«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ҠӘЛҒӘҺЕНӘ - 450 йыл!
+  - 


Башҡорт йәмәғәтселеге Өфө ҡәлғәһенең 450 йыллығына ниндәй төҙөлөштәр күрергә теләй?

Эльвира АЙЫТҠОЛОВА, БР Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары, Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы Президиумы рәйесе: Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының былтыр декабрҙә үткән йомғаҡлау ултырышында ҡабул ителгән ҡарарға Өфө ҡалаһының юбилейы айҡанлы Башҡорт ҡалаһы "Өфө-II" ҡаласығының музейын булдырыу мәсьәләһе лә индерелде. Ҡоролтайҙың тәүге рәйесе, арҙаҡлы милләттәшебеҙ һәм билдәле археолог Нияз Абдулхаҡ улы Мәжитов был идеяны үҙе иҫән саҡта уҡ күтәргәйне, ләкин ул төрлө сәбәптәр арҡаһында кисектерелә килде, тормошҡа ашманы. Шуға, Нияз Мәжитов исемендәге "Өфө-II" ҡаласыҡ-музейы мотлаҡ төҙөлөргә һәм ул халыҡ-ара кимәлдә булырға тейеш, тигән фекерҙәбеҙ.
Икенсенән, башҡорт халҡының милли уйын ҡоралы булған һәм бары тик Башҡортостан территорияһында ғына үҫкән ҡурайға һәйкәл ҡуйылыуы мотлаҡ. Әлеге ваҡытта энтузиастарҙың эшмәкәрлеге менән генә ҡурайға һәйкәл ҡуйыу ҙа өлгөрөп еткән мәсьәлә, сөнки ҡурай бал, ҡымыҙ, башҡорт аты, башҡорт халыҡ йыры менән бер рәттән, Башҡортостан бренды булып тора.
Өсөнсөнән, "Урал легендалары" тип аталған проектты тормошҡа ашырыу зарур. Уны Ҡоролтайҙың бер төркөм егеттәре эшләне һәм ошо проектҡа ярашлы, аэропорттан 7 километр ситтәрәк ҙур туристик комплекс төҙөлөргә тейеш. Уның маҡсаты - туристарҙы халыҡ ижадына нигеҙләнгән объекттар аша йәлеп итеү, йәғни "Урал легендалары" - "Урал батыр" эпосынан алып башҡорт халҡының ауыҙ-тел ижадында булған башҡа легендалар, риүәйәттәр, әкиәттәр, йырҙар, ҡобайырҙар һәм уларҙың геройҙары аша һүрәтләнәсәк маршруттың башы булып тора. Йәғни ул - ял итеү, туризмды үҫтереү менән бер рәттән, тарихты, ауыҙ-тел ижадын һәм шәжәрәләрҙе өйрәнеүгә булышлыҡ иткән мәҙәни-мәғрифәт үҙәге. Шуға күрә төрлө саралар үткәрергә конференц-зал да булырға тейеш тип күҙаллайбыҙ. Баш ҡалаға килеүсе туристар иң тәүҙә ошонда ҡыҫҡаса ғына мәғлүмәт алып, шунда уҡ үҙҙәренә оҡшаған маршрутты һайлап, артабан республиканың төрлө тарафына таралып китергә тейеш.
Беҙҙең ошондай өс йүнәлештәге проекттар бар, улар әҙер һәм баш ҡаланың юбилейы менән бәйле тормошҡа ашырылһа, бик шәп булыр ине.

Илдар ШӘЙӘХМӘТОВ, "Башҡортостан Республикаһының "1-се Башҡорт атлы полкы - "Любизар" Бөтә Рәсәй тарихи клубы" төбәк йәмәғәт ойошмаһының идара рәйесе: Өфөнөң юбилейы тиһәк тә, ул барыбер Башҡортостандың баш ҡалаһының юбилейы булып күҙ алдына баҫа. Тимәк, унда милли колорит та сағылырға, йәғни ошо уңайҙан милли рухиәтебеҙгә ҡағылышлы проекттарҙы ла тормошҡа ашырып ҡалырға кәрәктер, моғайын. Тәү сиратта мин баш ҡалала Урал батыр һәйкәле булырға тейеш тип иҫәпләйем һәм был күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Был теманы бынан бер нисә йыл элек Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайы күтәреп сығып, хатта Урал батыр һәйкәленә конкурс иғлан итеп, уның еңеүселәрен дә билдәләгәйне. Әммә проектты тормошҡа ашырыу идеяһы ғына ни сәбәптәндер туҡтап ҡалды һәм ул, ғәҙәттәгесә, һандыҡ төбөнә һалынды. Ә бит бары тик бының өсөн урын билдәләп, эш башларға ғына кәрәк ине. Моғайын, Урал батыр һәйкәлен төҙөргә Хөкүмәттең аҡсаһы булмаһа, халыҡтан да йыйырға мөмкин булыр һәм халыҡ ҡаршы килмәҫ.
Минеңсә, оло юбилей уңайынан тағы бер мәсьәләне хәл итергә кәрәк. 2022 йылда башҡорт атлы полктарының 1812-1814 йылғы Ватан һуғышында ҡатнашыуына 210 йыл тула. Улар ҙа, йәғни тарихҡа "төньяҡ амурҙары" атамаһы аҫтында ингән ҡаһарман башҡорттар ҙа, күптән һәйкәлгә лайыҡ!
Былтыр 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының командиры генерал-майор Миңлеғәли Шайморатовҡа Рәсәй Геройы исеме бирелеүе, әлбиттә, халҡыбыҙ өсөн оло ғорурлыҡ, Совет майҙанында уға һәйкәл ҡуйылыуы ла тарихи шәхесебеҙҙе һәм легендар кавалерия дивизияһының иҫтәлеген мәңгеләштереүгә ҙур аҙым, шул уҡ ваҡытта кавалерия яугирҙарының һуғышҡа киткән Дим биҫтәһе вокзалы территорияһында йәки уның эргәһендә ошо хушлашыу мәлен сағылдырған һәйкәл йәки мемориал булдырылһа ла насар булмаҫ ине. Әлбиттә, был теләк ҙур сығымдар талап итә, әммә тарихты беҙҙең быуын һәйкәлдәрҙә тергеҙеп, киләсәккә аманат итеп ҡалдырмаһа, бер нисә быуындан һуң был хаҡта иҫләүсе лә табылмауы ихтимал.

Миңлеғәфүр ЗӘЙНЕТДИНОВ, Башҡортостандың халыҡ артисы, донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы: Минең күңелемдә күптән бер хыял йәшәй: Башҡортостанда Ҡумыҙ мәктәбен асыу. Эйе, был сәнғәт төрөнә музыка, сәнғәт мәктәптәрендә уҡытырға, хатта башланғыс, урта, дөйөм белем биреү мәктәптәрендә лә өйрәтергә мөмкин. Әммә айырым мәктәп булдырыу - ул республиканың данын тағы ла яңы бейеклеккә күтәрер ине тип уйлайым. Ни тиһәң дә, донъяла ни бары 20 виртуоз ҡумыҙсы бар һәм шуларҙың икеһе (тәүгеһе - Роберт Заһретдинов) Башҡортостандан булыуы ла күпте һөйләй.
Ғөмүмән, беҙҙең халыҡ тыуғандан уҡ сәнғәттең төрлө жанрҙары уртаһында үҫә. Шул уҡ эпос-ҡобайырҙар, йыр-бәйеттәр, бейеүҙәр, ғөрөф-ғәҙәттәр, хатта милли кәсепселек тә һәр баланың күңеленә һалынған, әммә уларҙы артабан үҫтереү өсөн бөгөн бары тик сәсәндәр мәктәбе генә эшләп килә. Шуға күрә, әгәр Ҡумыҙ мәктәбе өсөн айырым бина булмағанда ла, барлыҡ ошо сәнғәт йүнәлештәре буйынса айырым мәктәп булдырып, уларҙы берләштергән Башҡорт йорто асылһа, ҙур ваҡиға булыр ине. Бер заман был турала һүҙ күтәрә биреп тә ҡуйҙылар, Конгресс-холл төҙөлөшө лә Башҡорт йорто булараҡ күҙалланғайны, әммә хәҙер ул конгресс-үҙәккә әйләнеп китте. Тимәк, Башҡорт йорто һәм уның эсендә Ҡумыҙ мәктәбе асыу мәсьәләһе асыҡ ҡала.

(Теманың дауамын был һанда уҡығыҙ).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 375

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru