«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТИМЕР ЮЛЫНДА ЛА ЮЛ ҠАҒИҘӘЛӘРЕН ТЕҮӘЛ ҮТӘ!
+  - 

Куйбышев тимер юлдары 2021 йылда Башҡортостан төбәгендә урынлашҡан тимер юлы үткәүелдәрендә теркәлгән юл-транспорт фажиғәләренең артыуын билдәләй.

Ағымдағы йылдың башынан алып үткәүелдәрҙә 5 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Былтырғы йыл менән сағыштырғанда, был 4 осраҡҡа күберәк. Аварияларҙың бөтә осрағы ла еңел автомобиль водителдәренең юл ҡағиҙәләрен инҡар итеүе, уларҙы тупаҫ боҙоуы һөҙөмтәһендә эшләнгән.
Мәҫәлән, 2021 йылдың 5 мартында Ҡарламан - Приуралье перегонындағы юл-транспорт һәләкәте 2 кешенең ғүмере өҙөлөүгә килтерҙе. Был осраҡта ла еңел автомобиль йөрөтөүсе, юл ҡағиҙәһен тупаҫ рәүештә боҙоп, тимер юл үткәүеленә яҡынлашып килгән поезд алдына сыға. Поезд машинисының составты туҡтатырға тырышып тормозға баҫыуы ыңғай һөҙөмтә бирмәй - машина менән поезд араһы үтә лә яҡын булыуы арҡаһында бәрелеш ҡотолғоһоҙ була. Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе һәм пассажир үлемесле яралана, тағы ла бер пассажир ауыр тән яралары менән район дауаханаһына оҙатыла. Водителдең ашығыуы һәм юл ҡағиҙәләрен һанға һуҡмауы ике кешенең ғүмерен ҡыя. Тимер юлы үткәүелдәрендә авариялар булдырмау һәм юл хәрәкәтен хәүефһеҙ итеү маҡсатында Куйбышев тимер юлы хеҙмәткәрҙәре комплекслы эштәр алып бара. Атап әйткәндә, даими рәүештә тимер юлы үткәүелдәренең техник торошон тикшерә, йүнәтә, модернизациялай. Шулай уҡ яҡтыртыу, юл билдәләренең, сигнализация механизмының һәр ваҡыт эшләүен һәм булыуын контролдә тота.
2021 йылда Куйбышев тимер юлының 7 тимер юлы үткәүелендә капиталь ремонт эштәре башҡарыу планлаштырылған, шуларҙың 6-да заманса ҡаплау нығытмалары ҡуйыласаҡ һәм 5 тимер юлы үткәүелендә техник йүнәтеү эштәре атҡарыласаҡ. Техник саралар менән бер рәттән, тимер юлсылары тарафынан мәғлүмәти-аңлатыу эштәре алып барыла. Шулай уҡ тимер юлы үткәүелдәрендә водителдәрҙең иғтибарын юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүгә саҡырып, даими рәүештә акциялар уҙғарыла. Акция ваҡытында еңел автомобиль хужалары менән аңлатыу эштәре алып барыла, уларға тематик белешмәләр һәм сувенирҙар таратыла.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, водителдәр тарафынан юл ҡағиҙәләрен боҙоу осраҡтары кәмемәй. Мәҫәлән, ағымдағы йылдың башынан алып Куйбышев тимер юлы үткәүелдәрендә автотранспорт водителдәренең юл ҡағиҙәһен боҙоуының 100-ҙән ашыу осрағы теркәлгән. Уларҙың һәр ҡайһыһы юл-транспорт фажиғәһе менән тамамланырға мөмкин булыуын онотмаһалар ине.

Әйткәндәй, 2021 йылдың майынан башлап, тимер юлы үткәүеле аша үткәндә юл ҡағиҙәһен боҙған өсөн һалынған штраф күләме 5000 һум тәшкил итә. Элек был сумма 1000 һум ине. Шулай уҡ әлеге штрафты 50 процент күләмендәге ташлама менән түләү мөмкинлеге лә юҡ. Тағы ла бындай осраҡта юл ҡағиҙәһен боҙоусы 3 айҙан 6 айға тиклем водитель танытмаһы менән хушлашырға мөмкин. Әгәр ҙә тәртип боҙоу ҡабатланһа, 1 йылға машина йөрөтөү хоҡуғынан мәхрүм итеүҙәре лә бар. Тимер юлсылар юл-транспорт ваҡиғаларын булдырмау өсөн күп эштәр атҡара, ләкин был өлкәләге киҫкен хәлдәрҙе водителдәрҙең юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәүе, уларҙың һәм поезд бригадаларының - ике яҡтың да пассажирҙарҙың ғүмеренә һәм һаулығына битараф булмауҙары ғына үҙгәртә аласаҡ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 11.06.21 | Ҡаралған: 347

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru