«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҠУНАҠ АШЫ - ҠАРА-ҠАРШЫ
+  - 


Районыбыҙҙа ағинәйҙәр хәрәкәте барлыҡҡа килеп, әлеге кимәленә еткәненә тиҫтәгә яҡын йыл үтеп тә киткән. Ошо дәүерҙә ауылдарға сығып, ҡорҙар ойошторошоп та, эшләп китмәгәндәре, эшләй биреп тарҡалып ҡуйғандары ла бар. Ҡыуанысҡа күрә, фәһем алырлыҡ эштәре менән башҡаларға һәр даим өлгө итеп ҡуйырлыҡтары ла етерлек улар араһында!

Был төрлөлөктөң сәбәбенә төшөнөр өсөн еңелсә генә иҫәп-хисап биреп ҡараһаң, һәр ҡайһыһының да нигеҙендә кеше факторы ята. Етәксе итеп һайлап ҡуйғандың холҡонда үҙенең ҡул аҫтындағылары өсөн эске яуаплылыҡ, ихласлыҡ, фиҙаҡәрлек, ныҡышмалылыҡ, талапсанлыҡ кеүек сифаттары булыу өҫтөнә, ауыл хакимиәте башлығы, мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре тарафынан иғтибар күрһәтелһә, эштәр яйға һалынып, ауыл тормошонда ыңғай һөҙөмтәләр күҙгә ташланырға ғына тора. Сөнки совет осоронда һәр саҡ хөкүмәт эшендә эшләп, тормош һабаҡтары алған, дөйөм тәртип ҡағиҙәләренә күнгән, сабыр аҡыл туплаған олпат ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ был йәмғиәт эшен бер ҡайҙан бойороҡ йә күрһәтмә көтмәй, үҙ теләктәре менән башҡара. Сараларҙа ла кем алдындалыр хисап бирер, күҙ буяр өсөн генә ҡатнашыу ят уларға. Ауылдарҙа мәсеттәр төҙөлөп, урындағы хәҙрәттәребеҙгә халыҡты йәлеп итеп эш башлап китер өсөн дә ағинәйҙәрҙең ярҙамы баһалап бөткөһөҙ. Үҙ уставы булған йәмәғәт ойошмаһының эске тәртибенә, талаптарына буйһонған ағинәйҙәр, ысынлап та, үҙтәрбиә аша күркәм тышҡы ҡиәфәт, олпатлыҡҡа өлгәшеп, әүҙемлектәре менән өлгө күрһәтеп, ауылдаштары араһында ихтирам яулай. Шундай ҡорҙарҙың береһе - Ғәлиәкбәр ағинәйҙәре тураһында булыр һүҙем.
Апрель айында Яңы Мөсәт ағинәйҙәренең саҡырыуын ҡабул итеп, ҡар һыуына барыу йолаһында ҡатнашып ҡайтҡан ғәлиәкбәрҙәр, оҙон-оҙаҡҡа һуҙмай, яҙғы эштәр, ураҙа тотоу араһында әҙерләнеп, ошо көндәрҙә ут күршеләрен саҡырып, бик матур сара ойошторҙо. Ҡунаҡтар килеүгә ауыл мәҙәниәт йорто сынъяһау ҡораматуй күргәҙмәһе менән биҙәлгән ине. Әлбиттә, был бер айлыҡ ҡына эш һөҙөмтәһе түгел. Районда ағинәйҙәр ҡоро ойоша башлағандан алып, ошо шөғөлдө ныҡлап тергеҙеүгә тотонған оҫталар йәшәй был ауылда. Етәкселәре Сәриә Минһажева улар өсөн оҫталыҡ дәрестәрен ойошторошоу өҫтөнә, район үҙәгендәге "Кәрәҙ" клубына килеп, ҡорама серҙәренә төшөнөүҙән дә танау сирманылар улар. Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек сиктәрендә үткән "Сергетыш" проектына ла иң әүҙем тотоноп китеүселәр сафында булды Ғәлиәкбәр ағинәйҙәре. Араларында боронғо шөғөлдәрҙе һаҡлаусы, инде 80 йәште ҡыуып килһә лә, заманса яңы эш төрҙәрен өйрәнергә атлығып тороусы Хөснә апай Исламбаева кеүек оҫта булыуы ла мәртәбә уларға. Ултырғыс түшәген сергетышлы итеп тегеп, күргәҙмәгә һалып та ҡуйған өлгөрбикә апайыбыҙ! Ҡулланыу даирәһен арттырыу йәһәтенән, сергетышлы башҡа ҡаралты төрҙәрен уйлап сығарыуға ла тотонғандар булып сыҡты әле улар. Мәҫәлән, уны одеял өҫтөнә япма итеп беркеткәс тә бик килешле: диван-карауат япмаһы итеп ҡулланаһыңмы, әллә ябынып ятаһыңмы - ҡайһылай ҙа ярай. Бына шулай бер-береһенә яңынан-яңы идеялар биреп, тәжрибәләре менән уртаҡлашыр, яңылыҡтары менән бүлешер өсөн йыйылыша ла инде ағинәйҙәр! Үҙҙәре булдырған сынъяһау сәхнә кейемдәре, милли биҙәүестәрен кейеп алған хужабикәләр, хакимиәт башлығы Әминә Сабир ҡыҙы Байгазина, мәҙәниәт йорто етәксеһе Илдар Зәки улы Ишмөхәмәтов менән бергәлектә ҡунаҡ ҡаршылау йолаһын еренә еткергәс, байрам кейемендәге барса халыҡ ауыл урамын йәмләп, гармундар уйнап, ауыл көйҙәрен йырлап тауға сыҡты.
Ҡар һыуҙарына туйынып, әлеге мәлгә хас булмаған эҫегә бирешеп өлгөрмәгән Батша шишмәһе янына килгәс, был мөғжизәгә рәхмәтле булып, ямғыр теләү йолаһын үткәрергә килеште халыҡ. Имам булып мәҙәниәт йорто директоры Илдар Зәки улы Ишмөхәмәтов үҙе торҙо: аҙан ҡысҡырып, ике рәҡәғәтле истисҡа намаҙын үткәрҙе, ямғыр һорап доғалар ҡылды. Беҙҙең өсөн ерҙе түшәк итеүсегә, күкте көмбәҙ ҡылыусыға һәм күктән һыу төшөрөүсегә, беҙгә ризыҡ булһын өсөн шул һыу менән емештәр үҫтереүсегә - Бер Аллаһҡа маҡтау һәм үтенестәребеҙ барып етһен, тигән теләктә тауҙан мәҙәниәт йортона кире төштөк.
Әйткәндәй, берлектәр нимәгәлер өйрәнергә ҡул ҡаушырып, ауыҙ асып ҡына килмәгән булып сыҡты. Инде алты йыл буйына Ғилминур Уразаева етәкселегендә ныҡлы ойошҡан, бар яҡтан булдыҡлы был коллектив Гүзәл Ҡасҡынбаева ярҙамында ыҡсым ғына йырлы-бейеүле сығыш әҙерләгән һәм бик матур ҡабул ителде.
Ә инде сараның хужалары "Ҡыҙ бирнәһе әҙерләү" йолаһын сығарҙы сәхнәгә. Үҫмер генә ҡыҙ бала Илзидә Харрасованың нәзәкәтле бейеүе фани донъялыҡта ғүмерҙең тиҙ генә үтеп барыусы бер осор икәненә, шуға күрә уның һәр бер мәленең ҡәҙерен белеп, халҡың өсөн иҫтәлекле матур эштәр менән биҙәргә тейешлеккә ишара ине. Бик фәһемле, көнөндә кәрәкле теманы асып һалды һәүәҫкәр әртистәр! Ғәлиәкбәр ағинәйҙәрен бөгөн тот та ошо сығышы менән туйға саҡыр! Йәш ғаиләгә донъя көтөп алып китер өсөн үҙебеҙҙең милли үҙенсәлекле ҡаралты төрҙәре ни тиклем бай һәм күренекле икән, тип һоҡланып ултырҙы ҡунаҡтар. Күңел йылыһы, күҙ нурҙары һалып, ҡулдан әҙерләнгән, өйгә ҡот килтерә торған тормош-көнкүреш өсөн яраҡлы әйберҙең баһаһы төшөп, заманса магазин әйберҙәренә һалышып бөттө шул хәҙер халыҡ...
Хәҙер алдынғы ҡарашлы күп йәштәр туйҙарын ошондай сығыштар яһаусы фольклор коллективтары менән үткәрә лә инде. Сәриә Минһажева, Хөснә апай Исламбаева, Ғәзимә Байгазина, Әнисә Ишмөхәмәтова, Хәшиә Ғәлиева, Гөлдәр Яманаева, Ғәлимә Әминева, Фәнүзә Ғәбитова, Гөлдәр Әхмәтовалар әҙерләгән бирнәлектә һуғылған балаҫ, сигелгән таҫтамалдар, алъяпҡыстар һәм ҡулъяулыҡтар, ҡорама түшәк һәм юрғандар, сергетыш, селтәрле мендәрҙәр күҙҙең яуын ала ине. Бына бит ул өлгөлө ҡатын-ҡыҙҙар ниндәй була: йолаларҙы тергеҙеп, милли ғөрөф-ғәҙәттәребеҙгә йән өрөп, быуындар араһындағы күсәгилешлекте тәьмин итеүселәр улар!
Байрам табынын да тәрбиәүи маҡсатҡа ярашлы ҡорҙо хужалар. Ошо сараға махсус саҡырылған Байназар ауылы ҡунағы Көнһылыу Зәки ҡыҙы Ҡотлобаеваны ауылдың почетлы ағинәйе итеп ҙурлап, башына аҡ яулыҡ яптылар. Милләт өсөн файҙалы эштәре районда ғына түгел, республика кимәлендә билдәле ауылдаштары менән хаҡлы ғорурлана ғәлиәкбәрҙәр! Туған телебеҙҙе донъя кимәлендә танытыусы һәм һаҡлауға булышлыҡ итеүсе, Башҡорт википедияһында арымай-талмай хеҙмәт итеүсе Көнһылыу ханым ауылдаштары араһында ла ошо яуаплы эште үҙ иңенә алырға теләүселәрҙе өйрәтергә һәр саҡ әҙер.
Ошондай маҡсаттар менән күңел ҡушыуы буйынса, бушлай, ауылы, ауылдаштары, милләте, халҡы өсөн фиҙаҡәр хеҙмәт итеүсе абруйлы ағинәйҙәрҙең әүҙемлектәрен файҙаға ғына ҡуллана белгән, ҡәҙерләгән ауыл хакимиәте етәкселәре, мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре бөтә ауылдарҙа ла булһа ине, тигән теләк менән таралышты ҡунаҡтар.

Рәшиҙә ҒИЗЗӘТУЛЛИНА,
Бөрйән районы "Ағинәй" йәмәғәт ойошмаһы етәксеһе.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 04.06.21 | Ҡаралған: 443

Киске Өфө
 

Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru