«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Ауыл ерендә эшҡыуарлыҡҡа тотоноу бик ҡыйын шөғөлмө? "Еләкле урындар" бөтмәгәнме, йәғни ниндәй эшҡыуарлыҡ төрҙәре менән шөғөлләнеп була?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ЫРЫУЫБЫҘ - БАШҠОРТ БАЙЛАРЫ
+  - 


Байлар яңы ерҙәренә юрмый, бүләр, йәнәй, йылан, ҡырғыҙ ырыуҙарының рөхсәте менән урынлашҡан. Күрәһең, ошо ырыуҙарҙың башҡорттары, боронғо шәжәрәләрендә күрһәтелә килгән туғанлыҡтарын танып, үҙҙәре биләгән ерҙәрен, бер ниндәй ҡаршылыҡһыҙ, башҡа туғандаш ырыу халҡына бүлеп биргән. Байлар ҙа, бәғзе бер башҡорттар кеүек үк, Ҡаҙан хандарына хәрби хеҙмәткә ялланып, тархан дәрәжәһенә эйә булған. Башҡорт яугирҙары Мәскәү батшаһы вассалы булған Ҡасимов ханлығында ла хәрби хеҙмәттә була. 1539 йылда Темников кенәзе Йәнекәйгә бирелгән рус батшаһы грамотаһында былай тип әйтелә: "…татар из тарханов и башкирцев и можерянов, которые живут в Темникове, судить и ведать их по старине…". Бында, рус традицияһына ярашлы, төрки халыҡтарының барыһын да "татар" тип атау күҙгә ташлана.
Тарихсы-ғалим В.В. Трепавлов билдәләүенсә, XVI быуаттың 30-40-сы йылдарында Ҡаҙан ханы Сафа-Гәрәй, Мәскәү сәйәсәтенә ҡаршылыҡ күрһәтеү маҡсатында, башҡорт биләмәләренә Нуғай ханы кешеләрен күпләп саҡыра башлай. Былары, хан власына таянып, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының Кама, Ыҡ йылғалары буйындағы аҫаба ерҙәрендә үҙҙәрен хужаларса тота башлай, урындағы халыҡты ҡыйырһыта. Улар бындағы ерҙәрҙе үҙҙәренең көтөүлектәре итеп файҙалана. Тап шул осорҙа башҡорт-нуғай ҡапма-ҡаршылығы көсәйеп китә, мәҫәлән, бер риүәйәттә Ыҡ буйында йәшәгән юрмыйҙарҙың йылға аша нуғай нөкәрҙәре менән уҡтан атышыуы бәйән ителә. Әммә нуғай хакимлығы оҙаҡҡа бармай: 1552 йылда Ҡаҙан ханлығы Иван Грозный тарафынан тар-мар ителгәс, нуғайҙар үҙҙәрен элеккесә тота алмай инде. Тап шул ваҡиғаларҙан һуң көньяҡ һәм төньяҡ-көнбайыш башҡорттары, рус хакимлығын танып, Мәскәү ҡулы аҫтына инә. Шулай ҙа 1578 йылда нуғай баҫҡынсылары Кама буйында йәшәгән башҡорттарға тағы ла һөжүм итеп ҡарай. Ошо яу хаҡында бер тарихи сығанаҡта ошолай әйтелә: "...свершили набег ... по реке Каме на башкирдцы и на остяки Казанского уезда… И башкирдцы и остяки, собрався, иных побили…".
Байлар ырыуы башҡорттары ла ошо ваҡытта рус протекторатын ҡабул итә.
Улар һуңынан үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә раҫлау грамоталарын ала. Байлар олоҫо Бавлы ауылы башҡорттары шәжәрәһендә ошондай мәғлүмәт бар: "Царь Алексей Михайлович-хазрет дал, говорят, нашим предкам грамоту с тем, чтобы они удостоверились в том, что являются башкирами-вотчинниками. Сия грамота была дана нашим предкам по имени Ишбулат и Ильчентай…".
Байлар олоҫо башҡорттары батша хөкүмәте менән булған килешеүҙәрҙә раҫланған дөйөм башҡорт хоҡуҡтарының теүәл үтәлеүе, аҫаба ерҙәренең тейелгеһеҙлеге, дин-рух азатлығы хаҡына бер-бер артлы тоҡанып торған ихтилалдарҙа әүҙем ҡатнаша. Мәҫәлән, 1662-1664 йылдарҙағы ихтилал барышында, аманатҡа алынып, Минзәлә острогында тотолған башҡорттар исемлегендә "Байлярские волости, деревни Калмаш Игишко Беиков" теркәлгән, ә аҙаҡтан уға алмашҡа килергә тейешле "Игилик Чермышев", йәиһә уның улы, йә "Тогум Байгильдин" тигән кешеләрҙең исеме бар. Ул йылдарҙа байлар, башҡа башҡорттар менән бер рәттән, ике яҡтан ҡыҫымға алына: бер яҡтан ҡалмыҡтар һөжүм итһә, икенсе яҡтан уларға рус чиновниктары көн күрһәтмәй: "…только де им воровским людем жить на прежних своих кочевьях и их де побьют русские, а только де им отъехать в степь к калмыцким людям и их де калмыки всех похолопят и учнут держать в неволе…". Ошо ихтилал башҡорттар файҙаһына тамамлана, батша властары уларҙың талаптарын үтәргә һүҙ бирә. Тарихсы С.М. Соловьев былай тип яҙа: "…башкирцы прислали в Москву выборных, которые в приказе Казанского дворца перед боярином Юрием Долгоруким и перед дьяками дали шерть на Коране - от калмыков и ногайцев отстать, возвратиться тою же зимою в Уфимский уезд на прежние жилища, служить государю верою и правдою и отдать всех пленников и все пограбленное. По принесении шерти башкирские выборные видели великого государя очи, "аки пресветлое солнце", и получили жалованную грамоту".
1704-1711 йылдарҙағы башҡорт ихтилалының күренекле етәкселәре араһында Байлар олоҫонан Дөмәй Ишкәев һәм Ҡуразман батыр Уразов була. Һуңғыһы, оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, башҡорттарҙы 1735-1740 йылдарҙағы ихтилалға күтәреүселәрҙең береһе булып таныла.
Пугачев яуы осоронда байлар ырыуы башҡорто Туйхужа Мамыҡов уның полковниктарының береһе була, улы Шәфи Туйғузин менән билдәле башҡорт яу етәксеһе Ҡаранай Моратов отряды составында ихтилалға ҡушылып, Минзәлә һәм Алабуға ҡәлғәләренә һөжүм ойоштороуҙа ҡатнаша.
Байлар ырыуы башҡорттары араһынан уҡымышлы заттар, дин әһелдәре, мәғрифәтселәр сыға. Бәкчура хандың туранан-тура вариҫы, Ҡара Туймөхәммәт улы Абдрахман, Нәҡшбәндиә тәриҡәтенең билдәле суфый шәйехе дәрәжәһен алып, тирә-яҡта танылыу таба. Үҙе лә сығышы менән байларҙан булған билдәле башҡорт тарихсыһы Морат Рәмзи ошо хаҡта бына нисек яҙа: "Шейх 'Абд ар-Рахман ибн Туймухаммад ал-Бикчураи ат-Тайсугани родился в 1102 г. хиджры в селении Муртыш-Тамак, которое относится к городу Мензелинск вилайета Уфа. Расцвет своей молодости он потратил на приобретение знаний и когда достиг степени совершенства в этом, то согласно его способности и старанию, он был назначен преподавателем в селение Тайсуган, относящееся к городу Бугульма в вилайете Самара. Получило от него пользу множество народа, так что его ученики распространились на всем пространстве между Казанью и Оренбургом".
Морат Рәмзиҙең дә нәҫеле, Абдрахман шәйехтеке кеүек үк, тарихи шәхескә - Бәкчура хандың Абдулла-бәк исемле улына барып ялғана.
Байлар ырыуы башҡорттарының тағы ла бер арҙаҡлы нәҫеле билдәле - ул Байлар олоҫо Ҡалмаш түбәһенең Күҙәк ауылынан Солтановтар ғаиләһе. Ошо нәҫел башында торған Абдулйәлил Солтанов Башҡорт ғәскәрендә поручик чинын ала, хәрби хеҙмәттәре юғары баһаланып, нәҫелле дворянлыҡ дәрәжәһенә өлгәшә. Уның вариҫтары Мөхәмәтрәхим, Мөхәмәтшәриф, Мөхәмәтсадиҡ, Мөхәмәтлатиф һәм Шаһиморат Солтановтар 30 йыл дауамында XI, XII, XIX башҡорт кантондары начальниктары вазифаһын биләй. Ошо яугирҙар династияһына нигеҙ һалыусы Абдулйәлилдең бүләһе, поручик Мөхәмәдиәр Солтанов, отставкаға сыҡҡас, Ырымбур дини мосолман йыйылышының мөфтие булып китә.
Татарстан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы Аяз Ғиләжев (1928 - 2002) тә сығышы менән байлар ырыуы башҡорттарынан, һәм уның ошо хаҡта мәғлүмәтле булмауы мөмкин түгел - уның олатаһы хаҡында ошондай метрик яҙма һаҡланып ҡалған: "Мензелинского уезда Альмет-муллинской волости аулов Сарман и Муртыштамак башкир указной мулла Сахабеддин Гиляжеддин-оглы".

Арыҫлан ТАЙМАСОВ әҙерләне.
(Дауамы. Башы 22-се һанда).

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 332

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru