«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Гүзәл заттың үҙең баһалаған сифаттары тураһында һөйләсе...

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ТАРИХЫН БЕЛМӘГӘНДЕҢ...
+  - 

Был донъябыҙ ҡайҙа бара? Әле генә Ҡаҙан фажиғәһе айҡанлы, унан ары тарих дәреслектәренә дәғүәләр менән бәйле тәрбиә мәсьәләһе буйынса ҡыҙыу-ҡыҙыу бәхәстәр, фекер алышыуҙар булып алды ла тынды. Ләкин был темаға нөктә ҡуйылырға тейеш түгеллеген барыбыҙ ҙа белә, тик бына һүҙҙән ҡасан эшкә күселер - быны берәү ҙә белмәй.

Ә шул арала үҫмерҙәр тарафынан ҡылыныусы бәйһеҙлек, хаттин ашыу факттары бер-бер артлы иҫ-аҡылдарҙы шаңҡытыуын дауам итә. Хәҙерге ғибрәттәргә күнеп барған күңелде лә тетрәтерлек була хатта дыуамал үҫмерҙәрҙең хаяһыҙлыҡтары. Бына, мәҫәлән, әле генә Тверь ҡалаһынан интернет бәйләнешкә видео һалдылар: ике үҫмер ҡыҙ булкалар һатып алып, икмәктең йомшағын соҡоп ташлағандар ҙа, был батондарҙы ҡата урынына аяҡтарына кейеп алғандар. Ни өсөнмө? Әлеге лә баяғы Тик-ток геройҙары булғылары килгән! Хәҙер бит йәштәрҙең төп шөғөлө ошо Тик-токта мөмкин тиклем күберәк тауыш, хуплау, һис юғы, уны ауыҙ асып тамаша ҡылыусылар йыйыу. Бының өсөн улар нимәләр генә ҡыланмай, маймылланыуҙарҙың сиге юҡ. Әлеге ике ҡыҙҙың яман ҡылығын төшөрөп алып интернетҡа һалған автор сикһеҙ нәфрәтен белдерә һәм ата-әсәләренең ошо видеолағы ҡыҙҙарын күреп, уларҙың арт һабағын уҡытырҙар тип өмөтләнә, күрәһең. Ләкин... йүнле кешеләрҙең балаһы ошондай аҙымға барырмы икән һуң - был да һорау тыуҙыра, сөнки видеоға ҡарашын белдереүселәр араһында, киреһенсә, ҡыҙҙарҙың был ҡылығын хуплап, унан мәрәкә табыусылар ҙа күп. Әгәр "көн героинялары"ның ата-әсәләре лә шундайҙарҙан булһа? Видеола мәрәкә күреүсе әлегеләр был ҡылыҡты "креатив" күренеш тип атауҙан да тартынмай. "Бының нимәһе ғәжәп?" тип аптырай шуларҙың береһе. Башҡалары ла унан алыҫ китмәгән: "Был ҡыҙҙарға лайк ҡуйырға кәрәк!", "Блокада күптән бөттө бит инде, әле 2021 йылда йәшәйбеҙ. Икмәк йәлме һеҙгә? Әллә һеҙ һаман да шөкәрә киптереп, "ҡара көн"гә әҙерләнәһегеҙме?", "Ҡабартмағыҙ әле, был бит бары көлкө өсөн генә..." - бына шундай комментарийҙар яҙа 21-се быуаттың икмәккә туйып һикереүселәре. Дмитрий Кузнецов тип имза уйған берәү: "Гениально! Былар, күрәһең, тарих тыңлап ялыҡҡан тарих факультеты студенттарылыр, моғайын", - тип сәпәкәй итә. Саша Белов тигән яһалма исем артына йәшеренгән тағы берәү: "Икмәкте изгеләштереүсе ҡарт-ҡоро фәлсәфәһе бөттө, уны талонға алған заман түгел бөгөн. Үҙ аҡсаһына һатып алғандар икән, икмәкте улар теләһә ни эшләтә ала, юҡтан шау-шыу ҡуптармағыҙ", - тип аҡыл һата. Был әҙәмдәр башҡалар фекеренә ҡолаҡ һалырға ла теләмәй, ҡыҙҙарҙы оялтырға тырышыусыларҙы агрессив һәм тупаҫ бүлдерә, мыҫҡыллап көлә.
Эйе, тәнҡитләргә тырышыусыларҙың береһе әйтмешләй, йәшәүе ҡурҡыныс булып китә: 21-се быуаттың "креатив" ҡырағайҙарынан киләсәктә ни көтөргә ҡала һуң? Тимәк, был быуын бынан теүәл 100 йыл элекке йотлоҡто ла, Бөйөк Ватан һуғышында тылдағы аслыҡтан шешенеп үлгән балалар хаҡында ла, Ленинград блокадаһы тураһында ла бер ни белмәй һәм белергә лә теләмәй. Тарих юҡ улар өсөн, улар бөгөнгө менән генә йәшәй. Ә киләсәктәре ниндәй булыр? Хәйер, тарихын белмәгәндең киләсәге юҡ, тиҙәр. Ҡурҡыныс булып китә...

Фәүзиә ИҘЕЛБАЕВА.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 327

Киске Өфө
 
Мөхтәрәм уҡыусыларыбыҙ! "Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы дуҫтарыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн дә баҫмабыҙға ваҡытынан алда 873 һум 12 тингә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә 1 апрелдән, ғәҙәттәгесә, почта хаҡтарҙы тағы арттырасаҡ икәнен дә белеп ҡуйығыҙ. Ошо арауыҡта гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru