«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӘСИРЛЕККӘ ТӨШКӘНДӘР ХЫЯНАТСЫМЫ,
+  - 

йәки Хәбәрһеҙ юғалғандарҙы ла онотмайыҡ


Һөжүм итмәү хаҡындағы пактты боҙоп, фашист армадаһының Советтар Союзына аңғармаҫтан ябырылыуына - илебеҙ тарихындағы иң ҙур һуғыштың тоҡанып китеүенә һикһән йыл тулды.

Егерме миллиондан ашыу Совет кешеһенең ғүмерен өҙгән, бынан тыш әллә күпме башҡа халыҡты ҡырған Гитлер палачтарының вәхшилеге кешелек хәтеренән юйылмай. Мәшһүр шағирыбыҙ - яугир Мостай Кәримдең "Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа" тип аталған шиғырында: "…Бәлки, үсем кәмер дошманға, тәнемдәге тимер иреһә", - тигән юлдар бар. Көн боҙолған һайын үткән яуҙы иҫләтеп, әрнеп торған яра төбөндәге мина ярсығы, әлбиттә, бер ҡасан да иремәй, эйәһе менән бергә ҡәбергә лә инеп китә. Фашистарға ҡарата халыҡ нәфрәте лә һис бөтмәйәсәгенә ишара итеп әйтелгән был һүҙҙәр. Бөгөнгө көндә ошо оло яуҙа ҡатнашҡандарҙың, шулай уҡ уларҙы аҙыҡ-түлек, кейем менән тәьмин итеп торған тыл эшсәндәренең, ғөмүмән, һуғыш ауырлығын үҙ иңендә татығандарҙың бик аҙҙары ғына иҫән. Дәһшәтле шул йылдарҙың - әсе хәҡиҡәттең шаһиттары көндән-көн кәмей. Әммә, бәғзе бер Көнбайыш сәйәсмәндәре, тарихсылары нисек кенә итеп Бөйөк Ватан һуғышының асылын үҙҙәренсә бороп яҙырға маташыуҙарына ҡарамаҫтан, хәҡиҡәт хәҡиҡәт булып ҡала…
Ватан һуғышының башын - фашистарҙың тантана итеүен сағылдырған документаль фильмдарҙы һәр кемебеҙҙең күргәне бар. Башлыса немец кинооператорҙары төшөрөп, һуңынан беҙҙекеләргә килеп эләккән кадрҙар улар. Ҡанаттарына тәре төшөрөлгән самолеттарҙың күк йөҙөн ҡаплап, ҡалаларыбыҙҙы аяуһыҙ бомбаға тотоуын, гитлерсыларҙың шашына-көлә ауыҙ гармуны тартып, йөк машиналарына, танкыларға тейәлешеп, урамдарыбыҙҙан үткәнен, емерек һәм янған өйҙәрҙе күреп, кемдең генә йәне әрнемәй икән. Бәйгә тағылған овчаркалы һаҡсылар оҙатыуында барған, бил ҡайыштары сиселгән, ҡоралһыҙ, күптәренең йөҙҙәренән малай сырайы ла китеп өлгөрмәгән йәш совет һалдаттарын - әсирҙәр колоннаһын да күрһәткәндәре бар… Ә инде һуғыш аҙаҡтарында үҙебеҙҙекеләр төшөргән фильмдарҙы - совет ғәскәрҙәренең "Катюша" һәм башҡа ҡоралдарҙан фашистарҙы утҡа тота-тота алға барыуын, немецтар ҡулы аҫтында булған Европа ҡалаларын ҡабаттан тартып алып, үҙ хужаларына ҡайтарып биреүен, Көнбайыш илдәре халыҡтарының нисек итеп беҙҙең ғәскәрҙе алҡышлап ҡаршы алыуын оло кинәнес менән ҡарайбыҙ.
Бына ошо документаль фильмдарҙа йыш ҡына фашист тотҡононан хәрби әсирҙәрҙе азат итеү мәлен дә күрһәткеләйҙәр. Төрмәләрҙә, һәр төрлө концентрацион лагерҙарҙа айҙар-йылдар буйы интегеп, хәҙер инде үҙҙәрен иректә тип хис иткән ябыҡ, йонсоу, әммә шат йөҙлө, ала кейемдәге әсирҙәр һалдаттарыбыҙҙы ҡосаҡлай, тантана итә… Элегерәк, вайымһыҙ бала сағымда шул кадрҙарҙы ҡарап, мин дә ошо ватандаштарым менән бергә ысын күңелдән шатлана инем. Нисек итеп шатланмаҫһың! Был документаль кадрҙар - ысынбарлыҡты һөйләй бит! Фашист ҡоллоғонан ҡотолғандарҙы өйҙә яҡындары көтә. Йылдар буйы уларҙан хәбәр ала алмаған, әммә, "похоронка"һы булмағас, яуға киткән улының имен-һау булыуына өмөтөн өҙмәгән әсәләре, һөйөү наҙын татып өлгөрмәгән йәш кәләштәре, ун ике-ун өс йәштәренән тормош йөгөн тартып, инде ир булған улдары, йә иһә, әле атаһын бер мәртәбә лә күрмәгән сабый балалары… Бына ошо категория кешеләребеҙ - әсирлектә булып ҡайтҡан йә иһә бөтөнләйгә хәбәрһеҙ юғалған яугирҙарыбыҙ хаҡында бөгөн бер аҙ фекерләп алырға булдым әле. Яу ҡырында һәләк булыуы аныҡланып, йә иһә, дошманды еңеп, өйҙәренә һау сәләмәт ҡайтҡандарға ҡарағанда күпкә һирәгәрәк телгә алына улар. Герман пленынан ҡотолоп сыҡҡан ана шул ватандаштарыбыҙ илгә ҡайтҡас, тыныс тормошта бәхет таптылармы икән?..
Әлеге бала сағым һаман иҫемә төшә. Атайым менән әсәйем үҙ-ара һөйләшкәндә: "Фәлән кеше, нимес белинендә булып, һуғыш бөткәс ҡайтҡайны ул. Әммә бер нисә көндән уны милисийә килеп алып китте. Шул китеүҙән юҡ булды…" Йә иһә икенсе берәй яҡташыбыҙҙың әсирлектән ҡайтҡас та, "барыбер әпкитәләр", тип, өмөтһөҙлөккә бирелеп, эскелеккә һабышып китеүе, хатта үҙенә ҡул һалыуы хаҡында һөйләгәндәрен ишетеп аптырай инем. "Ни өсөн һуғыштан ҡайтҡан кеше (әсирҙә булғандарҙы ла мин, башҡалар менән бер рәттән, яугир итеп һанай инем), инде тыныс тормошта ҡыуанып, шатланып йәшәй башлау урынына, үҙен үҙе юҡ иткән?" "Нишләп яугир кешене милиция алып китә икән?" Минең өсөн ошондай хәлдәрҙең бөтөнләйгә аңлайышһыҙ булыуына ҡарамаҫтан, төрлө һорауҙар биргеләп, атай-әсәйемде лә артыҡ бимазаламаным. Ҡабаттан төрмәгә япҡас, тигенгә түгелдер инде, тигән уй ғына башыма килгеләне…
Һуғыш башланғанда атайымдың бер туған ҡустыһы (1921 йыл тыуған) Заһитулла ағайым ул осоро Балтик буйы илдәренең береһендәге часта "действительный хеҙмәттә" булған. Июль-август тирәләрендә уның бер генә хаты килгән, башҡаса хәбәр ҙә булмаған. Уның хаҡында ҡыҙыҡһынып, һораша башлаһаҡ, атайым мәрхүмдең был темаға ҡағылышлы әллә ни һүҙ алып барғыһы килмәгәненә лә ғәжәпләнә инек. Бының сәбәбе хәҙер генә бер аҙ аңлашыла башланы: туғаны хәбәрһеҙ юғалғаны өсөн, власть органдары тарафынан үҙенә берәй зыяны тейеп тормаһын, тип шикләнгәндер атайым, моғайын. Заһитулла ағайҙың ҡайҙа һәм нисек һәләк булыуы хаҡында ошоғаса бер ниндәй ҙә мәғлүмәт юҡ. Бәлки, ул снаряд шартлауынан емерелгән окоп төбөндә күмелеп тә ҡалғандыр, йә һыуға батҡандыр, йә булмаһа, әсиргә төшөп, фашист крематорий мейесендә үртәлгәндер… Тик бер Аллаһ ҡына белә инде. Хәҙерге Балтик буйы илдәрендә юғалып ҡалған яугирҙарыбыҙ хаҡында ниндәйҙер мәғлүмәт табыу, эҙәрмәнлек эше алып барыу мөмкин түгелдер. Совет Армияһын "оккупант" тип атаған уларҙың сәйәсмәндәренән башҡаса ни көтәһең инде…
Мин армияла хеҙмәт итә башлағанда хәрби уставта "Военнослужащему запрещается сдаваться в плен", тигән статья була торғайны. Ябай тел менән әйткәндә, бына ошо статьяға ярашлы, һин йә еңергә, йә үлергә тейешлеһең. Ә дошман ҡулына тереләй көйө эләктеңме, һин - хыянатсы… Әммә һуғышта төрлө хәлдәр була. Аңһыҙ, яраланған һәм башҡа төрлө хәлдә әсиргә эләгеп китеү ихтималлығы ла юҡ түгел… Моабит төрмәһендә тотҡонда үлгән Советтар Союзы Геройы Муса Йәлилдең "Пистолетым итте хыянат…" тигән шиғыр юлы хәтеремдә. Үҙен үҙе атып өлгөрмәй ҡалыуы хаҡында әсенеп яҙған уны шағир. Политрук булып хеҙмәт иткән был әҙип немецтарға пленға төшкәс тә илдәгеләр уға "хыянатсы" мөһөрө таға һалалар. Хатта гәзиткә лә ошо хаҡта яҙып сығарырға ашығалар. "Моабит дәфтәре" исемле фильмды мин бала сағымда илай-илай ҡарай инем. Бына шунда яҙылған уның шиғырҙарында "Шул йәшәүме булыр, "хаин" тиеп, ил битемә минең төкөрһә…", "Һуңғы йырым палач балтаһына башты ҡуйған килеш яҙыла…", тигән юлдарҙы иҫләһәм, әле булһа оҙаҡ ҡына тыныслана алмайым. Шағирҙы немецтар язалап үлтерә, әммә ниндәйҙер мөғжизә менән, уның ҡуйын дәфтәре һаҡланып ҡала. Бына шундай ялҡынлы шиғырҙары арҡаһында, һуғыш тамамланғас, күпмелер ваҡыттан һуң аҡлана ул. Ә инде уның әсирлектән ҡотолоп, тере ҡайтыуын күҙ алдына килтереп ҡараһаҡ - ҡурҡыныс бит! "Һатлыҡ йән", тип, илебеҙ төрмәһендә уны харап итеү ихтималлығы - көн кеүек асыҡ. Был шағир өсөн (дөрөҫөн әйтеү кәрәк) илгә тере ҡайтмауы - хәйерлерәк булғандыр ҙа…
Фашистар ҡулына төшкән тағы бер Советтар Союзы Геройы - генерал Карбышев хаҡында кемдең генә ишеткәне юҡ! Ҡышҡы сатлама һыуыҡта сисендереп, өҫтөнә һалҡын һыу ҡойоп, туңдырып үлтерелгән был генералға ла үлгәндән һуң "герой" исеме бирәләр… Әммә уны, азат ителеп, илгә ҡайтҡан икән тип күҙ алдына килтереп ҡараһаң, тәндәр эҫеле-һыуыҡлы булып китә. Үҙебеҙҙекеләр уны, әлбиттә, туңдырмай, ә башҡа төрлө "еңелерәк" итеп үлтерерҙәр ине, моғайын, тигән уй ғына бер аҙ тынысландырғандай… Әсиргә эләгеп, немецтар тарафынан юғары дәрәжә вәғәҙә ителеп тә, уларға һатылыуҙан баш тартҡан был батыр генералдың тере ҡайтмауы барыбыр уның өсөн яҡшыраҡ булғандыр, тигән уйҙамын.
"Изменник Родины" тигән мөһөр баҫылған ошо категория яугирҙарының НКВД лагерҙарында интегеүҙәре хаҡында ла күп ишеткеләйбеҙ. Бик һирәктәр генә унан тере ҡайта алған. Хатта яҡташтары ла бындай тотҡонда булғандарҙы йылы ҡаршы алмағанлығы хаҡында хәбәрҙармын. Бала саҡта, күрше ауылдарҙың береһендә бер малайҙы: "Һинең атайың һатлыҡ йән булған бит" , - тип үртәгәндәре хаҡында ишетә торғайным (уның атаһы һуғыш мәлендә әсирлектә булып, һуңынан үҙебеҙҙең төрмәлә ултырып ҡайтҡан булһа кәрәк). Эләкләшкән бала-саға ололарҙан ишеткәнен ҡабатлай инде. Ә өлкәндәрҙең фекерләүе - һәр саҡ заман сәйәсәтенә ярашлы… Әлбиттә, хәрби тотҡондар араһында дошмандарға теләктәшлек белдереп, уларҙа "полицай" булып йә икенсе берәй төрлө хеҙмәт иткән, хатта үҙебеҙҙекеләргә ҡаршы ҡорал күтәреүселәр ҙә булған. Ул - бөтөнләй башҡа мәсьәлә. Бөгөнгө һүҙем ундайҙар хаҡында түгел.
Шулай ҙа батша Рәсәйендә, унан совет ҡоролошоноң әле генә башланған осорҙарында әсирҙә булып ҡайтҡандарға насар мөнәсәбәт күрһәтмәгәндәр. Ун дүртенсе йылда "Ярман һуғышында" әсиргә төшөп, бер нисә йыл немец пленында булған Мөхәмәтйән ҡартатайым граждандар һуғышы тамамланғас ҡына өйөнә әйләнеп ҡайтҡан. Илгә ҡайтҡас та һин дә мин йәшәп алған да киткән ул. Пленда булғаны өсөн уны бер кем дә эҙәрлекләмәгән һәм уны "һатлыҡ йән" тип тә атамаған. Хатта, киреһенсә, утыҙынсы йылдарҙа кулаклыҡта ғәйепләп, судҡа саҡырылғас: "Мин - герман пленында булған кеше!" - тигән һымағыраҡ итеп, бер аҙ ғорурланып, судья алдында үҙен яҡлап сығыш яһауы уға ниндәйҙер кимәлдә ярҙам да иткән… Хөрмәтле ватандаштарым, беҙ әле, әлхәмдүлиллаһ, тыныс шарттарҙа йәшәйбеҙ. Һуғыш тураһында фәҡәт китаптар, кинофильмдар аша ғына беләбеҙ. Ғәйәт ҡатмарлы был тормоштоң, бәғзе ваҡыт үҙебеҙ әллә ни иғтибар итмәгән бихисап төр нескәлектәре булыуы хаҡында ла иҫебеҙҙән сығармайыҡ. Һуғышта "хәбәрһеҙ юғалған" йә, илгә ҡайтып, Себер тайгаларында ятып ҡалған яугирҙарыбыҙҙы ла башҡаларҙан һис кенә лә кәм күрмәйек, тимәксемен. Ҡайҙалыр йыназаһыҙ ерләнгән шундай милләттәштәребеҙ өсөн доғалар ҡылып торайыҡ.

Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 551

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru