән әҫәрҙәр генә ҡуйылырға тейеш. Һәм, иң мөһиме, электрон китап магазинын әүҙем эшләтергә, авторҙарға гонорар түләргә, уларҙы рекламаларға кәрәк.
Эйе, форумда Мәскәү "ЛитРес"ы белгесе лә китаптарҙы уларҙың электрон китапханаһына ҡуйырға саҡырҙы. Әммә шул уҡ урында был китапханаға 19 баҫмаһын ҡуйған һәм уҡыусы таба алмаған автор ҙа сығыш яһаны. Бында сәбәп нимәлә, тигән һорау тыуа. Сәбәп, моғайын, башҡорт яҙыусыһының башҡорт донъяһын яҙыуындалыр. Һәм был донъя башлыса ил халҡына ҡыҙыҡ түгел. Башҡорт әҙәбиәтенең үҙ менталитеты бар, уның фәлсәфәһе барыһы өсөн дә тәғәйен түгел. Һәм беҙ бөгөн бер нисек тә барыһына ла ярарға, оҡшарға тырышырға, милли колоритты юғалтырға, милләтһеҙ-ерлекһеҙ әҙәбиәткә әйләнергә тейеш түгел. Бөгөн былай ҙа артыҡ дөйөмләштереү, милләтһеҙләштереү, хатта енесһеҙләштереү пропагандалана.
Шунлыҡтан, иң беренсе беҙгә үҙебеҙҙә булған айырым электрон китапханалар, сауҙа үҙәктәре кәрәк. "ЛитРес"та, спикер үҙе лә әйтеп тороуынса, фэнтези һәм детектив жанрҙар өҫтөнлөк ала. Ә беҙҙең әҙәбиәттә был жанрҙар үҫешмәгән, булғанда ла ике-өс кенә авторҙы төртөп күрһәтергә мөмкин. Ошо тәңгәлдә, яҙыусылар форумында китап һатыу йә күргәҙмә ҡуйыу ҙа булмағанын һыҙыҡ өҫтөнә алып китәйек. Күрәһегеҙ, заманса эшләй белеүгә өйрәнергә лә өйрәнергә әле беҙгә.
Дөйөм алғанда форум күптән күрешмәгән һәм ошондай аралашыуға һыуһаған яҙыусылар өсөн бер байрам булды. Ойоштороу ҙа яҡшы кимәлдә ине: ситтән килгәндәр "Йәшел сауҡалыҡ" шифаханаһында йәшәне, туҡланыу, концерттар, ҡыҙыҡлы һәм белемле спикерҙар, бихисап ҡотлауҙар. Һәм, әлбиттә, иң мөһим өлөш - республика Башлығы Радий Фәрит улы Хәбиров менән осрашыу. Башлыҡ яҙыусыларға түбәндәге хәл ителәсәк эштәр теҙмәһен аңлатты:
- Башҡортостанда китаптар нәшер итеүгә финанс ярҙам арттырыласаҡ. Нәшриәтселәр, яҙыусыларға тәғәйенләнгән гонорарҙан тыш, китап һатыуҙан килгән килемдең 20 процентын авторҙар иҫәбенә күсерәсәк.
- Әҙәбиәтте популярлаштырыу өсөн йыл һайын китап йәрминкәһе ойоштороу тураһында хәл ителгән. Ул Өфө майҙандарының береһендә үтәсәк. Бынан тыш, башҡорт яҙыусылары китаптарын Рәсәй кимәлендә һатыуға сығарыу тураһында килешеүҙәр алып барыла.
- Башҡортостандың һанлы үҫеш министрлығына электрон платформа әҙерләү бурысы ҡуйыла. Унда республика яҙыусыларының әҫәрҙәре, шул иҫәптән аудиокитаптар ҙа һанлы форматта урынлаштырыласаҡ.
- Тәржемәселәр өсөн дөйөм суммаһы 3 млн һум күләмендә грант булдырыласаҡ.
- Пушкин урамында Өфө күҙ ауырыуҙары ғилми-тикшеренеү институтының буш торған бинаһын заманса мәҙәни үҙәк итеп үҙгәртеү ҡарала. Унда әҙәби ҡунаҡхана, "Китап" нәшриәте экспозицияһы, башҡа ижади берекмәләр урынлашасаҡ.
- Киләһе йыл заманса кимәлдәге Евразия китапханаһын проектлау эшенә тотоноу ниәтләнә. Уны Республика Йорто менән ветерандар госпитале араһындағы буш урында төҙөү күҙаллана.
Бына шундай киләсәккә ышаныс һәм өмөт бирҙе ҡәләм тирбәтеүселәргә етәкселек. Республикабыҙҙа үткән тәүге Яҙыусылар форумы тарихта үҙ эҙен ҡалдырыр һәм матур заманса башланғыстарға старт бирер, тип ышанайыҡ.

Миләүшә ҠАҺАРМАНОВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 333

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru