«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15  |  16 
Май
   17  |  18 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Кешене кеше иткән хеҙмәттең баһалары самалы булып китте түгелме бөгөн, нисек уйлайһығыҙ? Был һеҙҙең ғаиләлә йә туғандарығыҙ араһында сағылыш табамы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫ - БЕР БЫУАТЛЫҠ, ТАЛАПТАР ҒЫНА ЗАМАНСА
+  - 


2021 йыл башҡа бихисап сәйәси-мәҙәни саралар менән бер рәттән, башҡорт теленең дәүләт статусына эйә булыуына 100 йыл тулыу менән дә әһәмиәтле. Тарихтан мәғлүм булыуынса, башҡорт шәжәрәләре, метрика кенәгәләре ғәрәп графикаһында, йәғни иҫке төрки телендә яҙылған. Бөгөн дә милләттәштәребеҙҙең бер өлөшөнөң һөйләшендә ул һаҡланып ҡалған, әммә диалекттары бығаса рәсми танылмағанлыҡтан, улар "үзем- башҡорт, телем - татар" тип йөрөргә мәжбүр булды. Был хәл халыҡ иҫәбен алыуҙа ғына түгел, белем биреүҙә, матбуғат баҫмаларын нәшер итеүҙә бөгөн дә бихисап һорауҙар тыуҙыра. Редакциябыҙ ҡунағы, Башҡортостан Республикаһының Милли архивы директоры урынбаҫары, филология фәндәре кандидаты, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары Ниязбай СӘЛИМОВ менән тарих төпкөлөнән бөгөнгәсә осорҙо байҡайбыҙ.

Совет осоронда ижад ителгән "тарих" буйынса, башҡорттар бары тик революциянан һуң ғына уҡырға, яҙырға өйрәнгән, имеш. Әммә бөгөн архивтарҙа һаҡланған документтар бының киреһен раҫлай һәм әгәр башҡорт теле булмаһа, шәжәрәләр, башҡа яҙма сығанаҡтар беҙгә нисек килеп еткән булыр ине һуң?

- Минең фәнни етәксем, филология фәндәре докторы, профессор Рәйсә Халиҡ ҡыҙы Халиҡованың башҡорт тел ғилеме буйынса хеҙмәттәре бик күп. Ул, Раил Кузеев кеүек, шәжәрә һәм дәүләт акттарының телен өйрәнгән ҙур ғалимә. Заманында Мәскәүҙә уҡып ҡайтҡан бик мәғлүмәтле, тәрән ғилемле телсе ине ул. Рәйсә Хәлил ҡыҙының әйткәндәре һаман да иҫемдә: беҙҙең телебеҙ борондан килә, уның йылъяҙмаһы - милләтебеҙ тарихы менән бәрәбәр. Башҡорт халҡы 1917 йылдан һуң ғына уҡырға, яҙырға өйрәнгән, тигән фекер - торғаны бер әкиәт! Революцияға ҡәҙәр ҙә башҡорт халҡы уҡый ҙа, яҙа ла белгән. Батша Рәсәйе ваҡытында уҡ башҡорттар Санкт-Петербургта, Мәскәүҙә, хатта сит илдәрҙә лә белем алған - был хаҡта архив документтары асыҡ һөйләй.
Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: башҡорт ырыуҙарының Рус дәүләте составына инеүе тураһында фәҡәт шәжәрәләр һөйләй (башҡа төрлө документтар юҡ). Улар беҙгә бик мөһим тарихи мәғлүмәтте ата-бабалар телендә - иҫке төрки телендә еткерә. Ата-бабаларыбыҙ лөғәте, йәғни иҫке төрки теле элементтары хәҙерге көнгәсә башҡорт һөйләштәрендә һаҡланып ҡалған: мәҫәлән, төньяҡ-көнсығыш башҡорттары жиләккә жәйәү барҙым тип һөйҙәй, Дим буйы, Ырғыҙ буйы башҡорттары ҫыуҫаным, ҫыу бирегеҙ әле, ти. Ҡатайҙарҙы, табындарҙы - анта, мынта, тегентә тиеүенән танырға була. Иң ҡыҙыҡ һәм үҙенсәлекле күренеш - ул да булһа, республикабыҙҙың урта өлөшөндә йәшәгән халыҡ (табын ҡәбиләһе вәкилдәре) менән бөгөн республиканың төньяҡ-көнбайышында йәшәгән башҡорттар һөйләшендәге уртаҡ морфологик аффикстар. Мәҫәлән: беҙ аттар килә, тимәйбеҙ, атлар килә, тип һөйләйбеҙ. Әҙәби тел буйынса малайҙар, ҡыҙҙар тип яҙырға тейешбеҙ, әммә һөйләгәндә малайлар, ҡыҙлар, тибеҙ. Ошо -лар, -ләр ялғауы әҙәби тел ҡабул ителгәндә лә билдәле булған. Был турала мин күп яҙғаным, сығыш яһағаным булды: башҡорт нисек һөйләй - шулай яҙырға тейеш.
Башҡорт теле лексикаһына һәм грамматикаһына 70-80 йыл эсендә ни бары дүрт тапҡыр үҙгәреш һәм асыҡлыҡ индерелгән. Ә бит тел даими үҫә, байыға. Әҙәби телгә яңынан-яңы һүҙҙәр кереп тора. Тик башҡа телдәрҙән үҙләштерелгән терминдарҙың күбеһе туған телебеҙҙең бәҫен ебәрә, саф башҡорт теленең һутын юҡҡа сығара... Радио-телевидение һәм гәзит-журналдар теле ошо әрһеҙ инглиз терминдары менән йылдан-йыл сыбарлана бара - шуныһы әсендерә.

Хәҙерге заманда башҡорт теле тигәндә әҙәби телде генә күҙ алдына килтерәбеҙ һәм шунлыҡтан үҙебеҙ ултырған ботаҡҡа үҙебеҙ балта сабабыҙ кеүек. Тарихи документтар буйынса, әҙәби тел ҡабул ителгәнгә тиклем үк башҡорт теленә дәүләт теле статусы биреү, уны рус теле менән бер рәттән уҡытыу тураһында мәсьәлә күтәрелә. Әйҙәгеҙ, булмаһа, тағы бер ошо тарихҡа байҡау яһап, хәтерҙе яңыртып үтәйек.

- Ысынлап та, 1917 йылдың 20-27 июлендә Ырымбурҙа үткән I Бөтөн башҡорт съезында тәүләп башҡорт телен мәктәптәрҙә урыҫ теле менән бер ҡатар уҡытыу кәрәклеге хаҡында ҡарар ҡабул ителә. Әгәр башҡорт әҙәби теле булмаған икән, уны уҡытыу тураһында һүҙ булыр инеме? Әммә был уй-ниәтте ғәмәлгә ашырыу ғына оҙаҡҡа һуҙыла. Бары тик Башҡортостан автономияһы төҙөлгәс кенә башҡорт теле мәсьәләһенә иғтибар көсәйә. 1919 йылдың 3 декабрендә Башревком Юстиция буйынса халыҡ комиссариатына республика биләмәһендә дәүләт телен индереү хаҡында шартнамә эшләргә фарман бирә.
1920 йылдың мартында Башревком ултырышында Юстиция буйынса халыҡ комиссариатының башҡорт телен дәүләт теле сифатында ғәмәлгә ашырыу тураһындағы доклады тыңлана, башҡорт теленең статусын билдәләү буйынса тейешле документтар әҙерләү бурысы йөкмәтелгән комиссия төҙөлә.
Артабан ошо уҡ айҙа комиссияның эш йомғаҡтары буйынса Башҡортостан биләмәһендә башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итеү хаҡында шартнамәне раҫлаған ҡарар ҡабул ителә. Ләкин тиҙҙән Башревком тарҡатылыу сәбәпле, был ҡарар ҙа бойомға ашмай ҡала.
Ниһайәт, 1921 йылдың 6 июнендә Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы башҡорт телен урыҫ теле менән бер ҡатар дәүләт теле тип иғлан итеү һәм уларҙы учреждениеларҙағы эш ҡағыҙҙарында ҡулланыу тураһында ҡарар ҡабул итә. Был тарихи документҡа Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты Президиумы рәйесе Шәһит Хоҙайбирҙин һәм сәркәтибе Әтфиғолов ҡул ҡуя. Ҡарар республика ойошмалары, предприятиелары һәм ойошмаларына барлыҡ эш ҡағыҙҙарын ике телдә алып барыуҙы йөкмәтә, Халыҡ мәғарифы комиссариатына кәнсәләр хеҙмәткәрҙәрен башҡорт теленә өйрәтеү буйынса курстар асыу һәм башҡа бурыстарҙы ғәмәлгә ашырыу эштәре ҡушыла.
Тел өлкәһендә эш артабан да туҡталып ҡалмай, ул эҙмә-эҙлекле дауам итә. Бер йылдан һуң, 27 июндә РКП(б)-ның Башҡортостан өлкә комитеты пленумы, урыҫ теле менән башҡорт телен дәүләт телдәре булараҡ танып, туған телде республиканың барлыҡ уҡыу йорттарында ла өйрәнеү хаҡында ҡарар сығара. Июлдә иһә Советтарҙың II Бөтөн башҡорт съезы был ҡарарҙы юридик йәһәттән нығытып ҡуя: "дәүләт төҙөлөшөндә башҡорт ярлыларының ҡатнашыуын еңеләйтеү маҡсатында, башҡорт телен урыҫ теле менән бер нәүбәттә дәүләт теле тип танырға". Шулай итеп, ҡатмарлы һәм оҙайлы юл үтеп, башҡорт теле дәүләт статусына эйә була.
Шул уҡ йылдың сентябрендә БАССР-ҙың Халыҡ Комиссарҙары Комитеты дәүләт телдәрен республика учреждениеларында ҡулланыу хаҡында инструкцияны халыҡ
ҡа еткерә. Унда, атап әйткәндә, "кантондарҙа, өйәҙҙәрҙә урындағы халыҡтың күпселеге ниндәй телдә һөйләшә, эш ҡағыҙҙары шул телдә алып барылырға тейеш" тип әйтелә.
1921-1922 йылдарҙа Башҡортостандың Үҙәк Башҡарма Комитеты рәйесе һәм РКП(б)-ның Башҡортостан Өлкә Комитеты секретары вазифаларын башҡарған, 1924 йылда иһә БАССР Халыҡ Комиссарҙары Советы рәйесе булып эшләгән Шәһит Хоҙайбирҙин төбәктә аслыҡ хөкөм һөргән ваҡытта, сәйәси-ижтимағи һәм социаль-иҡтисади йәһәттән үтә ҡатмарлы шарттарҙа, башҡорт теленең яҙмышын ыңғай яҡҡа бороп ебәреүгә ғәйәт ҙур көс һала. Уның етәкселегендә башҡорт әҙәби теле нормаларын булдырыу һәм, республиканың дәүләт теле булараҡ, уны дәүләт органдарында, йәғни эш ҡағыҙҙарында ҡулланыу буйынса эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Был йылдарҙа әҙәби башҡорт теленең ҡулланыу даирәһен киңәйтеүгә йүнәлтелгән байтаҡ фарман ҡабул ителә. 1923 йылда Шәһит Хоҙайбирҙинды Башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу комиссияһы рәйесе итеп тәғәйенләп ҡуялар. Әммә ул осорҙа Академик үҙәк хеҙмәткәрҙәренең бәғзеләре, башҡорт әҙәби теле татар теленә бик яҡын булмаһын, тигән сәйәсәт алып бара. Һөҙөмтәлә республиканың төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының тел үҙенсәлектәре әҙәби телдә сағылыш тапмай. Ахырҙа, Бәләкәй Башҡортостан биләмәһендә йәшәгән башҡорттарҙың ҡыуаҡан һөйләше генә башҡорт әҙәби теленә нигеҙ итеп алына. 1922 йылда Өфө губернаһы менән Бәләкәй Башҡортостан ҡушылып, Оло Башҡортостан барлыҡҡа килгәс, башҡорт әҙәби теле үҙгәрешһеҙ ҡала. Пермь, Бөрө, Бәләбәй өйәҙҙәрендә йәшәгән бик күп башҡорттарҙың һөйләше, йәғни теле башҡорт әҙәби телендә сағылыш тапмай. Нәҡ ошо сәбәп арҡаһында "с" өнөн ҡушып һөйләшкән йөҙәр меңләгән милләттәшебеҙ тора-бара "татар" булып китә һәм, йылдар үткәс, "баш калам - Казан", "туган телем - татар" тип мәктәптә белем ала башлай.

Шул замандарҙа уҡ был проблема хаҡында белгәндәрҙер бит? Уны төҙәтеү буйынса ниндәйҙер аҙымдар яһалғанмы?

- 1924 йылда билдәле дәүләт эшмәкәре Ш. Хоҙайбирҙин "Башҡортостан хәбәрҙәре" гәзитендә "Нисек яҙырға?" тигән мәҡәлә баҫтыра һәм, ни өсөн Оло Башҡортостан биләмәһенең төньяҡ-көнбайыш райондарында йәшәгән халыҡтарҙың тел үҙенсәлектәре беҙҙең әҙәби телгә нигеҙ итеп алынмаған, тигәнерәк һорау ҡуя. Пермь крайында йәшәгән башҡорттар, төньяҡ-көнбайыш ырыуҙарының һәммәһенең дә теле ошо башҡорт әҙәби теле нигеҙенә индерелергә тейеш, тип яҙа ул. Әммә Петроградты һаҡлағанда алған яраһы аҙып китәме, организмы әүҙем эшмәкәрлекте күтәрә алмаймы, йә иһә башҡа сәбәп буламы - 1924 йылдың ноябрендә уны Мәскәү дауаханаһына оҙаталар. Декабрҙә иһә башҡорт әҙәби теле, уның дәүләт статусы өсөн йәнен аямай көрәшкән, башҡорт журналистикаһына, башҡорт архивы эшенә нигеҙ һалған оло шәхесебеҙ кинәт вафат була... Был аяныслы хәлдең сәбәптәре күптәрҙә һаман да һорау тыуҙыра.
Тарихтан мәғлүм: Башҡортостан йәшәһен тип йән атҡан байтаҡ арҙаҡлы шәхестәребеҙҙе уҙған быуаттың 20-30-сы йылдарында Мәскәү кимәленә эшкә "үрләтәләр". Ләкин уларҙың береһе лә Башҡортостанға кире әйләнеп ҡайта алмай. Ошо осорҙа, илдә сәйәси золом киң ҡолас алғанда, илем, тыуған ерем, туған телем тип янып-көйөп йәшәгән рухлы зыялыларҙың башын ашайҙар. Әгәр Шәһит Хоҙайбирҙин йәшләй вафат булмаһа, иманым камил, Башҡорт телен ғәмәлгә ашырыу комиссияһы рәйесе булараҡ, ул әҙәби телебеҙҙе тейешенсә формалаштырыу эшен ослап ҡуйыр ине! Икенсе төрлө әйткәндә, көньяҡ һәм көнсығыш диалекттар менән бер нәүбәттә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары теле лә, һис шикһеҙ, әҙәби телгә нигеҙ итеп алыныр ине. Ҡыҙғаныс...
Ҡыҫҡаһы, уҙған быуаттың 20-се йылдарында с менән ч хәрефтәре тирәһендә барған бәхәс сәйәси төҫ ала. Әйтерһең дә, башҡорт телендә был өндәр бөтөнләй булмаған! Ни өсөн һуң Салауат тигән исемдә с хәрефе үҙгәрмәгән, уны ла Ҫалауат, Сәкинәне Ҫәкинә, сәйҙе ҫәй, самауырҙы ҫамауыр тип әйтергә кәрәк булған түгелме? Ҡабатлап әйтәм: з, с, ч хәрефтәре боронғо шәжәрә телендә әүҙем ҡулланылған, улар башҡорт теленең ят түгел, ә үҙ өндәре!

Һәр яҡшы нәмә - ул онотолған иҫке күренеш, тип юҡҡа әйтмәйҙәр бит. Бөгөн беҙ ҡасандыр онотолорға мәжбүр ителгән хәҡиҡәтте тергеҙергә тырышабыҙ...

- Әйткәндәй, 1917 йылдарҙа ҡабул ителгән ҡарар-фекерҙәр бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған. 1923 йылдың декабрендә партияның Башҡортостан өлкә комитеты президиумы ултырышында башҡорт теленең дәүләт статусын эш ҡағыҙҙарында ғына түгел, матбуғат, нәшриәт, мәғариф һәм сәнғәт өлкәләрендә лә ғәмәлгә ашырыу мәсьәләһе тикшерелә. 1924 йылдың 9 авгусында Башҡортостан Үҙәк Башҡарма Комитеты хөкүмәт ҡарарҙарын мотлаҡ ике дәүләт телендә - башҡорт һәм урыҫ телдәрендә - нәшер итеү хаҡында ҡарар ҡабул итә. Был документ республикабыҙҙа башҡорт теленең дәүләт статусын раҫлауҙа мөһим аҙым була. Республикабыҙҙың 1925 йылда ҡабул ителгән тәүге Конституцияһы башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итә. Башҡортостан автономияһының төп законында, атап әйткәндә, башҡорт телен съезд, йыйылыш, суд эштәрендә, идара итеүҙә, ижтимағи тормошта, мәктәптә белем биреүҙә ҡулланыу хаҡында әйтелә. Үкенескә күрә, уҙған быуаттың 30-сы йылдарында тел өлкәһендәге сәйәсәт үҙгәрә башлай: 1937 һәм 1978 йылдарҙа ҡабул ителгән республика конституцияларында башҡорт теленең рәсми статусы нығытылмай. Сәбебе аңлашылалыр: милләтселектә һәм башҡа сәбәптәр буйынса ғәйепләнеп, күп яҙыусылар һәм ғалимдарҙың ғүмерҙәре ҡыйыла.

Нисек кенә булмаһын, башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәндән һуң артабанғы йылдарҙа Башҡортостанда төп милләт теленә иғтибар кәмемәй: гәзит-журналдар, китаптар туған телдә нәшер ителә, башҡорт теле мәктәптәрҙә уҡытыла, радио аша яңғырап тора. Ләкин рәсми даирәлә уны ҡулланыу онотола...

- 1993 йылда ҡабул ителгән Төп Законда ла башҡорт теленең статусы хаҡында бер ни ҙә әйтелмәй, шул уҡ ваҡытта республика Президенты вазифаһына дәғүә итеүсенең мотлаҡ башҡорт телен белеүе тәҡрарлана. Хәйер, уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ дәүләт теле исемен алған башҡорт теленән был статусты бер кем дә мәхрүм итмәгән. Сөнки был тел - республикаға исем биргән төп халыҡтың, йәғни аҫаба милләттең туған теле. Башҡорт теле дәүләт теле булып иң беренсе Конституцияға индерелеп, артабанғы йылдарҙа сәйәси сәбәптәр арҡаһында төшөрөп ҡалдырылһа ла, 1999 йылда ҡабул ителгән "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында" Закон, уҙған быуаттың 20-се йылдарында уҡ республика халыҡтары телдәренә ҡарата билдәләнгән хоҡуҡтарҙы раҫлап, башҡорт һәм урыҫ телдәрен дәүләт телдәре тип иғлан итте. Шулай уҡ 2002 йылда яңы редакцияла ҡабул ителгән республиканың Төп Законы туған телебеҙҙең статусын урыҫ теле менән бер ҡатар нығытып ҡуйҙы.
Иң мөһиме - тәүге Башҡортостан Хөкүмәте сығарған ҡарарҙарҙы, документтарҙы бер кем дә ғәмәлдән сығармаған, хатта башҡорт теленең юридик көсө быуаттан ашыу инде Башҡортостан тигән исемдә лә сағылыш таба. Башҡортостан - ул башҡорт иле, башҡорттар йәшәгән төбәк, башҡорт теленең ҡулланылыу урыны тигәнде аңлата. Башҡортостан тигәндә башҡорттоң барлыҡ булмышы, тарихы һәм бөгөнгөһө сағылыш таба, уның дәүләт кимәлендәге туған теле бар икәнлеген аңлата.

Башҡорт теле, башҡорт телен һаҡлау, уны уҡытыу, үҫтереү, ҡулланыу даирәһен киңәйтеү мәсьәләләре бер ваҡытта ла көнүҙәк булыуҙан туҡтағаны юҡ, шикелле...

- Уҙған быуаттың 60-сы йылдарында башҡорттар саҡ баш ҡалҡыта башланы һәм шуларҙың береһе - төньяҡ-көнсығыш вәкиле, башҡорт теле өсөн йәнен фиҙа ҡылған күренекле ғалим Таһир Байышев була. Ул да, йәне әсеп, Шәһит Хоҙайбирҙинды борсоған мәсьәләләрҙе күтәрә, төплө ғилми тикшеренеүҙәр алып бара, башҡорт теле диалекттары буйынса диссертация яҡлай. Башҡорт әҙәби телендә төньяҡ-көнбайыш диалектының сағылыш тапмауына ризаһыҙлыҡ белдереп, КПСС-тың Өлкә Комитетына мөрәжәғәт итә. Әммә тейешле яуап алмағас, тота ла Мәскәүгә, КПСС Үҙәк Комитетына хат яҙа. Ни өсөн һаман да төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының теле иҫәпкә алынмай, тип мәсьәләне ҡабырғаһы менән ҡуя. Ул төбәк өсөн айырым тел булдырыу, башҡорттарҙы көсләп ассимиляциялаштырыу, башҡорттар, бигерәк тә төньяҡ-көнбайыш башҡорттары араһынан милли кадрҙарҙы үҫтереү, Союздың башҡа төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар тураһында хәстәрлек күреү кеүек ҡырҡыу мәсьәләләрҙе күтәрә. Хат, әлбиттә, Башҡортостан Өлкә Комитетына төшөрөлә. Өлкә Комитет Таһир Байышевтың был мөрәжәғәтен ялыу тип баһалай - хатты тикшереүҙе бюро ултырышына ҡуялар. БР Милли архивында ошо бюро ултырышының протоколы һаҡлана. Әлбиттә, ул заман рухына ярашлы, барыһы ла Таһир Байышевты ғәйепләй, власҡа ярамһаҡланыусылар ҙа, өҫтән төшкән күрһәтмә буйынса сығыш яһаусылар ҙа була. Был хаҡта Байышев "минең гражданлыҡ хоҡуҡтарымды аяҡ аҫтына һалып тапанығыҙ" тип белдерә. Заманында тел, ил, милләт тип янған көслө рухлы телсе-ғалим Таһир Байышевтың хеҙмәттәре һәм уй-фекерҙәре бөгөн дә актуаллеген юғалтмаған.

Ысынлап та, әүәл башҡорт әҙәби теленә генә иғтибар биреп, уның диалекттарына бөтөнләй диҡҡәт ителмәгән. Ошо арҡала иҫке төрки теленә яҡын телдә һөйләшкән милләттәштәребеҙҙе үҙебеҙ үк ситкә тибәрҙек булып сыға түгелме?

- Һуңғы йылдарҙа республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш төбәгендә йәшәгән милләттәштәребеҙҙең яҙмышына, атап әйткәндә, уларҙың теленә диҡҡәт ителеүе һөйөнөслө хәл. Шул уҡ ваҡытта күршеләребеҙҙең был хәлгә ныҡ көйөнөүе лә беҙгә мәғлүм. Ниндәйҙер кимәлдә бөгөн сәйәси төҫкә мансыла барған был ҡырҡыу мәсьәлә хаҡында байтаҡ йылдар элек шәхсән миңә, шул төбәк райондарында нәшер ителгән гәзиттәрҙең мөхәррирҙәре кәңәшмәһендә ҡатнашып, үҙ фекерҙәрем менән уртаҡлашырға насип булғайны. Журналистар ҡоронда беҙҙең тарафтан, айырым мәҡәләләрҙе, гәзит уҡыусыларҙың хаттарын һәм ижад емештәрен диалект телендә, йәғни урындағы туған телдә бирергә кәрәк, тигән тәҡдим әйтелгәйне. Был, беренсенән, төбәк теленең башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалекты икәнлеген таныу тип ҡабул ителһә, икенсенән, диалект һүҙҙәре башҡорт әҙәби теленең лексик байлығын арттырыуға булышлыҡ итер ине. Бер килке эш ошо юҫыҡта һәйбәт кенә барҙы, әммә… Беҙҙә бит күп ваҡыт изге эштәр йә ярты юлда туҡтап ҡуя (дөрөҫөрәге, туҡтатып ҡуйыла), йә бөтөнләй төбө-тамыры менән юҡҡа сығарыла. Күпме халыҡты һөйөндөрөп, даими нәшер ителеп килгән төньяҡ-көнбайыштағы башҡортса төбәк гәзиттәре хәҙер ҡайҙа? Төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының телен юғары кимәлгә күтәреүгә булышлыҡ иткән, уларҙың милли рухына яңы һулыш өҫтәгән гәзиттәрҙе (төп район гәзитенең ҡушымтаһы рәүешендә булһа ла) мотлаҡ тергеҙергә һәм башҡорт әҙәби телен байытыу, ошо төбәктәрҙең асылын һаҡлап ҡалыу өсөн шул телдә айырым мәҡәләләр, шиғырҙар, хикәйәләр баҫтырырға тейешбеҙ. Республиканың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары буйынса агентлығы элек ебәрелгән хатаны төҙәтер, ә был йәһәттән Бөтөн донъя башҡорттары ҡоролтайының Башҡарма комитеты ярҙам ҡулы һуҙыр, тип ышанайыҡ.

Һеҙ - оҙаҡ йылдар Башҡортостан Республикаһының Терминология хеҙмәте етәксеһе урынбаҫары ла. Был хеҙмәт башҡорт әҙәби телен генә түгел, уның диалекттарын да һаҡлау һәм яҡлау буйынса шөғөлләнергә тейештер, моғайын. Ғөмүмән, Терминология хеҙмәтенең идеаль эшмәкәрлеге ниндәй булырға тейеш?

- Башҡорт тарихы йылында, башҡорт әҙәби теленә дәүләт статусы бирелеүгә 100 йыл тулыу айҡанлы, туған телебеҙ өлкәһендә ҙурыраҡ кимәлдә эштәр тормошҡа ашырылырға, төрлө фәнни-ғәмәли конференциялар, маҡсатлы саралар үткәрелергә тейеш. Иң мөһим бурыс - әҙәби телебеҙҙең торошона һәм уны артабан үҫтереүгә арналған Бөтөн Рәсәй ғилми-ғәмәли конференцияһын үткәрергә кәрәк, тип иҫәпләйем.
Ғөмүмән, Терминология хеҙмәтенең эшмәкәрлеге киң ҡырлы: ул телебеҙҙең лексик ҡатламына ниндәй терминдар килеп кереүен даими күҙәтеп барырға, урам, ойошма исемдәренең, йәғни алтаҡталарҙың дөрөҫ яҙылышын контролдә тоторға, гәзит-журнал, радио һәм телевидение теленә лә диҡҡәт итергә бурыслы. Беҙҙең бурыс - төрлө даирәлә ҡулланылған туған телебеҙҙең сафлығын һаҡлауға ирешеү.
Ләкин шуныһы бәкәлгә һуға: тәржемә эшендә үҙешмәкәрлек менән шөғөлләнһәк, алтаҡталарҙағы хаталар ғүмерҙә лә бөтмәйәсәк. Әйтәйек, күп ҡала һәм райондарҙа, нигеҙҙә, мәктәпкә мөрәжәғәт итәләр, ундағы башҡорт теле уҡытыусыһы тиҙ генә тәржемә эшләп бирә. Редакцияларҙа ла тәржемә менән булалар, йәғни был яуаплы эш менән кем тура килә - шул шөғөлләнә. Республикала Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты, Башҡортостан Фәндәр академияһы бар, беҙҙеңсә, уларҙың икеһенең береһе ҡарамағында Тәржемә үҙәген ойоштороу - күптән өлгөрөп еткән мәсьәлә. Заманында бындай үҙәкте Әхтәр Боҫҡонов ойошторғайны, әммә уның эше туҡталып ҡалды. Ошондай төп ойошма булмай тороп, тел һәм тәржемә өлкәһендәге эшебеҙ тейешенсә бармаясаҡ. Кәмендә биш белгес-телсенән торған махсус ойошма даими эш башҡарып, Терминология хеҙмәтенә ҡарау һәм раҫлау өсөн термин-һүҙҙәр исемлеген тапшырырға тейеш. Эште ошолай Хөкүмәт кимәлендә ойошторғанда ғына туған телебеҙҙә даими осрап торған хаталарҙан арына аласаҡбыҙ.

Шулай итеп...
"Бөгөн уҡытыусылар, табиптар, башҡа белгестәр белемен даими рәүештә камиллаштырып тора. Ә ни өсөн телебеҙ һағында торған телселәрҙең, башҡорт теленең байлығын ҡурсалаусылар - район-ҡала гәзиттәре, журнал мөхәррирҙәре, радио-телевидение журналистары, район-ҡала хакимиәттәре ҡарамағындағы дәүләт телдәрен тормошҡа ашырыу буйынса комиссияларҙың яуаплы хеҙмәткәрҙәре өсөн бындай курстар юҡ? Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһында шундай махсус курстар ойоштороу мотлаҡ. Бындай тәҡдимдәр күптән әйтелә килә, әммә ни сәбәптәндер һаманғаса хәл ителмәй", - тип тә борсолоуын белдерҙе телсе-ғалим Ниязбай Булатбай улы Сәлимов. Ысынлап та, бөгөн тел һағында тороусыларға заман яңы талаптар ҡуя, әммә талап итер алдынан уларға был белемде һалырға һәм һәр аҙымыңды заман менән бергә баҫып өйрәтергә, ә бының өсөн ныҡлы нигеҙ булдырырға кәрәк.

Зәйтүнә ӘЙЛЕ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 359

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru