«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Йәмғиәтебеҙҙә бөгөн әхлаҡлылыҡ кимәле ниндәй дәрәжәлә һәм был юҫыҡта һеҙҙе борсоған йәки ҡыуандырған мәсьәләләр бармы?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ӨҘӨЛГӘН СЫМДАР
+  - 


Яҡташым, йәшлек дуҫым мәрхүм Нияз МӘҺӘҘИЕВтың "Өҙөлгән сымдар" тигән был хикәйәһенә рецензияны мин Әзербайжанда әрмелә хеҙмәт иткәндә яҙғайным. Был яҙманы яңыраҡ Зөһрә апай Ҡотлогилдина Нияздың шәхси архивынан табып бирҙе. Унда әрменән яҙған хаттарым да һаҡланған. Дуҫымдың баҡыйлыҡҡа күскән яҙ айында "Өҙөлгән сымдар" хикәйәһен уҡыусылар хөкөмөнә тәҡдим итергә булдым. Әҙәби тормош менән янып йәшәгән йәш саҡтарыбыҙҙың бер иҫтәлеге лә ул яҙмалар.
Әхмәр ҒҮМӘР-ҮТӘБАЙ.

Әхмәтйән, башҡаныҡына ла үрелмәйем, үҙемдекен дә бирмәйем, тигәнерәк холоҡло кешеләр рәтенән булып, һуғышҡа тиклем үҙенең бейек ҡойма-кәртә менән уратып алынған йорт-ҡураһы эсендә ҡасан ҡарама үҙ алдына ер ҡорто кеүек соҡоноп йәшәп ятты. Эйе, ер ҡорто ине ул. Ағас-япраҡ ҡарышлауығы һымаҡ, һутлы япраҡтар кимермәне был ҡорт, ә ерҙә соҡсондо... Күп итеп йәшелсә-емеш үҫтереп, мал тотоп йәшәп ятты.
Бүтәндәр эшенә ҡыҫылманы, бүтәндәр байлығынан да көнләшмәне. Ләкин үҙенекен ныҡ тотто: һығып-ҡыҫып сығарҙы. Аҡсаһын да тинен-тингә ялғап йыйып барҙы. Әйтерһең дә, шул баҡсанан емеш йыйып аламы ни! Ҡатыны, төп ат янына егелгән мисәүҙәй, ул тартһа - тартып, ул көсәнһә- көсәнеп, иренең ыңғайына ғына, үҙ "зонаһында" - аласыҡ-өй тирәһендә эшсән генә әштерҙәп йөрөп ятты. Ҡырыҫыраҡ холоҡло Әхмәтйән ошо ҡамап алынған бәләкәй генә батшалыҡта үҙе бер хаким - ҡурҡа ла, ихтирам менән тыңлай ҙа ине ҡатыны уны. Ҡуйы ҡаштар аҫтына йәшеренгән, ҡайсаҡ арып тоноҡланған, ҡайсаҡ баҙлаған ике күҙ ай менән ҡояш уға.
Әхмәтйән бәләкәйҙән ситтәрәк йөрөгәс, тиҫтерҙәре менән аралашманы. Улары, етмәһә, үҙҙәре ситләште - "мулла малайы" тип йөрөттөләр, яйы сыҡҡанда, эләктереп тә алдылар... Юҡ, уның атаһы мулла булманы, ләкин ғүмере буйы ошо тирә ауылдарына танылған бер мулла менән әшнәләште. Шунлыҡтан, йыш ҡына бәләкәй Әхмәтйәнде дилбегәгә ултыртып, ул-был ергә барырға тейешле әшнәһе ҡарамағына бирер ине. Уның атаһы, үҙ ауыл кешеһе булып, күҙгә салынып бармағас, Әхмәтйәнде мулла менән күберәк күрҙеләр малайҙар.
Бына шулай, "мулла малайы" булып китте. Хәйер, мулланан һәм атаһынан ҡалған әҙ генә буш ваҡытын да ул баштараҡ малайҙар менән уҙғарырға тырыша ине. Тик тегеләре генә үҙһенмәнеләр. Шулай ипләп-ипләп кенә "мулла малайы" уларҙан ситләште. Кәләште лә ситтән алды. Шул малайҙар, һуңғараҡ инде егеттәр, "кәләште лә мулла алып бирҙе" тиешеп йөрөнөләр. Дөрөҫ түгел ине был. Мулла алып бирмәне уға кәләште. Ҡыҫылышы бар-барын. Мулла менән йөрөгәндә шул малайҙарға ҡарағанда күберәк донъя күрә ине Әхмәтйән. Шулай, бер ауылға барғас, мулла ингән өйөндә бигерәк оҙаҡлап китте. Әхмәтйән уны кашауай санала көтә торғас, өшөнө, асыҡты. Иҫке-моҫҡо ғына кейем ҡаршылыҡ күрһәтә алмайынса, ғинуар һыуығын әллә ҡайҙарға електәргә тиклем үткәреп ебәргәйне. Аслыҡ икеләтә бәрә. Шул саҡ өйҙән аҡһыл йөҙлө бер ҡыҙ баҙнатһыҙ ғына атлап килеп сыҡты ла: "Асыҡҡанһыңдыр", - тип, ҡалын телем икмәк, яртыһы һындырып алынған кәнфит бирҙе. Уның ашап бөткәнен һүҙһеҙ генә ҡарап торғас, йомшаҡ ҡына атлап өйгә инеп китте. Әхмәтйәндең күҙ алдында ҡыҙыҡайҙың еңдәре ямалған ҡыҙыл пальтоһы ғына тороп ҡалды. Ошонан һуң килгәндә лә ҡыҙыҡайҙы гел күрҙе ул. Аҡһыл йөҙөндә ҙур ҡара моңһоу күҙҙәре, гел өндәшмәҫ төҫһөҙ ирендәре генә хәтерендә. Аҙаҡ, егет ҡорона ингәс, яусылатып алды ла ҡуйҙы был сабыр ғына аҫырау ҡыҙҙы.
Малайҙарҙың Әхмәтйәнде яратмауҙарын да күрә алмау тип әйтеп булмай. Ни тиһәң дә, ул аңра һәм сырылдаҡ, ошаҡсы Сафа түгел бит инде. Шулай ҙа Әхмәтйән әкренләп тиңдәштәренән ситләште. Ә ғаиләһе менән йәшәй башлағас, хәҙер инде үҙ донъяһы булған ирҙе төрлөһө төрлө ерҙә эшләп, төрлө вазифаға теҙелгән йәштәштәре менән бөтөнләй тиерлек бер нәмә лә бәйләмәй ине. Колхоз тормошо... Юҡ, Әхмәтйән һис һүҙһеҙ унан баш тартты: унда инеп байлыҡ таратырға...
Һуғыш башланды. Илгә ауыр һынау булған һуғыш килде. Яуға оҙатылған ирҙәр баҫыу ситенән билдәһеҙлеккә атланы...

* * *

...Оҙайлы дүрт йыл буйы барған ғазаплы, ҡот осҡос ауыр, ғәйәт ҙур күләмле эш, эйе, хаҡы тик ғүмерҙәр һәм ҡайғылар менән генә түләнгән утлы ғәрәсәт-һуғыш, бер мәл килеп туҡталды. Ауыр тамға булып, ҡанлы яра булып кешелек тарихына күсте. Туптар гөрһөлдәүенән, үлем сыйнауынан арыған, ҡоралдаш дуҫтарын юғалтыу кисерештәренән әсенгән, осо-ҡырыйы күренмәгән һуғыш утын үткән, бер-береһенә оҡшаш ниндәйҙер уртаҡ һыҙаты булған һалдаттар, йәһәннәм упҡынынан арынып, тыныслыҡ тигән ҡояш аҫтына сыҡты. Шул тынлыҡтан ҡапыл шаңҡыбыраҡ ҡалған яугирҙарҙы шау-шыулы, илау-көлөүле, ҡыуаныслы-ҡәһәрле Еңеү байрамы үҙ ҡосағына алды. Был байрам үҙе, бик күпте кисергән һәм юғалтҡан, ләкин сикһеҙ һөйөнгән бер тере йән кеүек, меңәр-меңәр кешеләр ауыҙы менән шаулап-гөрләп, һирәгәйешеп ҡайтҡан һалдаттарын Киев, Смоленск, Мәскәү һәм йөҙҙәрсә бүтән ҡалаларҙа тулҡын-тулҡын булып ҡаршылап-оҙатып торҙо.
Еңеүселәр тыуған яҡтарына яҡынлаған һайын, был тулҡындар берсә көсәйеп, берсә сайпылып ҡына һуғылып, икенсе планға күсә торҙо. Тере ҡалғандар өсөн беренсе урынға инде хәҙер артабанғы тормош, бөлгән хужалыҡтарҙы күтәреү ысынбарлығы килеп баҫты. Уларҙы, тәүге ике дәү тулҡын да - үлем тулҡыны һәм һуғыш та, йылы, өмөтлө Еңеү ҙә - артҡа сигенеп, тынып ҡалған ауылдар, бөлгән хужалыҡтар, ел-ямғырға таушалып үҙгәргән, әйтерһең дә, үҙҙәре һуғышта ҡатнашҡан өйҙәр-аласыҡтар ҡаршы алды. Уларҙың берәүҙәренән ҡосаҡтарын йәйеп, күҙ йәше аша йылмайып йонсоған һәм күпкә өлкәнәйгән туғандары атылып сыҡһа, икенселәренән бары тик сикһеҙ юғалтыуҙарҙан һыҙылған үкһеүҙәр генә ишетелде...
...Байтаҡҡа һуңлап ҡайтып төштө һуғыштан Әхмәтйән дә. Тик, күптәр кеүек орден-миҙалдарын сыңлатып, йәки буш еңен ҡайыш аҫтына ҡыҫтырып, еңеүселәрсә йылмайып, ғорурлыҡ менән ҡайтып инмәне... Белә ине ауылдаштары - һуғыштың тәүге йылында уҡ, Волга ярҙарындағы ҡаты бәрелештәрҙең береһендә әсиргә эләгеп, һуғыш бөткәнсе лагерҙарҙа йөрөп ҡайтып инде ул. Аяҡ-ҡулы имен ине уның, ә яраһы - фашист конвойсыһы һуғыуҙан ҡалған эҙ, уң ҡашынан алып сикәһенә тиклем һуҙылған йөй. Был йөй уға, ҡашын емереп торған төҫ биреп, йөҙөнә сикһеҙ һағыш билдәһе һала ине. Эйе, аяҡ-ҡулы имен, тик күңеле яралы...
Ҡуҙҙай әрнегән күңелендә баяғы яранан ҡала, күренмәҫ, ләкин унан да тәрәнерәк йәрәхәттәр бар ине. Ауылдаштары тын ғына ҡаршы алды уны. "Ә-ә-ә, ҡайтҡанһың икән..." - тине берәүһе. Әйтерһең дә: "Минеке ҡайтманы, ә һин ни эшләп ҡайттың?" - тигәндәй ине. Әсирҙә булғандарға айырым ҡараш ине шул. Кешеләрҙең бәғер яраһы асыҡ, аҙ ғына ҡуҙғатһаң да, ярһып һыҙларға тотона - үҙҙәре лә ярһып китмәгәйе...
Әхмәтйән өсөн өсөнсө тулҡын башланды. Һалҡын тулҡын... Хәйер, өсөнсө түгел, дүртенсе: тәүгеһе - һуғышҡа тиклем булған, былай ҙа булған ситләшеүҙәр.
Барыһын да аңланы Әхмәтйән. Әсиргә тиклем, танкыларға ҡаршы бәрелештә алған "Батырлыҡ өсөн" миҙалын да төпкәрәк йәшерҙе.
Хәлде ярты һүҙҙән, ҡайсаҡ яман итеп бер ҡарауҙан төшөнгән ҡатыны бер ни төпсөнмәне. Күҙ йәшен һөртә-һөртә, яурындары уңған ниндәйҙер күкһел-көрән пинжәк кейгән, йоҡарып ҡалған, әллә нисек ятһыраған иренә ара-тирә ҡарай-ҡарай сәй әҙерләне ул.
...Бер ярҙамсыһы, балалары булмаһа ла, йүнсел ҡатын донъяны бар көсөн һалып, бөтөн тоторға тырышты. Һуғышҡа китер алдынан иренең: "Урыҫ Иванды еңерҙәй ил юҡ әле донъяла. Ә беҙ уның менән... Һуғыш булыр ҙа бөтөр, ә һин малды ныҡ һаҡла, нужа барыбер әйләнеп килер ул..." - тиеп ныҡ итеп әйткәненән ситкә тайпылманы, бар хәлен һалды: мотлаҡ булған һалымдарҙы ыңғыраша-шыңшый түләне, өҫтәмә заемдарҙан баш тартты.
...Сәй эскәс, Әхмәтйән тупһаға сыҡты. Береһенә лә барып күренеп тормай (кемдәр ҡайтты, кемдәр ҡалды - ҡатыны сәй артында уҡ, ҡурҡыу ҡатыш тауышын яулыҡ осо аша сығарып һөйләп биргәйне инде) аҙбар аша баҡсаға үтте. Яртылаш бөткән, ҡасандыр балҡып торған, күп итеп емеш-еләк биргән баҡса...
Оҙаҡ ҡына ҡарап торҙо. Тәмәкеһен ташлап, көрәк алды. Яҙ бит.
Ваҡыты еткән, хатта үтеп бара - ағастарҙың төбөн йомшартырға, түтәл әҙерләргә кәрәк. Әхмәтйән ҡойма буйынан ҡаҙа башланы. Ер һағынғайны уны. Ярмалы тупраҡтың сырҡып торған еүешлеге бөткән, дымлы ғына - өлпөлдәп тора. Бер онотолоп, бер әрнеүле хистәргә бирелеп ҡаҙырға тотондо ул. Ер ҡортомо ни.
Тик хәле генә элеккесә түгел икән. Дүрт-биш аҙым үтеп өлгөрмәне, тыны тарығып, йөрәге лепелдәп, быуынына төштө бит. Ярым иҫкергән, ҡымшылдай башлаған ҡойма эргәһендә туҡтаны Әхмәтйән. Ҡулдары менән көрәгенә таянып, арҡаһын ҡоймаға терәне. Тынысланып, бер аҙ ял иткәс, тирә-яғын шым ғына күҙәтеп торҙо.
Ҡайҙалыр эттәр өрөп ҡуя. Яңғыҙ әтәс ҡысҡыра ла ҡысҡыра. Әйтерһең дә, ҡәрҙәштәрен йәки тауыҡтарын һуғышта юғалтҡан. Тегеләренән яуап юҡсы... Һуғышта юғалтманыңмы икән ҡаты аслыҡ, юҡлыҡ йылдарында һуйылып ашап бөтөлгән ҡәрҙәштәреңде? Әллә аслыҡ ауазы шаңдау булып әтәс тауышы менән ҡысҡырамы?..
Ҡойманың ошо тәңгәле тәпәш булып, сәнскеле сым һуҙғайны Әхмәтйән. Әле, тын ғына ҡойма аша ҡарап торған еренән ул ҡапыл тертләп китте... Тыҡрыҡҡа үҙенең ҡураһынан сәнскеле сым аша ҡарап тора икән дә. Үҙенең донъяһын үҙе үк бүлгән, таныш булған ҡот осҡос сәнскеле сымдар аша...
Тәүҙә ул сымдарға шаҡ ҡатып, сирҡанып ҡарап торҙо. Асҡаҡ, ҡуңыр йөҙө яман булып ағарынып китте, баҙлап янған күҙҙәрендә ҡурҡыу уты тоҡанды. Бына ул кинәт ярһып, сәнскеле сымдарҙы йолҡҡолап ташларға булып китте. Ләкин... инде үрелгән ерҙән ҡапыл туҡтаны, яртылаш һонған ҡулын йәһәт кенә тартып алды - уларҙың лагерын уратҡан сәнскеле сымдарҙан көслө электр тогы үтә ине.
Әхмәтйән юғалып ҡалды... Ул бер нисә йыл элек үҙе яһап, үҙе үк һуҙған сымдарға ҡулы менән ҡағыла алманы... Бер-ике аҙым артҡа сигенгәс, ҡапыл һелтәнеп, көрәге менән сымдарға һуҡты. Өҫтәге берәүһе өҙөлөп китте. Ләкин ҡалғандары бирешмәй, зыңлап бергә уҡмашты. Әхмәтйән ҡыҙып, ытырғанып, тағы, тағы һуҡты:
- Ы-ы-х, - был юлы сымдарҙы тотоп, һерәйеп торған һайғауҙарҙың берәүһе һынып китте. Ҡойманың буйынан буйына һуҙылған сымдарҙы көрәге менән һуҡҡыслап йолҡоп алғас, уларҙы ергә һалып тапай башланы. "Эх, черт. Эх, черт" - әсирлектән алып ҡайтҡан берҙән-бер һүҙен ҡабатлай- ҡабатлай, оҙаҡ тапап арығас, сымдарҙы бәҙрәф артындағы сүплеккә, тутығып бөткән тимер-томор араһына ырғытты. Ҡойма буйындағы яртылаш серек бүрәнәгә ултырып, тәмәке төрөргә тотондо. Ҡалтыранған бармаҡтары менән гәзит киҫәген рәтләй алмай, махоркаһын түгеп ебәрҙе. Ҡабаланып, тағы төрөргә тотондо. Баяғы кеүек: "Эх, черт. Эх..." - тиеп, мәғәнәһеҙ мығырҙап әсенмәһә лә, ағарынған ирендәре берсә асылып, берсә ҡымтыла, ә үҙе йыш-йыш тын ала ине.
Бына ул тәмәкеһен тоҡандырып, тынып ҡалды. Төпкә батҡан күҙҙәренән һирәк күренер ҡайнар йәштәре бәреп сыҡты ла, ябыҡ яңаҡтары буйлап йүгерешеп, ярмалы тупраҡҡа тамды.
Бына ултыра ҡойма буйындағы бүрәнәлә әсирлектән ҡайтҡан ҡарт һалдат... Күптән һүнгән тәмәкеһе аша ергә ҡарап, нимә уйлай икән ул? Әсирлектә күргән ҡот осҡос ауырлыҡтарҙымы, эргәһендә дошмандарҙы әсе ҡәһәрләп, ҡаты яраларҙан үлгән ватандашын иҫкә аламы, әллә сатлама һыуыҡта ла, йәйге эҫелә лә, икенсе полоса сәнскеле сымы тогына һуғылып, арҡаһына автомат очереды алып, шунда эләгеп торған әсирҙе килтерҙеме күҙ алдына?
Әллә уның уйҙарында ике өй аша торған Гөлбәҙәр инәйҙең улы Рәмил Мостафинмы? Һуғыш башланырҙан бер нисә йыл элек ошо сымдарға эләгеп тотолғайны ул. Ҡыҙыл ҡарағат ашарға ингән еренән... Аша сығып барғанда, һаҡһыҙыраҡ ҡыланып, салбар-күлдәгенән эләгеп тотолғайны малай. Ну эләккәйне шул юлы уға Әхмәтйәндең ҡаты ҡулынан. Эләккәйне. Хатта ул - был яҡҡа түҙемле Гөлбәҙәр еңгә лә иртәгеһен килеп, үпкә һүҙҙәрен әйтеп киткәйне.
Ашарға бик наҡыҫ ине шул ул йылды... Ә Рәмил... Тарамышыраҡ кәүҙәле, асыҡ йөҙлө Рәмил, ҡырҡ дүртенсе йыл һуғышҡа алынып, өс ай ғына фронтта булып, туғандаш илдәрҙе азат итеү өсөн барған бәрелештәрҙең береһендә үлемесле яраланып, сит ерҙәрҙә ятып ҡалған.
- Эх! Теге ваҡытта ҡарағат ашағаны өсөн... - Әхмәтйән, итегенә эләгеп, йылан кеүек уралған сым киҫәген һелкеп ебәрҙе лә, ҡапыл аяғүрә баҫты, тирә-яғына бер аҙ ҡарап торғандан һуң, ниндәйҙер ҡарарға килеп, ҡабаланып өйөнә инеп китте. Күп тә үтмәй ул, аптыраған ҡатыны оҙатыуында ниндәйҙер бер һәлмәҡ төйөнсөк тотоп килеп сыҡты... Ауыҙын асып бер һүҙ әйтә алмай ыҙалаған ҡатынына өтөп берҙе ҡараны ла, шундуҡ ҡапҡа аша сығып та китте.
Урам сатында тәмәкеһен тоҡандырып алғас, ҡапыл ышаныслы, ныҡлы аҙымдары ваҡланды, кәүҙәһе тағы ла баяғы кеүек бәләкәсәйеп, һығылып төштө. Ләкин барыбер сыҡҡан юлынан ситкә ялтанманы Әхмәтйән: йылдар буйы йыйған байлығы төйнәлгән төйөнсөгөн уңайһыҙ ғына тотоп, баҙнатһыҙ аҙымдар менән колхоз идараһына йүнәлде. Нисегерәк ҡаршы алырҙар икән? Кешеләрҙең бәғер яраһы асыҡ мәл - әҙ генә ҡуҙғатһаң да, ярһып һыҙларға тотона. Үҙҙәре лә ярһып китмәгәйе...

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 1706

Киске Өфө
 

Арзанға яҙылып ҡал! 8 апрелдән 18 апрелгә тиклемге ун көнлөктә республиканың һәр ҡалаһында-ауылында ПР905 индекслы "Киске Өфө"гә 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн ташламалы хаҡ менән 786 һум 24 тингә яҙыла алаһығыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә матур ғына китаптарға лайыҡ буласағын да онотмағыҙ.

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru