«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨФӨ ҠӘЛҒӘҺЕНӘ - 447, Ә ӨФӨ ҠАЛАҺЫНА НИСӘ ЙӘШ?
+  - 

Күп һанлы сығанаҡтарҙан күренеүенсә, Өфөнөң тарихы 1574 йыл менән генә сикләнмәй. Өфө XVI быуаттың 50-се йылдарында уҡ (1554 йыл), йәғни урыҫтар килеп, ҡәлғә төҙөгәнгә тиклем үк, башҡорт ҡалаһы булараҡ билдәле булған. Гәзит уҡыусылар был турала "Киске Өфө"лә баҫылған мәҡәләләрҙән әҙме-күпме таныш. Өфөнө өйрәнеүсе ғалимдарҙың, тарихсыларҙың гәзитебеҙҙә баҫылған ҡайһы бер сығыштарынан өҙөк килтерәбеҙ. Ҡабатлағандан, доға иҫкермәй, тиҙәрме әле...

Күренекле археолог-тарихсыбыҙ Нияз ағай Мәжитов үҙенең бар ғүмерен Өфөнөң боронғо Башҡорт ҡалаһының вариҫы булыуын иҫбатлауға арнауын барыбыҙ ҙа белә. "Өфө-II ҡаласығы беҙҙең эраның I быуатында барлыҡҡа килгән. Һәм XIV-XV быуаттарға тиклем йәшәгән, - тип яҙҙы ул. - Был раҫлауҙы ҡаласыҡтағы ҡеүәтле культура ҡатламы менән дәлилләп була. XVIII быуатта бөйөк рус ғалимы Петр Рычков Дим буйы башҡорттары старшинаһы Ҡыҙрас Муллаҡаев һөйләгәндәргә нигеҙләнеп, хәҙерге Өфө ҡалаһы территорияһында X-XVI быуаттар араһында Имәнҡала тигән башҡорт ҡалаһы урынлашыуы, унда Торахан тигән батшаның хакимлыҡ итеүе, уның бында ҡышҡы айҙарҙа ғына йәшәп, яҙлы-көҙлө Дим, Сәрмәсән буйҙарында йәйләүҙә үткәреүе тураһында яҙып ҡалдыра. Ҡыҙрас Муллаҡаев "Башҡорт тарихы" тигән ҙур китап булыуын һәм уның 1735-1740 йылдарҙа юҡҡа сығыуын да иҫкә алып китә. Ошо тарихи яҙма документтарҙа сағылған мәғлүмәттәр һәм башҡа кире ҡаҡҡыһыҙ дәлилдәр Өфө-II ҡаласығының VI-XII быуаттарҙа уҡ тарихи Башҡортостандың ҡеүәтле сәйәси һәм мәҙәни үҙәге булыуын, бында хандарҙың ставкаһы тороуын иҫбат итә…"

География фәндәре докторы, профессор Айбулат Псәнчин иһә был хәҡиҡәтте боронғо карталар ярҙамында нығыта: "Башҡортостан, Өфө боронғо карталарҙа нисек барлыҡҡа килгән, тиһәк, тәү сиратта, Италия сауҙагәрҙәре ағалы-ҡустылы Пициганолар 1367 йылда төҙөгән картаға күҙ һалырға кәрәк. Ул картала урта быуатта Италияның, Европа илдәренең Алтын Урҙа менән сауҙа иткән ваҡыты сағылдырылған. Шуға күрә унда Алтын Урҙаның 40-тан ашыу ҡалаһы, Иҙел, Кама буйҙары һүрәтләнгән. Шул иҫәптән бөгөнгө Башҡортостанда Пашхарти ҡалаһы күрһәтелгән. Унан ары тағы бер Пашхарти тигән яҙыу бар. Уныһы башҡорттар йәшәгән ер тигәнде аңлата. Пашхарти ҡалаһы иһә, гидрография яғынан ҡарағанда, Кама, Иҙел буйы тирәһендә урынлашыуы менән бөгөнгө Өфө еренә тура килә. "Өфө" яҙыуы Рәсәй карталарында XVII-XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Мәҫәлән, Петр Годуновтың 1667 йылғы Себер һыҙмаһында "башкирцы", "Уфа" тип күрһәтелә. Ә Европа сығанаҡтарында Пашхарти (башҡорт) тип яҙыу традицияһы хатта XVIII быуатта ла дауам итә. Йәғни улар, рус картографтарынан айырмалы рәүештә, Өфө тип түгел, ә Пашхарти тип яҙалар.
Был бер булһа, икенсе яҡтан, урта быуаттарҙа был яҡтарҙа йөрөгән Плано Карпини, Вильям Рубрук кеүек сауҙәгәрҙәр, сәйәхәтселәрҙең Башҡортостандың ҡайһы еренән үтеп киткәнен белмәйбеҙ. Улар Өфө яғында йөрөгәнме, әллә Каспийға яҡыныраҡ, көньяҡтаныраҡ үткәнме? Әгәр Өфө яғынан үтмәһәләр, башҡорттар йәшәгән илде күреп белгәнгә күрә, Европа картографтары карталарҙа төп ҡаланы ла Пашхарти, йәғни башҡорт ҡалаһы тип билдәләүҙәре ихтимал…"

Тарихсы һәм тележурналист Салауат Хәмиҙуллиндың күп һанлы телевизион фильмдары ла ҡәлғә барлыҡҡа килгәнгә тиклемге Өфө тураһында һөйләй: "Урыҫ йылъяҙмасылары мәғлүмәттәренә таянып, тарихсы Николай Карамзин шулай тип яҙа: "1505 йылда Мөхәммәт-әмин хан вельможаларының береһен, Өфө кенәзен, ниндәйҙер күрһәтмә менән Мәскәүгә ебәрә." (Н. Карамзин. "Рәсәй дәүләте тарихы", IV быуат). 1505 йылда воевода Иван Нагой килгәнгә ҡәҙәре, бында Өфө кенәзе йәшәгән икән, тимәк, бында Өфө лә булған. Мәсьәлә шунда ғына: ул ниндәй рәүештә булған? XIX быуатта Өфө вице-губернаторы Волков тарафынан йыйылған башҡорт риүәйәттәре һәм хәтирәләренә ярашлы, ҡаланың ул саҡтағы хакимы Торахан атлы була. Ул Себер хакимы Күсем хандың Өфөгә хакимлыҡ итергә килгән туғаны була. Урҙа Өфөһөнөң хан йәшәгән "Шайтан ҡаласығы" тип йөрөтөлгән нығытмаһы Торатау тип атала. Археологтар раҫлауынса, был ҡаласыҡта беҙҙең эраның III быуатында уҡ кешеләр йәшәй, ә XVI быуатта ул Өфө хакимының ставкаһына әйләнә. Ҡала үҙе хан һарайынан аҫтараҡ урынлашҡан була.
XII быуатта уҡ әле Иҙриси исемле бер сәйәхәтсе Урал тауҙарында тимер иретеүҙәре менән шөғөлләнеүҙәре тураһында яҙып ҡалдыра. Ә ул төҙөгән донъя картаһында "ард Башкурт мил аль-атрак" иле, йәғни "Төркиҙәр ҡәбиләһенән булған башҡорт ерҙәре" билдәләнгән. Уларҙа Ҡасра, Масра һәм Ҡараҡуя ҡалалары тамғалана..."

Шулай итеп...
Өфөнөң ҡәлғә төҙөлгәнгә тиклемге тарихын раҫлаусы материалдар, документтар ҡул аҫтында ғына, был турала һөйләүсе тарихсыларыбыҙ ҙа бар һәм улар материалдар туплауҙы дауам итә. Әммә баш ҡаланың меңәр йыллыҡ тарихын бар донъяға яңғыратып әйтергә, уны билдәләргә генә ҡыйыулыҡ итә алмайбыҙ һаман…

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 437

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru