«Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
Беҙҙең номерҙар
 

2024

Ғинуар
   01  |  02  |  03 
Февраль
   04  |  05  |  06  |  07 
Март
   08  |  09  |  10  |  11  |  12 
Апрель
   13  |  14  |  15 

 
Киске Өфө» VK-төркөмө
 

әйт, тиһәгеҙ...

Быға тиклем башҡорт милли кейемен сәхнәләрҙә генә күреп, уларҙы шулай ғына күҙ алдына килтерһәк, һуңғы йылдарҙа күптәр аутентик, йәғни, төп нөсхәләгеләрен тергеҙә. Ниндәй ул аутентик башҡорт милли кейеме?

 
Сайттың архивы
 
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  01 | 02 | 03 | 04 | 05 | 06 | 07   08 | 09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14   15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21   22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28   29 | 30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35   36 | 37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42   43 | 44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49   50 | 51 | 52
  09 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 | 15   16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 | 22   23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 | 29   30 | 31 | 32 | 33 | 34 | 35 | 36   37 | 38 | 39 | 40 | 41 | 42 | 43   44 | 45 | 46 | 47 | 48 | 49 | 50   51 | 52
 
ДОНЪЯЛЫҠТА ЭҘЕҢ ҠАЛҺЫН, КЕШЕ
+  - 


Рәсүл Ғилметдин улы Байгилдин менән беҙ ауылдаштар. Улай ғына ла түгел, 1996 - 1999 йылдарҙа Баймаҡ районының "Октябрь байрағы" гәзитендә бергә эшләнек. Уның журналистикаға яңы аяҡ баҫҡан сағы ине. Ул бөгөн яҙыусы булараҡ та билдәле. Был әңгәмәне яҡташымды ижадсы булараҡ гәзит уҡыусыларға киңерәк танытыу маҡсатында ҡорҙом.

Рәсүл, әҫәрҙәрең матбуғат биттәрендә яңыраҡ - тиҫтә йыл самаһы элек кенә - күренә башланы. Хәҙер китап уҡыусылар һирәк икәнен иҫәпкә алғанда, һине танып-белеүселәр ҙә күп түгелдер, тип фаразларға ҡала. Таныштырып китәйек башта...
- Сығышым менән мин Йылайыр районы Матрай ауылынан. Бишенсе класҡа тиклем тыуған ауылымда уҡыным, мәктәпте Баймаҡ интернат-мәктәбендә тамамлап ҡуйҙым. Артабан Мейәс геология разведкалау техникумында белем алдым, ике йыл сик буйы ғәскәрҙәре сафында хеҙмәт иттем (ун һигеҙ йәшем тулғас та армияға саҡырҙылар). Ҡулға диплом алғас, йүнәлтмә буйынса Чукоткаға киттем, унда алтын эҙләү эшендә булдым. Ике йылдан Башҡортостанға ҡайттым. Бер аҙыраҡ Өфөлә "Башгипроводхоз" проект-тикшеренеү институтының геология бүлегендә хеҙмәт итеп алдым. Өйләнгәс, тыуған яҡҡа ҡайтырға тура килде, тик һөнәрем буйынса эш таба алманым. Аҡъярҙа төпләнеп, һигеҙ йылдан ашыу ғүмерем төҙөлөштә үтте. Өйрәнсектән башлағайным, 5-се разрядлы ташсы-монтажсыға тиклем барып еттем, өс йыл ташсылар бригадаһы бригадиры вазифаһын башҡарҙым. 1996 йылда ғаиләм менән Баймаҡҡа күсеп килдек, район гәзиттәрендә махсус хәбәрсе ("Октябрь байрағы" гәзитендә), бүлек мөдире ("Һаҡмар"ҙа) булып эшләнем. 2002 йылда Сибайға күстек. Унда "Атайсал" гәзитендә хәбәрсе, мөхәррир булдым, 2005 йылда ҡала хакимиәтенә мәғлүмәт-аналитика бүлеге начальнигы итеп саҡырҙылар. Был вазифала ун дүрт йылға яҡын хеҙмәт иттем. 2019 йылда ғаиләм менән Өфөгә күстек һәм бөгөнгө көндә "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләйем, баш мөхәррир урынбаҫарымын. Ғөмүмән алғанда, биш һөнәр алмаштырҙым, ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтын, Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамланым.

Гәзиткә эшкә килгәнеңде яҡшы хәтерләйем, ә ҡасан әҙәби әҫәрҙәр яҙа башланың һуң?

- Яҙышыу теләге миндә һәр саҡ булды. Йәш ваҡытта бер дәфтәргә төрлө фекерҙәремде теркәп бара инем. Шунан үҙем өсөн генә хикәйәләр яҙып ҡараным. Үткән быуаттың 90-сы йылдарында "Йәшлек" гәзитендә сыҡҡан мәҡәләләремде, ҡағыҙға баҫылған тәүге әҫәрҙәрем, тип әйтергә мөмкиндер. Гәзиттә эшләй башлауым күңел ихтыяжымды ҡайһылыр миҡдарҙа ҡәнәғәтләндерә ине. Журналистикала аҙмы-күпме тәжрибә туплағас, етдиерәк яҙышыу теләге тыуҙы. Тәүге хикәйәм 2005 йылда донъя күрҙе. Сибай ҡала хакимиәтендә яуаплы вазифала эшләй башлағас, ижадты тағы ҡуйып торорға тура килде. Илле йәш тулған осорҙа, әгәр ошонан ары ла кире яҙа башламаһам, һуң буласаҡ, тигән уй йәнә ҡәләм алыуға этәрҙе.
Бер нисә хикәйәмде республика баҫмаларына ебәрҙем. Тик яуап булманы. Күпмелер ваҡыт үткәс, "Киске Өфө" гәзите редакцияһынан шылтыраттылар, әҫәрең оҡшаны, баҫырға әҙерләйбеҙ, тинеләр. Шылтыратыусы билдәле яҙыусы, шағир Әхмәр Үтәбай ине. Шулай итеп, "Киске Өфө"нөң баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева, ул ваҡытта ошо гәзиттә эшләгән Әхмәр Үтәбайҙың фатихаһы менән әҫәрҙәрем тағы донъя күрә башланы, яҙышырға дәрт өҫтәне. Йыл йомғаҡтары буйынса баҫманың лауреаты итеп тә күрһәттеләр. Әгәр шул саҡта терәк тапмаһам, бәлки, төңөлөп тә ҡалған булыр инем.

Әлегә һин - бер китап авторы. Китабыңдың геройҙары кем?

- "Аҙашҡандар юлды табырмы..." тип атағайным тәүге китабымды. Һорау һымаҡ яңғыраһа ла, баҫым күберәк икеләнеү яғына яһалған. Үҙ замандаштарым тураһында яҙам, геройҙарымдың прототиптары арабыҙҙа йөрөй. Улар фәрештә кеүек камил да, әҙәм аҡтыҡтары ла түгел, ыңғай һәм кире яҡтары булған ҡәҙимге кешеләр. Әлбиттә, дөйөмләштереп бирелгән заманыбыҙҙың типик образдары. Үҙҙәрен танығандар, геройҙарҙа кемделер сырамытып, шул кешене яҙғанһың бит, тигәндәр ҙә осрап ҡуя.

Китапҡа инеп киткән "Сиктең сигендә..." хикәйәһендә төп герой, бик оҙаҡ ситтә йөрөгәндән һуң, тыуған ауылына ҡайта һәм тәпәй баҫҡан төйәгенең бөгөнгө хәлен күреп тетрәнә. Шул уҡ ваҡытта автор өмөткә лә урын ҡалдыра...

- Эйе, үкенескә ҡаршы, ауыл ҡартая, яйлап һүнә бара. Асфальт юл һыҙатында ятҡан элекке ҡеүәтле "Башҡорт" совхозы үҙәге Матрайҙа ла тормош хәҙер ҡайнап тормай. Төпкөл ауылдарҙа ул бөтөнләй һүнеп барған төҫлө: эш юҡ, йәштәр бармаҡ менән генә һанарлыҡ, мәктәптәр, клубтар ябылған. Халыҡ район үҙәктәренә, ҡалаларға барып төпләнә, Себер тарафтарында үҙенә төйәк таба. Был айырым кешенең генә түгел, ә тотош милләттең трагедияһы. Сөнки ауыл - ул халҡыбыҙ бишеге, телебеҙ, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙ һаҡланған урын. Бөгөнгө глобалләштереү милли мәҙәниәтте, телдәрҙе, ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, ғөмүмән, миллилекте юҡҡа сығара бара. Ә тормошто цифрлаштырыу кешенең шәхсәнлеген юя. Кеҫәлә йөрөткән телефон аша беҙҙең һәр аҙым күҙәтеү аҫтында. Тағы ла тиҫтә-тиҫтә ярым йылдан беҙ бөтөнләй башҡа йәмғиәттә, бүтән шарттарҙа йәшәйәсәкбеҙ, тип уйлайым. Тормош ҡиммәттәре үҙгәрәсәк, йәмғиәт тә, тәбиғи мөхит тә икенсе төрлө буласаҡ. Әгәр еребеҙҙән, тыуған төйәгебеҙҙән тамам айырылһаҡ, алда көткән ысынбарлыҡ беҙҙе бөтөнләй йотасаҡ, илһеҙ, телһеҙ, тарихһыҙ ҡамғаҡ кеүек, ел ыңғайына бәреп-һуғып йөрөтәсәк. Себергә лә кеше бөтөнләйгә тип сығып китмәй, аҙыраҡ аҡса эшләйем дә ҡайтам, тигән уй менән ҡуҙғала. Ә ҡайтырмы һуң ул? Үҙе лә ҡайтһын, балаларын да алып ҡайтһын ине. Шунда ғына киләсәккә өмөтөбөҙ булыр.
"Ҡорҙаштарыма, үҙемдән оло һәм кесе ауылдаштарыма, ҡарап, уларҙың, бер ҡор булып, бер төптән эш ҡылыуға һыуһауҙарын, ҡорбашсыға мохтаж булыуҙарын тойҙом. Әгәр алда асыҡ маҡсат күрһәләр, теүәл бурыс ҡуйыусы булһа, ғәскәргә тупланырға әҙер ине ауылдаштарым. Бөгөн беҙҙең арала батыр, юл башлаусы юҡ - мин шуны аңланым тау башында торғанда". Был - хикәйәнең төп геройы уйланыуҙары. Ҡуштау ваҡиғалары, ысынлап та, ойошторған, берләштергән көс булһа, беҙҙең халыҡ тауҙар аҡтарырға әҙер икәнен күрһәтте. "Күккә терәлеп тау башында ултырған йәшел-ҡыҙыл һыҙатлы бағанаға йыш бағып торам мин. Башҡаларҙың да, аңҡайып, уға текләп-текләп алғандарына иғтибар иттем.
- Олатай, ҙурайғас мин дә погран булам. Ауылыбыҙҙы һаҡлайым, - эргәмә шым ғына килеп баҫҡан күрше малай шулай тине.
Мин ер эшкәртһәм, ул һаҡта торһа, ауылыбыҙ үлмәҫ, бәғерҙәрҙе телгән ир күҙ йәштәре лә тыуған тупрағыма бүтән таммаҫ, аҡһаҡалдар ҡоро киң һәм бәҫле булыр!" Ошо юлдар менән тамамлана әлеге хикәйә. Эйе, өмөт бар һәм ул - беҙҙең йәштәребеҙ һәм балаларыбыҙ.

Ауылда йәшәүселәр, ситкә таралған милләттәштәребеҙ тыуған төйәгебеҙҙең бөгөнгө хәлен төбөнә төшөп аңлаймы икән һуң?

- Аңлай, тип уйлайым. Унан сығыу юлын да белә кеүек улар, тик ауыл кешеһен донъя баҫҡан. Торлаҡ алыу (төҙөү), балаларын үҫтереү, уҡытыу, башлы-күҙле итеү, уларға аяҡҡа баҫып китергә ярҙамлашыу хәстәре менән йәшәй ул. Башҡаһына көсө лә, ваҡыты ла, аҡсаһы ла ҡалмай. Үкенескә ҡаршы, эскеселек тә бәкәлгә һуға.
Ситтә үҙен тапҡан, кәсебен уңышлы алып киткән яҡташтарға өмөт бағлау ҙа урынлылыр. Миҫал өсөн алыҫҡа йөрөргә лә түгел. Матрайҙан Ирек Фәхри улы Мәҡсүтов, "Башҡорт" совхозынан ҡалған ферманы һатып алып, крәҫтиән хужалығы асты. Үҙе Себер тарафтарында эшҡыуарлыҡ менән шөғөлләнә, ә хужалыҡты ауылдағы туғандары алып бара. Шундай кешеләр күберәк булһа, ауыл йәшәйәсәк, әлбиттә.

Ижади пландарың тураһында бер-ике ауыҙ һүҙ әйтеп китһәң ине...

- Повестар һәм хикәйәләрҙән тупланған китабым нәшриәттә үҙ сиратын көтөп ята. Әле "Ғаилә" романы өҫтөндә эшләйем. Ул - бер нисә быуындың тормошон үҙ эсенә алған әҫәр. Повестарға бүлеп, айырым-айырым яҙам. Өсәүһе "Ағиҙел" журналында баҫылды, дүртенсеһе сиратын көтөп ята, ә бишенсеһе өҫтөндә эшләп ултырам. Ун - ун ике повесть булыр, тип уйлайым. Аҙаҡтан улар бер романға берләштереләсәк.

Был бик ҡыйыу аҙым, тип уйлайым. Нисек шундай ҙур әйбергә тотонорға йөрьәт иттең?

- Кеше ғүмере ҡыҫҡа ла, шул уҡ ваҡытта оҙон да. Был Ергә нисәмә быуын килеп киткән. Улар нисек йәшәгән, нимәгә инанған, ниндәй көскә таянған? Был һорауҙарға яҙыусылар үҙҙәренең тарихи әҫәрҙәрендә яуап эҙләй. Шул уҡ ваҡытта бөгөнгө тормош, яҡын үткәндәр тураһында һирәк яҙыла. Әлбиттә, шаһит булған ҡайһы бер ҙур ваҡиғаларҙың айышына беҙ тик ваҡыт үткәс, улар алыҫлашҡас ҡына төшөнәсәкбеҙ. Әле иҫән оло быуын кискән ғүмер, улар заманы тураһында хәҙер яҙып ҡалыу дөрөҫөрәктер барыбер. Бер кем дә был донъялыҡтан эҙһеҙ юғалырға тейеш түгел, тигән фекерҙәмен. Һуғыш осоро документтарын халыҡҡа асҡан "Мемориал", "Память народа" сайттарында Зыяетдин, Имаметдин, Нуриәхмәт, Илһам олатайҙарымдарға ҡағылышлы документтар таптым. Уларҙың тәүге өсәүһе яу ҡырынан әйләнеп ҡайта алмай. Бигерәк тә тетрәндергәне Зыяетдин олатайымдың яҙмышын асҡан немец концлагеренда тултырылған формуляр булды. Матрай мәктәбе директоры булған олатайым һуғышҡа тик 1942 йылдың 20 майында ғына алына. Шул уҡ йылдың июлендә хәбәрһеҙ юғала. Табылған документтан билдәле булыуынса, немец-фашистарының көслө йәйге һөжүме йүнәлешенә тап килгән Воронеж өлкәһенең Кантимировка ҡасабаһы эргәһендә әсиргә төшә. 1944 йылдың 18 апрелендә Германияла концентрацион лагерҙа вафат була. Олатайымдың фажиғәле яҙмышын бер нисек тә иғтибарһыҙ ҡалдырып булмай. Бөгөнгө ысынбарлыҡты ситләп үтеү ҙә ҡулына ҡәләм алған кеше өсөн яҙыҡтыр. Башлаған ҙур әйберем беҙҙең ғаиләнең дүрт быуыны тормошон үҙ эсенә алған роман булараҡ ниәтләнгән. Атай-әсәйемдең бала сағы тап килгән һуғыш осоронан башланып, бөгөнгө көнгә тиклем килеп етергә тейеш ул...

Рәшит ҮТӘЕВ әңгәмәләште.

КИРЕ СЫҒЫРҒА

+  -   
Яҙылған: 18.06.21 | Ҡаралған: 444

Киске Өфө
 

"Киске Өфө" (индексы ПР905) гәзите менән бергә булыусы аңлы, зыялы уҡыусыларыбыҙҙы 2024 йылдың икенсе яртыһы өсөн 897 һум 06 тингә баҫмабыҙға яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ. Ә беҙ һеҙҙе рухиәт менән һуғарыуҙы, кәрәкле мәғлүмәттәр еткереүҙе дауам итербеҙ, матур йөкмәтке менән танһыҡтарығыҙҙы ҡандырырға тырышырбыҙ, тигән вәғәҙәбеҙҙе яңыртабыҙ. Гәзитебеҙгә яҙылып, квитанцияларын редакцияға ебәргәндәр араһынан кемдәрҙер бүләккә бик шәп китаптар аласағы тураһында ла онотмағыҙ. Бергә булайыҡ!

МӨХӘРРИРИӘТ.

 
Беҙҙең дуҫтар
 

Киске Өфө гәзитенең VK-ла рәсми төркөмө

Өфө ҡала хакимиәтенең рәсми сайты

 
Мәҡәләләр Һуңғы номер Яҙылыу Гәзиттә реклама Архив Редакция
© 2024 «Киске Өфө» гәзите
Мәҡәләләр күсермәһен алыу, күсереп баҫыу йәки материалды тулыраҡ файҙаланыу мәсьәләләре буйынса «Киске Өфө» гәзите редакцияһына мөрәжәғәт итергә.

Беҙҙең электрон адрес: kiskeufa@mail.ru