«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
КӨРӘШ БАРМЫ?
+  - 


Беҙҙең милли көрәш киләсәктә Башҡортостан брендына әйләнә, башҡортҡа ғына хас спорт төрө булып үҫешә аласаҡмы? Ошо һорауҙы баш ҡаланың "Ватан" паркында үткән көрәш буйынса асыҡ турнирға йыйылған көрәш белгестәренә бирҙек.

Заһит СОЛТАҠАЕВ, көрәш буйынса Бөтә Рәсәй категорияһына эйә судья, юғары категориялы тренер-уҡытыусы:
Беҙҙең милли көрәштә Европа чемпиондары ла, Рәсәй еңеүселәре лә, Халыҡ-ара кластағы спорт мастеры булғандар ҙа бар. Йәғни, был спорт төрөндә спортсыларыбыҙ яҡшы уҡ үҫешкән, тип әйтмәксемен. Милли көрәш әле документаль раҫланмаһа ла, ул инде күптән беҙҙең Башҡортостандың бренды. 2013 йылдан алып шул уҡ самбо, грек-рим көрәше һәм башҡалар кеүек үк, РФ Спорт министрлығында спорт төрө булараҡ реестрға ингән. Оҙаҡламай Олимпия уйындарына ла керер, тип уйлайым.
Көрәш - башҡорт халҡының борондан килгән милли спорт төрө. Бик ғәййәр, таҫыл ир-егеттәр генә көрәшсе була ала. Шул уҡ ваҡытта ул хәүефле спорт та. Келәмгә сыҡҡан көрәшселәр бер-береһен ихтирам итергә, көрәш ҡағиҙәләрен теүәл үтәргә тейеш. Уның ниндәй ҡағиҙәһе бар, тиерһегеҙ. Кем көслө - шул еңә. Башҡорт көрәше хәйләгә түгел, ә көскә, таҫылға нигеҙләнә. Билдәле мәғрифәтсе Мөхәммәтсәлим Өмөтбаев көрәш хаҡында бына нимә тигән: "Башҡорт көрәшенең ике ысулы бар: көрәштәште күтәреү һәм күкрәккә һалып, аҙыраҡ эйелгән килеш аяҡ аҫтына йәки ситкә ташлау. Былар бик тиҙ эшләнә, ә башҡа ысулдар иҫәпкә алынмай һәм приз алырға хоҡуҡ бирмәй", - тип яҙған ул. Һәм бөгөн дә беҙ мөмкин тиклем көрәштең боронғолоғон, халыҡсан талаптарын һаҡларға тырышабыҙ.

Нурулла ХИСМӘТУЛЛИН, СССР-ҙың спорт мастеры, Башҡортостандың көрәш буйынса тәүге спорт мастеры: Мин бөгөн һикһәнгә еткән көрәшсе. Был шөғөлгә һуңыраҡ килдем, мәктәпте тамамлап, Салауат ҡалаһында кәсепселек училищеһында уҡығанда көрәшә башланым. Үзбәкстандың спартакиада чемпионы, СССР-ҙың хәрби көстәре призеры, Үҙәк советтың биш йыл рәттән призеры булдым. Башта ирекле көрәш менән шөғөлләнһәм, аҙаҡ милли көрәшкә күстем. Физкультура техникумында, Стәрлетамаҡ институтында көрәш буйынса студенттарҙы тәрбиәләнем. Бында минең уҡыусыларым күп. Шул егеттәрем менән бик тә ғорурланам, уларҙың уңыштарын күҙәтеп барам.
Советтар Союзы ваҡытында көрәш спорты илде шаулата ине. Унан ул һүлпәнәйҙе һәм спортсыларға ла иғтибар булмай башланы. Мәшһүр көрәшсе, СССР-ҙың атҡаҙанған тренеры, профессор Харис Йосопов та Башҡортостандан билдәле сәбәптәр арҡаһында китте һәм уға был яҡҡа юл бикле булды. Ә ниндәй данлыҡлы батыры ине ул башҡорттоң! Ниндәй еңеүҙәр яуланы! Союздың йыйылма командаһын тәрбиәләне, Союз, Рәсәй, Олимпиада чемпиондарын үҫтерҙе.
Элек һәр уҡыу йортоноң, һәр заводтың, һәр коллективтың спортсылары булды һәм көрәш иң үҙәктә ине. Башҡортостан чемпионаты дүртәр көн барҙы, илдәге турнирҙар берәр аҙналап үтте. Хәҙер бөтөн был саралар бер, хатта ярты көндә тамамлана. Боронғо һабантуйҙарҙы хәтерләһәң, һөйләп бөтөрлөк түгел. Егермешәр саҡрымды йәйәү килеп көрәшә ине батырҙар. Ауырлыҡ үлсәме юҡ, күҙ самаһы менән билдәләнәләр, таҫтамалда шыбаға тотошалар ҙа, ялан аяҡланып, билгәсә яланғасланып, сиҙәмде ҡара тупраҡ иткәнсе көрәшәләр. Йөҙәр килолы көрәшселәр бер-береһен таҫтамал менән ерҙән һөйрәп алып баш аша ырғыталар. Шундай бәһлеүәндәр булды, хатта көсәнеп, тешләнеп, тештәре сатнап ҡойолоп китә ине. Үәт, шундай ине ул милли көрәш! Дөрөҫ алып барғанда, ул иң ауыр спорт төрө. Һәм бөгөн ошо милли байлыҡты юғалтмай, боҙмай, теләһә нимәгә ҡушылдырмай ғына һаҡлап, нығытып ҡуйырға ине. Республикабыҙ етәкселегенән, йәш спортсыларҙан шуны көтәм.

Йәлил ЙОСОПОВ, Рәсәйҙең спорт мастеры, БР-ҙың атҡаҙанған физик тәрбиә хеҙмәткәре, милли көрәш буйынса тренер: Борон-борондан һәр ырыуҙың үҙ батырҙары, бәһлеүәндәре булған. Улар тураһында хикәйәттәр, риүәйәттәр беҙҙең көнгә килеп еткән. Милли көрәштең тарихы бай һәм тәрән. Хатта "Урал батыр" эпосында ла, мәҫәлән, "Көрәш бармы, алыш бармы?" тип өндәшә батырҙар. Беҙҙең көрәш "Башҡорт халҡының милли көрәше" тигән атаманы рәсми рәүештә үҙенә нығытһын ине ул. Күптән ваҡыт! Юғиһә, беләһегеҙ, көрәш төрки халыҡтарының күптәрендә бар. Әммә башҡорт көрәшенең үҙ тәртиптәре бар һәм һуңғы йылдарҙа ошо айырмалыҡтар юйыла бара. Киләсәктә барыһыныҡы дөйөмләштерелгән бер көрәш төрө килеп сығыуы ла ихтимал. Һәм шунан әйтеп ҡара был беҙҙең милли көрәш тип!
Беҙҙә көрәшсе йәштәр, ир-егеттәр аҙ түгел. Тик улар бер нисә көрәш төрөн үҙ иткән. Берәүҙәре көрәшкә килә, икенселәре ММА-ға, кемдәрҙер бил һуғыштарына китә. Ә милли көрәш - ул спорт ҡына түгел, ул башҡорт халҡының мәҙәниәте лә, тарихы ла, рухиәт кимәлендәге бер байлығы ла.
Республика Башлығы Радий Хабиров бөгөн милли көрәшкә йөҙ борҙо һәм был әлеге спорт өсөн иркен юлдар асып ебәрер, тип өмөт итәйек.
Бөгөн милли көрәште ауыл егеттәре күтәрә. Ҡалала бәләкәйҙән көрәшкә ылыҡҡан балалар бик аҙ. Ҡала ата-әсәләре балаларын төрлө һуғышырға өйрәтә торған түңәрәктәргә бирергә тырыша. Йәнәһе, тик шунда ғына улар үҙҙәрен яҡлай аласаҡ, тип уйлай. Ә көрәш эсенә бит бөтөн төрлө спорт күнекмәләре лә инә. Ул шундай бай спорт төрө комплекслы физик әҙерлек. Бына мин 70 йәштәге көрәшсе һәм әллә нисә быуын көрәшселәрҙе тәрбиәләгән тренер, быға тиклем бер генә үҙен һәм башҡаларҙы яҡлай алмаған йәки кемдәндер туҡмалған көрәшсене күргәнем юҡ.
Бөгөн беҙҙә көрәш секцияһы бер БДУ-ла ғына ҡалды. Башҡалары билбаулы көрәш төрҙәренә йәки башҡа шөғөлдәргә әүерелеп бөттө. Ауыл егеттәрен ҙур ҡалала юғалтмау өсөн һәр уҡыу йортонда милли көрәш түңәрәктәрен күпләп асырға һәм тренерҙар йәлеп итергә кәрәк, тип иҫәпләйем.

Рәмил РӘХМӘТОВ, Башҡортостандың 1975 йылғы көрәш батыры: Тарихҡа килгәндә, көрәш элек йәш үҫмерҙәрҙе хәрби-физик яҡтан көслө итеп тәрбиәләү өсөн ҡулланылған, һуңынан ярыш, уйын-көлкө, үҙеңдең ихтыяр көсөңдө һынап ҡарау маҡсатында ойошторолған. Атай-олатайҙар улдарының биш йәше тулыуын тулҡынланып, түҙемһеҙлек менән көткән, нәҡ ошо йәштән баланы милли көрәш алымдарына, атта сабышырға, йәйәнән атырға, һөңгө сөйөргә өйрәтә башларға мөмкин булған. Көрәш бигерәк тә төрки халыҡтарҙа киң таралған. Үзбәк, ҡырғыҙ, монгол көрәше башҡорт көрәшенә яҡын, айырмаһы шунда: уларҙа аяҡ салыу рөхсәт ителә. Беҙҙең милли көрәш, башҡа төрлө ғөрөф-ғәҙәттәр, йолалар менән бер рәттән, милли мәҙәниәтебеҙҙең шаҡтай мөһим өлөшө, йәш быуынды көслө рухлы, дәртле һәм яуаплы итеп тәрбиәләүҙең бер ысулы ла. Башҡорт көрәшендә көрәшселәр таҫтамал менән бәйләп, бер-береһенең билен ала, ҡул көсө менән генә күтәреп, арҡаһына һала. Тап ошо күренеш - милли көрәштең сағыу биҙәге. Төбәктәрҙә ойошторолған ярыштар олимпиадаға ингән көрәш төрҙәренең үҫешенә ыңғай тәьҫир итә, сөнки уның байтаҡ алымдары ирекле көрәштә лә, самбола ла бар. Милли көрәште республика бренды тип иҫәпләргә күптән ваҡыт. Беҙ, мәҫәлән, шуның өсөн көс һалманыҡмы? Йәштәрҙе шуның өсөн тәрбиәләмәнекме? Уларҙың киләсәге ошо спортҡа хеҙмәт итеүҙә ышаныслы булһын ине.

Әлиә СӘЙҒӘФӘРОВА яҙып алды.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 369

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru