«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 
2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

Киске Өфө» VK-төркөмө
 
әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52

  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ФАТИРЛЫ БУЛАМ ТИП МУТЛАШЫУСЫЛАРҒА ЭЛӘКМӘ
+  - 

Көн һайын меңәрләгән кеше йорт йәки фатир һатып ала, йә булмаһа, уны һатыу мәшәҡәттәре менән йөрөй. Тәү ҡарашҡа ябай ғына күренгән донъяуи мәсьәлә ҡайһы саҡта һатып алыусы йәки һатыусы өсөн ауыр эҙемтәләргә килтерергә мөмкин. Күсемһеҙ милек мәсьәләләрен хәл иткәндә нисек мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫкә? Ошо хаҡта Дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография федераль хеҙмәте Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығының күсемһеҙ милекте теркәү бүлеге етәксеһе урынбаҫары Алһыу КҮсӘрбаеваның кәңәштәрен тәҡдим итәбеҙ.

Алһыу Фәтих ҡыҙы, һеҙҙең идаралыҡ белгестәре күсемһеҙ милек теркәү өлкәһендә мутлашыусылар менән йыш осрашамы?

- Беҙҙең идаралыҡтың документтарға техник-криминалистик экспертиза эшләү вәкиллеге юҡ. Шулай ҙа идаралыҡтың дәүләт теркәүселәрендә тапшырылған документтарҙың ысын булыуына шик тыуһа, мутлашыу фактының булыу йәки булмау осрағын тикшертеү өсөн прокуратура органдарына мөрәжәғәт итеү мөмкинлеге бар. Мәҫәлән, 2020 йылда хоҡуҡи экспертиза ярҙамында үлгән кеше исеменән йорт һатырға, ялған ышаныс ҡағыҙы һәм суд ҡарарҙары менән күсемһеҙ милек теркәргә тырышыу осраҡтары булды. Шулай уҡ торлаҡ йорт билдәләренә тап килмәгән күсемһеҙ милекте теркәү өсөн документтар тапшырыусылар етәрлек. Был осраҡта беҙҙең белгестәр күсемһеҙ милек урынлашҡан урынға барып, уны фотоға төшөрә һәм шик раҫланған осраҡта материалдар шулай уҡ прокуратура органдарына ебәрелә. Улар иһә объекттың техник планын эшләп биреүсе кадастр инженерының эшмәкәрлеген тикшерә.

Күсемһеҙ милек һатып алғанда аҡсаһыҙ ҙа, торлаҡһыҙ ҙа тороп ҡалмаҫ өсөн, тәү сиратта нимәгә иғтибар итергә кәрәк?

- Әгәр ҙә беҙ фатир йәки бүлмә тураһында һүҙ алып барһаҡ, иң беренсе, уның законһыҙ рәүештә ҡайтанан планлаштырылған булмауына иғтибар итергә кәрәк. Күп фатирлы йорттағы бүлмәләрҙе үҙ белдегеңә яңынан планлаштырған өсөн ҙур күләмдәге штрафҡа юлығырға мөмкин.
Килешеү төҙөгән саҡта фатир һатыусы документтарҙың төп нөсхәһен күрһәтеүҙән баш тартһа, шунда уҡ шик уянырға тейеш. "Һуңынан күрһәтәм", "Өйҙә онотоп ҡалдырғанмын" һәм башҡа аҡланыуҙар ишеткән осраҡта килешеүҙе кисектереп торорға тәҡдим итәм. Документтарҙың төп нөсхәһен үҙ күҙегеҙ менән күреп, уҡығандан һуң ғына артабан килешеү эштәрен дауам итергә мөмкин.
Күсемһеҙ милекте ышаныс ҡағыҙы аша һатып алғанда ла уяу булырға саҡырам. Һуңынан үкенмәҫ өсөн ышаныс ҡағыҙының алдаҡ түгел икәнлеген Федераль нотариаль палата сервисы аша тикшереү мотлаҡ. Ышаныс ҡағыҙҙары ялған, үлгән кеше исеменән яҙылған булырға мөмкин. Был осраҡта киләсәктә торлаҡһыҙ тороп ҡалыу ҡурҡынысы бар.
Әгәр ҙә һатыусы документтарға ҡул ҡуйыуҙы артыҡ ҡабаландырһа, шулай уҡ шикләнергә урын бар.
Һатып алырға теләгән күсемһеҙ милектең әҙ генә ваҡыт эсендә күпләп хужалары алмашыныуы ла уйландырырға тейеш. Бәлки, ошо юл менән мутлашыусылар тәүге килешеүҙең законға яраҡһыҙлығын йәшерергә тырышалыр.

Мутлашыусылар ҡулына эләкмәҫ өсөн нимә эшләргә?

- Тәү сиратта, документтарҙың төп нөсхәһен күрһәтеүҙәрен талап итергә. Ул Берҙәм дәүләт күсемһеҙ милек реестрынан алынған күсермә, йорттоң йәки фатирҙың техник планы, хосусилаштырыу, һатыу-һатып алыу килешеүе һәм башҡа документтар булыуы мөмкин.
Ышаныс ҡағыҙы менән һатырға тырышыу осрағында милек хужаһы менән шәхсән осрашып һөйләшеү мөмкинлеген эҙләгеҙ. Ул ысынлап та йортон һатырға теләй икәнен үҙенән асыҡлағыҙ. Күсемһеҙ милеккә ҡарата сикләүҙәр ҡуйылмағанын, уның кем исемендә булыуын асыҡлау өсөн МФЦ йәки беҙҙең Идаралыҡта выписка эшләүгә заказ бирегеҙ. Ул түләүле, ләкин уның күләме алданып, ҙур суммала аҡса юғалтыуға бәрәбәр түгел. Әгәр ҙә торлағығыҙҙың мутлашыусылар ҡулына эләгеү хәүефен тойһағыҙ йәки үҙ милкегеҙҙе һаҡларға теләһәгеҙ, МФЦ йәки беҙҙең идаралыҡ аша үҙегеҙҙең шәхси ҡатнашлығығыҙҙан тыш һатыу-һатып алыу процедуралары үткәреүҙе тыйған махсус ғариза бирә алаһығыҙ. Был осраҡта бер кем дә һеҙҙән башҡа милкегеҙҙе һата алмаясаҡ.
Киң таралған мутлашыу ысулы - бер үк торлаҡты бер нисә кешегә "һатыу", йәғни уларҙың барыһынан да аванс алалар һәм юҡ булалар. Шулай уҡ һатып алыусынан дәүләт теркәүе үткәнгә тиклем, төрлө сәбәптәр килтереп, фатир өсөн аҡсаның күп өлөшөн алыуы һәм шулай уҡ юҡҡа сығыу ҙа киң таралған күренеш. Торлаҡ һатып алған саҡта килешеүҙең дәүләт теркәүе үтмәйенсә тороп законлы көскә эйә булмауы тураһында онотмағыҙ.
Фатир йәки йорт һатып алыу ҙур финанс сығымдар талап итә. Шуға күрә был эште башҡарғанда бөтә иғтибарығыҙҙы туплап, ниндәйҙер шик тыуған осраҡта юрист менән кәңәшләшеп, кәрәк тип тапһағыҙ, килешеү төҙөүҙе кисектереп тороп, барыһын да асыҡлағас ҡына килешеүгә ҡул ҡуйып, аҡсағыҙҙы бирегеҙ.
Шулай уҡ күсемһеҙ милкегеҙҙе һатҡанда ла уяу булығыҙ. Бер кемгә лә йорт документтарын алып китергә юл ҡуймағыҙ, күсермәләр эшләтмәгеҙ һәм ышаныс ҡағыҙҙарын уңлы-һуллы таратмағыҙ. Тәү күргән кешегә ышанмағыҙ. Йортһоҙ ҙа, аҡсаһыҙ ҙа ҡалғандар рәтен тулыландырмағыҙ.

Гөлназ МАНАПОВА әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 319

Киске Өфө
 
"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

Беҙҙең дуҫтар
 
Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru