«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ҺИНЕҢ ТӨБӘККӘ ЛӘ ҠУНАҠТАР КИЛӘ
+  - 

3-10 июлдә Башҡортостан Бөтә донъя мәҙәниәт фестивале үҙәгенә әүереләсәк. Былтыр үтергә тейешле, әммә пандемия арҡаһында кисектерелгән Бөтә донъя фольклориадаһына республика быйыл 2 мең самаһы кеше килеүен көтә. Фольклориада ҡунаҡтары Өфөгә Мәскәү аша киләсәк, аэровокзал комплексында уларға ирекмәндәр командаһы ярҙам итәсәк.

Киң масштаблы проектта 48 ил, шул иҫәптән Австрия, Греция, Мысыр, Израиль, Испания, Кения, Коста-Рика, Непал, Мексика, Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәре, Папуа Яңы Гвинея, Панама, Перу, Румыния, Того, Франция, АҠШ, Чили, Швейцария, Эквадор, Эстония һ.б. үҙенең мәҙәниәтен һәм йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен күрһәтәсәк.
Ҡатнашыусылар баш ҡалала ғына түгел, 4 округка берләштерелгән 22 муниципалитетта ла сығыш яһаясаҡ: Үҙәк фестиваль округы - Салауат ҡалаһы (5 июль), Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Нуриман районы (6 июль), Октябрьский ҡалаһы (7 июль), Ҡырмыҫҡалы һәм Ауырғазы райондары (8 июль), Ишембай ҡалаһы һәм Благовещен районы (9 июль); Төньяҡ фестиваль округы - Мишкә районы (5 июль), Ҡариҙел районы (6 июль), Борай районы (7 июль), Асҡын районы (8 июль); Төньяҡ-көнбайыш фестиваль округы - Дүртөйлө ҡалаһы (5 июль), Яңауыл районы (6 июль), Тәтешле районы (7 июль), Нефтекама ҡалаһы (8 июль), Илеш районы (9 июль); Көнсығыш фестиваль округы - Әбйәлил районы (5 июль), Бөрйән районы (6 июль), Учалы ҡалаһы (7 июль), Сибай ҡалаһы (8 июль), Белорет ҡалаһы (9 июль).
Концерттарҙан тыш, ойоштороусылар ҡунаҡтар өсөн төрлө күргәҙмәләр, оҫталыҡ дәрестәре, интерактив майҙансыҡтар, ҡатнашыусыларҙың милли кейемдәрҙәге парадын әҙерләгән. Барлыҡ концерт программалары open-air форматында үтәсәк, инеү ирекле, әммә битлектәр мотлаҡ.
"Торатау" Конгресс-холында 48 илдең оҫталары һәм кәсепселәре үҙҙәренең эштәре менән таныштырасаҡ. Экспозицияға мәҙәни ҡиммәткә эйә биҙәү-ҡулланма сәнғәтенең үҙенсәлекле өлгөләре, халыҡ костюмдары, биҙәүестәр, көнкүреш әйберҙәре инәсәк.
9 июлдә CIOFF-тың Йәштәр координацион комитеты менән берлектә ойошторолған "Донъя халыҡтарының музыка ҡоралдары" фотокүргәҙмәһе эшләйәсәк. Унда төрлө халыҡтарҙың традицион уйын ҡоралдары һүрәттәре күрһәтеләсәк, фоткүргәҙмә менән рус, инглиз, испан һәм француз телдәрендә танышырға мөмкин буласаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 375

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru