«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ИҢ АЛДЫНҒЫЛАР ИҪӘБЕНДӘ
+  - 

Республика Башлығы Радий Хәбиров етәкселегендәге делегация 2-5 июндә Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумында ҡатнашты. Сара барышында Башҡортостан дөйөм күләме 122 миллиард һум булған 25 килешеү төҙөнө, улар 2000 эш урыны булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.

Төбәк экспозицияһы 231 квадрат метр майҙанда урынлаша һәм ете, шул иҫәптән авиация, туризм, башҡорт ғөрөф-ғәҙәттәре йүнәлештәрен сағылдыра. Яңы ойошторолған Башҡортостан Республикаһы менән идара итеү үҙәгенең (ЦУР) экспозицияһы күргәҙмә стендында иң төп һәм ҙурлығы буйынса өсөнсө урынды алып тора, ул социаль коммуникациялар, мәғлүмәт, иҡтисади аналитика блоктарын тәҡдим итә. Тап ошо иҡтисади аналитика блогы Башҡортостан ЦУР-ын башҡа төбәктәрҙән айырып тора ла инде. Төрлө йүнәлештәр буйынса барлыҡ мәғлүмәттәр мәғлүмәт панелдәренә килә һәм был уларҙы системаға һалырға, бюджет процестары менән грамоталы һәм һөҙөмтәле идара итергә мөмкинлек бирә. Килешеүҙәргә килгәндә, улар рәтендә Мәскәү дәүләт халыҡ-ара мөнәсәбәттәр университеты ректоры Анатолий Торкунов менән хеҙмәттәшлек тураһында төҙөлгән килешеү ҙә бар. Уға ярашлы абруйлы уҡыу йорто киләсәктә Башҡортостандың иҡтисады, сәнәғәте, ауыл хужалығы һәм социаль тармағы өсөн квалификациялы белгестәрҙе маҡсатлы рәүештә әҙерләйәсәк.
"Таврос" яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт менән республика Хөкүмәтенең килешеү төҙөүе лә ҙур өмөттәр уята, сөнки был аҙым малсылыҡ, йәғни ит эшкәртеүгә ҡағыла. Проект сәғәтенә 240 баш мал һуйыу һәм етештереүсәнлеге тәүлегенә 200 тонна һыуытылған ит, 100 тонна колбаса эшләп сығарыуҙы күҙаллай. Төҙөлөш августа башланырға тейеш.
Оҙонлоғо 200 километр булған Ҡаҙан - Екатеринбург автомобиль юлын Башҡортостандың төньяҡ-көнбайыш райондары аша үткәреү вариантын Рәсәйҙең Транспорт министрлығы хуплап сыға. РФ Президенты В. Путин үҙенең Федераль Йыйылышҡа Мөрәжәғәтнамәһендә тәҡдим итеүенсә, был төҙөлөш өс йылда тамамланырға тейеш. Проект менән "Автодор" идара итә һәм юлдар селтәрен планлаштырғанда уның эсенә күп иҡтисади үҫеш үҙәктәренең инеүенә өҫтөнлөк бирә. "Башҡортостан Республикаһы шундай төп үҙәктәрҙең береһе булып тора һәм был беҙгә трасса маршрутын һайлауҙа бик мөһим", - тине ойошма етәксеһе Вячеслав Петушенко килешеү төҙөү ваҡытында.
Башҡортостандың башҡаларға таратырлыҡ өлгөләре лә етерлек. Форумда сығыш яһап, Радий Хәбиров скандинавса атлауҙың халыҡ спорт төрөнә әүерелеүен, быйыл Һаулыҡ һәм әүҙем ғүмер оҙайлығы йылы булғанлыҡтан, спорт менән шөғөлләнеүсе кешеләрҙең һанын 2 миллионға тиклем арттырыу күҙалланыуын билдәләне. Бөгөн республикала барлығы 89 төбәк спорт федерацияһы эшләй. Башҡортостан спорт ҡоролмалары һаны буйынса (13 мең самаһы) Мәскәүҙән ҡала илдә икенсе урында тора. Әле Өфөлә ябыҡ футбол манежы, спорт гимнастикаһы буйынса физкультура комплексы төҙөлә башлаған. Халыҡ-ара Көрәш һарайын, Волейбол үҙәген, Ишеү слаломы үҙәген проектлау тамамланған. Райондарҙа спорт резервын тулыландырыу учреждениелары асыла. "Ауыл тренеры" республика проекты эшләй, ауыл тренерҙарына 600 мең һумлыҡ гранттар бирелә. Ауыл ерендә 25 метрлыҡ бассейндар төҙөлә һәм улар киләсәктә барлыҡ район үҙәктәрендә лә буласаҡ. Әйткәндәй, "Ауыл тренеры" проекты нигеҙендә федераль кимәлдә программа әҙерләнә. Республика "Мәктәптәргә - спорт көрәше" федераль программаһының пилот майҙансығы ла булып тора, шулай уҡ башланғыс синыф уҡыусылары өсөн "Сәләмәт быуын - көслө төбәк" проекты ла индерелә.
4 июндә Халыҡ-ара Петербург иҡтисад форумында Рәсәй Федерацияһы субъекттарының инвестицион климаты торошоноң Милли рейтингы һөҙөмтәләре билдәле булды. Был абруйлы рейтингта Башҡортостан беренсе тапҡыр 5-се урынға күтәрелде. Башҡортостан 2015 йылдан абруйлы рейтингта ҡатнашып килһә лә, ул тәүге йылда - 40-сы, 2016 йылда - 20-се, 2017 йылда - 13-сө, 2018 йылда - 23-сө, 2019 йылда - 16-сы, былтыр 9-сы урында була. Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Андрей Белоусов Башҡортостандың һөҙөмтәһен сенсация тип, шулай уҡ республикала бизнес-шерифтар институтын булдырыуҙы ла ыңғай баһаланы, был алымды ил буйынса таратыу мәсьәләһен күтәрҙе. Башҡортостандың Стратегик инициативалар агентлығы үткәргән ТОП-5 рейтингына инеүен Рәсәй Президенты Владимир Путин да билдәләп китте һәм төбәктәргә эшлекле мөхит булдырыуҙа системалы ярҙам күрһәтеләсәген белдерҙе. Форум тәьҫораттары менән бүлешеп, Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров бындай сараларҙа яңы танышлыҡтар, бәйләнештәр булдырылыуын һыҙыҡ өҫтөнә алды һәм: "Беҙ инвестициялар өсөн асыҡ төбәк, көслө, ижади, ҡыҙыҡлы команда булыуыбыҙҙы, һәр инвестор менән намыҫлы һәм ғәҙел эш алып барырға әҙерлегебеҙҙе күрһәтә алдыҡ. Рәсәй Президентының республиканы билдәләп китеүе лә бик мөһим. Беҙ яҡшы башланғысҡа нигеҙ һалдыҡ. Киләсәккә ышаныслы бағабыҙ, ошо көндәрҙә эшләнгән эштәр алдағы көндәрҙә завод-фабрикалар, яңы эш урындары булып тормошҡа ашасаҡ", - тип белдерҙе.

Зәйтүнә НИҒӘМӘТЙӘНОВА әҙерләне.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 290

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru